Сәхнәгә ғашиҡ талантлы ҡыҙыҡай сәнғәт институтына бер ауырлыҡһыҙ уҡырға инә. Студент тормошонда ҡайнап йөрөгән Ританы Ырымбур өлкәһенең Әхмәтхан исемле сая егете эләктереп тә ала. Һөйөклө кәләшен гастролдәрҙән ҡайтып килә алмаҫ сәнғәт кешеһе итеп күрергә теләмәгән егет уға икенсе һөнәр алырға кәңәш итә. Рита Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. Уҡыуҙа ла, институттың йәмғиәт эшендә лә әүҙем ҡыҙҙың телем, илем тип янып йөрөүе һөҙөмтәһе булып БДПИ ла башҡорт факультеты барлыҡҡа килә. Республикабыҙҙа үҙаллылыҡ алыу алдынан барған аңлатыу-ағартыу эштәре менән райондарҙа күп эштәр башҡара ул студент ҡына көйө. Башҡорт-төрөк лицейын барлыҡҡа килтереүҙәге ойоштороу эштәрен дә ул үҙ иңдәренә ала. Институтты яңы ғына тамамлаған белгескә төрөктәрҙе башҡортсаға өйрәтеү кеүек яуаплы эш тапшырыла. Фән эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын да алып бара.
Әммә ойоштороу һәләте көслө ҡыҙ мәҙәниәт мөхитендә эшләүҙең күңеленә яҡыныраҡ икәнен аңлап, шул йүнәлештә әүҙемлек күрһәтә.
Мәҡәләне тулы килеш 12 август сығасаҡ журналыбыҙҙың яңы һанында уҡырһығыҙ.