- Мин бындай бүленеште Урал тауының һыҙаты рәүешендә күҙ алдына килтерәм. Һаҡмар ағышы буйынса Рәшиҙә Туйсинанан башлап Мөхәмәт Иҙрисовҡа тиклем - бейеүселәр, Ишмулла Дилмөхәмәтовтан Мөхәммәтйән Ҡаҙаҡбаевҡа тиклем - ҡурайсылар, Мөхәммәтйән Ҡаҙаҡбаевтан Сөләймән Абдуллинға тиклем - йыраусылар. Һәр бер халыҡ йыры хаҡында тарихи-музыкаль фильм төшөрөргә була. Киләсәктә, Алла бойорһа, уны эшләй алырлыҡ режиссерҙарыбыҙ буласаҡ. Улар әле үк күренә башланы. Мин, мәҫәлән, Алдар батыр менән Петр Беренсенең осрашыуы тураһында фильм төшөргөм килә.
Телевизор ҡараусыларҙың рухи ихтыяжын тойоу − Рита Ришат ҡыҙының ижадына хас үҙенсәлек. Уникаль проекттар авторы «Байыҡ» телевизион конкурсы аша бейеү сәнғәтен артабан үҫтереүгә булышлыҡ итеү, аҫыл бейеү өлгөләрен халыҡҡа ҡайтарыу, мәңгеләштереү ниәтендә илһамланып ижад итә. Телевизион бейеү конкурсы республикала ғына түгел, халыҡ-ара кимәлдә лә киң танылыуы менән мәртәбәле. Рита Өмөтбаева башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар араһында сираттағы проектын тәҡдим итте. «Башҡорт йыры» телевизион йыр конкурсы ла «Байыҡ» кеүек киң офоҡтарҙы инде иңләй.