Этнографтарҙың һөнәри байрамы көнөндә Салауат районының Комсомол ауылында «Һомай» этнографик музейы асылды. Музейҙы Башҡортостан халыҡтарының костюмдарын эшләү буйынса оҫталарҙың береһе, «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсында ҡатнашыусы, фольклорсы-этнограф Гөлдәр Шабиева ойошторған. Мәҙәни-тарихи мөйөш оҫтабикәнең шәхси ихатаһында, музей өсөн махсус төҙөлгән бинала урынлашҡан. Уны асыу тантанаһында Өфө ҡалаһынан ҡунаҡтар һәм Комсомол ауылы халҡы ҡатнашты. Тантаналы рәүештә, дәррәү алҡыштарға күмеп, Гөлдәр Шабиева һәм Янғантау ауыл советы башлығы Вадим Солтанов ҡыҙыл таҫманы киҫте.
Гөлдәр Шәрәфетдин ҡыҙы үҙ сығышында проектты тормошҡа ашырыу тарихы тураһында һөйләне, был идеяны хуплаусыларҙың барыһына ла рәхмәтен белдерҙе, үҫеп килеүсе быуынды рухи һәм мәҙәни йәһәттән тәрбиәләүҙә ауыл халҡы менән тығыҙ хеҙмәттәшлеккә ышаныс белдерҙе. Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙина Гөлдәр Шабиеваға Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков исеменән Почет грамотаһын тапшырҙы.
- Республикала башҡорт милли кейеменең бай экспозицияһы менән берҙән-бер музей был, ә Гөлдәр Шабиева - оҫта-реконструктор, ысын фольклорсы. Бүләктәр һәм музыкаль күстәнәстәр менән Республика халыҡ ижады үҙәге мәҙәниәт һарайының «Селтәр» башҡорт костюмы студияһы ҡотларға килде. Тамашасыларға Гөлдәр Шабиеваның һәм «Селтәр» студияһы оҫтабикәләренең костюмдары тәҡдим ителде. Тантаналы өлөштән һуң сарала ҡатнашыусылар музейҙа булды, унда, костюмдарҙан тыш, йорт йыһаздарын, тормош-көнкүреш әйберҙәрен дә күрергә мөмкин ине.
Фотолар һәм мәғлүмәт сығанағы - https://culture.bashkortostan.ru/presscenter/news/