+19 °С
Ясно

Үҙе менән байрам алып йөрөй

Шундай кешеләр була: ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә һәр ваҡыт үҙе менән байрам алып йөрөй. Күңел күтәренкелеген, рух көсөн, яҡшы кәйефен эше менән генә түгел, ә йылы мөнәсәбәте, ихлас ҡарашы менән дә эргә-тирәһендәгеләргә күсерергә һәләтле ундайҙар. Мәләүез ҡалаһы Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайы өҫтәмә белем биреү педагогы Фәриҙә Ҡобағошова – шундайҙарҙың береһе. Ул булған ерҙә йыр ҙа, баян да, уйын-көлкө лә, уңыш та бар.

Үҙе менән байрам алып йөрөйҮҙе менән байрам алып йөрөй
Үҙе менән байрам алып йөрөй

Фәриҙә Сәмиғулла ҡыҙын мәләүездәр мәҙәниәт өлкәһендәге иң тынғыһыҙ хеҙмәткәрҙәрҙең береһе булараҡ хөрмәт итә. Ғүмерен кешеләргә сәнғәт донъяһы менән аралашыуҙа шатлыҡлы минуттар бүләк итеүгә, халҡыбыҙҙың йыр ижадын, күркәм, матур йолаларын һаҡлауға, уларҙы үҫтереүгә, таратыуға арнаған ул. Йәшлек таңында маҡсат итеп алған ошо ғәмәлдәрҙе бойомға ашырыуын әле булһа ихлас дауам итә.

Фәриҙә Ҡобағошова сығышы менән республикаға байтаҡ күренекле шәхестәр биргән Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылынан. Йылдың ниндәй миҙгелендә тыуһа, кеше шул мәлдең сифаттарына эйә була тигән ырым бар халҡыбыҙҙа. Был һынамыштың ысынбарлыҡҡа тура килеүен мәҡәләбеҙ геройы өлгөһөндә лә күрергә мөмкин. Фәриҙә Сәмиғулла ҡыҙы яҙҙың барлыҡ гүзәл билдәләрен үҙенә йыйған. Март ҡояшы кеүек киң күңеле, йомартлығы, олоһона-кесеһенә йылы, иғтибарлы мөнәсәбәте, яҙғы елдәй уңғанлығы, тилберлеге менән айырылып тора.

Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, ти халыҡ мәҡәле. Атаһының ҡурайҙа һәм «Саратов гармуны»нда уйнағанын, әсәһенең уға ҡушылып йырлағанын ишетеп үҫкән Фәриҙә апай ғүмерлек юлдашы итеп музыка сәнғәтен һайлай. 1967 йылда республика мәҙәниәт-ағартыу училищеһын тамамлап, оҙайлы йылдарға һуҙылған данлы ла, маҡтаулы ла, тынғыһыҙ ҙа хеҙмәт юлын Көйөргәҙе районы Мораптал ауыл мәҙәниәт йорто директоры булып башлай. Йәш белгес сәнғәт донъяһында эштең эреһе-вағы юҡлығын, бында барыһы ла мөһим икәнлеген бик яҡшы аңлай һәм бөтә белемен, көсөн, ваҡытын башҡорт йырын, музыкаһын пропагандалауға бағышлай.

Хеҙмәт биографияһының 47 йылы Мәләүез районы һәм ҡалаһы менән бәйле. 1975–1979 йылдарҙа район мәҙәниәт йортонда вокаль ансамбле етәксеһе, һуңынан ике тиҫтә йылдан ашыу Мәләүез химия заводының вокаль ансамбле художество етәксеһе-аккомпаниаторы булып эшләй.

– Эшмәкәрлегемдең иң мауыҡтырғыс һәм иң уңышлы осоро, тип уйлайым ошо йылдарҙы. Халыҡтың туған телгә, туған моңға, мәҙәниәткә, йолаларға, байрамдарға ҡыҙыҡһыныуы арта башлаған, республикала, илдә рухи күтәренкелек хөкөм иткән осор ине ул. Вокаль ансамбле менән төрлө кимәлдәге смотрҙарҙа, конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнаштыҡ, дипломдар, Маҡтау грамоталары менән бүләкләндек. Ырымбур өлкәһенең башҡорттар күпләп йәшәгән Новосергеевка, Александровка, Переволоцкий райондарына, Һамар, Һарытау өлкәләренә күсмә концерттар ойошторҙоҡ. 1985 йылда коллектив Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығы айҡанлы «Товарищ песня» Бөтә Союз, шулай уҡ «Беҙ йырҙа ҡалабыҙ» республика телевизион конкурстарынан еңеүсе дипломдары менән ҡайттыҡ. 1986 йылда ансамблгә маҡтаулы «халыҡ» исеме бирелде, – тип хәтер йомғағын һүтә юбиляр.

Эйе, Фәриҙә Сәмиғулла ҡыҙының тормошонда матур хәтирәләр бик күп. Уның үҙ эшен, коллективын яратыуын үҙҙәре сығыш яһаған концерттар, конкурстар тураһында аныҡ даталары менән һөйләүенән, һәр хеҙмәттәшен, ансамблдең һәр ағзаһын айырыуса йылылыҡ һәм ихтирам менән иҫкә алыуынан да тойомларға мөмкин.

Фәриҙә апай Ҡобағошова заводта ғына түгел, ә район-ҡала кимәлендәге саралар ойоштороуға ла ҙур көс һала. Ансамбль менән агитация, төҙөлөш майҙансыҡтарында, депутаттар менән осрашыуҙарҙа, һабантуйҙарҙа, хеҙмәт коллективтарының һөнәри байрамдарында, төрлө илдәрҙән килгән делегациялар алдында, ауыл клубтарында сығыш яһайҙар. Башҡорт телендә балалар иртәлектәре үткәреү, мосолмандар өсөн дини байрамдар ойоштороу һәм үткәреү башланғысында торған кешеләрҙең береһе лә ул. Тәжрибәле белгес булараҡ, художество үҙешмәкәр смотрҙарҙа, фестивалдәрҙә, конкурстарҙа жюри составында ла күп эшләй. Төрлө учреждениеларҙа, ойошмаларҙа вокаль ансамблдәре төҙөргә, уларға методик һәм практик ярҙам күрһәтеүгә ҙур өлөш индерә.

– 1977 йылда Свердловскиҙа Октябрь революцияһының һәм Совет милицияһының 60 йыллығына арналған Эске

эштәр министрлығының художество үҙешмәкәр коллективтары араһында үткәрелгән төбәк смотрҙа Мәләүез район-ҡала милиция бүлегенең мин етәкләгән ансамбле I дәрәжә диплом менән бүләкләнде. 15-се балалар баҡсаһының минең етәкселектәге вокаль ансамбле лә мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһында Бөйөк Еңеү көнө сиктәрендә ойошторолған конкурста беренсе урынға лайыҡ булды, – ти мәҡәләбеҙ геройы.

Ғөмүмән, Фәриҙә Ҡобағошоваға һәм ул етәкләгән ансамблдәргә һәр саҡ уңыш юлдаш була. Улар бер конкурстан да дипломһыҙ ҡайтмай. Бының сәбәбе билдәле инде – шәхси ваҡыт менән иҫәпләшмәй даими эҙләнеү юлында булыу, ижади коллективтың татыу бер ғаилә кеүек тупланып, юғары маҡсаттар билдәләүендә һәм шуға ынтылыуында.

Фәриҙә Сәмиғулла ҡыҙының үҙешмәкәр сәнғәт ижадын үҫтереүҙәге намыҫлы хеҙмәте 1990 йылда лайыҡлы баһаланған. Уға «БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исеме бирелгән.

2003 йылдан алып Фәриҙә Ҡобағошова башҡорт вокаль ансамбле һәм солистар төркөмө ойоштороп, Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайында эшләй. Ошо осорҙа ул бер нисә быуын ҡыҙ һәм үҫмерҙәрҙә башҡорт йырҙарына һөйөү уятты. 2006 йылдан 2017 йылға тиклем йыл һайын балалар араһында «Башҡорт йыры» конкурсы үткәреп, бик күп йәш башҡарыусыларҙың һәләтен асты. Ошо мәртәбәле конкурста редакция йомошо менән дә, жюри составында ла миңә лә күп тапҡыр ҡатнашырға тура килде. Шул ваҡытта педагогтың һәр балаға әсәйҙәрсә йылы мөнәсәбәт күрһәтеүе, ваҡ ҡына әйберҙәргә лә етди ҡарауы, сағыштырмаса бәләкәй генә сараны ла ҙур байрамға әйләндереп ебәреү һәләте иғтибарҙан ситтә ҡалмай ине. Конкурсанттарға ла, үҙенә лә талапсан булыуы менән дә айырылып тора ул. «Башҡорт йыры» менән бик күп талантлы башҡарыусыларҙы асты. Уларҙың күбеһе Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Күмертау, Туймазы ҡалаларында, Көйөргәҙе районында уҙған республика, төбәк кимәлендәге халыҡ йыры, оҙон көй конкурстарында уңышлы сығыш яһай. Талантлы яҡташыбыҙ Тәнзилә Үҙәнбаева исемендәге оҙон көй башҡарыусылар конкурсында ла уның тәрбиәләнеүселәре лайыҡлы урындарҙы биләй. Ошо сараның жюри рәйесе Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Йәмил Әбделмәновтың Фәриҙә Сәмиғулла ҡыҙына балаларҙы яҡшы әҙерләгәне өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткереүенә үҙем дә шаһит булғаным бар.

– Тәрбиәләнеүселәремдең береһе лә һөнәри йырсы булып китмәһә лә, йыр һәм музыка – һәр ваҡыт улар менән бергә. Төрлө кимәлдәге сараларҙа уларҙың тауышын ишетеү миңә тағы ла дәртләнеберәк эшләргә ҡанат ҡуя, – ти Фәриҙә апай.

Олпат йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Фәриҙә Ҡобағошованы әле лә төбәктә үткән сараларҙа йыш күрергә мөмкин. Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайында, Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында үткән байрамдарҙа йыш ҡатнаша. Ауыл клубтарына, мәктәптәргә тәрбиәләнеүселәре менән бергә күсмә концерттарға ла сыға улар. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, ниндәй генә сарала ҡатнашһа ла, Фәриҙә Сәмиғулла ҡыҙы үҙе менән байрам алып йөрөй. Яҙғы ҡояш кеүек күңел йылыһын барыһына ла йомарт өләшә. Шуға ла олоһо-кесеһе араһында лайыҡлы абруй ҡаҙана ул.

 

Лена АБДРАХМАНОВА

Үҙе менән байрам алып йөрөй
Үҙе менән байрам алып йөрөй
Үҙе менән байрам алып йөрөй
Автор:
Читайте нас