+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Думбыра ҡылдарын сыңлатып

Башҡортостан Республикаһы Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестры 2001 йылда Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы эргәһендә ойошторола. Һәм ошо ваҡыттан алып, бына егерме йылдан ашыу инде йыр-моң яратыусылар күңелен имләп, рухландырып, һыҙландырып һәм дәртләндереп сәхнә түрҙәренән уның көйҙәре ағыла ла ағыла. Башҡорт халҡының боронғо музыка ҡоралдарында ғына түгел, рус халыҡ музыка ҡоралдарында ла уйнап, симфоник оркестрҙы һәм өзләү тембрҙарын берләштереп, моңдоң уникаль яңғырашына өлгәшә был коллектив. Оркестр составында ҡурай, баян, һуҡма, ҡыллы-һыҙғыслы (ҡыл ҡумыҙ, скрипка, альт, виолончель, контрабас) һәм сиртмә (думбыра, домра, балалайка-бас) музыка ҡоралдары, шулай уҡ ҡумыҙ, хайран, чоор (ҡырғыҙҙарҙың буй флейтаһы) бар.  Оркестрҙың йөҙөк ҡашы булған һылыуҡай Гүзәл Ишморат ҡыҙы Үмәрғәлина хаҡында был яҙма.

Думбыра ҡылдарын сыңлатып
Думбыра ҡылдарын сыңлатып

Ишембай районының саф һыулы Һәләүек йылғаһы буйында урынлашҡан Биксән ауылында тыуып үҫә Гүзәл. Ябай ғына ауыл кешеләре: атаһы Ишморат Алтынбулат улы ғүмер буйы колхозда мал ҡарай, ә әсәһе Гөлгөнә Әбделхай ҡыҙы ҡышын һауынсы, йәйен сөгөлдөр утаусы булып эшләй. Ун балалы күмәк, татыу ғаиләлә беренсе бала булып донъяға килгән Гүзәлдең кескәй иңдәренә тормош мәшәҡәттәре арыу ғына төшһә лә, күңеле һәр саҡ йыр-моңға тартылып, талпынып ҡына тора.

Атай- әсәй ҙә, эштәре ауыр булыуға ҡарамаҫтан, матур итеп донъя көтөргә, балаларын уҡытып, дөрөҫ тәрбиә бирергә ваҡыт таба. Ун бала ла тик яҡшы билдәләренә генә уҡып, мәктәпте уңышлы тамамлай.

Гүзәл алты йәше лә тулмаҫ элек мәктәпкә бара, нисектер, уҡыу еңел бирелә ҡыҙыҡайға. Яҡшы уҡыуҙан тыш мәктәптә һәм ауыл клубында үткән һәр сарала әүҙем ҡатнашырға ла ярата өлгөр ҡыҙ. Матур йырлай, бейеү һәм фольклор ансамблендә шөғөлләнә. Профессиональ музыкаға юл башлаусы тәүге музыка уҡытыусыһы Әнүәр Хөрмәт улы Ниғмәтуллин ойошторған инструменталь ансамблдә тәүҙә ҡумыҙҙа, аҙаҡ мандолинала һәм ҡурайҙа уйнарға өйрәнә. Ҡыҙҙарҙан ғына торған ҡурай ансамбле лә төҙөп ебәрә улар.

Бик күп район һәм зона йыр-моң бәйгеләрендә, концерттарҙа ҡатнашып үҫә һәм сыныға тырыш ҡыҙ. Йәйгеһен йәйләүгә мал ҡараусыларға, ҡырҙа баҫыу эшселәренә лә концерт ҡуйып күп йөрөй һәүәҫкәр артистар.

Гүзәл бала саҡтан йә артист, йә уҡытыусы буласаҡмын, тип хыял итә. Бөгөнгө көндә ошо уй-хыялдарының тормошҡа ашыуына бик шат ул. Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестры менән тамашасыларҙы һоҡландырып, сәхнә түрҙәрен яулаһа, икенсе яратҡан коллективы һәм эш урыны – Өфө сәнғәт училищеһы. Был уҡыу йортонда 2003 йылдан алып эшләй Гүзәл Ишморат ҡыҙы. Ҡасандыр уҡытыусылары, хәҙер инде коллегалары булған Ришат Рәшит улы Рәхимов, Таһир Дидар улы Хәмитов, Дамир Абдулла улы Әбүбәкиров, Сабир Сабит улы Әбхәлимовтарҙан күп нәмәгә өйрәнеүе өсөн рәхмәтле ул.

Гүзәлдең ике тиҫтәгә яҡын уҡыусылары бар. Араларында думбыра буйынса уҡытҡандары, төрлө райондарҙа мәҙәниәт өлкәһендә эшләгәндәре күп. Эш хаҡы түбән булыу сәбәпле башҡа һөнәр һайлап китеүселәр ҙә бар, ни эшләйһең, тормош һәр кемгә үҙ юлын тәҡдим итә.

Бөгөнгө көндә думбыра буйынса шөғөлләнгән ун студенты бар. Республикала берҙән-бер думбырасылар ансамблен тәшкил иткән уҡыусылары менән берҙәм ғаилә булып ижад донъяһында гиҙә Гүзәл.

«Бер урында туҡтап тора алмайым мин, гел йүгереп йөрөүгә күнеккәнмен. Оркестр менән концерттарыбыҙ күп, училищелағы көндәлек эштән тыш, уҡыусылар менән төрлө конкурстар, зачет һәм экзамендарға әҙерләнәбеҙ. Асыҡ дәрестәрҙә, йүнәлешем буйынса конференцияларҙа ҡатнашам.

План ҡороп ҡына йәшәй ҙә белмәйем, дөрөҫөн әйткәндә. Шөкөр итеп йәшәү өсөн яратҡан эшем, ҡайтып ял алыр йылы өйөм, тырыш, аҡыллы улым, һәр саҡ ярҙам итергә әҙер торған туғандарым бар икән, Аллаға шөкөр итеп, рәхмәтле булып йәшәйем», – ти Гүзәл Үмәрғәлина.

Шулай ҙа, алдағы көндәргә ниәтләгән эштәре байтаҡ уның. Башҡорт думбыраһы үткән быуаттың 80-се йылдарында ғына тергеҙелә башлай һәм бөгөнгө көндә лә үҫеш юлында. Хәҙер күп музыка мәктәптәрендә, училищела думбыра кластары эшләй. Сәхнәлә думбыра айырым урын алып тора. Киләсәктә уның тағы ла нығыраҡ күтәрелеп, үҫеп китеүен теләй һөнәри думбырасы булған Гүзәл Ишморат ҡыҙы. «Ҡурай нисек яҡын булһа, думбыраны ла халыҡ араһында таратыу, үҫтереү эше тора. Уның өсөн был музыка ҡоралында уйнарға өйрәтерлек уҡытыусылар әҙерләү, репертуар эшләү бурысы тора. Көйҙәрҙе яңыса эшкәртеү, думбыраға ятышлы итеп яҙыу, ноталарға һалыу кеүек ҙур теләгемде яҡын арала тормошҡа ашырып ҡуйырға уйлайым», – тип, алда торған ниәттәре менән уртаҡлашты.

Тырышлығын, эшен күреп баһалаусылар барында янып хеҙмәт итергә тороусыларҙың береһе булған Гүзәл Үмәрғәлина уҡыусылары ниндәйҙер уңыштарға өлгәшһә лә, үҙе ниндәйҙер бер проектта ҡатнашып, концертта думбыраһында уйнап сыҡһа ла ҡанатланып илһам ала. Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестрының юбилей концертында бөгөнгө геройымдың фиҙаҡәр хеҙмәте «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән лайыҡлы исем менән баһаланды.

Республикабыҙ райондары буйлап ҡына түгел, Рәсәйҙең күп ҡалаларында, Вьетнам, Австрия, Ҡаҙағстан кеүек сит илдәрҙә гастролдә йөрөй Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестры. Бик татыу һәм берҙәм коллективта ижад итеүе лә күңелле. Бергәләп төрлө мажаралы хәлдәргә лә тарып бөтә улар. Бер мәл райондар буйлап концерт менән сығыш яһап йөрөгәндә ут һүнә. Электр булмағас, бөтә аппаратура, шул иҫәптән синтезатор ҙа эшләмәй, баянист та юҡ. Бөтә бригадаға думбыраға ҡушылып йырлап, бейеүселәргә думбыраға бейеп сығырға тура килә.

Филармонияның элекке иҫке «газик» автобусына ҡырҡ кеше тейәлеп тә гастролгә сығып киткән саҡтары була. Ҡышҡыһын ул автобус боҙолоп, этеп тоҡандырып йөрөгән ваҡыттар ҙа бер ҙә йонсотҡос булып түгел, ә күңелле саҡтар булып хәтерендә һаҡлана.

«Белорет районы буйлап, оҙон, һикәлтәле юлдарҙы үтеп, ниндәйҙер ауылда киске концерт ҡуйырға килеп етһәк, беҙҙең концерт был ауылда бөтөнләй икенсе датала тора, ә беҙ башҡа ауылға барырға тейеш. Байтаҡ юл үтеп, унда барҙыҡ. Төнгө ун ике тулып уҙғас ҡына барып керҙек. Килһәк, клуб алдында бер нисә кеше генә көтөп ултыра. Программабыҙҙың бер өлөшөн генә булһа ла уйнап ҡыуандырҙыҡ инде шул көтөп ултырғандар хөрмәтенә», – тип мажаралы хәтирәләр менән уртаҡлашты әңгәмәсем.

Алдына ҡуйылған маҡсаттарға арымай-талмай ынтылып, ижад донъяһында йәшәй Гүзәл. «Иҫән-һау булып, бер бөртөк кенә улымды аяҡҡа баҫтырырға, артабан да ижад итергә, эшемдең һөҙөмтәһен күреп, тағы ла илһамланып эшләргә яҙһын тип теләйем. Тормошҡа ашмаған хыялдар барыһы ла Аллаһы Тәғәлә ҡулында. Күктән йондоҙҙар сүпләмәйем, булғанына шөкөр итеп, бөгөнгө эшемде еренә еткереп эшләргә тырышам. Ваҡыттың, дуҫтарҙың, туғандарҙың, һаулыҡтың, ғөмүмән, тормош ҡәҙерен белеп йәшәргә өйрәндем», – ти ул.

Үҙ урынын табып, һәләте менән йыр-моңға әйҙәп, хеҙмәте менән кешеләрҙе рухи яҡтан байытып йәшәүе менән бәхетле Гүзәл Ишморат ҡыҙы.

Миләүшә ҠЫҘРАСОВА

Думбыра ҡылдарын сыңлатып
Думбыра ҡылдарын сыңлатып
Думбыра ҡылдарын сыңлатып
Автор:
Читайте нас в