– Альбина, ошо тарихтың һинең тормошоңа йоғонтоһо булдымы? Бөгөнгө көн күҙлегенән уны нисек ҡабул итәһең?
– Эйе, ҡайһы ваҡыт күңелдә ниндәйҙер юшҡын торған кеүек тойғо булып китә. Ғәҙәти хәл түгел бит. Ҡайҙа барһам да, кем менән һөйләшһәм дә шул турала һорашалар. Был тарих беҙҙе ғүмер буйы оҙата килә.
Ә мөнәсәбәттәргә килгәндә, барыһы ла һәйбәт. Үҙ ата-әсәйем менән дә, күкрәк һөтө менән үҫтергән күрше апайҙы ла яҡын күрәм. Улар ҙа мине ярата. Алмаштырған ҡыҙ Гөлгөнә лә миңә сит түгел. Ул уҡытыусы һөнәрен һайланы, балаларға инглиз телен өйрәтә. Әйткәндәй, ул исем тәүҙә минеке булған. Балаларҙың яңылышлыҡ менән алышынғанын белгәс, беҙҙе кире алыштырғандар бит инде. Ә документтар шул килеш ҡалған. Мин үҙ исемемде уға биреп, үҙем уныҡын алып, Альбина булып киткәнмен. Ниндәйҙер күңел яраһы булып ҡалманы был ваҡиға. Балалыҡ менән үтеп киткәндер ул. Ә бына әсәй кешеләргә ныҡ ауыр булғандыр инде. Гөлгөнәне ҡалдырып, мине алып ҡайтҡас, әсәйем илап ултыра икән. Ә мин уйнап йөрөгән ерҙән эргәһенә барып: «Зәйнәп апай, иламағыҙ инде. Мин бит хәҙер һеҙҙең ҡыҙығыҙ булдым», – тип йыуатып маташҡанмын.
– Сәхнә бала саҡ хыялың инеме?
– Эйе, бала саҡтан сәхнә тураһында хыялландым. Үҙем уны хәтерләмәйем, шулай ҙа әсәйем әйтеүенсә, тәпәй баҫҡандан алып, «Миллион-миллион алых роз...» тип йырлап йөрөгәнмен. Ә мәктәпкә барып, уҡый-яҙа башлағас, йыр һүҙҙәрен яҙып алып, уларҙы ятлап, гел йыр өйрәнеп йөрөй торғайным. Шулай ҙа мәктәп йылдарында «йондоҙ» булдым, тип әйтә алмайым. Үҙебеҙҙә «Әбйәлил йондоҙҙары» тигән конкурста еңеү яулап, талантымды күрһәткәйнем генә, Сибайҙағы гимназия-интернатҡа уҡырға киттем. Унда Урал аръяғының талантлы балалары йыйылған ине, үҙемдең талантымды яңынан иҫбатларға тура килде. Шулай ҙа әсәйем минең йырсы булыуымды теләмәне. Уның кәңәшен тотоп, гимназияны тамамлағас, Магнитогорск ҡалаһындағы тау-байыҡтырыу университетына уҡырға индем. Әммә күңел ятманы, йырлағы килә ине. Ҡайттым да, Ташбулат ауылының мәҙәниәт йортона эшкә урынлаштым. Бәхетемә күрә шул ваҡытта Сәғит ағай Хызыров менән аралаша башланыҡ һәм ул миңә вокал дәрестәре үткәрә ине. Уның тәҡдиме менән «Гәлсәр һандуғас» конкурсында ҡатнашып ҡараным һәм ҙур сәхнәгә юл асылды. Конкурста ҡатнашыу Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумында уҡыу менән параллель рәүештә барҙы.
Ҡайһы саҡта әсәйемдең кәңәшен тотһам, бәлки, берәй тыныс ҡына эштә эшләп, һәүетемсә генә йәшәп ятыр инем, тип уйлап ҡуям. Тик мин ул юлдан китһәм, бәхетем бөтөн булыр инеме, юҡмы, әйтә алмайым. Ауырлыҡтар, һынауҙар менән барһам да йырлауыма, сәхнәлә булыуыма шатланам. Нимәһе ҡыҙыҡ: йыр буйынса минең профессиональ белемем юҡ. Тәбиғи талант менән юл ярҙым. Ә күптәр сығыштарымды ҡарап, академик йыр буйынса белем алырға кәңәш итә ине. Ҡайһы саҡта уларҙы тыңламағанға үкендереп ҡуя.
– Ә нәҫелегеҙҙә артистар бармы?
– Юҡ. Әммә талантлылар күп. Әсәйемдең бер туған апаһы халыҡ йырҙарын рәхәтләндереп йырлай. Атайым гармунда уйнай. Мәжлестәр бик матур, күңелле үтә. Ә бына минең заманса эшкәртелгән эстрада йырҙарымды ата-әсәйем бик үк оҡшатып етмәй. Уларға халыҡсанлыҡ яҡын.
– Халыҡсанлыҡ тигәндәй, һин халыҡ йырҙарын йырлайһыңмы?
– Яҙмаларым юҡ. Әммә концерттарҙа башҡарам. Был йәһәттән мин Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовҡа рәхмәтлемен. Ул үҙенең концертында сығыш яһарға саҡырҙы ла, халыҡ йырын йырлап ҡарарға тәҡдим итте. Баянсы Фәрүәз ағай Килдеғолов менән репетиция яһаныҡ та, батырсылыҡ итеп сәхнәгә сыҡтым. Тамашасылар аяғүрә баҫып алҡышланы. Шунан һуң халыҡ йырына ҡарашым үҙгәрҙе, Алла бирһә, киләсәктә репертуарымда улар күпләп буласаҡ. «Буранбай», «Таштуғай», «Ҡаһым түрә», «Гөлъямал» йырҙарын өйрәндем.
– Һин үҙ яҙмышыңдың тағы ла бер боролошон ҡурҡмайынса социаль селтәрҙәге яҙылыусыларың хөкөмөнә сығарҙың. Хатта Татарстан телевидениеһында «Асыҡтан-асыҡ» тапшырыуында ҡатнашып, шул турала һөйләй алдың. Күңелеңде бар халыҡҡа асыу ҡурҡытмаймы?
– Минең кеүек яңлышҡандар булмаһын ине, тигән теләк менән барҙым был аҙымға. Кешегә беҙ ныҡ ышанабыҙ. Ә алда нимә көткәнен берәү ҙә белмәй. Яҡты хыялдар менән кейәүгә сыҡһаң да, ир – ул ят, сит кеше икән ул, бер туғаның түгел. Хәйер, хәҙерге заманда туғандар ҙа мөлкәт өсөн дошманлашып бөтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин быны һуңлап аңланым. Башҡалар минең хатаны ҡабатламаһын ине. Айырылышыуҙан һуң мин ысын мәғәнәһендә урамда тороп ҡалдым. Туғыҙ йыл буйы бергә эшләп, йәшәп йыйған мөлкәт уныҡы ғына булып сыҡты. Судта: «Ул эшләмәне, минең елкәлә ятты», – тип тороуы шаңҡытты. Тәүҙә иланым, рәнйенем, аҙаҡ тынысландым. Хәйер булһын, тип йыуатам үҙемде. Тынысланыуға нимә ярҙам итте беләһегеҙме? Һаҡлап ҡына тотҡан туй күлдәгемде сүп-сар һауытына ташланым.
Ә кешеләр был асыҡлыҡты аңлап ҡабул итәме, әллә юҡмы – был турала уйламаным. Шулай ҙа тапшырыуҙы ҡараған кешеләр миңә теләктәшлек белдереп, рәхмәт әйтеп күп кенә хаттар яҙҙы. Үҙ яҙмыштарын бәйән итеүселәр ҙә булды.
– Ә уға тиклем туй күлдәген ни өсөн һаҡлай инең? Ҡабат ҡауышһаҡ, тигән уй тотоп килдеме?
– Тамашасылар беҙҙе гел бергә күреп өйрәнгәнгәме, һәр ваҡыт йыуатҡан кеүек: «Ғаиләлә төрлө хәлдәр була, ваҡыт үтеү менән аралар яйланыр. Һеҙ бергә булырға тейешһегеҙ...» – тигән хәбәр яҙалар ине. Ә мин кирегә юл юҡ икәнен аңлай инем. Киткәнгә ҡәҙәр бик оҙаҡ уйландым, барыһын да күңел бизмәненә һалып үлсәнем. Һәм мәңгелеккә тип айырылдым. Арабыҙҙа күңел йылылығы ҡалмағайны, һөйләшер һүҙҙәр ҙә юҡ ине. Бала булһа, бәлки, бүтәнсәрәк булыр ине, кем белә. Әммә Хоҙай беҙҙе был бәхеттән мәхрүм итте.
– Ир-егеттәргә күңелең ҡалдымы? Ҡабат ғаилә ҡорорға теләгең бармы?
– Ғаилә тормошонан, ир-егеттәрҙән ваз кистем, тип әйтә алмайым. Әммә был мәсьәләлә бик һаҡмын. Бер ауыҙың бешһә, һалҡын ҡатыҡты ла өрөп ҡабаһың, тиҙәр бит. Танышырға теләгәндәрҙе энә күҙәүенән үткәрәм һәм аҙ ғына шик тыуҙырған холҡо күренһә лә, артабан аралашырға теләк һүнә. Әлбиттә, кеше донъяла парлы булып, ғаилә ҡороп йәшәргә тейеш. Мин дә киләсәктә үҙ кешемде осратырмын, тигән өмөт менән йәшәйем.
– Ауырлыҡтар, һынауҙар булғанда күңелең төшәме? Ҡабат үҙ хәлеңә ҡайтырға нимә ярҙам итә?
– Әлбиттә, төшкән ваҡыттар була. Депрессияға бирелеп киткән саҡтар була. Аллаға шөкөр, ата-әсәйем иҫән-һау, туғандарым, дуҫтарым бар. Йырҙарымды яратыусылар матур, йылы теләктәре, маҡтау һүҙҙәре, кәңәштәре менән ярҙам итеп тора. Ситтән ҡараусыларға беҙҙең тормош матур күренә. Сөнки сәхнәгә матур итеп сығып йырлайбыҙ, гәзит журналдарҙа йылмайыулы фотолар сыға. Ә ниндәй ауырлыҡтар менән уңышҡа өлгәшеүебеҙ хаҡында уйлап та бирмәйҙәр. Ярты йыл тирәһе Мәскәүҙә вахта ысулы менән эшләп алдым. Ул бит буштан ғына булманы. Бөгөнгө көндә миңә финанс мәсьәләләрҙе хәл итеүе ауыр. Пандемия, даими эш урыны булмауы, бер-бер артлы концерттар өҙөлөүе, халыҡ ауырыуҙан ҡурҡып өйөнә бикләнеүе – барыһы ла бер юлы килеп өйөлгән кеүек булды. Уға тиклем дә минең хәлем шәптән түгел ине: айырылыу тарихын һөйләнем бит инде. Һәм ошо ауырлыҡтарҙы миңә ипотека кредиты менән ҡаршы алырға тура килде: торлаҡ һатып алғайным. Етмәһә, ижадты үҫтереү өсөн дә сығымдар талап ителә: яңы йырҙар яҙҙырырға, клиптар төшөрөргә, сәхнә костюмдарын яңыртырға кәрәк.
– Эштән ҡурҡып тормайһың, тимәк?
– Юҡ. Ҡулымдан килерҙәй эшкә ҡурҡмай тотонам. Үҙҡурсалау режимы башланып, бер ай өйҙә аптыранып, илаулап ултырҙым да, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләй башланым. Пандемия башланһа ла халыҡ икмәк ашауҙан туҡтамай бит. Көн дә кәрәкле ризыҡ. Шулай итеп икмәк заводына эшкә урынлаштым.
– Уңғанлыҡ тураһында һүҙ сыҡҡас, тағы ла бер талантың тураһында һорашмай булдыра алмайым. Һин бик оҫта тегеүсе лә...
– Был һәләт миңә Фатима өләсәйемдән күскәндер ул. Ул ауылдың оҫта тегенсеһе булған. Ҡыҙыҡһыныу электән булды, ҡурсаҡтарыма үҙем күлдәктәр тегә инем. Ә сәхнәгә сыға башлағас, минең алда проблема барлыҡҡа килде: буйға бәләкәй булғас, килешле күлдәктәр таба алмай инем. Уйланым-уйланым да, оҫталыҡты арттырыу өсөн бер айлыҡ курстарҙа уҡып сыҡтым. Сөнки дөрөҫ итеп үлсәм алырға ла, тауарҙы бесергә лә, уның үҙенсәлеген белергә лә кәрәк. Һәм теген машинкаһы һатып алдым да рәхәтләндереп тегә башланым. Тиҙ ҙә, арзанлы ла, килешле лә. Минең сәхнә костюмдарын күреп, башҡа йырсылар ҙа мөрәжәғәт итә башланы. Күлдәк кенә түгел, костюм-салбарҙар, ҡышҡы һәм яҙғы пальтолар ҙа тегәм.
– Сәхнә кешеһенә йыш күҙ тейә, тиҙәр...
– Эйе, быны мин үҙемдә лә һиҙгәнем бар. Оло инәйҙәр һәр ваҡыт туй, ҡунаҡ табындарын алып барғандан йәки концертта йырлағандан һуң тоҙло һыу менән йыуынып сығырға, доғалар уҡырға кәңәш итә. Ысынлап та, һиңә ниндәй генә күҙҙәр ҡарамай: һоҡланғандары ла була, көнләшкәндәре лә, насар уйлағандары ла. Ҡайһы саҡта тау атҡарғандай арып, хәлһеҙләнеп ҡайтып инәһең.
– Һин быйыл йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гүзәл Әхмәтова менән дуэт йырлап, ижадыңа ниндәйҙер яңылыҡ индерҙең. Ул идея кемдеке ине?
– «Тыуған тел каналында эш башлағас, Гүзәл менән яҡындан аралаша башланыҡ. Әхирәттәр түгел, ә апалы-һеңлеле кеүек мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килде. Беҙҙе тышҡы ҡиәфәт менән дә оҡшағанһығыҙ, тиҙәр. Тәүҙә бер нисә байрамды бергә үткәрҙек. Шунда бергә йырларға, тигән идея барлыҡҡа килде. Халыҡ йылы ҡабул итте, шуға күрә киләсәктә тағы ла яңы йырҙар булыр, тип өмөт итәм. Әлеге ваҡытта бергәләп гастролдәр эшләү тураһында ла һөйләшеү алып барабыҙ.
– Һин ике телдә лә иркен аралашаһың, йырлайһың. Татар телен өйрәнеү ауыр булманымы?
– Юҡ. Әсәйемдең әхирәте татар милләтенән. Бала саҡтан уның менән аралашып, телде өйрәнә башлағайным инде. Әле бына уйлап ултырам да, ирем менән йәшәгән йылдарҙың бер ыңғай һөҙөмтәһе булған икән. Туйҙар, юбилейҙар үткәрә башлағас, ул миңә: «Татар телен өйрәнәһең, йырлайһың, алып бараһың! Унһыҙ заказ күп булмаясаҡ», – тигән талап ҡуйғайны. Сөнки заказдар төрлө була: башҡорт, татар, рус телдәрендә алып барырға тура килә ине. Шул ваҡытта уҡ йырҙарҙы ике телдә яҙҙыра башланым.
– Социаль селтәрҙә һин тыңлаусыларың менән даими аралашып тораһың, блог алып бараһың. Уларҙан күберәк негатив киләме, әллә позитивмы?
– Позитив. Донъяла барыбер изгелек күберәк. Тик араларында ҡараға буяусы 2–3 кеше табыла. Депутат һөйәркәһе, тип тә яҙғандары булды хатта. Ундайҙар фэйк аккаунт асып, үҙ йөҙөн йәшереп эш итә. Иғтибар итмәҫкә өйрәндем.
– Һине беҙ зәңгәр экрандар аша алып барыусы булараҡ та күрәбеҙ. «Туған тел» каналына нисек эләктең?
– Телевидениеға эшкә күптән саҡыралар ине, үҙемдең дә теләк булды. Тик ирем риза булмағас, баш тартырға тура килде. Тик яҙмышҡа яҙылғанға ҡаршы барып булмайҙыр: айырылып йөрөгән осорҙа Земфира Байбулдина шылтыратты. Ул «Туған тел» каналында ҡотлауҙар программаһы алып бара ине. «Альбина, мин эштән китергә булдым. Урыныма һине ҡалдырам. Әйҙә кил, өйрәтәм!» – тине. Тәүҙә аптырап ҡалдым. Камераға эшләү ҡурҡыныс кеүек ине. Әммә тиҙ арала өйрәнеп киттем.
– Репертуарҙы нисек һайлайһың?
– Башлыса күңел торошома тап килгән йырҙарҙы йырлайым. Шулай уҡ тамашасы зауығы тураһында ла уйланам. Үҙешмәкәр композиторҙар үҙҙәренең ижадын тәҡдим итә. Әгәр йыр оҡшаһа, баш тартмайым.
– Һин үҙең дә шиғырҙар яҙаһың, уларға йырҙар ҙа ижад ителә. Ул талантың нисек асылды?
– Бер туған һеңлем фажиғәле рәүештә мәрхүмә булғас, «Ҡалды һағынырға» тигән шиғыр яҙҙым. Нурия апай Абдуллинаның көйө бар ине, ул шуға тап килде лә, йыр итеп яҙҙырҙым. Аллаһы Тәғәлә тарафынан ҡайғыны бер аҙ баҫыу өсөн бирелгән халәт булғандыр ул. Артабан байтаҡ ҡына шиғырҙар ижад иттем. Тик үҙемде шағирә тип һанамайым.
– Һинең һәр ваҡыт матур, һомғол булып ҡалыуыңдың сере нимәлә? Фитнес, диета, матурлыҡ салондары – һинең иң яратҡан процедуралар исемлегенә инәме?
– Юҡ, тиһәм ышанмайҙар. Ә ысынын әйткәндә, минең әллә ниндәй процедураларға йөрөү өсөн артыҡ аҡсам да, ваҡытым да юҡ. Һомғоллоҡ өсөн өйҙә махсус обруч бар. Тик уның менән дөрөҫ шөғөлләнергә кәрәк: гел бер яҡҡа ғына өйрөлтһәң эске органдарға зыян килә. Остеохондроз менән йонсоғас, һәр көндө иртәнсәк күнегеүҙәр эшләргә тура килә. Матурлыҡ өсөн тирегә даими рәүештә битлектәр яғам, кремдар ҡулланам. Артыҡ ҡиммәтлеләрен алмайым, күберәк бал, тоҙ һәм башҡа ҡул аҫтындағы тәбиғи продукциялар ярҙамға килә. Диетаға килгәндә, ҡара сәй эсмәйем һәм икмәк ашамаҫҡа тырышам. Ә ит, йәшелсә-емеште яратам.
Аллаға шөкөр, гендар һәйбәт. Артыҡ ауырлыҡ, тиҙ ҡартайыусанлыҡ әсәйем яғында юҡ.
– Ижадта дуҫлыҡ бармы?
– Мин, ғөмүмән, аралашыусан, ихлас кешемен. Кешеләргә ышанып барам. Шул холҡом менән күп тапҡырҙар үкенергә, иларға тура килде. Олораҡ артистар, донъяны күберәк күргән дуҫтарым был йәһәттән йыйнағыраҡ булырға кәңәш итә. Тик һаман һабаҡ алмайым. Тик был барлыҡ кешеләр ҙә насар, тигәнде аңлатмай. Оҙаҡ йылдар дауамында бер-беребеҙгә терәк булған ижадташ дуҫтарым бар.
Мин яңғыҙлыҡты ауыр кисерәм. Ике көн өйҙә ултырһам да ауыр була башлай. Шуға ла һәр ваҡыт эштә, кешеләр арһындамын.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Альбина. Һиңә киләсәк тормошоңда уңыштар, ижади үрҙәр теләйбеҙ.
Гөлнур ҠЫУАТОВА