– Иҫ киткес гүзәл тәбиғәтле, таланттарға бай Учалы районында тыуып үҫкәнмен. Тыуған ауылым – Бөйҙө, атай-әсәйем – ябай хеҙмәт кешеләре. Әсәйем Сәлимә Бәҙғетдин ҡыҙы нескә күңелле, йыр-моңға ғашиҡ кеше ине, бигерәк тә халыҡ йырҙарын оҫта, хисле итеп башҡарҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул мәрхүмә инде. Атайым Абдуллажан Ҡәүи улы ла ғәжәйеп тауышҡа эйә, теләге булһа, унан да опера йырсыһы сығыр ине, бәлки. Ғаиләлә өс бала буй еткерҙек.
Мәктәптә уҡығанда музыка мәктәбенең баян класында ла белем алдым. Аттестат алғас, тәүҙә агрономлыҡҡа уҡырға тип, Өфөгә юл тоттом. Балл етмәгәс, киләһе йыл барырмын тип, ауылға ҡайттым. Шул уҡ йылда Учалы музыка училищеһының башҡорт фольклоры бүлегенә өҫтәмә рәүештә уҡыусылар ҡабул итәләр, тигән иғланды күреп, шунда имтихандар тапшырып, уҡырға индем.
Күңелле студент йылдары, төрлө конкурстарҙа, мәҙәни сараларҙа ҡатнашыу күңелдә яҡты хәтирәләр булып уйылған. Ул ваҡытта уҡыу йортоноң бигерәк тә гөрләп торған ваҡыты ине. Гөлдәр Сабитова, Маиза Бүләкова, Зифа Вәлиева, Таңсулпан Ғарипова һәм башҡа билдәле педагогтар Учалының байтаҡ талантлы йәштәренә ҡанат ҡуйҙы.
Вокал буйынса педагогым Зифа Тайып ҡыҙына рәхмәтем айырыуса сикһеҙ. Тауышым – лирик тенор, шундай осраҡтар күҙәтелә – педагогтар тенорҙы – баритон буйынса йәки, киреһенсә, баритонды лирик тенор йүнәлешендә әҙерләй. Ә Зифа Тайып ҡыҙы, тауышымдың тәбиғәтен аңлап, мине дөрөҫ тәрбиәләне.
Ғөмүмән, Учалы музыка училищеһы киләсәгемде билдәләне, тип әйтһәм дә, яңылышмаҫмын. Бик күп башҡорт халыҡ йырҙарын, профессиональ композиторҙарҙың әҫәрҙәрен өйрәндем. Тап шул ваҡытта күңелемдә милли рух, башҡорт сәнғәте менән ғорурлыҡ тойғоһо уянды.
Уңыштар ҙа көттөрмәне – өсөнсө курстан һуң, “Ирәндек моңдары” халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсында ҡатнашып, лауреат исемен яуланым. Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Рәйсә Ғәлимуллина мине күреп, үҙенең класына саҡырҙы, шуға күрә училищены тамамламайынса, институттың әҙерлек курсына уҡырға индем.
Башта Рәйсә Ғәли ҡыҙында белем алдым. Талантлы остазым мәрхүмә булғас, Миләүшә Мортазина класына күстем. Төрлө яҡлап һәләтле, талапсан педагогта шөғөлләнгәндә, тауышымдың юғары ноталары килеп сыҡты. Әле лә яңы әҫәр өҫтөндә эшләй башлағанда, Миләүшә Ғәли ҡыҙы нимә кәңәш итер, нисек баһалар ине икән, тип уйлайым.
– 2004 йылда сәнғәт академияһын тамамлағас, Санкт-Петербург ҡалаһына Йырсылар йәрминкәһенә йүнәлдек. Мине Иваново оперетта театрына саҡырҙылар. Оҙаҡ уйлағандан һуң, тыуған яғымдан айырыла алмаясағымды аңланым.
Ҡайтҡас та, театрҙы йәки филармонияны һайлау бурысы тыуҙы. Сәхнә тәжрибәһе, репертуар туплармын тип, филармонияға өҫтөнлөк бирҙем. Музыкаль лекторийҙа эшләнем: классика, балалар йырҙарын башҡарып, көнөнә өс-дүрт концерт ҡуя инек.
Ошо дәүерҙә Башҡортостан Хөкүмәте делегацияһы составында Төркиәлә, Германияла, Францияла һәм Рәсәйҙең байтаҡ ҡалаларында ижади сәфәрҙәргә лә сығырға тура килде. 2009 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына эшкә саҡырҙылар.