+9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

ЯРАТҠАН ҺӨНӘРЕН ОЛО ҺӨЙӨҮГӘ СОРНАП ЙӘШӘЙ

Театр тамашаларын тамашасы булараҡ ҡарағанда, ниңәлер, һәр ваҡыт уның режиссеры менән ҡыҙыҡһына инем. Ҡуйылған әйберҙә режиссерҙың холҡо һәм тәбиғәте сағылыш табалыр һымаҡ ине. Баш ҡалабыҙҙа тәүгә күреп, ғүмерлеккә күңел түрендә һаҡланған спектаклдәрҙең береһе – күренекле ҡырғыҙ прозаигы Сыңғыҙ Айытматов әҫәре буйынса ҡуйылған “Юлдарым – һағышлы моңдарым” спектаклен бөгөн дә хәтергә алам. Сиселешенең ғәҙәти булмауы менән йәлеп итте. Уны 2003 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Рөстәм Хәкимов ГИТИС тамамлағанда, үҙенең диплом эше итеп сығарғайны. Театрҙа оҙаҡ ҡына йылдар барҙы ул.

Ильяс һәм Аселдең ялҡынлы мөхәббәт тарихы, бер-береһенә ҡарата ышаныс юғалтыу кемдәргәлер яңы тормош башлағанда дәрес булһа, бәғзеләр ошо уҡ тарихты ҡабатлағандыр ҙа, һуңынан үкенескә ҡалғандыр. Әҫәрҙә ниндәй генә тормош ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, өмөт барлыҡҡа ышаныу кәрәклеге темаһы ярылып ята. Автор геройҙарының барыһына ла һөйөү бөрккән, әммә берәүһен дә йәлләмәй, һәр береһенә өлөштәрен тигеҙ бүлеп биргән. Әҫәр ҡайһы телдә, ҡайһы осорҙа яҙылып, ҡасан күрһәтелһә лә үҙ көсөн юғалтмауы менән көслө икәнлеген һаман-һаман иҫбатлай. Ә режиссер эше ул ваҡытта уҡ һоҡландырҙы: беренсенән, классик әҫәр һайлауға ҡыйыулығы таң ҡалдырһа, икенсенән, үрҙәге әйтеп кителгән холоҡ күркәмлеге йәлеп итте – был спектаклде оло һөйөү менән сығарған режиссер мөкибән булып сәнғәткә ғашиҡ. Бер аҙ алғараҡ китеп, шуны ла әйтеү урынлы булыр – диплом эшенән һуң 17 йыл үткәс, инде студент түгел, ә Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, республикабыҙҙың Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Рөстәм Милләт улы Хәкимов әҫәргә ҡабат әйләнеп ҡайтып, яңы һулыш өрҙө. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ул спектакль “Ал яулыҡлы тирәккәйем” тип аталды.

Рөстәм Милләт улының шәхес үҙенсәлеген, һис шикһеҙ, үҙ юлын үҙе һайлауы һәм ошо һөнәрен ғүмере буйы оло һөйөүгә сорнап йәшәүе билдәләйҙер. Әммә әлегәсә ул күңеленең иң тәрән һәм ҡәҙерле серҙәрен әрһеҙләмәй, сабыр, күндәм йәшәй белә. Моғайын, уларҙа тик көслө рухлы башҡорт уҙамандарында ғына була торған ялҡын йәшеренгәндер. Тәҡәтһеҙ хис-тойғоларға сорналып, мәле еткәс, килеп тә сығыр һымаҡ...

Миңзифа Ғүмәр ҡыҙы һәм Милләт Ташбулат улының күркәм, татыу ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә буласаҡ режиссер.

Мәҡәләне тулы килеш журналыбыҙҙың, әле баҫылырға ятҡан, июнь һанында уҡырһығыҙ. Дуҫтар, "Тамаша"ға яҙылырға онотмағыҙ. 

Рәзилә Ырыҫҡужина.

ЯРАТҠАН ҺӨНӘРЕН ОЛО ҺӨЙӨҮГӘ СОРНАП ЙӘШӘЙ
ЯРАТҠАН ҺӨНӘРЕН ОЛО ҺӨЙӨҮГӘ СОРНАП ЙӘШӘЙ
Автор:
Читайте нас: