-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

"Хужа Насретдин мажаралары" бер кемде лә битараф ҡалдырманы

Сәхнә әҫәре өҫтөндә үҙ һөнәренең оҫталары булған команда эшләне: ҡуйыусы режиссер - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш. Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Мөсәлим Күлбаев, рәссам - Геннадий Скоморохов (Мәскәү), балетмейстер – Сәлимә Әминева (Ҡазан), алыш һәм трюктарҙы ҡуйыусы - Айҙар Закиров (Мәскәү), композитор - Василий Тонковидов (Һамар), вокал буйынса педагог Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нурия Мортазина, башҡортса тәржемә авторы – Башҡоротсандың атҡаҙанған артисы Рәмзил Сәлмәнов.

25 майҙа Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында шаулап-гөрләп «Хужа Насретдин мажаралары» спектакленең премьераһы үтте. Ул Леонид Соловьевтың «Хужа Насреддин тураһында повесть» дилогияһының тәүге өлөшө буйынса ҡуйылды.
Спектакль алдынан Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов сығыш яһаны, ул  32-се ижад миҙгеле премьераларға бай булыуын билдәне һәм театр артистарын Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне.
Ә инде тамаша иҫ киткес күңелле үтте. Актерҙар уйыны берәүҙе лә битараф ҡалдырманы.  Үҙегеҙ беләһегеҙ, Хужа Насретдин – бер урында тора белмәгән, һәр саҡ илдәр гиҙергә яратҡан шаян холҡло һәм үткер телле герой. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, кешеләр күңелендә яҡты эҙ ҡалдыра.

Сәхнә әҫәре өҫтөндә үҙ һөнәренең оҫталары булған команда эшләне: ҡуйыусы режиссер - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш. Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Мөсәлим Күлбаев, рәссам - Геннадий Скоморохов (Мәскәү), балетмейстер – Сәлимә Әминева (Ҡазан), алыш һәм трюктарҙы ҡуйыусы - Айҙар Закиров (Мәскәү), композитор - Василий Тонковидов (Һамар), вокал буйынса педагог Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нурия Мортазина, башҡортса тәржемә авторы – Башҡоротсандың атҡаҙанған артисы Рәмзил Сәлмәнов.

Актерҙар составы ла дөрөҫ һайланған. Нәғим Нурғәлин, Илсур Хәбиров, Мәғәфүр Усманов,  Рәмзил Сәлмәнов, Илнур Лоҡманов, Ринат Фәтхиев, Аида Күлбаева, Шәһит Хамматов, Вадим Ҡлысов, Зәриә Мортаева, Салауат Юлдашбаев, Гүзәл Әйүпова, Ләйсән Тимерханова, Лилиә Исҡужина, Дания Ғөбәйҙуллина, Зөлхизә Абдуллина, Әбйәлил Үтәбаев үҙҙәре сағылдырған геройҙар образдарын ысын мәғәнәһендә аса алды.  Буласаҡ актерҙар Урал Йосопов менән Линара Бәйетоваларҙы ла дебюттары менән ҡотлайбыҙ!

Тамашасы ошондай ҙа йәнле лә, күңелле лә  тамашаға һыуһағайны, ахыры. Актерҙарҙы оҙайлы алҡыштарға күмеп, байтаҡ ваҡыт сәхнәнән ебәрмәй торҙолар.

Театр коллективын уңышлы премьера һәм йәнә бер миҙгел тамамланыуы менән ҡотлайбыҙ!

"Хужа Насретдин мажаралары" бер кемде лә битараф ҡалдырманы
"Хужа Насретдин мажаралары" бер кемде лә битараф ҡалдырманы
"Хужа Насретдин мажаралары" бер кемде лә битараф ҡалдырманы
"Хужа Насретдин мажаралары" бер кемде лә битараф ҡалдырманы
Автор:
Читайте нас: