Рушанна күберәк өләсәһе тәрбиәһендә үҫә. Ә өләсәһе, Нурания Ислам ҡыҙы Вафина – оҙаҡ йылдар Дәүләкән ҡалаһының 3-сө урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән кеше. Бынан тыш, Рушаннаның атаһы – Юрий Комков, телевидение режиссеры һәм әсәһе, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева тормоштарын китапһыҙ күҙ алдына ла килтермәй.
Мәктәптәге дәрестәрҙән һуң бәләкәй Рушаннаның өйгә ҡайтыу юлы һәр көн Өфөләге 1-се һанлы балалар китапханаһы (бөгөн ул китапхана урынлашҡан йорт – Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейы) аша үтә. Бала өсөн китап – донъяны танып-белеү, уны үҫтереү сығанағы булараҡ, тормошта мөһим роль уйнауын беҙ, китап уҡып үҫкән быуын, белмәй тиме һуң?! Телмәр оҫталығы, мәҙәни, әхлаҡи тәрбиә, тәбиғәткә, тиңдәштәреңә, эргә-тирәләге бүтән кешеләргә дөрөҫ мөнәсәбәт тәрбиәләүсе, үҫтереүсе лә китап ине. Рушанна мажараларға бай әҫәрҙәр эсендә йәшәргә, геройҙар менән аралашырға, хатта үҙен шулар урынына ҡуйып, был осраҡта, былайыраҡ эшләр инем, тип бәхәскә лә ингән саҡтары була. Һәм, моғайын, ошо геройҙар уҡыусы баланың күңел түрендә йәшәп кенә ҡалмаған, ә тап Рушаннаның үҙе тарафынан сәхнәгә сығырға әҙер булыуҙары уны сәнғәт юлына илткәндер. Өфө сәнғәт институтында Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рифҡәт Исрафилов курсында уҡый. Унан һуң Мәскәүҙә Рәсәй театр сәнғәте институтында – ГИТИС-та ситтән тороп белем ала.
Йөҙөнә изгелек һыҙаттары уйып яҙылған, нескә, шул уҡ ваҡытта моңһоу ҡарашлы актриса хаҡында ижади портрет тыуҙырыу өсөн уның тормош һәм ижад юлын белеү генә етмәгәнлеген яҡшы аңлайым. Бында уның тормошҡа ҡарашы, әйләнә-тирәләге кешеләр менән бәйләнеше, хатта уй-кисерештәре лә әһәмиәтле. Актриса таланты тәүге һүҙенән аңлайышлы һәм ап-асыҡ булып тамашсыға етә алыуы ла мөһим: 1995 йылда Милли йәштәр театрында ҡуйылған Мостай Кәримдең «Салауат. Өн ҡатыш ете төш» әҫәре буйынса «Салауат» трагедияһында (реж. А.Нәҙерғолов, рәссам – О.Ғималетдинова, композитор – С.Низаметдинов, балетмейстер – Р.Ғәбитов) – Ану роле. Әйтеп үтеү урынлы булыр: был әҫәр менән театр ғына абруй ҡаҙанманы, спектаклдә уйнаусы артистар Рәсүл Ҡарабулатов, Рушанна Бабич, Азат Йыһаншин һәм Фирҙәт Ғәлиев Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаттары исемен алды. Ә йәш актриса Рушанна Бабичтың театрҙа эшләй башлаған ғына йылы бит әле!
Үҙе тураһында бик үк асылып һөйләргә яратмаған ижад кешеләре исемлегендә Рушанна Бабич та бар, тиһәм, арттырыу булмаҫ. Әңгәмәсемдең үҙенә генә ҡағылышлы һорауҙарымды урабыраҡ йәки боролоп үтергә тырышыуы ғәжәп күренһә лә, уның ролдәр, сәхнә әҫәрҙәре, режиссерҙар һәм яратҡан театры хаҡында онотолоп һөйләүе аша актрисаны тасуирлап ҡарайыҡ.
Ошо урында замандаштарыбыҙ бай биографиялы театр актеры Зәйтүнә Бикбулатованы иҫкә төшөрөр. Режиссер Булат Йосопов һәм уның ижади командаһы төшөргән «Беренсе Республика» фильмында янып торған зәңгәр күҙле, ҡыйыу, һылыу, һомғол буй-һынлы, ярһыу йөрәкле, бай күңелле (был сифаттар тулыһынса Рушанна Бабичта бар!), әммә ауыр яҙмыш һынауҙары кисергән актриса Зәйтүнә Бикбулатова ролен Башҡортостандың халыҡ артисы Рушанна Бабич уйнаны. Был роль аша Рушанна Бабичтың рух ныҡлығын, үҙ-үҙенә ышанысын тамашасы баһаланы һәм уның талантының ни тиклем тәрәнлегенә тағы бер тапҡыр һоҡлана алды. Үрҙә телгә алып кителгәнгә өҫтәп, актрисаның театрҙағы тәүге ролдәре лә быны иҫбатлай: А.П.Чеховтың «Чайка»һында – Нина Заречнаяны ғына алайыҡ. Был роль өсөн актриса 1997 йылда «Театр яҙы» фестивалендә «Өмөт» премияһына лайыҡ була. Артабан М.Булгаковтың «Яртаҡыл Журден»ында – Люсиль, Н.Асанбаевтың «Ҡыңғырау сәскә»һендә – Гөлдәр, Н.Ғәйетбайҙың «Ауылға ҡыҙҙар килде» комедияһында – Кинйәбикә, «Студенттар»ында – Хәкимә, М.Кәримдең «Ҡыҙ урлау»ында – Маһибәҙәр, «Йәләлетдин атай»ында – Кәлбинур, М.Буранғоловтоң «Шәүрә»һендә – Баныу, Р.Эрдурандың «Бүләк»ендә – Актриса, И.Әлмөхәмәтовтың «Алыҫ та яҡын да түгел»ендә – Гөлнур, Т.Джюдженоглуҙың «Ҡорон»онда – Акушерка, Т.Ғарипованың «Ғилмияза»һында – Хазина, Т.Миңнулиндың «Йәнкиҫәккәйем»ендә – Шүрәлинә, һ.б. Был ролдәр актрисаны Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә юғарыраҡ үҫтерҙе һәм уның ҡайһы жанрҙа ла ышаныслы уйнай алыуын, сағыу актриса икәнлеген иҫбат итте. Ошо театрҙа ғына дүрт тиҫтәнән ашыу ролдәр сыҡҡан һәм уларҙың күбеһе бөгөн дә тамашасы күңелендә иң яратҡандары булып ҡала килә. Бынан тыш, актрисаға Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары менән бер сәхнәлә уйнап, уларҙан да оҫталыҡ дәрестәренә өйрәнеү бәхете тейә.
Артабан яңы персонаждар, яңы режиссерҙар... 2021 йылда Башҡортостандың халыҡ артисы, режиссер Азат Нәҙерғолов сит ил авторы Нил Саймон әҫәре буйынса «Яҙмышымдың икенсе бүлеге» трагикомедияһын ҡуйҙы. Төп ролдәрҙең береһе Дженни Мелоун образын Рушанна Бабич сығарҙы. Дженни Мелоун – актриса. Тормошондағы бәхетһеҙлектәренә үҙе генә ғәйепле икәнлеген аңлау мәленә еткәс, ул донъяға ысынбарлыҡ итеп ҡарай башлай. Юлына күңеленә оҡшаған кеше (Джордж – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмзил Сәлмәнов) осрағас, Дженни үҙенең көсһөҙлөгөн оло көс кимәленә еткереп, бәхетле булыу мөмкинлеген ҡулынан ысҡындырмаҫ өсөн барыһын да эшләй. Эйе, ҡайһы ваҡыт уның ҡылыҡтары сәйерерәк тә булып ҡуя, әммә улар алға ҡуйылған маҡсат хаҡына эшләнгәнен Рушанна Бабич героиняһы иҫбат итә ала. Яҙмышының икенсе бүлеген яҙған осор Дженниҙың түҙемлеген дә һынай. Актриса ҡапма-ҡаршылыҡтар сигендә баланс тота алды, һәр ым-ишара, интонацияһы өҫтөндә ысынлап эшләүен күрһәтте һәм тамашасыны бер үк ваҡытта көлдөрҙө, шунда уҡ илап алырға ла мәжбүр итте. Күңелдән-күңелгә түгелер серен бары һөйгәненә еткереүгә өлгәште. Был спектаклде ҡараусылар ҡатын-ҡыҙҙың тулҡынландырғыс яҙмышына тетрәнде лә, һоҡланды ла. Һәм был тойғолар бик оҙаҡҡа хәтерҙә ҡаласағына иманым камил. Режиссер оҫталығына тулыһынса бирелеп ижад иткән команда һис шикһеҙ бик күп йылдар зал тулы тамашасы йыйыр әле. Ә яратҡан актрисабыҙ Рушанна Бабич быға тиклем өлгәшелгән еңеүҙәрендә туҡталмай, тамашасыһын таң ҡалдырыуын дауам итә. Сөнки ул һәр образын нығытып, деталдәрен теүәл йыя белгән оҫта. Ошо үргә килеп еткәс, ул үҙен дәүләт эшмәкәре итеп тә күрһәтте. Әммә ҡайҙа, кем генә булып эшләһә лә, ул ата-бабалары рухына оло ихтирам йөрөтөп, сәнғәт, мәҙәниәт өлкәһенә яңы идеялар менән, халҡыбыҙ мираҫы, теле үҫешенә үҙ өлөшөн индерер кеше булып ҡаласаҡ.
Рәзилә Ырыҫҡужина
"Тамаша", №2-2022 й