-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Күңеле менән яратып эшләгән эшендә бәхетле ул

Башҡортостан телевидениеһының «Тамыр» балалар телеканалында бал ҡортондай егәрле кешеләр эшләүе халҡыбыҙ сәнғәтенә, мәҙәниәтенә битараф булмаған һәр кемгә лә мәғлүм. Тылсымлы тапшырыуҙары менән республикабыҙ балаларының рухи донъяһын байытҡан, баш ҡалабыҙҙың һәләтле балалары ҡатнашлығында бик күп ихтирамға лайыҡ эштәр башҡарған «Тамыр»ҙа күкрәгенән ҡоштар осороп, илһамлы хеҙмәт алып барыусылар араһында бөгөнгө әңгәмәсем дә бар. «ӘЮЯ ҡаласығы», «Портрет», «Бишек» кеүек балаларҙың яратҡан телетапшырыуҙарына әйләнгән тағы ла бик күп проекттар авторы Гөлназ Рафаэль ҡыҙы Ишемғолованың ҡыҙыҡлы ла, серле лә күңел донъяһына сәйәхәт ҡылайыҡ әле - 

Ҡайһы ерҙең һыуын эсеп, илһам тиреп үҫкән ҡыҙ һин, Гөлназ? Оло юлға алып сыҡҡан һуҡмаҡтарың ҡайҙан башланды?

– Әсәйем һөйләүенсә, 1975 йылдың ноябре ғәләмәт ныҡ һыуыҡ булған, ҡыш та иртә килгән. Бына шундай билдән көрт баҫҡан буранлы ноябрҙә Күгәрсен районы Теләүембәт ауылында тыуып үҫкәнмен дә инде мин.⠀

«Ҡыҙым, атайың беҙҙе, Подгорное ауылындағы бала табыу йортонан өйгә тиклем, ауылда Мәхмүт абзый алған иң беренсе Жигулиға ултыртып алып ҡайтты. Ҡыҙымды ла, үҙеңде лә ҡәҙерле генә итеп алып ҡайтайым әле, тине. Эй ҡыуандым атайыңдың шул һүҙҙәре өсөн», – тип әле лә һөйләп ала әсәйем. Ысынлап та, ғүмер буйы үҙемде ҡәҙерле һәм аяулы бала итеп тойғаным өсөн яҡындарыма гел рәхмәтлемен. Бала сағымдың ҡайһы мәлен генә иҫкә алһам да, гел ҡыуаныу-һөйөнөс менән хәтергә төшөрәм.

Күрше Тәүәкән ауылында йәшәгән олатайым менән өләсәйемдең беренсе ейәнсәре булғанғалыр ҙа, иркәләү-яратыу самаһыҙ күп эләкте. Бына әлегеләй күҙ алдымда ÷ олатайым бал айырта, ә мин бармағым менән бал тәмләйем. Уҫал ҡорттарҙан сағыла-сағыла. Анау ҡоромағыр ата ҡаҙҙан күпме эләкте, ни тиклем үҙенән алыҫ торорға тырышһам да, тәки болдор аҫтына ҡыуып керетеп суҡып ҡуйҙы.

Их, һағындыра шул мәлдәр! Урындыҡта теҙелешеп сәй эскән, алмағастың иң йәйенке ботағына олатайым һике эшләп биргәйне, шунда һылыуҙарым менән аяҡ болғап, Һарытүште ҡосаҡлап менеп ултырған мәлдәр...

Теләүембәт менән Тәүәкән араһын йә «Урал» мотоциклында, йә тура юлдан туғай аша ат арбаһында, ә ҡыш көнө буран уйнатып, әсе елдәр менән уҙыша-уҙыша, оло, ҡалын толопҡа уранып, артлы санала ҡәҙерле генә булып ултырып нисә тапҡыр ураныҡ икән олатайым менән?!

Эшем буйынса Башҡортостаныбыҙҙың күп райондарында командировкала йөрөргә тура килде, әммә ҡайҙа ғына барһам да, үҙебеҙҙең Теләүембәт ауылына еткән ер осратҡаным булманы. Хәйер, һәр кемгә үҙ тыуған ере яҡындыр инде! Ауылымдың кешеләре лә матур. Итәғәтлеләр. Ярҙамсылдар. Ауылымдың бер яғынан буйҙан-буйға һуҙылған тауҙар, икенсе яғында селтерләп кенә Наҡаҫ йылғаһы аға. Йылдар аяуһыҙ бит, тауҙарҙы теҙ сүктерә алмаһалар ҙа, Наҡаҫыбыҙҙы һайыҡтырҙылар. Беҙ бәләкәй саҡтарҙа өлкән абзыйҙар ат йөҙҙөргән йылғабыҙ хәҙер тауыҡ кисмәле генә. Шулай ҙа, яҙ етеп боҙҙан әрселгәс, элекке ҡеүәтле саҡтарын иҫкә төшөрөп ярҙынан ташып сыға әле ул.

Улдарым бәләкәй саҡтан барлыҡҡа килгән матур йолабыҙ ҙа бар беҙҙең. Ауылға ҡайтҡан һайын, нисек тә ваҡыт табып, тауға менәбеҙ, күмәкләп Наҡаҫ йылғаһына барып киләбеҙ.

Атайым, Хәсәнов Рафаэль Ноғман улы, хаҡлы ялға сыҡҡансы оҙаҡ йылдар колхозда электрик, комбайнсы, тракторсы, шофер, инкубатор операторы, моторист, мәктәптә хужалыҡ мөдире булып эшләне.

Әсәйем, Гөлминур Мәхәмәт ҡыҙы, үҙенең хеҙмәт юлын белем өлкәһенә бағышланы, 35 йылдан ашыу ғүмерен мәктәптә балаларға тәрбиә биреүгә арнаны. Теләүембәт урта мәктәбендә физкультура дәрестәре алып барҙы, уҡыусыларҙа спортҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләне, хаҡлы ялға сыҡҡансы мәктәп интернаты мөдире вазифаһын башҡарҙы. Ләйсән һылыуым менән икебеҙҙе лә маҡсатлы итеп, эшкә һөйөү тәрбиәләп үҫтергәндәре өсөн бөгөн дә рәхмәтлемен ҡәҙерлеләремә.

Бер ваҡытта ла, «шулай эшлә, былай эшлә» тип артыҡ аҡыл өйрәтмәнеләр, «кәрәк икән, тот та эшлә», тинеләр. Мотоциклда йөрөргә лә, һыйыр һауырға ла бәләкәй кластарҙа уҡығанда уҡ өйрәндем. 7-се класты бөткәс, атайыма комбайнда ярҙамсы булып эшләнем. Эй оҡшай ине миңә комбайнда йөрөүе. Бейектән бөтә нәмә икенсе төрлө күренә бит.

Бер тапҡыр баҫыу буйлап китеп барабыҙ, атайым «мә, йөрөтә тор, хәҙер киләм» тине лә, яй ғына китеп барған комбайндың баҫҡысынан һикереп төштө лә китте. Ҡурҡыуымды бер йоҙроҡҡа йомарлап, апаруҡ ҙур ғына баҫыуҙы бер әйләнеп сыҡтым бит. Иң ҡыуандырғаны, 1 сентябрҙә үткән мәктәп линейкаһында, йәй буйы баҫыуҙа эшләгәнем өсөн тәүге эш хаҡымды – 98 һум аҡса бирҙеләр һәм хәтәр матур ғына күбәләкле футболка бүләк иттеләр.

Ә инде үҙебеҙҙең ауыл мәктәбендә алған белемемде артабан Башҡортостандың иң билдәле уҡыу йортонда, Өфө ҡалаһында, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында дауам итеүемде тормошомдағы иң ҙур уңыштарҙың береһе, дөрөҫ ҡабул иткән ҡарарым тип һанайым. Бер-береңә ярҙам итеү, ауыр ваҡытта иптәшеңә иңеңде ҡуя белеү, төрлө ситуацияла ла берҙәм булыу – мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәгәндә алған был һабаҡтар оло тормош юлына аяҡ баҫҡанда ныҡ ярҙам итте беҙгә.

Ошо юлдан ышаныслы, баҙыҡ аҙымдар менән артабан Башҡорт дәүләт университетына юл алдым. БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында уҡыу миңә иң яҡшы уҡытыусыларҙан алған ныҡлы белем генә түгел, тоғро дуҫтар, күңелле мәлдәр ҙә бүләк итте, хыялдарҙың тормошҡа аша икәненә ышандырҙы.

4-се курста уҡып йөрөгәндә Башҡортостан телевидениеһында яңы ғына асыласаҡ «Балҡыш» тапшырыуын алып барыусыларға кастинг үтә икәнен ишетеп ҡалдым да, үҙемде һынап ҡарарға булдым. Ирештем маҡсатыма! Шулай итеп, оло телевидение донъяһына мин тап ошо тапшырыу аша керҙем тиһәм дә була. Бөгөнгө көндә мин тәүлек әйләнәһенә эшләгән, үҙенсәлекле проекттар сығарған, бөтә Рәсәйгә танылған ҡеүәтле «Тамыр» телеканалында эшләйем. Һәр ваҡыт үҙегеҙгә ышанығыҙ, тип әйтергә теләр инем! Был тормошта мин дә иң нығы – үҙемә һәм эске һиҙемләүемә ышанам.

 

Алдыңа ҡуйған йәшлек маҡсаттары ниндәй ине? Улар тормошҡа аштымы? Әллә яҙмыш елдәре икенсерәк тарафтарға иҫтеме?

– Яҙмыш елдәре миңә ҡарата мәрхәмәтле булды. Тормошомда ниндәй генә ваҡиға булһа ла, мин һәр саҡ уларҙың үҙемә ҡарата ыңғай яҡтарын күрә белдем, кәрәк икән, яҙмыш елен үҙемсә буйһондорҙом. Йәшлек маҡсаттарына килгәндә, уларҙың бөтәһенә лә ирешергә мөмкин дә түгелдер, әммә, минеңсә, кешенең төп маҡсаты – ниндәй генә хәлдә лә үҙ-үҙеңде юғалтмау. Кемгәлер оҡшарға тырышмайынса, үҙең булып ҡала белеү.

Бәләкәйҙән яҙышырға яраттым. Бала сағымдың сағыу хәтирәләренең береһе – «Башҡортостан пионеры» гәзитендә сыҡҡан иң тәүге шиғырымдыр, моғайын. О! Ул ваҡыттағы минең шатлығымды күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Шул тиклем иҫ китмәле ҙур һөйөнөс ине ул! Ошо иҫтәлекле көндән алып миңә гәзит-журналдарға һөйөү, уҡыу ене ҡағылды тиһәм дә була. Баҫма матбуғатты уҡымаған кешене бөтөнләй аңламайым, нисек инде үҙеңде шул тиклем рухи ләззәт алыуҙан мәхрүм итергә мөмкин?!

Шулай уҡ, мин «Башҡоростан пионеры» гәзитенең йәш хәбәрсеһе лә булдым. Хатта 1988(89) йылда Өфөлә үткәрелгән «Башҡортостан пионеры» гәзите йәш хәбәрселәренең IV республика слетында ҡатнаштым. Ошо слетты асҡанда йәш хәбәрселәргә «Мөрәжәғәт» менән сығыш яһау бәхете лә тейгәйне миңә.

Әлбиттә, артабан яҙышыуымды Өфөлә гимназия-интернатта уҡыған йылдарымда ла дауам иттем. Беҙҙең «Г» класы тотошлай тиерлек яңы килгән уҡыусыларҙан тора ине, үҙебеҙ шул тиклем дәртле, төрлө байрамдарҙа, ярыштарҙа дәррәү ҡатнашабыҙ. Хатта 11-ҙә уҡығанда, бөтә класс менән режиссер Рәис Исмәғилевтың Рәми Ғарипов ижадына арналған «Һабантурғай йыры» фильмында төштөк. Миңә Рәми Ғариповҡа арнап ижад иткән шиғырымды уҡыу бәхете тейҙе.

Мәктәпте тамамлағанда мин тәфтишсе һөнәрен һайларғамы, әллә журналист булырғамы, тигән һынау алдында ҡалдым. Ике һөнәр ҙә миңә шул тиклем оҡшай ине. Әммә яҙмыш үҙенсә хәл итте, имтихандарҙы яҡшы тапшырып, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға индем. Уҡытыусы һөнәре лә оҡшай ине миңә, шулай ҙа был һөнәрҙе һайлауҙа әсәйемдең: «Журналист менән тәфтишсе һөнәре ҡурҡыныс, уҡытыусы бул, балам», – тигәне лә йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Һәр хәлдә мин бөгөнгө көндә һис нигә лә үкенмәйем. Дөрөҫ һайлағанмын һөнәремде. Тапшырыуҙарға, концерттарға сценарийҙар яҙғанда университетта алған белемем – минең төп ярҙамсым.

Бигерәк тә быға «ӘЮЯ ҡаласығы» тапшырыуын төшөргәндә инандым. Мәктәптә уҡытыусы булып эшләмәһәм дә, Хәрефбикә, Өнбай менән бергә зәңгәр экрандар аша кескәйҙәргә, уларҙың атай-әсәйҙәренә туған телебеҙҙең кәрәклеген һәм матурлығын аңлатып еткерә алғанбыҙҙыр, тим. Әсәй-өләсәйҙәрҙең, тәрбиәсе-уҡытыусыларҙың: «Һеҙҙең тапшырыуҙарығыҙҙы ҡәләм, ҡағыҙ кеүек көтөп алабыҙ», – тигәндәренә нисек ҡыуанмайһың!

Бөгөнгө көндә ауыҙ тултырып әйтә алам, журналистика – ул минең мәңгелек мөхәббәтем. Күңелем менән яратып эшләгән эшем.

Бөгөнгө көндә ниндәй ҡыуаныстар, оло һәм кесе маҡсаттар менән ҡанатланып йәшәйһең?

– Кеше үҙ тормошонда төрлө этаптарҙы үтә. Абынып-һөрөнөпмө, ҡоштай ҡанатланыпмы, һәр көнөнөң тәмен белеп яйлап ҡынамы – барыһы ла үҙенән тора. Аллаға шөкөр, атай-әсәйем, өләсәйем, ғаиләм, туғандарым иҫән-һау. Улдарым бәләкәй саҡта «эх, ҡасан тиҙерәк үҫәләр инде», тип уйлай торғайным, ә хәҙер бәләкәй саҡтарын һағынам. Улдарым ир ҡорона етте, тормошҡа ҡараштары ла минекенән күпкә айырыла.

– «Әсәй, күп осраҡта һин үҙең юҡ ҡына проблема өсөн үҙеңде ашайһың», – тип аҡыл да өйрәтеп ебәрәләр. Тормош иптәшем Авзал Әлфир улы менән иңгә-иң терәп, бер-беребеҙҙе ҡәҙер итеп йәшәүебеҙгә 22 йыл. Бөгөн мин һәр көнөмә рәхмәтле булып йәшәйем. Һәр көнөмдән ҡәнәғәтмен. Яҡты көндәрем, айлы төндәрем, үкенестәрем, шатлыҡтарым менән ҡәнәғәтмен. Улар мине көслө, наҙлы, сабыр, аҡыллы ҡатын яһаны. Бына шулай. Тырыша-тырмаша тормошомдоң һәр миҙгеленән ҡәнәғәт булырға өйрәнәм. Йәшермәйем, иҫ киткес ауыр эш. Әммә шуны аңлау кимәленә үҫеп етеүем менән ҡәнәғәтмен.

Арыҫлан улым көтмәгәндә беҙҙе аптыратып армияға киткәс, бөтәбеҙ ҙә шаңҡып ҡалған һымаҡ булдыҡ. Шул бер йыл эсендә мин көндәрҙең шылмай бер урында тора торған ғәҙәте бар икәненә һәм төндәрҙең ни тиклем эс бошорғос булыуына инандым. Хатта ошондай шиғыр юлдары яҙҙым:

Быйылғы йыл шундай оҙаҡ...

Үтмәй һаман.

Һәр бер көнө йылға тиң,

Ҡалай яман.

Быйылғы йыл бәҫен белеп

Атлай яй ғына.

Күпме генә ҡыуһам да

Бара үҙ яйына.

Быйылғы йыл шундай оҙаҡ...

Аллаға шөкөр, әлеге көндә улым илебеҙ алдындағы бурысын лайыҡлы үтәп, өйҙә, яныбыҙҙа. Ошо бәхет, ҡыуаныс түгелме ни?! Әйткәндәй, бына кисә генә Нурсолтан улыма шул тиклем рәхмәтле булдым. Киске ашты ашатҡас, «бөгөн ауыр көн булды, башым ауыртып китте хатта», тип иремә һөйләгәнде ишеткән улым, – «әсәй, бар һин ят, ял ит, һауыт-һабаны үҙем йыуам», тине. Шул хәтлем ҡыуандым, һауыт-һаба йыуыуҙан азат иткәненә түгел, ә улымдың шулай кешелекле булғанына.

Ә маҡсаттарға килгәндә, кеше бер ваҡытта ла маҡсатһыҙ, хыялһыҙ йәшәй алмайҙыр ул. Маҡсатһыҙ кеше – ҡанатһыҙ ҡош, елкәнһеҙ карап, торбаһы ҡыйшайған өй кеүек. Мәғәнәһеҙ, буш тормош кисереүҙән Хоҙайым үҙе һаҡлаһын. Маҡсаттарға нисек итеп ирешеүең дә үҙеңдән тора. Иң мөһиме, ниндәй генә хәлдә лә кеше булып ҡалырға кәрәк.

«Бәйләнештә» сайтындағы «Мөхәббәтле миҙгел», «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы» төркөмдәренә бешергән тәмлекәстәремдең рецептарын, фотоһүрәттәрен ҡуя башлағас, Башҡортостаныбыҙҙың төрлө төбәктәрендә йәшәүсе апай-һылыуҙарҙан бик йылы хаттар ҡабул иттем. Яҙмаларымда ҡоро рецепт ҡына түгел, ниндәйҙер фәһем бирергә тырыштым. Бәлки шуғалыр ҙа, яҙғандарымды оҡшатып, хатта айырым китап сығарырға тәҡдим иттеләр.

Шулай итеп, «ӘСӘЙ, БЕРӘЙ ТӘМЛЕКӘС БЕШЕР ӘЛЕ!» тигән сағыу китап донъя күрҙе. Был китапты сығарырға ярҙам иткән дуҫтарыма оло рәхмәтлемен! Был китабымды әле лә йыш һорайҙар, тағы ла тулыландырып яңынан баҫтырғым килә. Әлегә алда торған маҡсаттарымдың береһе был.

Ижади уңыштар бер кемгә лә еңел бирелмәй. Шулай ҙа һәр кемде яурындарҙы яҙып ғорурландырған иң яҡын, иң тәмле уңыштары була. Шулар тураһында бәйән итһәң ине.

– «Тамыр» балалар телеканалында эшләүемә быйыл 24 йыл була. Тап «Тамыр»ҙа эшләүем менән үҙемде ныҡ бәхетлемен тип һанайым. Беҙҙең ихлас коллективыбыҙҙа шул тиклем йылы мөхит, ижад итеүгә бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Балалар менән эшләгәнгәме икән, һәр береһенең йөҙөнән нур бөркөлөп торған кеүек. «Тамыр» – ул минең өсөн ижад майҙаны. Эшемде күреп, хуплап торған етәксебеҙ Гөлназ Фәрит ҡыҙы Ҡолһаринаға айырыуса ҙур рәхмәт. Алдынғы ҡарашлы, һәр саҡ алға ынтылған һәм беҙҙе лә үҙ артынан әйҙәгән, ел-дауылдарҙан ҡурсалап ҡалған етәксе ҡулы аҫтында эшләүе күптәргә тәтемәй. Аллаға шөкөр, эштәремде күреп, баһалап торалар. 8 йыл рәттән йыл да яҙ һайын үткәргән «Тамыр» концерттарына, башҡа күп төрлө концерттарға сценарийҙар яҙыуҙы ышанып тапшырғандары өсөн дә рәхмәт. Режиссерҙарым Ләйсән Солтанғолова, Айгөл Малбаева, Альбина Йосоповалар менән эшләүе – йән рәхәте. Бергә-бергә бик күп матур тапшырыуҙар барлыҡҡа килтерҙек.

Режиссер Айгөл Малбаева менән бергә эшләгән «Этнолайк» тапшырыуының Мәскәүҙә үткән «Федерация» IVБөтә Рәсәй телевизион конкурсының «Ата-бабалар теле» номинацияһында еңеүе, Ләйсән Солтанғолова менән эшләгән «ӘЮЯ ҡаласығы» тапшырыуы өсөн Башҡортостандың Мәғәриф министрлығы тарафынан Почет грамотаһы һәм башҡа бик күп Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләүҙәре күңелемде үҫтерҙе. Ә инде 2019 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булыуым –яратҡан эшемде тағы ла яратып башҡарырға этәргес бирҙе.

Мин үҙем эшләгән бөтә проекттарҙы ла яратам. Әммә бына ошо өс проект: «ӘЮЯ ҡаласығы», «Портрет», «Бишек» тормошомда ниндәйҙер һынылыштар мәлендә барлыҡҡа килеүҙәре һәм миңә яңы көс, һулыш, дәрт-дарман биреүҙәре менән айырыуса ҡәҙерле һәм яҡын.

«Портрет» тапшырыуына төшөргәндә яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллина шундай матур фекер әйтте: «Һәр кемдең үҙ яҡшыһы була. Бәлки, башҡа кешегә ул оҡшап та етмәйҙер, әммә ул – һинең яҡшың!»

Ижад кешеһенең мажаралы эш дәүере ҡыҙыҡлы ла, ҡыуаныслы ла, ҡыҙғаныс та ваҡиғаларға, осрашыуҙарға бай була. Хәтереңдә иң уйылып ҡалғандары менән уртаҡлашһаң ине.

– Ни эшләп шул тиклем инәлтәһең, Мәхәмәт? Бала бит ҡасандан бирле яныңда урала.

– Балаға һөйләй торған хәбәр түгел ул, юҡ менән булмағыҙ! Тапҡандар ҡыҙыҡ...

Урындыҡта аяҡ бөкләп, тәмләп кенә сәй эсеп ултырған ерҙән, олатайым сәйен эсеп бөтөр-бөтмәҫтән кәсәһен ҡуя ла, ишек алдына сығып китә. Һораулы ҡарашымды өнһөҙ генә өләсәйемә төбәйем. Ҡатҡыл ғына йомшаҡ ҡулдары менән өләсәйем арҡамдан дөпөлдәтеп яратып ала ла:

– Йә, йә, ҡыҙым, күңелһеҙләнмә, олатайыңдың кәйефе юғыраҡтыр. Яратмай бит ул һуғыш тураһында һөйләргә. Әҙерәк тынысланғас, яңынан әйтеп ҡарарбыҙ.

Ысынлап та, олатайым һуғыш тураһында һөйләргә яратманы…

7-се класта уҡығанда, каникулда күрше ауылда йәшәүсе олатайым менән өләсәйемә ҡунаҡҡа килеп, өс көн олатайымдың янында ручка менән дәфтәремде тотоп туҡтауһыҙ уралып, көскә әҙерәк һөйләтеп алғанымды иҫләйем әле.

Беләһегеҙме, журналист булараҡ, кемдәр менән генә аралашырға, ниндәй генә теле- һәм радио тапшырыуҙар эшләргә тура килмәне. «Портрет» тапшырыуына килгән һәр бер геройҙың бөтә яҙмышын йөрәк аша үткәреп, илаған мәлдәрендә үҙем дә һиҙмәҫтән, ҡушылып илап ултырған ваҡыттар ҙа булманы түгел.

Әммә олатайым, Күгәрсен районы Тәүәкән ауылында йәшәүсе Ғафаров Мәхәмәт-Юлдашбай Абдулҡасим улы тураһындағы яҙмамды иң ҡәҙерлеһе тип һанайым. Әлдә генә шул мәлдә ныҡышып, олатайымдың артынан ҡалмай йөрөп яҙып алғанмын! Аҙаҡ ошо иҫтәлек районыбыҙҙың «Хеҙмәткә дан» гәзитендә, Күгәрсен районы Тәүәкән ауылы тураһындағы китапҡа ла инеп китте.

Шулай уҡ, 2020 йылда «Тамыр» телеканалы һәм «Әсә йөрәге» әсәләр советы төбәк ойошмаһы менән берлектә ойошторолған «Бишек» асыҡ республика конкурсы үтте. Бик матур, йылы, кешелекле конкурс булды ул. Беҙҙең ижади команда финалға үткән таланттар тураһында матур фильмдар төшөрҙө. Өс ай дауамында Башҡортостаныбыҙҙы арҡылыға-буйға гиҙеп, Күгәрсен, Хәйбулла, Борай, Ишембай, Бөрйән, Бүздәк, Туймазы, Учалы, Бишбүләк райондарында, Өфө, Яңауыл, Кумертау ҡалаларында «Бишек» конкурсының финалистары менән бишек бәүелттек.

Ҡатнашыусыларыбыҙ менән һәр ваҡыт бер тулҡында булдыҡ. Шул тиклем уларҙың «Бишек»тә яратып ҡатнашҡандары күренеп тора ине. Кемдер торт, бәлештәренең өҫтөн «Бишек» тип биҙәһә, ҡамырҙан сәңгелдәктә ятҡан бәпәйҙе һынландырһа, оҫталар бишек ситтәренә конкурсыбыҙҙың эмблемаһын һырлап эшләгәйне, ә бәғзеләр алъяпҡыс, яулыҡтарына хатта бишек һүрәтен төшөргәйне!

Нуғай ауылынан Һағынбаевтар ғаиләһе «Тамыр»ыбыҙға арнап груша ағасы ултыртты һәм уға Тамыр тигән исем бирҙе. Ә инде Учалынан Зөбәйҙә һәм Зиннур Ҡәләмовтар «Бишек» проекты артабан да үҫешһен тип ҡорбан салдырған. Бына ошондай матур кешеләргә нисек һоҡланмайһың инде!

Һәр кешенең йәшәүгә илһам биргән хыялы, маҡсаты бар. Кеше шуға ынтыла. Ул яуланғас, яңы маҡсат барлыҡҡа килә. Әлеге мәлдә алдыңа ниндәй маҡсат ҡуйып йәшәп, ижад итәһең?

– Бәхетле булырға. Кемдер ҡайһылай баналь яуап, тиер. Ә һеҙ беләһегеҙме, ошо ике һүҙ эсенә ниндәй оло мәғәнә һыйған. Улдарымдың ныҡлап аяҡҡа баҫып, тормошта үҙ урындарын тапҡандарын күреп ҡыуанырға, һәр яҡтан да уларға, атай-әсәйҙәребеҙгә терәк булырға. Ошолар иң мөһиме, ҡалғаны бары үҙ яйына үтәлә торған тормош мәшәҡәттәре генә.

Шулай ҙа, иң мөһиме, күңел тыныслығы кәрәк кешегә. Шунһыҙ ауыр йәшәүе. Күңел тыныслығын юғалтҡан кеше эстән үҙен бөтөрә. Юҡ-барға, эштәге проблемаларға, йәнеңде көйҙөргән, мәңге бөтмәҫтәй тойолған көнкүреш мәшәҡәттәргә үҙеңде ҡорбан итмәҫкә өйрәнергә кәрәк.

Кәйефеңә башҡалар түгел, үҙең хужа булырға тейешһең. Берәйһе һине тыныс ҡына барған тормош һуҡмағынан этеп-төртөргә теләгәндә, үҙеңдән һора: «Ни өсөн мин үҙемде кәмһетергә юл ҡуям, ул минән нимәһе менән өҫтөнөрәк?»

Беләһегеҙме, был тормошта бөтә кешене лә Хоҙай тиң итеп яралтҡан. Тик кешеләрҙә мин-минлелек тойғоһо көслө, шуға саманан сығып китеү ҡайһы берәүҙәр өсөн бер ни тормай. Әммә барыһы ла ваҡытлы һәм тормош бөтә кешене лә үҙ урынына ултырта.

Һәм тағы ла... Был донъяла бер нәмә лә бушҡа эшләнмәй. Беҙ һиҙмәйбеҙ генә, ә бит тормошобоҙҙа булған бөтә хәл-ваҡиғалар, көтөлмәгән осрашыуҙар күптән күктәр тарафынан үҙ-ара күҙгә күренмәгән ептәр менән бәйләнгән. Мәле етһә, шул ептәр бер төйөнгә төйнәлә лә ҡуя.

Шундай матур әңгәмә өсөн рәхмәт һеҙгә, Гөлназ Рафаэль ҡыҙы. Журнал уҡыусыларыбыҙға, кешеләргә әйтергә, еткерергә теләгән, фәһем булырҙай йомғаҡлау һүҙен дә әйтһәгеҙ ине?

– Күңел үпкәләмәһен...Эш, донъя, ғаилә тип сабып күп осраҡта үҙебеҙҙең күңел торошобоҙҙо онотоп китәбеҙ. Көндән-көн күнегелгән мәшәҡәттәр баш особоҙҙа өйөлөп торған мәлдә, ниндәйҙер күңел тураһында уйлауы хатта көлкө лә кеүек. Ат кеүек сабабыҙ ҙа сабабыҙ, эләгеп-һөрлөгөп тә китәбеҙ, хатта туңҡайып баштүбән әйләнеп осоп барып ятабыҙ. Ярар ҙа шул мәлдә һиңә ярҙам ҡулын, йә булмаһа аяҡ аҫтында ятҡан сыбыҡ остоғон һуҙып ярҙамға килеүсе булһа. Үҙеңдең кәрәк икәнлегеңде тойоуҙан ғына ла күңелебеҙ кинәнес кисерә, шулай бит?!

Күп кәрәкмәй бит ул күңелгә, саҡ ҡына иғтибар, бер генә йылы һүҙ ҙә уны сәскәләй йә аҫылташтай балҡытып ебәрә. Көндәлек мәшәҡәттәрҙән, яратҡан эшеңдән ялҡып-арып киткән мәлдәрҙә хатта һөнәри яныуҙан да һаҡлай.

Үпкәләтмәгеҙ күңелегеҙҙе! Төшөнкөлөккә бирелеүҙән, сараһыҙлыҡтан, ҡаты һүҙҙәрҙән, самаһыҙ арыуҙан, янып-ялҡып һөрлөгөп барып төшөүҙән һаҡлағыҙ.

Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы, береһе һүнһә, береһе яныр, тиҙәр. Иң һуңғы сыраҡ быҫҡып һүнгән мәлдә лә нурҙай балҡып көлдән ҡалҡырлыҡ көс бирегеҙ күңелегеҙгә!

 

Миләүшә ҠЫҘРАСОВА

"Тамаша" журналы, 2-се һан, 2022 йыл.

Күңеле менән яратып эшләгән эшендә бәхетле ул
Күңеле менән яратып эшләгән эшендә бәхетле ул
Автор:
Читайте нас