«Олоғая барам шикелле, тормош ҡиммәттәре үҙгәрә... »
Был юмористы олоһо ла, кесеһе лә яҡшы белә. Стендап форматындағы концерттар ҙа ҡуйҙы, телевидение журналисы булараҡ та һынатмай. Шулай уҡ уның эшмәкәрлеге менән интернет селтәрендә, бигерәк тә Instagram сайтында танышырға була. Ижад юлын КВН уйындарынан башлаған Фидан ҠОЛМӨХӘМӘТОВТЫ беҙ «Кәкере сүкеш» исеме менән дә таныйбыҙ. Бөгөнгө әңгәмә шаян артистың тормошо һәм ижады тураһында булыр.
– Фидан, һин электән шаян, әсе телле малай булдыңмы? Бала сағың нисек үтте?
– Юҡ, оялсан, тыңлаусан ғына малай инем. Тормош мине гел генә иркәләп торманы. Ауырлыҡтарҙы ла, юҡлыҡты ла күрергә тура килде. Әбйәлил районының Әбделмәмбәт ауылында тыуғанмын. Атайым менән әсәйем айырылыу сәбәпле, Баймаҡ районының Түбә ҡасабаһында үҫтем. Әсәйем яңғыҙы беҙҙе – өс баланы аяҡҡа баҫтырҙы. Ябай тәрбиәсе булып эшләгән кешегә нисек ауыр булыуын күптәр аңлайҙыр. Мәктәп кәрәк-яраҡтары алыр өсөн көнө буйына кешегә 100 һумға бесән сабышҡан, картуф ҡаҙышып, утын ярып йөрөгән ваҡыттар булды. Унан оялмайым да, уның менән ғорурланмайым да. Тормошта була торған хәл. Ҡартинәйем – беҙҙә өләсәйҙе шулай тиҙәр – татар булһа ла, гел башҡортса һөйләште, миңә башҡорт йырҙарын өйрәтте. Дүрт йәштән районда үткән вокал конкурстарында ҡатнаша башланым. Ҡолсора ауылында үткән смотрҙа еңеп, бүләккә клоун ҡурсаҡ алып ҡайтҡайным. Игеҙәгем Айгизә менән уны ике яҡтан етәкләп йөрөп, тиҙ генә боҙоп та ҡуйҙыҡ.
– Ә Өфөгә уҡырға килеү үҙеңдең хыялың инеме?
– Әсәйем Өфөлә уҡыуымды теләне. Ул данлыҡлы актер, йырсы Фидан Ғафаровтың исемен ҡушып, минең дә артист булыуымды, йырлауымды теләгән. 1-се класҡа Сибай ҡалаһындағы урта махсус музыка мәктәбенә уҡырға алып барҙы. Әлбиттә, йыр-моңға үҙем дә ылыҡтым, теләк булмаһа уның һүҙен генә тыңлап йөрөмәҫ инем. Өс йыл уҡығандан һуң Өфөгә, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыка гимназия-интернатына килдем. Баян һәм фортепиано класында белем алдым. Уҡыу еңел бирелде: музыка йүнәлешендәге барлыҡ фәндәрҙән 5-ле билдәһе ала инем. Әсәйем һаман да йырсы булып китеремә өмөтләнә. Был турала уйланғаным бар, бәлки уның хыялын тормошҡа ла ашырып ҡуйырмын.
Тәүге тапҡыр 8-се класта уҡығанда, гимназия командаһы менән КВН сәхнәһенә аяҡ баҫтым һәм тамашасылар һөйөүенең нимә икәнен татыным. Үҙемде нисектер иркен тоттом, оялыу булманы. Шунан бирле мин әсе телле Кәкере сүкешмен. Башланған саҡта: «Йор һүҙле, тура әйтеүсән юмор» – тигән девиз алғайным, һаман да ошо юлдан барам. Хәҙер үҙем ойошторған КВН-да ла шундай юморҙы үткәрергә тырышам, сәйәсәттән ситләшмәйем. Беҙҙән ил башлыҡтарына ла, депутаттарға ла эләгә. КВН-да цензура булырға тейеш түгел, сөнки юмор аша етешһеҙлектәрҙе күрһәтәбеҙ.
– Атайың менән аралашаһыңмы? Һиндә Баймаҡлыҡ көслөмө, әллә Әбйәлил характеры еңәме?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аралашырға тура килмәне. Айырылып ҡайтҡандан һуң бер генә тапҡыр күрештек. Ә холҡома килгәндә, миндә ике район менталитеты ла һыйған. Шулай ҙа күберәк үҙемде Әбйәлил, тип һанайым. Ундағы матур күлле, бейек таулы тәбиғәт күңелемә яҡын.
– Ә тормошта һин оптимистмы?
– Үҙемде аныҡ ҡына һүрәтләй алмайым. 50-гә 50 шикелле. Ҡайғырып та китәм, аҙналар буйы япа-яңғыҙ ғына ҡалып, үҙ-үҙемә бикләнеп тә алам. Ә ҡайһы саҡта бошоноп йөрөгән дуҫ-туғандарҙы: «Ундай ғына проблемалар була инде, үтеп китер», – тип йыуатып, күңелдәрен күтәрергә тырышам.
Мин тәбиғәтем менән интроверт, сит кешеләр менән аралашып китеүе ауыр. Ә яҡын кешеләр, дуҫтар араһында шаярам, хатта шашып та китәм. Дөйөм алғанда, минең турала тыңлауһыҙ, шаян кеше, тигән һүҙ булмағандыр.
– Гимназияны тамамлағас сәнғәт юлынан китергә теләмәнеңме?
– Бала саҡта теләк бар ине ул, аҙаҡ нисектер музыканан арыған кеүек булдым. Шуға ла 11-се класты тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының журналистика факультетына уҡырға индем. 3-сө курстан һуң бер юлы Мәскәүҙең бер нисә театр институтына имтихандар тапшырып ҡараным. Әллә әҙерлек булманы, әллә талантым етмәнеме, белмәйем – конкурстан үтмәнем. Кире ҡайтып, уҡыуымды дауам иттем. Үҫмерлек максимализмы булғандыр инде, илдең баш ҡалаһын яуларға теләнем. Ә Өфө сәнғәт институтына барһам, бәлки, уҡырға алырҙар ине. Үкенес юҡ. Сөнки хәҙерге аҡылым менән аңлайым: КВН-сы актер булырға тейеш, тигән ҡанун юҡ. Сәнғәт институты студенттары бер ваҡытта ла КВН-да ҡатнашҡаны юҡ. Уларҙың сәнғәт, сәхнә тураһындағы фекерләүҙәре лә икенсе, уйнауы ла беҙҙекенә тап килеп бөтмәй. КВН – ул күберәк уйын-көлкөгә, юморға ҡоролған. Шуға күрә минән һәйбәт актер сығыр ине, тип уйламайым. Театр сәнғәте бөйөк талантын юғалтманы.
– Ә зәңгәр экрандар артына нисек эләктең?
– Мин телевидениеға ике тапҡыр килдем. Уҡыуҙы тамамлап, эш эҙләгән ваҡыт ине. Ул саҡта беҙ милли республикалар араһында тәүгеләрҙән булып, стендап жанрында эшләй башланыҡ. Ошондай юҫлыҡта тәүге концертымды ҡуйҙым, уңышлы ғына килеп сыҡты кеүек. Машина юҡ, «автостоп» менән республика буйлап гастролдәргә сығып киттем. Әрме хеҙмәтенән ҡасып йөрөгән ваҡыт, таныш булмаған номерҙар шылтыратһа, алмайым. Бер көн шундай шылтыратыу булды – яуап бирмәйем. Һиҙемләү булғандыр күрәһең, уйланып йөрөнөм дә, кем икән, тип ҡыҙыҡһынып китеп үҙем шылтыраттым. «Сәләм» тапшырыуының алып барыусыһы, еткәсеһе Наил Тәлғәт улы Юнысов булып сыҡты. Тапшырыуға алып барыусы кәрәк икән, мине конкурсҡа саҡырҙы. Кастингты уңышлы үтеп, ике йыл эшләгәс, телевидениенан китергә булдым. Бер аҙҙан вайндар төшөрә башланым. Республика сәйәсәтен, урындағы етәкселекте тәнҡитләү маҡсатында тиҫтәнән ашыу серияға һуҙылған «Оперативка» яҙмалары барлыҡҡа килде. Ике персонаждың берәүһе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров алдында отчет менән сығыш яһай, икенсеһе уны тәнҡитләй, ысын йөҙөн аса, теге йәки был гонаһтарына төртөп күрһәтә. Яҙмаларҙы халыҡ яратып ҡарай, комментарийҙар яҙа. Шулай бер көндө Радий Фәрит улының ярҙамсыһы шылтыратып, мине ашығыс рәүештә аҡ йортҡа саҡырҙы. Дөрөҫөн генә әйткәндә, бер аҙ шөрләтте. «Телеңде тыймаһаң шулай була! » – тип үҙемде әрләп тә алдым. Шулай ҙа барҙым. Республика Башлығы кабинетында йылмайып ҡаршы алыуын күргәс кенә бер аҙ тынысландым. Ултырып һөйләштек, ул минең видеоларҙы ҡарауын, оҡшатыуын әйтте. Һәм Башҡортостан Юлдаш телевидениеһында шаяртыу ҡатыш күңел асыу программаһы эшләргә тәҡдим итте. Шулай итеп «Вәссәләм» тапшырыуы барлыҡҡа килде. Миңә тулы ижади ирек бирелде. Сценарийҙы үҙебеҙ яҙабыҙ, шаяртыуҙарҙы ла, саҡыраһы ҡунаҡтарҙы ла үҙебеҙ һайлайбыҙ.
– Етәр, Фидан шаярып йөрөргә. Етди эшкә күс, тип әйткәндәре бармы?
– Йыш булмаһа ла, әйтеп ҡуялар. Тураһын әйткәндә, уны үҙем дә аңлайым. Хәҙер миңә 31 йәш. Олоғая башланым шикелле, тормош ҡиммәттәре үҙгәрә. Һынылыш осоро кисерәм шикелле: йыш ҡына депрессияға бирелеп алам. Кеше иғтибарынан ҡасҡы, билдәле булмаған кеше булғы килә. Интернет булмаған ергә барһам, күңелем ял итә. Быйыл Яңы йыл байрамында ике аҙна буйы инстаграмға инмәнем. Шул тиклем рәхәт булды. Өс көн интернет булмаһа, донъяның матурлығын күрә башлайһың.
Ҡыҫҡаһы, аҙыраҡ булһа ла етдиерәк булырға кәрәк. Шуғалыр, минең вайндарҙа фәлсәфәүи уйҙары менән, тормошта күп ауырлыҡтар күргән Раисапа персонажы барлыҡҡа килде.
– Һинең сәхифәгә яҙылыусылар үҙҙәре менән булған ҡыҙыҡ хәлдәрҙе ебәрәме?
– Эйе. Гастролдәргә йөрөгәндә лә һөйләйҙәр. Халыҡ араһында йөрөгән ҡыҙыҡ хәлдәрҙе, лаҡаптарҙы ишетһәм, шунда уҡ теркәп ҡуям. Персонаждар тәҡдим итәләр. Райондар тураһында видео төшөргәндә лә уларҙың ярҙамы ҙур булды. Үҙҙәренә хас диалекттағы һүҙҙәрҙе, ҡыҙыҡ мәғлүмәттәрҙе ебәрҙеләр.
– Ул видеоларҙан һуң әрләүселәр булдымы?
– Ундайҙар күп. Бер район тураһындағы видеоны интернетҡа һалыу менән, кисенә һуҡтырып алған бер ағай шылтыратып әрләне-әрләне лә: «Беҙҙең яҡҡа килеп кенә ҡара, атып үлтерәм! » – тип, телефонын һүндерҙе.
– Тамада булараҡ эшләйһеңме?
– Саҡырыуҙар бар, күп кенә. Тик мин ғәҙәттә туйҙар үткәрергә генә ризалашам. Сөнки күҙәтеүҙәремдән сығып шуны әйтә алам: туйҙа яңы туғанлашҡан ике яҡ ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары бер-береһенән аҙыраҡ уңайһыҙлана, ояла. Тәүге бер нисә сәғәттә булһа ла үҙҙәрен баҫалҡы тота. Ә юбилейҙарҙа, корпоративтарҙа бер-береһен күптән белгән кешеләр йыйыла һәм үҙҙәрен бик иркен тота. Ундай саҡта ҡунаҡтарҙы туплау ауырға тура килә.
– Блогер Фидандың видеояҙмаларын тәнҡитләйҙәрме?
– Тәнҡит була инде. Раисапаның ауыҙында тәмәке булыуына ла, насар һүҙҙәр менән әрләшеүенә лә ризаһыҙлыҡ белдереп яҙалар. Уларҙы тыныс ҡабул итәм, образ үҙенсәлектәрен аңлатырға тырышам. Мәҫәлән, Хөрмәт Үтәшевты иҫерек образда күреп, әрләмәйбеҙ бит. Роле шундай икәнен аңлайбыҙ. Минең менән дә шулай. Инстаграмды үҙемсә «Кәкере сүкеш театры» тип йөрөтәм, мин уларҙа уйнайым, образдар сығарам. Аңлағандар – ҡабул итә, аңламағандар – юҡ. Йыш ҡына ҡараусылар минең фекер менән килешмәй. Улар күпселек икән – мин дөрөҫ булмай ҡалам, сөнки улар фекере өҫтөнлөк итә.
– Кемдәр менән аралашаһың, дуҫлашаһың?
– Дуҫтарым араһында донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртергә тырышҡан, бер урында тапанмаған кешеләр күберәк. «Братишка» тигән тусовкала ҡайнайбыҙ. Унда иң яҡын дуҫтарым – «ЕТЕ-медиа» студияһы етәксеһе Батыр Ғәлимов, фотограф Эдуард Дилмөхәмәтов, йырсы, музыкант Ринат Ниғмәтуллин, «Мәргән уҡсы» Артур Батыршин, ди-джей Арыҫлан Әхмәтов, психолог Урал Шәймәрҙәнов һәм башҡалар бар. Бер-беребеҙҙе тәнҡитләйбеҙ, ауыр саҡта ярҙам итәбеҙ.
– Ҡатының Дилара менән ҡайҙа таныштығыҙ?
– Бер курсташым өйләнгәс, Мәләүез ҡалаһына туйға саҡырҙылар. Шунда мин буласаҡ ҡатыным менән таныштым. Ул шул тиклем оҡшаны, тәү ҡараштан ғашиҡ булыу барлығын шунда аңланым. Туй бара, ниндәйҙер уйында ҡатнашҡайным, миңә алып барыусы: «Хәҙер үк үҙеңә буласаҡ кәләшеңде һайлай алаһың», – тигәйне. Оялдым, ҡып-ҡыҙыл булдым, шулай ҙа уның янына барып, бөтә ҡунаҡтар алдында: «Һин минең ҡатыным буласаҡһың!» – тип әйтергә батырсылыҡ иттем. Шулай итеп танышып киттек. Уны күптәр шаяртыу тип ҡабул итте. Ә мин ныҡлы ҡарар ҡабул иттем. Әммә тиҙ генә ғаилә ҡороп булманы, ике йыл дуҫлашып йөрөнөк әле. Ҡатыным һөнәре буйынса программист. Беҙ инде ете йыл бергә. Улыбыҙ Сыңғыҙға биш йәш тулды.
– Унда сәхнәгә ынтылыш бармы?
– Мине кеше бәлки ялҡау, тип уйлайҙыр. Тик мин һәр ваҡыт яратҡан эшемде башҡарам. Балаларымдың да яратҡан эше булыуын теләйем. Әле Сыңғыҙ брейк-дансҡа йөрөй, һүрәт төшөрөргә ярата. Йәнһүрәт геройҙары эшләй. Беҙ инде үҙ сиратыбыҙҙа уның талантын күрһәк, үҫтерергә тырышабыҙ.
– Үҙеңдең ҡыҙыҡтарыңды айырым китап итеп баҫтырырға йыйынмайһыңмы?
– Минең башлаған эште ярты юлда ташлай торған алама ғәҙәтем бар. Ваҡытында «Бәйләнештә» селтәрендә «Кәкере сүкеш» тигән төркөм асҡайным. Унда шундай ҡыҙыҡтарҙы баҫтыра инем. Биш меңдән ашыу яҙылыусыһы ла булды. Тик ул эште яйлап ташланым. Китап менән дә шулай уҡ булыр, тип уйлайым. Шуға тотоноп тормайым инде.
– Ижадтан тыш яратҡан шөғөлөң бармы?
– Сәйәхәт итергә яратам. Студент саҡта хатта «автостоп» менән Өфөнән Абхазияға тиклем барып еттем. Ул мәлдә кеҫәлә дүрт мең һум аҡса бар ине, уны ике аҙнаға еткерҙем. Диңгеҙ күрергә тигән теләк көслө булған инде.
«Бер кем дә, бер ҡасан да сәйәхәткә түккән аҡсаһы, ваҡыты өсөн үкенмәй», – тигән фекер уҡығайным. Был ысынлап та шулай. Хәҙер инде улымды үҙем менән йөрөтөргә тырышам. Бәләкәйҙән тәбиғәткә өйрәнһен тим.
– Һинең тағы ла дуҫтарың менән башлаған ҙур башланғысың бар – КВН-дың кубоктар лигаһы...
– Эйе, Аллаға шөкөр, пандемия ваҡытында туҡталып торғандан һуң, КВН-ды башлап ебәрҙек. Тәүге уйында ҡатнашыусылар бер аҙ ялҡауланған кеүек тойола ине, икенсе уйында бер аҙ ҡуҙғалып, дәртләнеп киттеләр. Тамашасылар ҙа зал тултырып йыйылды.
Ваҡытында үҙем ҡатнашып йөрөгәс, аҙаҡ мөхәррир булып эшләгәс, был эш күңелемә яҡын. Ике йыл элек беҙ Кубоктар лигаһы тигән уйындар ойоштора башланыҡ. Ярыш системаһы икенсе – беҙҙә ярым, сирек финалдар юҡ. Һәр уйын фестиваль форматында үтә. Лига биш уйындан тора: «Миҙгел кубогы», «Райондар кубогы», «Музыкаль кубок», «Байрам кубогы» һәм дүрт уйында еңгән командалар «Супер кубокта» көс һынаша. Бишенсе команда иһә рейтинг буйынса һайлап алына. Быға тиклем беҙ тик спонсорҙар ярҙамы менән генә йырып сыға инек, ә билдәле булыуынса ярҙамсыл эшҡыуарҙар табыуы бик ауыр. Үҙемдең һаман да ошо эш менән булышыуыма аптырап та ҡуям. Әлбиттә, кешеләрҙең көлөүен, командаларҙың шатлығын, алҡыштарҙы күргәс, ауырлыҡтар онотола. Күңел ҡанатланып, артабан эшкә тотонабыҙ. Тырышлыҡ бушҡа булманы: быйыл Республика башлығы грантына ғариза яҙҙыҡ. Башҡорт телен үҫтереү фонды, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ярҙам итә. Еңеүсегә 100 мең һум бүләк тапшырыласаҡ. Бындай ярҙам беҙҙең өсөн ҙур ваҡиға. Тимәк, башҡорт юморы, шаяртыуы йәшәйәсәк, уның киләсәге бар!
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Фидан. Һиңә ижади уңыштар, һаулыҡ һәм яңы бейеклектәр теләйбеҙ.
Гөлнур ҠЫУАТОВА ("Тамаша" журналы, -№4-2021 й.)