-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
30 Апрель 2022, 13:58

Был төркөм тәүге йырҙары менән үк иғтибарҙы йәлеп итте –

улар башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында сығыш яһай. Исемдәре башҡорт йәмғиәтселегенә яңы яңғырай башлаған «Ҡая» этно төркөмө хаҡында “Тамаша” журналының апрель һанында сыҡҡан мәҡәлә тәҡдим итәбеҙ -

Башҡорт эстрадаһында әленән-әле яңы исемдәр ҡалҡыусан. Араларында үҙенсәлекле тауыштары, сәхнә образдары менән хәтерҙә ҡалырлыҡтар ҙа, бер-береһен йәки башҡа мәҙәниәтте ҡабатлап, бер төрлөлөктәре менән ялҡытҡандар ҙа етерлек.

Башҡорт сәхнәһендә этно йүнәлеше киң таралған, ә шулай ҙа был төркөм тәүге йырҙары менән үк иғтибарҙы йәлеп итте – улар башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында сығыш яһай. Исемдәре башҡорт йәмғиәтселегенә яңы яңғырай башлаған «Ҡая» этно төркөмөн төҙөүсе, музыкант Филүс БӨРКӨТ менән әңгәмә ҡорорға ашыҡтыҡ.

«Ҡая» төркөмөнә тиклемге тормошоғоҙ хаҡында бәйән итһәгеҙсе?

– Мин ауыр рок йүнәлешендәге музыкант инем, нигеҙҙә, көйҙәр ижад итәм. Хәниә Фәрхиҙең командаһында ла тәжрибә тупланым, аранжировкалар яһау менән шөғөлләндем, ғөмүмән, уның тауыш яҙҙырыу студияһында эшләнем, концерттарында тауыш режиссеры ла, музыкант та булдым. Олоғая бара, рок йүнәлешенә генә түгел, миллилеккә лә иғтибар итә башланым, үҙемдә үткәндәрҙән килгән мәҙәни ҡиммәттәргә ҡыҙыҡһыныу уяныуын тойҙом. Етмәһә, үткән йылда мөһим асышҡа юлыҡтым: атайым татар булғас, 46 йәшемә саҡлы үҙемде татар милләтенән икән тип йөрөп, шәжәрәмде өйрәнгәс, ике яҡлап та башҡорт булыуымды асыҡланым...

Тамырҙарығыҙҙы барларға нимә этәрҙе?

– Саҡмағош районының Иҫке Ҡалмаш ауылында элек йәшәгән кешеләр исемлеге менән ауыл китабы һаҡланып ҡалған, унда 1800 йылдарҙағы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре лә бар, һәр береһенең милләте күрһәтелгән. Атайымдың, шулай итеп, башҡорт булыуы асыҡланды. Китаптың уртаһында – ауыл шәжәрәһе. Тәүгеләрҙән булып беҙҙең нәҫел тора. Әсәйем – Дәүләкән башҡорто, уның атаһы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры булыуын да яңыраҡ ҡына белеп ҡалдым.

– Башҡорт икәнлегегеҙҙе белгәс, ниндәй тойғолар кисерҙегеҙ?

– Әллә ни ғәжәпләнмәнем дә. Музыка яғынан ғына алып ҡарағанда ла, баштан уҡ мин башҡорттарға тартылғанмын ахыры, татарҙар, ғәҙәттә, тальян гармун һуҙа, ә башҡорттарға думбыра, ҡылҡумыҙ кеүек ҡыллы музыка ҡоралдары хас. Мин дә думбырала уйнай торғайным, гитара тураһында әйтеп тораһы ла түгел.

– Ижадығыҙҙа милли һыҙаттар ҡасан, нисек сағыла башланы?

– Бер мәл Альберт Исмаил менән Ҡаруанһарай, уның тарихы тураһында һөйләштек. Мин дәүләт эшмәкәре, шулай уҡ шиғырҙар ҙа яҙған Зөһрә Рәхмәтуллинаға йырға һүҙҙәр яҙыуын һорап мөрәжәғәт иттем.

Ул ярты сәғәт эсендә шиғыр яҙып бирҙе, мин көйгә һалдым, ҡурай тауышын яҙҙырып, аранжировка эшләп, клипмейкер Марат Әбдүшевте, видеооператорҙы алып Ырымбурға сығып киттем.

«Ҡаруанһарай» тарихи-архитектура комплексында беҙҙе ихлас ҡаршы алдылар, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итергә вәғәҙә бирҙеләр. Клипҡа төшөргә башҡорттарҙан тыш тағы ла ҡаҙаҡтарҙан, татарҙарҙан биш кеше булһа ла йыйылһа ярай ине тип таралыштыҡ, иртәгәһенә маҡсатыбыҙҙы бойомға ашырыу өсөн Ҡаруанһарайға кире килгәндә, беҙҙе егермеләгән кеше көтөп тора ине. «Ҡаруанһарай» йыры халыҡтар дуҫлығы тураһында бит ул. Ырымбурҙан тиҙ генә квадрокоптер таптыҡ, клипҡа ҡайһы бер кадрҙарҙы, Ҡаруанһарайҙың үҙен өҫтән, ҡоштар осор бейеклектән төшөрөргә мөмкинлек булды. Әмәлгә ҡалғандай, 2021 йыл Ҡаруанһарайға 175 йыл тулды, был йыр ҙа, клип та шул уңайҙан яралған һымаҡ килде лә сыҡты.

Артабан милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа йыр бағышлау теләге яралды. Һүҙҙәрен яҙыуҙы һорап йәнә Зөһрә Рәхмәтуллинаға мөрәжәғәт иттем. Тағы ла шул уҡ хәл: бер сәғәт тә үтмәне, йырға һүҙҙәр әҙер ине. Салауат батыр хаҡында шулай йыр тыуҙы.

Өфөлә төҙөлә башлаған «Әр-Рәхим» мәсете хаҡындағы йырға ла һүҙҙе Зөһрә Йыһанур ҡыҙы яҙҙы. Тик бына йыр әҙер, ә мәсет һаман төҙөлөп бөтмәгән...

«Ҡая» этно төркөмөнә нисек нигеҙ һалынды?

– Мин Башҡорт-мишәр-казактар ойошмаһы ағзаһы. Казактар йыры кәрәк. «Дуҫым, һүҙҙәрен яҙып бир әле», – тип йәнә Лариса Абдуллинаға мөрәжәғәт иттем. Ул шунда уҡ тигәндәй «Казачка йыры» тигән шиғыр яҙҙы. Шиғыр ҡатын-ҡыҙ исеменән, йырҙы башҡарырға ҡатын-ҡыҙҙар кәрәк. Үҙем эшләгән Дүртөйлө мәҙәниәт йортондағы кадрҙар бүлеге хеҙмәткәре Гүзәл Хәмзинаны, район китапханаһы мөдире Елена Хәлиуллинаны, 2-се мәктәптең уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Гүзәл Хәлиҡованы, сәнғәт мәктәбе директоры Эльза Рәхмәтуллинаны йыйып алдым. Әйткәндәй, барыһы ла һары сәслеләр.

«Ҡыҙҙар, йырлап ҡарайыҡ әле, бәлки, берәй нәмә килеп сығыр», – тинем. Һөҙөмтәлә, бик шәп йыр килеп сыҡты.

Музыкаль коллективтың үҙенсәлеге шунда – бер составта, бер милләт вәкилдәрендә генә туҡтап ҡалырға йыйынмайбыҙ. Состав тулыланасаҡ, бында дуэттар ҙа, яңғыҙ йәки күмәк башҡарылған йырҙар ҙа буласаҡ. Әлегә тағы ла Алмас Ибраһимов исемле баянсыбыҙ бар.

Төркөм булғас исеме кәрәк бит. «Тау» тип тә, «Торатау» тип тә ҡарайбыҙ. Тик... Тапалмаған исем тапҡы килә. Уйлана торғас, осона сыҡтыҡ: «Ҡая»! Яңғырай бит.

– Хәләл ефетегеҙ ҙә һеҙҙең кеүек моңға мөккибән киткән кешеме?

– Ҡатыным Олимпиада Бөркөт-Тимерғәлиева бына ун йыл инде минең менән сығыш яһай, икәүләп рок-дуэтта йырлайбыҙ. Ул – эшҡыуар, парфюмерия йүнәлешендә үҙ эшен асты, шулай уҡ сәхнә тормошонда ла ҡайнарға өлгөрә. Олимпиада минең төп ярҙамсым һәм терәгем.

– Ғөмүмән, музыка менән нисә йыл шөғөлләнәһегеҙ?

– Быйыл юбилей – 30 йыл. Тап өс тиҫтә йыл элек 1992 йылда «Төнгө экспресс» исемле рок-төркөм төҙөп, төрлө фестивалдәрҙә сығыш яһай башланыҡ. Рус, татар, башҡорт телдәрендә йырлай инек.

– Ә гитараны ҡасан тәүге тапҡыр ҡулға алдығыҙ?

– 15 йәш ине миңә. Ике туған ағайым һабантуйҙа йүгереү буйынса ярышта еңеп гитара отто. Ул башта 3–4 йыл эшһеҙ ятты, шунан Өфөлә училищела уҡыған ваҡытта көн дә гитараны ҡулға ала башланым. Башта бер нәмә лә килеп сыҡмай ине, алам да, йәнә атып бәрәм. Ул заманда анһат ҡына өйрәнер өсөн интернет юҡ ине шул. Бер аҙҙан «Самоучитель» китабын табып алдым, аккордтарын дөрөҫ баҫҡан һымаҡмын, әммә килеп сыҡмай. Баҡтиһәң, гитара алты ҡыллы түгел, ете ҡыллы булған икән. Бер мәл ҡулға хәтәр генә дөйөм дәфтәр килеп эләкте, унда «Воскресенье», «Аквариум» төркөмдәренең йырҙары бар ине, уларҙы өйрәнә башланым, аҙаҡ «Сектор Газа» төркөмөнә күстем. Был төркөмдөң йырҙарын татар теленә тәржемә итеп башҡарып та йөрөнөм. Шундай рокер хәҙер килеп этно, фольклор йүнәлешендә ижад итә (көлә – Авт.).

– Нисек улай килеп сыҡты икән? Олоғайыу ғәләмәтеме?

– Йәш тә үҙенекен итә, эйе. Тағы ла бер яғы – гитарала виртуоз рәүештә, оҫта итеп уйнап ултырырға ваҡыт та юҡ хәҙер.

Әлеге милли музыканың нигеҙе 70-се йылдарҙағы рок-музыкаға барып тоташа, уға ҡурай, ҡумыҙ ҡушам.

– Башҡорт рок-музыкаһы бармы ул? Һеҙҙең фекерегеҙ?

– Бар. «Дәрүишхан». Мин Альберт Ғәббәсовтан күп нәмәгә өйрәндем, башҡортса рок тыуҙырып була икәнлегенә улар арҡылы инандым.

– Башҡорт эстрадаһында йәштәр араһында лайыҡлы башҡарыусылар бармы?

– Элвин Грей. Ул егеттең малай ғына сағынан нисек тир түккәненә, эстрадаға борма юлдар, аранжировкалар эшләү аша килгәненә үҙем шаһит булдым. 16 йәшлек сағында «Моң» студияһында эшләп ултырыр ине. Уның шул йәшендә яһаған аранжировкалар бөгөнгө көндә лә текә, сифатлы яңғырай. Әле лә һәр бер йыры өҫтөндә инде бер үҙе түгел, командаһы менән ентекләп эшләй Радик.

2000 йылдарҙа бар Башҡортостанға билдәле булған «Йәш йөрәктәр» проекты ла айырым иғтибарға лайыҡ. МС Яҙмыш, «Зиндан» төркөмө, Лиана Хәбибуллина, Илгиз Абдрахманов, МС Инсан – улар менән бергә тауыш режиссеры булып күп район-ҡалаларҙа гастролдәрҙә йөрөргә тура килде. Һәр ерҙә лә ҡолас йәйеп, тулы зал менән ҡаршы алдылар. Ошондай башҡарыусылар күберәк булһын ине.

– Башҡорт халыҡ фольклор өлгөләре менән рок-музыка араһында оҡшашлыҡ бармы? Булһа, ниндәй?

– Халыҡсанлыҡ. Яһалмалыҡ юҡ. Ошо хаҡта һүҙ сыҡҡанда, гел Владимир Высоцкий иҫкә төшә. Күренекле бард, профессиональ композитор, ә йырҙарында гитараһы еренә еткереп көйләнмәгәненә аптырай торғайным. Баҡтиһәң, ул быны тыңлаусыһына яҡыныраҡ булыр өсөн махсус рәүештә эшләгән икән. Гитараһы сынъяһау итеп көйләнгән булһа, уның моңо халыҡ йөрәгенә барып етмәҫ ине. Бер мәл кемдер Высоцкийҙың концертында артист сәхнә артына ял итергә инеп киткәндә, гитараһын ала ла, еренә еткереп көйләп ҡуя. Высоцкий хәлдең айышына төшөнгәс, тамашасыға гитараһын махсус рәүештә көйләмәүен аңлата.

Мин, әлбиттә, музыка ҡоралдары менән виртуоз, һөнәри рәүештә мөғәмәлә иткән оҫталар менән һоҡланам, уларҙы хөрмәт итәм. Үҙемдең дә музыкаль белемем бар. Шулай ҙа, халыҡ араһынан сыҡҡанһың икән, уйнаған моңоң халыҡсан булырға тейеш, тигән фекерҙәмен. Йәш саҡта ла минең йырҙарым гел өс аккордтан ғына торҙо. Йылдар үткәс, тамырҙарымды барлап, үҙемдең башҡорт икәнлегемде асыҡланым. Фольклор, этно йүнәлеше аша халыҡ моңона әйләнеп ҡайттым. Ҡан тарта барыбер...

Айгөл ҒӘБИТОВА

 

https://vk.com/im?peers=11279173_357905114&sel=396373839&w=wall-109622739_50423%2F903ee456ae9a10beeb: Традиционный башкирский лук с колчаном полным стрел, переданный в дар от Всемирного курултая башкир теперь украсит коллекцию «Поля Чудес». Эфир передачи прошел вчера вечером 29 апреля 2022 года.

Подарок от Всемирного курултая башкир передала в эфире Первого канала этно рок-группа «Кая», принимавшая участие в сьемке популярной передачи Первого канала.

Путевку на игру выиграла одна из участниц этногруппы — преподаватель Дюртюлинской детской художественной школы Гульназ Абдукаримова. На встречу с легендарным ведущим передачи Леонидом Якубовичем она поехала в сопровождении группы поддержки в лице семьи и этно-рок группы «Кая».

Участники группы вышли в студию Первого канала в стилизованных башкирских национальных костюмах и в качестве приветствия исполнили песню.

Два женских костюма, изготовленные по мотивам этнографических платьев мишар и северо-западных башкир стали частью сценического образа этих талантливых людей во время их яркого выступления на передаче.

Жительница Башкирии привезла для любимого ведущего башкирский мед, чак-чак, книгу про Башкортостан, работы воспитанников художественной школы.

По словам Гульназ, заявку на участие в «Поле чудес» она отправляла еще 2 года назад и уже успела забыть про нее. В марте этого года неожиданно поступило приглашение и вместе с группой «Кая» они начали готовиться к участию в проекте.

NB. Обратите внимание, что на общей фотографии лук находится в небоевом состоянии из соображений безопасности.

Был төркөм тәүге йырҙары менән үк иғтибарҙы йәлеп итте –
Был төркөм тәүге йырҙары менән үк иғтибарҙы йәлеп итте –
Автор:
Читайте нас: