- Был эҙләнеүҙә тик һөйөү, мөхәббәт көсө ярҙам итер, тиҙәр Башҡортостандың халыҡ, Татарстандың атҡаҙанған артисы Фәдис Ғәниев һәм Башҡортостандың, Татарстандың атҡаҙанған артискаһы Лилиә Биктимерова.
Ҡабатланмаҫ моңло тауышы менән йыр һөйөүселәрҙең күңелен әсир иткән йәш йырсы Гөлназ Асаева. Йырлы-моңло, ижади ғаилә мөхитендә үҫкән ҡыҙ (ата-әсәһе – Башҡортостандың халыҡ артисы Фәдис Ғәниев менән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Биктимерова) 14 йәшендә үк йыр сәнғәте менән етди шөғөлләнергә ҡарар итә.