+5 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
24 Апрель 2022, 16:21

Кистәр йәмле моңло йырҙар менән...

Кеше һәр саҡ эҙләнә. Ғүмер мәғәнәһен, тормоштоң «ебен-энәһен», бара-бара мәңгелек ҡиммәттәрен, уҙған юлы хикмәттәрен,  аҙаҡ үҙ асылын һәм «йәндәш яртым» тигән аҫылын... Әҙәм эҙләнә, таба, абына, аҙаша, тағы эҙләнә, тағы асышҡа юлыға... Тормош эҙләнеүҙән, юғалтыу-табыштарҙан тора кеүек. Яҙмыш һынауҙарын үтеп, бер-береһе күҙендә һөйөү, наҙ, ышаныс, хәстәр табып, ижади бөтөнлөк булдырған матур парға юлландыҡ бөгөн. Йыр сәнғәтендә, республика мәҙәниәт тормошонда, эстрадабыҙҙа билдәле булған Юлиә БӘХТИЕВА менән Заһир БАЙЫҠ–ШӘЙӘХМӘТОВТАР -

90-сы йылдарҙа эстрадаға ҡурайсы, йырсы, бейеүсе булып шаулап килеп ингән Заһир Байыҡ һуңғы йылдарҙа, сәхнәне артҡы планға ҡуйып, бар ваҡытын административ эшкә бүлде. Әле ул Өфөнөң 6-сы балалар музыка мәктәбендә директор булып эшләй. Юлиәлә йәндәшен генә түгел, ижади фекерҙәшен дә тапҡан ул бөгөн. Ижадсы булараҡ икенсе һулышы асылған, тиерһең. Әле бергәләп яңы йырҙар яҙҙырыу, клиптар төшөрөү менән мәшғүлдәр. Тамашасыларға бүләккә матур дуэттар әҙерләнә. Кистәрен оҙон көйҙәр йырлап, ҡурай моңо тыңлап уҙғаралар. 

https://bashkizi.ru/articles/t-mlek-s/2021-09-01/b-hett-n-t-m-tabyp-2487484

 

Кистәр йәмле моңло йырҙар менән...
Кистәр йәмле моңло йырҙар менән...
Автор:
Читайте нас: