+15 °С
Облачно
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
22 Апреля 2022, 12:00

Эльмира Юлдашева: Кеше көлдөрөрлөк көләмәс тә һөйләй белмәйем

Беҙҙән көсләп-көсләп ниндәйҙер тәрбиәһеҙ йыр йырлаталар. Райондар буйлап гастролдәр мәлендә беҙҙе тәнҡитләп, гәзиткә яҙып сыҡтылар. Шул гәзитте тотоп етәкселеккә индем - 

Үҙемде сатира йүнәлешендә лә һынап ҡарарға тура килде тип әйтергә булалыр. Филармонияла эшләгәс, йыш ҡына режиссерҙар минән сатира, юмор талап итә. Гастролгә сыҡ­ҡанда ла программаға индерергә тәҡдим итәләр. Әммә был жанр минең булмышыма бөтөнләй тап килмәй. Бәлки, “Ай ҡыҙы” сериалында уйнау үҙ эҙен ҡалдырғандыр. Йәки, киреһенсә, ул минең булмышымда булып, режиссер шуны күреп, саҡырғандыр. Күңелемә лирика, драма әҫәрҙәре яҡын.
Театр факультетының эстрада бүлеген тамамлағас, беҙҙе филар­монияның “Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк” төркөмөнә эшкә алдылар. Комедия амплуаһы хас булмаған миңә ул мәл яза булды, тип әйтһәм дә, хата булмаҫ. Әхирәтем Рита Шәм­сетдинова менән беҙҙән көсләп-көсләп ниндәйҙер тәрбиәһеҙ йыр йырлаталар. Райондар буйлап гастролдәр мәлендә беҙҙе тәнҡитләп, гәзиткә яҙып сыҡтылар. Шул гәзитте тотоп етәкселеккә индем дә, башҡаса ундай сығыштар яһатмауҙарын һораным. Декрет ялына китеп “ҡотолдом”. Вәлит ағай Илембәтов шаян кеше, “исем” тағырға оҫта. Минең “Ай ҡыҙы”нда уйнауыма төрттөрөп, лунатик тип көлдөрә ине. Атайым йор һүҙле кеше булды, әйтер һүҙен кинәйәләп кенә, төрттөрөп әйтеп ҡуйыр ине. Шаян хәбәрҙәре лә күп булды. Шундай мөхиттә үҫкәс, шаяртыуҙарҙы аң­лап ҡабул итәм. Вәлит ағайға ла үпкәләмәнем. Әммә тормошта етди кешемен, тәбиғәтемә шулай һа­лынған. Кеше көлдөрөрлөк көләмәс тә һөйләй белмәйем, иҫемдә лә ҡалмай.

https://www.ye02.ru/kl/17919-ni-sn-jelmira-juldashevany-lunatik-tigndr.html

 

Эльмира Юлдашева: Кеше көлдөрөрлөк көләмәс тә һөйләй белмәйем
Эльмира Юлдашева: Кеше көлдөрөрлөк көләмәс тә һөйләй белмәйем
Автор:
Читайте нас