Римма Зәйнетдин ҡыҙы Амангилдина 1972 йылдың 1 апрелендә Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Хәлил ауылында тыуған.
1993 йылда — Өфө сәнғәт училищеһын (Ф. Ф. Сәғитова класы), 1995 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай.
Хеҙмәт юлын 1993 йылда Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында башлай һәм шунда дауам итә. Оҙаҡ ваҡыт «Йәдкәр» фольклор төркөмөндә эшләй.
Халыҡ араһында билдәлелек яулаған «Ҡыпсаҡ ҡыҙы», «Уҙҙы йәшлек», «Уйнат гармундарыңды», «Түңәрәккәй күл» кеүек йырҙар тик Римма Амангилдина ижадына халыҡсанлыҡ хас.
Ҡаҙағстанда Рәсәй, Төркиәлә БР көндәрендә, Мәскәүҙә БР көндәрендә, ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында уҙғарылған БР-ҙың халыҡ-ара презентацияһында (Париж), «Петербург һабантуйы» халыҡ байрмында (Санкт-Петербург), «Йәшел аҙна» Халыҡ-ара агросәнәғәт күргәҙмәһендә (Берлин, Германия), Халыҡ-ара Гаванна йәрминкәһендә (Куба) ҡатнаша. Официаль делегация составында Чех, Словения, Ҡытай халыҡ республикаларына, Саксония Ирекле Дәүләтенә, Франция илдәренә сыға. Ул күп кенә Европа илдәрендә, Ҡытайҙа, хатта Америкала башҡорт моңон яңғыратып ҡайтҡан. Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була.
Мәскәүҙең Дәүләт Кремль һарайында «Сығышыбыҙ - Башҡортостандан», «Дуҫлыҡ күпере» исемле мәҙәни сараларҙа, Өфөлә үткән ШОС һәм БРИКС илдәренең саммиттарына ҡатнаша.
Римма Амнгильдина Мәскәү, Санкт-Петербург, Һамар, Пермь, Ырымбур, Силәбе ҡалаларында уҙғарылған милли сараларҙың алыштырғыһыҙ ҡатнашыусыһы.