+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Кистәр йәмле моңло йырҙар менән

Һәр кемдең үҙ кумиры була. Заһир Иҫәнсуриндың улар өсәү:

Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, үҙенсәлекле, моңло, йомшаҡ тауышы менән халыҡты әсир иткән популяр йырсы Заһир Иҫәнсуриндың улар өсәү:

Йыр серҙәренә Өфө сәнғәт училищеһында өйрәттеләр. Нәйлә Ғәбделхәй ҡыҙы Йосопова синыфында дүрт йыл уҡыным. Артабан, белемемде камиллаштырыу йәһәтенән, уҡыуымды дауам итеп, Өфө сәнғәт академияһында профессор Иҙрис Мөҙәрис улы Ғәзиевта моң серҙәренә өйрәндем.
Ә кумирҙарым — уҡытыусым, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Иҙрис Ғәзиев, ул бик оҫта башҡарыусы һәм көслө уҡытыусы. Шулай уҡ халыҡ яратҡан йырсыбыҙ Азамат Тимеровтың ижадын үҙ итәм. Сит ил йырсыларына килгәндә, легендар Лучано Паваротти йырҙарын яратып тыңлайым.
Кистәр йәмле моңло йырҙар менән
Кистәр йәмле моңло йырҙар менән
Автор:
Читайте нас: