+17 °С
Облачно
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
28 Марта 2022, 14:12

Зилиәне бала саҡта күрә йөрөһәм дә, күңел күҙем менән ошондай ҙа матурлыҡты, һөйкөмлөлөктө абайламағанмын.

Мәктәпте тамамлауға 10 йыл уҙғас, Өфө ҡалаһында яҙмыш беҙҙе ҡабат осраштырҙы.

Зилиәне бала саҡта күрә йөрөһәм дә, күңел күҙем менән ошондай ҙа матурлыҡты, һөйкөмлөлөктө абайламағанмын.Зилиәне бала саҡта күрә йөрөһәм дә, күңел күҙем менән ошондай ҙа матурлыҡты, һөйкөмлөлөктө абайламағанмын.
Зилиәне бала саҡта күрә йөрөһәм дә, күңел күҙем менән ошондай ҙа матурлыҡты, һөйкөмлөлөктө абайламағанмын.

              Ижадында халыҡсанлыҡ

Ихлас сығыштары менән тамашасылар күңелен арбап, моңло йырҙары, өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнауы менән бер кемде лә битараф ҡалдырмаған йырсы Сәит Билаловты мәктәп йылдарынан беләм мин. Хәйбулла районының Әбеш урта мәктәбенә уҡырға килгән муйылдай ҡара күҙле баланың күңеле тулы моң икәнен ҡурай түңәрәген алып барыусы уҡытыусы, Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы Камил Илембәтов бер ҡарауҙа һиҙеп алды һәм үҙ балаһылай яҡын күреп, Сәиттең тәбиғәттән һалынған һәләтен үҫтерергә тотондо. Бар халыҡты хайран итеп, бер ҙә көсәнмәй, әллә ни тырышмай ғына эстрада һәм халыҡ йырҙарын да, оҙон көйҙәрҙе лә һуҙып ебәрер ине ул.

- Уҡытыусыларым, туғандарым, талантыңды үҫтерергә кәрәк, тип кәңәш биргәс, мин яңы ғына асылған Өфө сәнғәт училищеһының Сибай филиалына уҡырға индем. Урал аръяғының һәләтле балалары өсөн был матур уҡыу йорто бик тә урынлы булды. Махсус уҡыу йортонда сәхнә йондоҙо булырға өйрәтеүсе тәүге дәрестәрҙе алғас, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының йыр бүлеген тамамланым. Уҡытыусыларҙан уңдым мин тормошта. Йөрәк хазинаһы менән бүлешеп, күңелемә шул рухи байлыҡты һалып үҫтергәне өсөн барыһына ла рәхмәтлемен.

Сәит моңло тауышлы йырсы ғына түгел, халыҡ тарафынан яратып тыңланған йырҙар авторы ла. Хәҙерге көндә бер нисә альбомын сығарған, төрлө хит-парадтарҙа уңышлы ҡатнашҡан йырҙары бихисап уның. Рәми Ғарипов һүҙҙәренә «Һандуғас моңо» тип аталған тәүге йырын Сибай сәнғәт колледжында уҡыған осоронда яҙа. Йырҙарына күп ваҡыт һүҙҙәрен дә, көйөн дә үҙе ижад итә.

Бөгөн Сәит Билалов үҙенең йыр яҙҙырыу студияһын булдырған, бер үк ваҡытта төрлө тамаша-сараларҙы алып барыу менән дә шөғөлләнә. Уның башҡарыуындағы моңло, халыҡсан йырҙарҙы тамашасы үҙ итә, концерттарында зал һәр ваҡыт тулы була.

Сәит Билалов бик матур Ислам, Сәлимә, Әминә исемле балалар атаһы.

Ғаиләле булыу – бәхет, мин үҙемде тылсымлы әкиәттәге кеүек хис итәм. Ошондай бәхетте һәр кешегә теләйем, тип шатлығы менән уртаҡлаша йырсы.

Беренсе ғаиләнән улым бар.Тормош һуҡмаҡтары шулай борғоланып, икенсе ғаиләмде ҡорҙом. Ғаиләм өсөн шатмын. Кәләшем Зилиә – бер мәктәптә уҡыған яҡташым, егәрле халҡы, матурлығы менән дан тотҡан Бәләкәй Арыҫланғол ауылы ҡыҙы. Өлөшөңә төшкән насип көмөш шулай табылалыр инде, Зилиәне бала саҡта күрә йөрөһәм дә, күңел күҙем менән ошондай ҙа матурлыҡты, һөйкөмлөлөктө абайламағанмын. Бик мут егет булынды, ҡыҙҙар күп ине. Буласаҡ кәләшем менән уҡыған саҡта аралашманыҡ. Мәктәпте тамамлауға 10 йыл уҙғас, Өфө ҡалаһында яҙмыш беҙҙе ҡабат осраштырҙы.

Бер күреүҙән башкөллө ғашиҡ булдым, һәм, әлхәмдулиллаһ, бер-беребеҙҙе аңлашып, тормошта һәм ижадта терәк –таяныс булып йәшәйбеҙ. Ике сәскәләй ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Тыуған яҡҡа, туғандар эргәһенә бергәләп ҡайтабыҙ. Ҡайны-ҡәйнәм, ҡәйнеш-балдыҙҙарым менән төшкән «Бушҡа ғына үтмәһен» исемле клипты халыҡ бик яратып ҡабул итте. Тырыш, йүнсел Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халҡын бына ошолай тарихи клипта төшөрөүгә мин бик шатмын.

Һәр көнгә ҡыуанып йәшәй Сәит. Зал тултырып концертына килгән тамашасыларға рәхмәтле. Уның концерттары ысынлап та халыҡ байрамы кеүек: Сәит микрофон тотоп тамашасылар араһында йөрөй, залдағы бөтә халыҡ бергәләп бейей, йырлай, бер туғандар кеүек күңел аса. Был тәбиғи ҙә, ихлас та тамаша барлыҡҡа килтерә. Халыҡсанлыҡ Сәиттең ижадындағы төп сифат ул. Уйландырыр, моңландырыр, кәйеф күтәрер яңы программалар эшләп тора. Марсель Ҡотоев, Юнир Һағынбаев, Венера Юлгилдина, Фәриҙә Ғаззалова кеүек йырсылар менән тығыҙ бәйләнештә ижад итә. Ян Лира, Хәсән Усманов, Марсель Ҡотоев менән бергәләп йырсылар союзын барлыҡҡа килтерергә ниәтләйҙәр. Унда башҡорт халыҡ йырҙарын пропагандалау, башҡорт эстрада йырҙарын яңы кимәлгә күтәреү өҫтөндә эшләргә, хәйриә концерттары ойошторорға йыйына рухлы егеттәр.

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ. Күңелеңдәге изге уй-ниәттәрҙе тормошҡа ашырып, ғаиләңдән илһам алып, дуҫтарыңдың иңен, тамашасыларыңдың һөйөүен тойоп, йондоҙло үрҙәргә тағы-тағы күтәрелергә насип булһын, моңло уҡыусым.

     Миләүшә ҠЫҘРАСОВА ҡорған әңгәмәнән. Мәҡәлә "Тамаша" журналында донъя күрҙе.

Автор:
Читайте нас