-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
25 Март 2022, 19:10

Ҡотлайбыҙ!

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөндә юғары дәүләт наградалары менән бүләкләнеүселәр араһында - "Тамаша" журналының күптәнге дуҫы Лилиә ИШЕМЙӘРОВА ла бар. Ейәнсура һандуғасына  "Башҡортостандың халыҡ артисы" исеме бирелде. - Оҙаҡ итеп гастролдәрҙә йөрөргә, тамашасы менән яҡындан аралашырға күнеккән артистарға пандемия ауырға төштө инде. Яңы шарттарға яраҡлашып, социаль селтәрҙәрҙә күп эшләргә тура килде. Был, әлбиттә, йәнле аралашыуҙы алыштыра алмай. Мин, мәҫәлән, марттан алып һәр йома һайын инстаграмда концерт ҡуйҙым. Аҙаҡ уны башҡа селтәрҙәргә лә тараттым: Шуныһы ҡыҙыҡ: -  

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

бығаса мине тыңламаған кешеләр ҙә инеп ҡарай, тыңлай башланы. Ҡайһы бер яҙмаларымды 5-тән алып 9 меңгә тиклем кеше ҡарай ине. Хатта мин итальян йырсыһы Ренато Монти менән аралашып киттем. Ул беҙҙең Рәсәй табиптарын дәртләндерер өсөн йыр менән мөрәжәғәт иткән дә мин итальян табиптарын яуап итеп яҙҙырҙым. Ул шундай резонанс алған күренеш булды ул. Аҙаҡ «Беҙ бергә!» тигән халыҡ-ара бер проектта ҡатнашып, клип та төшөрҙөк. Пандемия булмаһа, был хаҡта, бәлки, башҡа ла инеп сыҡмаҫ ине.

Шулай ҙа, бер ниндәй социаль селтәр ҙә, онлайн-проект та тыңлаусың менән күҙгә-күҙ ҡарашып аралашыуға етмәй. Пандемия бөтөп, яратҡан тамашасыларым менән осрашыуҙы бик һағынып көтәм!

     Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА ҡорған әңгәмәнән өҙөк.

Автор:
Читайте нас