+3 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Рәссам, Шәйехзада Бабич премияһы лауреаты Вера Фролованы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!

Тормошоғоҙ сағыу буяуҙарҙан торһон һәм дә изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын! Янығыҙҙа бары тик ихлас, тоғро, ышаныслы дуҫтар һәм изге күңелле кешеләр генә булһын. Башҡорт халҡының тарихи боронғолоғо һәм милли йолаларының, ғөрөф-ғәҙәттәренең матур үҙенсәлеген асыусы һүрәттәрен бай, ҡеүәтле, ҡуйы төҫтәр менән сағылдырыусы рус ҡыҙы, рәссам Вера Александровна Фролова әҫәрҙәренә таң ҡалмаған кеше һирәктер. Үҙенең сағыу хис-тойғолары аша ҡабул иткән донъяның матурлығын бай, ҡеүәтле, ҡуйы төҫтәр менән сағылдыра ул - 

Рәссам, Шәйехзада Бабич премияһы лауреаты Вера Фролованы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!
Рәссам, Шәйехзада Бабич премияһы лауреаты Вера Фролованы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!

Ул үҙенең картиналарында тормоштоң әхлаҡи ҡиммәттәрен һүрәтләүгә өҫтөнлөк бирә, геройҙарының рухи һәләттәрен асыуға өлгәшә. Нескә тәьҫирләнеүсәнлек һәм һиҙгерлек һәләтенә эйә рәссам булараҡ, ул ябай ғына ваҡиға, күренештәрҙә тәрән фәлсәфәүи мәғәнә тоя, шуларҙы ҡылҡәләм аша башҡалар күрерлек итеп тапшыра белә.
Вера 1983 йылдың 7 мартында Башҡорт АССР-ының Ишембай ҡалаһында тыуған.
2009 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының һынлы сәнғәт факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлай.
2010 йылдан ул Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы. 2002 йылдан Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының региональ бүлегенә ҡараған Көньяҡ Башҡортостан рәссамдар Ассоцияцияһы ағзаһы. Өфө, Белорет, Ишембай, Салауат һәм Силәбе өлкәһенең Әшә һәм башҡа ҡалаларҙа 20-нән артыҡ шәхси күргәҙмәһен уҙғарған.
Рәссамдың гражданлыҡ позицияһы аныҡ, ул — рус рәссамдар мәктәбе йолаларын дауам итеүсе реалист булараҡ танылыу тапҡан Уның портреттарында, төрлө жанрҙағы әҫәрҙәрендә ҡатын-ҡыҙҙың төп булмышы — әсәлек, быуындар бәйләнеше, башҡорт халҡының тарихи боронғолоғо һәм милли йолаларының, ғөрөф-ғәҙәттәренең матур үҙенсәлеген асыусы темалар ярылып ята. Үҙенең сағыу хис-тойғолары аша ҡабул иткән донъяның матурлығын бай, ҡеүәтле, ҡуйы төҫтәр менән сағылдыра ул. Тормоштоң күп яҡлылығын аңлы рәүештә ҡабул итеү һәм шуларҙы һүрәтләү - уның һөнәри булмышы. Вера Фролованың ижады күп милләтле Башҡортостан Республикаһында ғына түгел, юғарыраҡ кимәлдәрҙә толерантлылыҡҡа, милләт-ара татыулыҡҡа, халыҡ-ара мәҙәни аралашыуға — сағыу миҫал.

     Миләүшә Ҡыҙрасова әҙерләне

Автор:
Читайте нас: