+3 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

"Әлдә һин бар әле донъяла..."

Популяр йырсы Радик Динәхмәтов башҡарыуында яңғыраған был йырҙы халыҡ яратып, халыҡ йыры тип ҡабул итте. Шул йырҙы тыңлау өсөн генә лә Радикты төрлө сараларға, ижад кисәләренә, юбилейҙарға, тантаналарға саҡыралар. Ошо йырҙы йырлауын һорап күрше өлкә, республикаларҙа үтеүсе сараларға саҡыралар. Шулай итеп, "Әлдә һин бар әле донъяла..." Радик Динәхмәтовтың визит карточкаһына әйләнә.Ә йырҙың тыуыу тарихы тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ. Нисәмә йылдар кәрәк булған уға, йыр һөйөүселәргә килеп етер өсөн - 

"Әлдә һин бар әле донъяла..."
"Әлдә һин бар әле донъяла..."

Бөтә донъяға таралған “Әлдә һин бар” йырының һүҙҙәрен Шәриф Бикҡол ҡырҡ  йәшендә, 1964 йылда уҡ яҙған булған. Шиғыр  хәләле  Татарстан һылыуы Рәйсә ханыма бағышланған. Уның һөйөклө ҡатынына, серҙәшенә, фекерҙәшенә бағышлаған шиғырҙары, йырҙары  тиҫтәләгән. Төрлө йылдарҙа, төрлө темаға яҙылған йырҙары 300-ҙән артыҡ.

Ә инде “Әлдә һин бар” шиғырына  икенсе ғүмерҙе Байрас Абдуллин бирә. Ейәнсура районында тыуып үҫкән талантлы музыкант бер күреүҙән ғашиҡ булған  Рәйсәне осратҡас, 20 көндән ҡыҙҙың Хәйбуллала йәшәгән ата-әсәһенә ҡоҙалар ебәрә. Ул саҡта Рәйсә – буласаҡ уҡытыусы, бишенсе курста уҡып йөрөгән була, имтихандар биреп, ҡайта алмай. Телефондан  ғына Байрасҡа кейәүгә сығырға ҡаршы түгеллеген әйтә.

1987 йылда, бер байрамда – йәмәғәтенең 30 йыллыҡ юбилейында  өр-яңы көй уйнай Байрас. Барыһы ла моң тәьҫирендә  әсир ҡала. Ҡунаҡтар киткәс, Абдуллиндар төнө буйы шиғыр китаптарын аҡтара. Күңелгә ятҡан һүҙҙәр эҙләйҙәр. Ләкин таба алмайҙар. Шунан Байрас Шәриф Бикҡол китабын табып алып ҡайта, “Әлдә һин бар” шиғырын бер уҡыуҙа оҡшаталар.  

Абдуллиндар ғаиләһенең гимны кеүек була был йыр. Тик Байрастың дуҫтары бындай йырҙың сәхнәләрҙә  йырланмауына үпкә белдерә, йырсыларға тәҡдим итергә ҡушалар. Байрас Абдуллин йырҙы үҙе яратып тыңлаған, матур ғына тауышлы бер йырсыға биреп ҡарай. Тик был йырсы ноталарҙы юғалта. Үҙенең ижадына шундай мөнәсәбәттән һуң башҡаса әрһеҙләнеп йөрөмәй композитор.  Шулай тағы 5 йыл ғүмер үтеп тә китә.

Көндәрҙән бер көндө Башҡорт академия драма театрының музыканты  Радик Динәхмәтовҡа хеҙмәттәштәре бер записка һәм ноталар яҙылған ҡағыҙ тотторалар. Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге гимназияла уҡығанда остазы Радиктың йырға һәләтен асыҡлаған була. Яратҡан уҡытыусыһына, музыкант булараҡ остазына әйләнгән Байрас ағаһының һүҙен кире ҡаға буламы! Тиҙ үк өйрәнеп ала һәм 1992 йылда беренсе тапҡыр йыр театр коллективының гастролдәре ваҡытында театрлаштырылған  тамашала башҡара. Зал  аяҡ өҫтө баҫып алҡышлай. Был көн Шәриф Бикҡол шиғырының өсөнсө тыуған көнө була! Өфөгә Радик йырсы булып ҡайта. “Әлдә һин бар” йыры концерттарының  кульминация нөктәһенә әйләнә.

Мөхәббәт емеше булып тыуған йырҙың тамашасыға тәьҫир итеү көсө хаҡында бик күп яҙырға булыр ине. Шуныһы ғәжәп – Шәриф Бикҡолдоң да, Байрас Абдуллиндың да ҡатындарының исеме Рәйсә булып сыға. Ә йырға һүҙҙәр һайлағанда Абдуллиндар уның кемгә арналып яҙылғанын белмәйҙәр.

“Әлдә һин бар” йыры менән Байрас Абдуллин һәм Радик Динәхмәтов шағирға һәйкәл ҡуйҙы, тиҙәр шиғриәт һәм йыр һөйөүселәр. Ул хәҙер донъяның әллә күпме нөктәләрендә яңғырай – башҡортса, инглизсә, төрөксә, татарса, русса. Былары  әле Радик Динәхмәтов башҡарыуында ғына. Төрөк теленә Байрас Абдуллиндың улы Алмаз, руссаға Ғәзим Шафиҡов, инглиз теленә танылған композитор Рим Хәсәнов тәржемә иткән.

     Фәниә Ғәбиҙуллинаның "Тамаша" журналында донъя күргән мәҡәләһенән.

Автор:
Читайте нас: