+10 °С
Дождь
Еңеүгә - 80 йыл
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
3 Марта 2022, 08:00

Илсөйәр Ғәзетдинова: ҮҘЕМ ТУРАҺЫНДА ҮҘЕМ

Нисек кенә йәш, дәртле булып ҡалырға теләһәк тә, тормош үҙенекен итә – мин дә ғүмеремдең етенсе тауына күтәрелдем. Ул тауҙарға бейегерәк менгән һайын, уҙған йылдар – бала саҡ һуҡмаҡтары, йәйрәп ятҡан йәшлек яландары, еләктәй бешкән ҡайнар миҙгелдәр, ҡанат ҡуйған хыял-болоттар сағыуыраҡ күренә... Ғүмеремдең йәнә бер үренә мендем һәм тирә-яҡты байҡау менән уйҙар-хәтирәләр теҙелеп баҫты –

уларҙың һәр береһе шул тиклем ҡәҙерле, күңелемде йылытып тора. Хатта йылдар үткән һайын, тағы ла сағыулана бара һымаҡ.

…Бына мин тыуған ауылым – гүзәл тәбиғәтле Дүртөйлө ра­йоны Исмаил ауылының киң, бөхтә урамынан атлайым. Бында бала сағым көтөп тора. Татыу, матур, күптәргә өлгө булып йәшәүсе уҡытыусы һәм колхозсы Мәҙинә менән Ибраһим ғаиләһендә 3-сө бала булып мин тыуғанмын. Йөҙлөк менән тыуғанмын. «Үтә бәхетле, тәүфиҡлы, гүзәл булыр был бала», – тигән кендек инәйем. Рәхмәт уға! Бөтә юрағандары юш килде! Ана тегендә, инеш һыуын көҙгө итеп, сәс тарай-тарай, һыуға ҡапланған урын. Ана, апам Гөлшат менән «кәртишкә» төшкән өй. «Фотограф килгән, фотограф килгән!..» – был хәбәр беҙгә лә килеп етте. Баҫып ултырған тауыҡ ояһынан ун йомортҡа сәлдереп, «кәртишкә»гә төшөргә иҫәп тотоп, йомортҡаларҙы итәккә тултырам. Өҫтөбөҙҙә – «кешегә сыҡҡанда» кейә торған матур күлдәктәр. Йүгерҙек. Быға тиклем урлашып эш итмәгәнгәлер инде, йүгерә торғас, мәтәлләп барып төштөм. Күлдәк, ҡул, бит йомортҡаға буялды. Ватылған йомортҡаларҙың ҡайһы берҙәренән себеш баштары күренә ине. Беҙҙе йәлләптер инде, бушлай фотоға төшөрҙөләр. Юл буйы илап ҡайттыҡ. Ҡайтҡас әнейемдән эләкте – кесерткәнле ҡайыш...

...Апайыма ҡарағанда ҡыйыуыраҡ инем, мәктәптә бөтә яҡлап та беренсе булдым, һәр эштә алдан төшөп, башҡаларҙы эйәртә инем. Эх, мәктәп йылдары! Һағындыра. Күпме эштәргә өйрәндем мин һиндә! Класта староста, отряд, дружина советы рәйесе, мәктәп стенгазетаһында мөхәррир, пионервожатый – тағы әллә күпме йәмәғәт эштәре тағылған. Ошо тиклем эштәрҙе йөкмәп, насар уҡып ҡара! Грамоталар, дипломдар, приздар алдыҡ. Балалыҡ, мәктәп йылдарына уйҙарым менән әйләнеп ҡайтһам, ирекһеҙҙән, 4-се класта уҡытыусым ауырыған ваҡытта бер дәрес биргәнем иҫемә төшә лә, йылмайып ҡуям. Йыш ҡына беренсе уҡытыусым, ҡәҙерле Мөсфирә апаны иҫкә алам. Һаулығы булмауға ҡарамаҫтан, беҙҙе 4-се клас­ты бөтөртөргә күпме тырышты ул. Бик ауыр булған минуттарында таҡтаға яҙаһы өлгөләрҙе минән яҙҙыра ине, дәфтәрҙәр тикшерер­гә лә ярҙамлаша инем. Бер саҡ шулай класс алдында дәрес алып бара башланым, «уҡытам». Бер малай Мичуринды дөрөҫ әйтмәй бит. «Мучирин» тип тик тора, ҡабатлатам, тағы шул уҡ хәл. «Мучирин», – ти. Ҡыуып алып киттем тегене, ул – мейес артына, мин – уның артынан, ул – мейес башына, мин дә – мейес башына, бөтә класс дыу ҡуптыҡ. Көн һайын бәрәңге ҡырып крахмалланған аҡ яғам өҙөлөп ҡыйшайған, ҡара күлдәгем мейес аҡбурына буялып, ала-ҡолаға әйләнгән. Шулай итеп, минең уҡытыусылыҡ «эшем» ошоноң менән тамамланды.

...Уйҙарым ары китте. Бына Исмаил ауылы мәҙәниәт һарайы. Әнейем, һөйөклөм! Ғүмер буйы­на артист булырға хыялланған. Сәхнәнән төшмәгән, йырлаған, бейегән, уйнаған, һөйләгән. Ул 80 йәште уҙғас та әллә күпме шиғырҙарҙы яттан белде, үҙе яратҡан шағирҙарының китаптарын ҡулынан төшөрмәне. Ә әтейемдең тауышы үтә моңло ине, тик сәхнәгә менмәне, беҙҙең өсөн, ҡунаҡтар өсөн йырлар ине лә күҙенә йәш тығылыр ине. Мин дә әтейем кеүек илаҡмын. Хәйер, илай алыу үҙе ҙур бәхет бит ул, күңел таҙарынып, бушанып ҡала. Мин мәҙәниәт һарайының эсенә атлайым. Ысынлап та, ниндәй серле, мөғжизәле урын был һарай, һарай – батша һарайы! Беренсе тапҡыр сәхнәгә сыҡҡан көнөмдө хәтерләйем. Мәктәпкә төшмәгәйнем әле. Гөлшат апам 1-се класта уҡый ине, уға эйәреп минең дә сәхнәгә сығаһым килде, әнейем беҙгә украин костюмы текте, бе­йеү ҙә ҡуйҙылар. Ул ғына аҙ тойолдо микән, шиғыр ҙа һөйләргә булдым. Уҡып бөткәс, баш эйергә кәрәк, тигәндәрҙер инде, мин шундай итеп эйҙем, тигеҙлегемде юғалтып, алға тәкмәс атып киттем. Һикереп баҫтым да тағы баш эйҙем. Шул ваҡытта юғалып ҡалмағаныма әле шаҡ ҡатам. Шунан алып сәхнәнән төшмәнем.

Мин 7-се класты бөтөүгә беҙҙең ауылда яңы мәҙәниәт һарайын төҙөү башланды. Бөтә халыҡ сыҡты ярҙамлашырға. Мин дә бер төркөм иптәштәрем менән «ҡара эшсе» булып ялландым (беҙҙең вазифа – носилка менән кирбес, цемент, иретмә ташыу, килтерелгән һыу етмәгән осраҡта көйәнтәләп һыуға барыу). «Илсөйәргә бейергә сәхнә киң булһын», – тип таҡмаҡлай-таҡмаҡлай тырышты ауылдаштарым, «Һиңә урын етәме, бе­йеп ҡара әле», – тиҙәр. Ә хәҙер мәҙәниәт һарайын төҙөшөүҙә минең өлөшөм дә бар бит, тип ғорурланам. Уның сәхнәһе мине оло юлға сығарҙы, Өфөгә театр училищеһына уҡырға оҙатты. Әле лә ошо сәхнәлә талапсан ауылдаштарым һәр спектак­лемде ҡарай, баһа бирә.

...Уйҙар, уйҙар… Улар мине Ағиҙел буйына илтә. Бала сағымдан уҡ баржалар менән ярышып, арҡырыһын-буйын буйлап йөҙгән Ағиҙелем, сәскәләргә күмелгән болондарым, емештәрен күтәрә алмай һығылып ултырған балан, сейә, гөлйемешле, муйыллы, ҡамырлыҡлы туғайҙарым, күпме хозурлыҡ бар һеҙҙә, тыуған төйәгем минең! Әтейем беҙҙе ошо туғайҙарға, болондарға йыш алып сығыр ине. Һағындыра…

Әнейем уҡытыусы булғас, уҡытыусы булырмын, йә табип, йә өлкән пионервожатый, йә рәссам, тип уйлай инем. Икеләнеүҙәремә бер ваҡиға нөктә ҡуйҙы: 10-сы класты тамамлап йөрөгәндә ауылға М.Кәримдең «Айгөл иле» спектакле менән академия театры артистары килде, улар алдында шиғырҙар һөйләп күрһәттем, артистар миңә сәнғәт училищеһына уҡырға барырға кәңәш итте. Минең Өфө сәнғәт училищеһында уҡыған ваҡыттарым (1968–1972 йылдың мартына тиклем) – ҙур донъяға аяҡ баҫып, үҙ аллы йәшәй башлаған, ауыл, район сәхнәләрендә генә түгел, ҡала кимәлендә сәнғәт донъяһына сумған мәлем. Студент йылдарында Мәжит Ғафури театрына тәүҙә тамашасы булып йөрөнөк. Гәзит-журналдарҙан уҡып, радио­нан тауыштарын ишетеп белгән артистарҙы сәхнәлә күреү – бәхет ине! Ул замандың мәшһүр артистарын күреп белеү, һуңғараҡ күмәк сәхнәләрҙә улар менән йәнәш баҫып тороу, сәхнәлә «йәшәргә тырышыу» мәлдәре калейдоскоп кеүек күҙ алдымдан үтә. Бөйөк режиссер һәм актер Вәли Ғәлимов, мәшһүр артистарыбыҙ Арыҫлан Мөбәрәков, Хөсәйен Ҡудашев, Рим Сыртланов, Ғәзим Туҡаев, сәхнә королеваһы Зәйтүнә Бикбулатова, Рәғиҙә Янбулатова, Әҡлимә Садиҡова, Рәхимә Һәүбәнова, Зәкиә һәм Ғата Арыҫлановтар һ.б. корифейҙар быуыны менән бер нисә йыл сәхнәлә партнерҙар булып уйнап ҡалдым.

2-се курсты бөткәс, 1970 йылдың йәйендә, театрҙың ул ваҡыттағы баш режиссеры Вәли Ғәлимов С.Поварисовтың «Кәрлә йондоҙ» спектакле менән гастролгә сығарҙы, ырҙын табағында, яландарҙа машина кузовтарында ла уйнарға тура килде. Ул бәләкәй сәхнәләргә ҡуйылған декорацияларға бәрелеп-һуғылып, күгәрмәгән ерем ҡалмай ине. Бына шулай мин «артистка» булып киттем. Күңелемдә уйылып ҡалған тағы ла бер ваҡиға: 1-се курсты тамамлар алдынан беҙҙең факультетҡа телевидениенан килеп Ә.Еникиҙең «Кем йырланы?» повесы буйынса төшөрөләсәк телефильмға 3-сө курсты бөткән Ә.Абушахманов менән мине саҡырҙылар. Уның режиссеры танылған бейеүсе Закир Исмәғилев булды. Ауыл күренештәрен Шишмә районы Ҡара Яҡуп ауылында төшөрҙөләр. Әхтәм уйнаған образдың әсәһен мәшһүр артистка Бәҙәр Йосопова башҡарҙы. Мөләйем, гел йылмайып һөйләшкәне, «башҡорт бейеүен ошолай бейейҙәр», – тип, өлкән йәштә булһа ла һығылмалы хәрәкәттәр менән бейеп күрһәткәне әле лә күҙ алдымда. Съемканан ҡайтҡас, оҙаҡ та тормай, уны һуңғы юлға оҙаттыҡ…

1971 йылдың көҙөндә 4-се курсҡа килгәс, үҙе лә диплом алды эшенә ҡайтҡан Р.В.Исрафилов беҙҙең аранан Ғәлиәбаныу роленә ҡыҙҙар һайланы. Шыбаға миңә сыҡты. Уҡыуымды ла дауам итәм, театрға репетицияларға ла йөрөйөм. Әлбиттә, тәжрибәле артистар алдында мин юғалыбыраҡ ҡалдым, сәхнәгә сығырға ояла инем. 1972 йылдың 5 апреле. Сәхнәлә – «Ғәлиәбаныу». Шығырым тулы зал, йәш артистканы ҡарарға тип бик күп өлкән артистар ҙа килде. Ҡаушамаҫ ереңдән ҡаушарһың. Иҫ китмәле декорация, шаршау күтәрелеп китә лә, Ғәлиәбаныу тәбиғәт ҡосағына сыға. Һөйгәнен көтөп ҡайындар араһында йөрөй. Бер ҡайын ағасы беркетелмәгән булған – йығыла башланы бит. Күп уйлап торорға ваҡыт юҡ, күтәреп алдым да ҙур ағасты урынына ултыртып ҡуйҙым. Эй, беренсе көндән үк шундай һынау ебәрер икән Хоҙай?!. Ундай һынауҙар сәхнәлә йыш булмаһа ла, осрап торҙо. Студент эскәм­йәһенән төшкәс тә шундай образ тыуҙырыу бик еңелдән булманы. Әкренләп-әкренләп тәжрибә туплап, үҙеңә ҡарата ышаныс та нығынғас, спектакль уйнау үҙе бер байрамға әйләнде. Партнерҙар кемдәр ине бит: Асия Нафиҡова, Шамил Рәхмәтуллин, Лүзә апай һәм Хәй ағай Фәхриевтәр, Рәхимә Һәүбәнова, Фәриҙә Камалетдинова, Әхәт Хөсәйенов, Ғайса Хәсәнов, Нурия Ирсаева, Фидан Ғафаров, һуңғараҡ Илдар Ғүмәров. «Ғәлиәбаныу» 20 йыллап сәхнәлә барҙы, 50 йәшкә еткәнсе концерттарҙа һәм осрашыуҙарҙа айырым сәхнәләрен күрһәтеп йөрөнөк. Рәхмәт Рифҡәт Вәкил улы Исрафиловҡа – шундай ҙа мөхәб­бәтле һәм тетрәндергес спектакль өсөн. Илле йыл эшләү дәүеремдә иң күп ролдәрем режиссер Р.Ис­рафилов ҡуйған спектаклдәрҙә булды. Төп ролдәр ҙә, икенсе пландағыһы ла, эпизодик күренештәр ҙә. Рифҡәт Вәкил улы халыҡҡа дәрт өҫтәрлек, илһам бирерлек, йәшәүгә көс уятырлыҡ «Ғәлиәбаныу», «Тапшырылмаған хаттар», «Ғәлиә», «Ҡыҙ урлау», «Зәңгәр шәл» һ.б. спектак­лдәре менән яңы һулыш алып килде.

Мин үҙемде йырсы тип иҫәпләмәйем, әммә күп йырлы ролдәр уйнаным. Ш.Рәхмәтуллин И.Абдуллиндың «Бажалар»ында Зөлфиә ролен бирҙе, йырҙарҙы тере оркестр менән башҡарҙыҡ. Шамил ағай ҡыҙыҡ, юморлы актер булараҡ, режиссерлығы ла үҙенсәлекле булды. Комедияларҙы үҙе уйнағанса ҡупыртып тамашасыға еткерергә ҡуша ине. Уның ҡуйыуында алты спектаклдә ҡатнаштым.

1980 йыл – ғүмеремдең иң иҫтәлекле, онотолмаҫ ваҡиғаларға бай йылы булды. Ул йылды мин Башҡорт дәүләт университетын уңышлы тамамланым. Диплом эшем «Инсценировка – жанр» тип аталды, етәксем профессор Миҙхәт Ғәйнуллин булды. М.Ғафури­ҙың «Ҡара йөҙҙәр» әҫәренә нигеҙләнеп Ғ.Әмири һәм В.Ғәлимов яҙған инсценировка – диплом эшенең нигеҙе булып барҙы. Һәм шул миҙгелдә М.Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр»ендә Ғәлимәне уйнауымды мин яҙмыш бүләге тип ҡабул иттем. Кемдәр генә хыялланмай Ғәлиәбаныу менән Ғәлимәне уйнарға... Ҡыҙғаныс, видеояҙмалар төшөрөлмәгән. Һағынам Ғәлимәмде. Ошо миҙгелдә Р.Исрафилов ҡуйған М.Кәримдең «Ҡыҙ урлау»ында, Лек Вәлиев сәхнәләштергән Ғ.Әхмәтшиндең «Яр буйында усаҡтар», «Тальян гармун» әҫәрҙәрендә Йәмилә, Оля-Бибигөл, Һөйөклө кеүек йырлы ролдәр тыуҙырҙым.

…Ә уйҙарым мине хөрмәтле уҡытыусым Лек Вәли улы Вәлиев янына алып ҡайта. «Уҡытыусың булараҡ бик ҙур эштәр бирә алманым, ғәфү ит», – тип өндәште ул һуңғы осрашҡанда. Һеҙ ҡуйған спектаклдәрҙә бик матур ролдәр уйнаным: «Бәхтегәрәй»ҙәге Мөнирә үҙе ни тора!.. «Һыу юлы», «Йырланмаған йыр», «Гармунсы дуҫ», «Ут», «Зәйтүнгөл», «Яр буйында усаҡтар», «Тальян гармун», «Беҙ казактар бит әле», «Тиле йәшлек», «Утлы өйөрмә» һ.б. спектаклдәрҙәге образдарым өсөн мин һеҙгә үпкәләрлекме ни, хөрмәтле уҡытыусым! Хәтер кисәгеҙҙә һеҙ ҡуйған С.Айытматовтың «Әсә – Ер-әсә» спектак­ленән Тулғанайҙы уйнаным... Бына күпме эштәр эшләгәнмен һеҙҙең ҡуйылышта. Рәхмәт, уҡытыу­сым!

…Режиссерым Вәзих Кашаф улы Сәйфуллинға ла рәхмәтлемен. Уның спектаклдәрендә бик күп ролдәр уйнаным. Л.Толстой әҫәре буйынса ул ҡуйған «Тере мәйет» спектаклендә сиған ҡыҙы Маша яратҡан образдарымдың береһе булды. «Еҙнәкәй»ҙә (Х.Ибраһимов) – Сажиҙә, «Ғүмер ике килмәй»ҙә (Ә.Мирзаһитов) – Тәскирә, «Миләш-Миләүшә»лә (Н.Асанбаев) Миләүшә һәм башҡа ролдәрем миңә йылдар аша ҡул болғайҙар…

Бөгөнгө «тауым»дан башҡаларына күҙ һалам. Ҡасан ғына үтте икән йәшлек, ҡасан ғына өлкән образдар килеп инде икән ижадыма? Режиссер Азат Нәҙерғолов ҡуйған М.Кәримдең «Киске табын»ында – әсә образы Йәннәт, студент саҡтан уҡ хыялланған «Айгөл иле»ндә Зөлхәбирә, Г.Әхмәтҡужинаның «Әйҙәгеҙ, танышайыҡ»та – Тамсыгөл һәм С.Латиповтың «Көнләш, Америка, көнләш!»ендә Нәфисә кеүек ролдәрем менән мин әсәйҙәр, оло йәштәгеләр образына индем. Һуңынан режиссер Айрат Абушахманов мине ошо йәштәге образдарға «нығытып» ҡуйҙы, ул ҡуйған «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» (М.Кәрим, Р.Исрафилов) спектаклендә Кесе инәй, Ҡәфиә, «Хушығыҙ, хыялдарым»да (Ә.Атнабаев) – Ғиҙелбанат, «Ҡоҙаса» (Б.Бикбай, З.Исмәғилев) музыкаль комедияһында – Мәхмүзә, «Шәүрәкәй» (М.Буранғолов) музыкаль комедияһында – Аҫылбикә, «Яратыу гонаһмы?..» (Т.Миңнуллин) спектаклендә – Хәбирә, «Минең ғаиләм»дә (Т.Дәүләтбирҙина) – Маруся, «Ҡара йөҙҙәр» (М.Ғафури) драмаһында Хәмиҙә ролдәрен башҡарҙым. Режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаевтың «Мин – ҡатын-ҡыҙ» (Т.Миңнуллин), «Ҡыҙ урлау» (М.Кәрим) спектаклдәрендә уйнайым.

Һуңғы йылдарҙа яратып уйнаған ролдәремдең береһе – Илнур Муллабаев ҡуйған Ә.Атнабаевтың «Балаҡайҙарым» спектаклендә Хазина образы. Спектакль минең ижадымда илаһи күренеш булды: оло быуын әсәләре образдарын һынландырыуға күсеүҙең кульминацияһы булғандыр тип уйлайым. Апам һәм ҡустыларым ҡарағас: «Тере әнейемһең» тип баһаланы, минең өсөн был – бик ҡәҙерле һүҙҙәр.

…Уйҙар, уйҙар… Уларҙың осо ла, ҡырыйы ла юҡ. Мин үҙем уйнаған спектаклдәрҙе генә түгел, ә ғөмүмән театрҙа ҡуйылған спектаклдәрҙең һәммәһен ҡат-ҡат ҡарайым, коллегаларымдың уңышлы эштәренә һөйөнәм. Ә спектакль театрға ла уңыш килтереп, төрлө ижади бәйгеләрҙә юғары баһа алып, ҡуйыусыларына ҡаҙаныштар килтерһә – бигерәк тә шатлыҡлы хәл. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа беҙҙең театрҙың «Кәкүк ояһы», «Ҡара йөҙҙәр», «Зөләйха күҙҙәрен аса», «Хыялға ҡаршы» спектаклдәре Рәсәй кимәлендә танылды. Фестиваль спектаклдәре театрҙың дәрәжәһен күтәрһә, ә «Бәхет хаҡы» (Х.Мөҙәрисова), «Бер мәл санаторийҙа» (Н.Ғәйетбаев) кеүек спектаклдәр халыҡсанлығы менән күңелдәрҙе яулай.

…Етенсе үрҙән миңә бик күп күренә: ана, аҡ болоттар булып хыялдарым осоп йөрөй. Улар – минең уйнарға хыялланған ролдәрем. Мин Кручининаны («Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр») уйнарға хыялландым, Анна Каренинаны… «Ай тотолған төндә» спектаклендә Зөбәржәт менән Шәфәҡте уйнағандан һуң Тәңкәбикәне лә уйнағым килә… Әммә шулай ҙа миңә бәхет йылмайҙы: 2012 йылда Олег Ханов А.Островскийҙың «Бирнәһеҙ ҡыҙ»ын ҡуйҙы – хыялымда йөрөткән Огудалованы уйнарға насип булды. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап ҡуйылған М.Багаевтың «Ике төш» драмаһында ла бик ҡатмарлы Әсә образын уйнау бәхете тейҙе – ул эске тойғо-кисерештәре менән ҙур классик образдарға тиң.

Бына шулай йылдарҙы йылдарға, миҙгелдәрҙе миҙгелдәргә бәйләп, көн артынан көн үтә, яңы образдар, спектаклдәр тыуа. Ғүмерҙең үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала икән шул. Шөкөр, бөгөн дә мин сәхнәлә! Сәхнә ул – минең яҙмышым, йәшәү сығанағым!

Рәхмәтлемен тормошома, тамашасыма һәм иң ҙур бәхетем булған ғаиләмә: ошо етенсе тау­ға артылғанда тормош иптәшем Рәис Суфиян улының, улым Илгиз, киленем Лилиә, ейәндәрем Илнар һәм Лиана, ҡоҙағыйым Зилә менән ҡоҙам Сәғит Әхтәмовтарҙың янымда булыуы миңә көс-дәрт өҫтәй. Алда – ғүмер үрҙәре, артылаһы тауҙарым көтөп тора!..

"Тамаша" журналы, 3-2021

Илсөйәр Ғәзетдинова: ҮҘЕМ  ТУРАҺЫНДА ҮҘЕМ
Илсөйәр Ғәзетдинова: ҮҘЕМ ТУРАҺЫНДА ҮҘЕМ
Автор:
Читайте нас