+3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
3 Март 2022, 18:00

Бөгөн Бөтә донъя яҙыусылар көнө.

"Йоҡлатмайыҡ әле халыҡты!" Яҙыусы менән әңгәмә тигәндә, беҙ өлкән быуын әҙиптәрен генә күҙ уңында тотоп өйрәнгәнбеҙ. Үҙебеҙҙең быуын әле фәлсәфәүи, тәрән, баһалы һөйләшеүгә әҙер түгелдер, уның ундай тормош тәжрибәһе юҡтыр һымаҡ. Йәшлектән сыға алмау ғәләмәтеме, әллә тәбиғи әҙәп, тартыныу ятамы бының нигеҙендә? Нисек булғанда ла, әлеге әңгәмә менән үрҙә әйтелгән ҡалыплашҡан фекерҙе емерәбеҙ. Яҙыусы менән әңгәмә ул аң һәм рух кимәле камил булған, донъяны бөтөн тулылығында ҡабул иткән һәм үҙе аша үткәреп беҙгә еткерә белгән, ижады аша меңәрләгән күңелдәрҙе тирбәтә һәм тәрбиәләй алған замандашың менән һөйләшеү икән дәһә. Мәҫәлән, бына яҙыусы, драматург «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин менән бер ултырып фәлсәфә ҡороу. Уның кинәйәле, аҡыллы, йомшаҡ, әммә тапҡыр, урау, әммә сәпкә тура тейер һүҙҙәрен тыңлап, үҙ уйҙарыңа сумып ултырыу...

– Ғәҙәттә яҙыусылар «халыҡ өсөн яҙам», ти. Асылда ижад ул үҙеңдең тулышҡан эске донъяңды бушатыу түгелме? Ижад иткәндә халыҡты йәки уҡыусыны уйлап ултырмайһың бит? Үҙегеҙҙең ошо процесты аңлатып ҡарағыҙ әле?

– Журналист булараҡ, был һорауҙы үҙем дә яҙыусыларға күп бирҙем, төрлө яуаптар ишеттем. Шулай ҙа күптәре, халҡым өсөн яҙам, тип яуапланы.

Тәүҙә шуны асыҡлап киткем килә. Бында юғары сәнғәт өлгөһө булған ысын әҙәбиәт һәм, шулай тип әйтергә яраһа, үҙешмәкәр ижад тураһында һүҙ барыуы ла мөмкин.

Бөгөн яҙыусылар әҙәбиәткә бик аҙ килә тигән хәбәрҙе йыш ишетәбеҙ. Ысынлап та, яҙыусылар әҙ, тик ижадсылар күп. Күп ҡәләм тибрәтеүселәр «һоро өйөргә» оҡшарға, яһалма драмалары менән уны илатырға тырыша. Интернеттағы яҙмаларҙы күҙ уңында тотоуым. Улар, ысынлап та, миңә ҡалһа, үҙҙәре һәм айырым бер төркөм өсөн ҡәләм тибрәтә (яҙмай). Шуға ла күңел төптәрен аҡтарырлыҡ итеп һыҙландыра, уйландыра алмай. Һәм ул «шедевр»ҙарҙы уҡыған, ҡарап сыҡҡан уҡыусы үҙе лә һиҙмәй еңелсә фекерләй башлай, йоҡоға тала, тормош уйынға әйләнә. Халыҡтың фекерләү кимәлен күтәреү, зауыҡ тәрбиәләү урынына... Бына шул «һабынлы» мелодрамалар кимәленә төшөү арҡаһында әҙәбиәттең дә, мәҙәниәттең дә, сәнғәттең дә бәҫе бөтә.

Халыҡ фекере – ул әҙәбиәттә лә, сәнғәттә лә барометр. Әммә беҙ бит, дөрөҫөн әйткәндә, алда телгә алған «һоро масса»ның репликаларын халыҡ фекере тип ҡабул итергә күнеккәнбеҙ. Һәм шул рәүешле үҙебеҙ ҙә алданып, башҡаларҙы ла алдап йәшәй бирәбеҙ. Белгестәр, шағирҙар һүҙе артҡы планға күсә. Ысын әҙәбиәт булған китап уҡылмай, гәзит-журналдар алдырылмай... «Афарин, һәйбәт булған» тигән комментарийҙарға кәнфиткә әүрәгән бала кеүек алданабыҙ. Мин, дөрөҫөн генә әйткәндә, халҡымдың юғары интеллектуаль кимәле ана шулай алданып, юҡҡа сығыуынан ҡурҡам. Шаҡы-шоҡоға әүрәп, юҡ-барға алданып, рухи мираҫыбыҙҙан, бай тарихыбыҙҙан, аҡыллы әҙәбиәтебеҙҙән ҡолаҡ ҡаҡмаҫбыҙмы?! Бына шулар борсой мине...

Тулышмаған донъяны бушатып та булмай. Күптәр, буш донъяһын буш күңелдәргә ауҙарып, дан-шөһрәт тә яулай. Быныһы бөтөнләй икенсе мәсьәлә.

Яҙыусы, журналист азат булырға, ирекле, үҙенсә фекерләргә тейеш тигән фекер һәр саҡ булды. «Ер ярылһа, яраһы минең йөрәк аша үтһен», тип Гете әйткәнме? Ә уйлаһаң, Әҙиптең бер ваҡытта ла йәмғиәттән, халҡы-милләте яҙмышынан, тыуған иле тормошонан, заманы булмышынан, хәстәре-хәсрәтенән ситтә ҡалыуы мөмкин түгел. Ниндәй генә власть хакимлығында йә формацияларҙа, сәйәси-ижтимағи шарттарҙа йәшәмәһен, ижад итмәһен, ижадсы, теләйме-теләмәйме, ул киләсәкте хәстәрләй, дәүеренең, асылда заманының рухи ныҡлығы, күңел таҙалығы һағында тороусы булып ҡала. Мин бында аҡыллы, юғары сәнғәт кимәленә еткән әҙәбиәт, гражданлыҡ позицияһы ныҡ булған шәхес-яҙыусы хаҡында һүҙ алып барам.

Граф Толстой етеш тормошта йәшәп тә нимә тип яҙышты ла, бер һыныҡ икмәккә мохтажлыҡ кисергән Туҡай нимә тип ҡулына ҡәләм алды икән? Әлбиттә, ижад ҡомары, Хоҙай ебәргән илһам һәм һәләт аҡ ҡағыҙға уй-фекерҙәрҙе төшөрөргә бойорғандыр. Мин дә күңелемдә, йөрәгемдә, аҡылымда, зиһенемдә нимә бар – уҡыусыға шуны бирәм. Аллаһ ебәргән йөк тә, бурыс та, кинәнес тә был миңә. Шуға күрә үҙем өсөн генә яҙам тип әйтһәм, гонаһ булыр.

– Әҫәрҙәрегеҙҙең төп геройҙары күберәк ҡатын-ҡыҙҙар. Ни өсөн?

– Иғтибар итһәгеҙ, мин ҡатын-ҡыҙҙарҙың бөйөклөгөн күрһәтәм. Ҡатын-ҡыҙ – илаһи зат. Түбән төшкәндә лә, бейектә булһа ла, нимәгә булһа ла үҙ-үҙен йәлләмәй ҡорбан итер көскә эйә икәнен иҫбатлай киләм, иҫбатлаясаҡмын.

Был фанилыҡта барыһынан да бигерәк Әсәлек инстинкты көслө. «Инстинкт йәки күктә йондоҙҙар болара» повесымда мин быны үҙемсә күрһәтә алдым, шикелле. Әсә-Шакира иртәгә бар донъя бөтә, Ер шары юҡҡа сыға тигәндә лә, балаларын ҡурсалап ҡалырға тырыша. Әйтерһең, Ер шары менән бергә уның ҡыҙҙарын һәләкәт көтмәй инде. Һәм ысынлап шулай ҙа, Ер шары, донъя бөтһә лә, Әсә йөрәгендә бала ла, йыһан да иҫән. Әсәлек инстинкты шуны һорай. Бала йәнле әсәләргә һоҡланам, табынам һәм артабан да шулай буласаҡ.

Әбйәлилдә осрашыуҙа бер уҡыусым: «Һеҙҙең әҫәрҙәрҙә ҡатын-ҡыҙҙы күрә алмаҫҡа ла була, тик һуңынан яратмаҫҡа мөмкин түгел. Нисек улайҙыр, берсә – күрә алма, берсә – ярат? Сере ябай, сөнки улар – ысын ҡатын-ҡыҙ», – тине. Рәхмәт, һәйбәт баһа! Шулай ҙа ҡатын-ҡыҙ күңелен аңлауы шул тиклем ауыр. Улар – оло сер. Барған һайын шул сер ҙурая ғына бара. «Ҡатын-ҡыҙҙы үҙгәртергә тырышырға ярамай» – үҙемдең тәжрибәмдән сығып шулай тип әйтә алам. Шул серҙе асырға тырышамдыр һаман, шуға ла... мин – дүрәк, ә ҡатын-ҡыҙ – бөйөк.

Төп геройҙарым ҡатын-ҡыҙҙар тип кенә әйтеү... юҡ, килешмәйем. Төрлөһө бар. Повестарымдағы ваҡиғаларҙы тегеләй-былай әйләндереүселәр – ирҙәр, бабайҙар, малайҙар. Ә уларҙың башын ана шул ҡатын-ҡыҙ әйләндерә, күрәһең, шуға алғы планға сығаларҙыр (көлә).

– Һеҙ ир уртаһы йәшендә, әммә һаман «йәш яҙыусы» иҫәбендә тоталар. Һанай китһәң, оло быуын яҙыусылары ла бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалып бара... Тимәк, бөгөнгө әҙәбиәттең төп көсө һеҙ, һеҙҙең быуын, шулай түгелме?

– Әҙәбиәттә яңы һүҙ әйтәм тиһәң, ҡабул ителгән ҡалыптарҙан ситкә һикереү кәрәк. Йәғни дөйөм фекергә эйәрмәүең хәйерле. Туҡмалыуҙан да, уңмауҙан да ҡурҡмай, үҙ һуҡмағыңды һал баштан уҡ. Тапалған юлдан барыу һәр саҡ анһат, үҙ бураҙнаңды ярыу күпкә ҡатмарлы. Бөгөнгө аңлы һәм әҙерлекле уҡыусыны нимә менәндер аптыратыуы бик ҡыйын, әлбиттә. Өлкән йәштә булып та «Һөт бирә әсәйем, һөйөнә бесәйем», «Мин һине яратам, хисемде елдәргә таратам» тип ҡатҡан рифмалар, тапалған уйҙар, дөрөҫөрәге буш (шулай тип әйтергә яраһа) фекерҙәр менән ижад иткән, һәм шулар менән үҙен әҙип тип һанағандар һәр саҡ йәш булып ҡала. Был – бәхетһеҙлек. Эйе, күптәрҙең йәш сағы, шунан аяҡҡа баҫҡан, бара-бара халыҡ исеменән һүҙ әйтер осорҙары була. Ә Шәйехзада Бабич, Рәшит Назаровтар ҡулына тәүләп ҡәләм алғанда уҡ йыһан бейеклегенән әйтер ҡөҙрәткә, бөйөклөккә эйә.

Төп көсө?.. Уйлаһаң, беҙҙең быуындан Зөлфиә Ханнанова, Салауат Әбүзәр, Гөлназ Ҡотоева, Лариса Абдуллина, Айһылыу Ғарифуллина, һин дә, Миләүшә, үҙемде лә шул сафта тим, һәм башҡалар, Халыҡ алдына сығып, уларҙы әйҙәр һүҙгә һәләтле түгелме ни?! Улай ғына түгел, халҡы, иле, милләте өсөн улар йөрәк итен тураҡлап бирер юғарылыҡҡа еткән шәхестәр. Уларҙың Һүҙе, Ижады ғына түгел, тотош дәүерҙе кәүҙәләндерер Ҡарашы бар хәҙер. Беҙгә эйәрә килгән Гөлнара Хәлфетдинова, Зөһрә Бураҡаева, Рита Фәтҡуллиналар кеүек таланттар ижады үҫкәндән-үҫә бара.

Әҙәбиәткә килеүсе йәштәргә лә мин бик өмөт менән ҡарайым. Улар күп тә түгел кеүек, тик бар йөрәктәре менән әҙәбиәт тип йәшәүҙәре һөйөндөрә. Фәнил Бүләков, Айгиз Баймөхәмәтов, Рәшит Зәйнуллин, Зөлфирә Ҡарағужина, Алмас Шаммасов, Баныу Ҡаһарманова, Мөнир Ихсанов, Айгөл Ғәбитова һәм башҡалар бер саф булып, Ер шарын һелкетеп кенә баҫып килә түгелме?!

– Бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтендә һоҡланырлыҡ, ғашиҡ булырлыҡ, үрнәк алырлыҡ ир образы юғалды, тигән фекер бар. Был ысынлап шулаймы? Әгәр шулай икән, сәбәптәре нимәләрҙә?

– Юҡ, мин белгән әҙәбиәттә «арыу» ирҙәр күп. Әйтәйек, Наил Ғәйетбайҙың «Бабич», Ғәлим Хисамовтың «Президент Рәхимов», Ринат Камалдың «Башҡорт ғәскәре», Раят Вәлиевтең «Цех» романдары исеменән үк әйтеп тора, аҫыл заттар, һоҡланырлыҡ уҙамандар хаҡында был күләмле әҫәрҙәр. Һинең генерал Шайморатов хаҡындағы, Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы повестарыңда һүрәтләнгән батырҙарыбыҙ күптәргә өлгө бит.

Дөрөҫ, көнкүрешебеҙҙә аҡыллы өлгө алырҙай атайҙар, йүнсел ирҙәр бик күп, тик ниңәлер улар хаҡында әҫәрҙәр юҡ кимәлендә. Эскән, йүнһеҙҙәре хаҡында һүҙ әйтеүселәр бар. Батырҙар яуҙа тыуа, әлбиттә. Бөгөн яу тигәнебеҙ һүҙ ҡуйыртыу, ғәйбәт сәйнәү дауына әйләнеп китте шул. Шуға батырҙарҙы бахырҙар араһынан айырып алыуы ла ҡыйын. Аҡыллы атай, йүнсел ағай тип күҙ терәп барған геройың, һөйләшеп, күрешеп, гәп һатып яҡынданыраҡ таныша, белешә башлаһаң, үҙ «баҡса»һынан, үҙ «кәзә»һенән ары китмәгән ҡәҙимге матди байлыҡҡа табынған зат булып сығыусан. Ә баяғы бөткән, эскән тигән һәүеректең күңеленә, зиһененә юл ярһаң, иҫ киткес фәйләсүф, ил, милләт өсөн янған ир-азаматты табып алырға мөмкинһең. Эҙләнергә, эшләргә кәрәк был йәһәттән.

– Бөгөнгө башҡорт әҫәрҙәренең төп темаһы – социаль проблемалар. Шуларҙан киткәндә, уҡыусыға ҡыҙыҡлы булырҙай нимәләр тәҡдим итергә була?

– Күҙәтеүең дөрөҫ тә шикелле. Миңә, мәҫәлән, бөгөн балалар әҙәбиәтендә мажаралы, фантастик әҫәрҙәр бик әҙ кеүек. Эшһөйәр прозаигыбыҙ Фәрзәнә Аҡбулатова был бушлыҡты тултырырға тырыша ла, тик был ғына әҙ. Детективтар бөтөнләй юҡ. Көнүҙәк проблемаларҙан әсе көлгән сатира күренмәй. Поэма яҙыусылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ... Һанай китһәң, күп, бик күп. Бында сәбәп берәү: яҙыусылыҡ эшен ваҡытлыса, хобби итеп күреүселәр күбәйҙе. Баяғы «һоро массаға» ғына тир түгеүҙән килә был тема тарлығы. Әҙәбиәт, сәнғәт йәшәһен өсөн бар тармаҡ, бар йүнәлеш тә берҙәм һәм бергә барырға тейеш.

– Башҡорт әҙәбиәте нисек кенә башҡорт телен үҫтереүгә ҡоролһа ла, уға ла бөгөн рус теленә тәржемәһеҙ алға китеш ауыр. Артабан нисек булырға, руссаға күсергәме?

– Бынан егерме йыл элек «Йәшлек» гәзите редакцияһында сәй артында һөйләшеүҙә бөйөк Мостайыбыҙ, бер башҡорт өсөн генә булһа ла үҙ телемдә яҙасаҡмын, тине. Эйе, үҙ телеңдә генә бар булмышыңды асыҡтан-асыҡ аҡ ҡағыҙға төшөрөп була. Тәржемә ителгән, йә русса яҙған әҫәрҙәрҙең моңо, тулҡыны бөтөнләй башҡа, уҡығанда абындыра, һөрлөктөрә. Эйе, тәржемәһеҙ Рәсәй кимәленә лә, күләменә лә сығып булмай. Шулай ҙа ижадсы үҙ теленең ҡәҙерен, үҙ халҡының булмышын белгәндә генә башҡаларҙы һоҡландыра, аптырата ала. Сит өлкәләрҙә семинарҙарҙа булғанда, атаҡлы яҙыусылар милли әҙәбиәттә иң тәүҙә геройҙарҙың милли үҙенсәлегенә, мифтарға, ваҡиғаларҙың милли биҙәгенә иғтибар итә. Лев Толстой башҡорт сәхрәләрендә ҡымыҙ эсеп дауаланғанда: «Геродот еҫе аңҡыған башҡорттар һәм урыҫ крәҫтиәндәре, ауылдар, бигерәк тә ябайлығы һәм халыҡтың изгелеге менән матурҙар», – тип яҙа. Тәржемә менән башҡа тарафтарға «юл» алыр алдынан, был әҫәремдә башҡорт һәм «Геродот еҫе» сығамы тигән уй булырға тейеш башҡорт яҙыусыһында. Был бик мөһим. Үҙеңдең оло аренаға сығыуың бер яҡшы, үҙең, әҫәрең менән халҡыңды ла күтәреп алып бараһың икән икеләтә, йөҙләтә афарин!

– Әлеге мәлдә яҙыусылар ҙа, яҙышҡандар ҙа, ижад итеүселәр ҙә күп һымаҡ. Интернет тулы хикәйә һәм шиғырҙар. Әммә киләһе быуындарға шул исемдәрҙең бер нисәһе генә билдәле буласаҡ. Унда һеҙҙең исем буласаҡ, тип уйлайым. Үҙегеҙ ни әйтерһегеҙ?

– Интернеттағы «ижад емештәре» хаҡында алда фекеремде белдерҙем. Һүҙҙе шунан башлайым. «Халыҡ яҙыусыһы», «Халыҡ шағиры» тигән иң ҙур исемдәр бар. Күптәр уны кемде халыҡ күп уҡый йә үҙ күрә, шулар лайыҡ тип уйлай. Был төп критерий түгел, минеңсә. Һүҙ ҙә юҡ, халыҡ мөхәббәте үҙе үк иң ҙур баһа. Тик шағир йә яҙыусы өсөн халыҡ һөйөүенән ҙурыраҡ башҡа талап, башҡа мөһимерәк бурыс бар: халыҡты уятыр, уны үҙ артыңдан эйәртер Фекер һәм Һүҙ. Был йәһәттән Ниғмәти, Мостай, Рәми, Бикбай, Аралбайҙар, Тамара, Фаҡиһа апайҙар ысын шағирҙар. Улар уҡыусыла, халҡында үҙ ижадтары менән иле, милләте өсөн утҡа инер замандаштар тәрбиәләй алды. Йәмғиәттә үҙҙәренең тос һәм ҡыйыу, улай ғына түгел, аң-зиһенде үҙгәртер фекерҙәре менән Рәшит Солтангәрәев, Булат Рафиҡов, Ноғман Мусин, Мәрйәм Бураҡаева,  Рәшит Шәкүр, Ғәзим Шафиҡовтар һәм башҡалар булды, бар.

– «Мөхәббәтһеҙ әҫәр ул тарихты, факттарҙы һәм хәл-ваҡиғаларҙы әрәм итеү» тиелә. Килешәһегеҙме? Һеҙҙең әҫәрҙәрҙә мөхәббәткә урын бармы һәм ниндәй ул һеҙҙә: ерлеме, әллә юғарымы?

– Миңә шиғриәттән прозаға күсергә тәҡдим иткән, миндә тәүгеләрҙән булып прозаик күргән халыҡ яҙыусыһы Ноғман ағайҙың миңә биргән бик шәп теләктәренән береһен һис тә онотмайым: «Мөнир, роман йә повесть яҙаһыңмы, унда мотлаҡ бер һыҙаты мөхәббәт тарихы булырға тейеш. Ҡыҫҡа ғына хикәйәлә лә һөйөү «еҫе» һиҙелеп ҡалһын ул. «Мөхәббәтле» әҫәр тормош ғәме бирә, уҡыусыны ла мөһабәт һәм миһырбанлы итә».

Мөхәббәт был гонаһлы ерҙән бер иле генә булһа ла өҫтә булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына ул күркәм һәм бөйөк. Аҫҡа төшһә, бысрана. Ҡанаттарын ҡағынып яңынан өҫкә менһә лә... тап ҡала ҡанаттарында, өҫтән аҫҡа баҡһа, кисәге гүзәл күренгән ерҙә күҙенә бысраҡ та сағыла. Мөхәббәт бит ул көслөләр мәйеле, улар ғына оло һәм ҡабатланмаҫ һөйөүгә лайыҡ. Ә көслөләр ваҡсыл булмай, көслөләргә көнсөллөк ят төшөнсә. Ни өсөн? Сөнки киң күңелдә юҡ-бар ваҡ тойғоларға урын булмай. Ваҡ кешеләр генә киң донъяға һыймай тегеләй-былай бәрелә, ергә шап итеп килеп төшә, шул бысрағы менән саф мөхәббәт бейеклегенә үрмәләп ул түрҙе лә бысратып төшә. Һәм улар беҙҙең көндәлек тормошобоҙҙа күберәк күҙгә ташлана. Ә илаһиҙар бер тапҡыр ғына күҙгә салына ла, ғүмергә етерлек тойғо, уй-фекер ҡалдыра.

«Тәңре өрөк ҡапҡанда» тигән хикәйәмдә йәмһеҙ Фәүзиә менән ғәрип Мәргән ҡалай бәхетле икәнен йыбанмай рәхәтләнеп күрһәттем. Бәлки, улар араһында улай баяғы бер иле ер менән күк араһында торған һөйөү ҙә юҡтыр, тик уларҙа... бер-берен тигеҙ, тиң итеп күреү һәләте бар. Ана ошо изге сифат уларҙы бәхетле итә, бер-береһе өсөн өҙөлөп тороу кимәленә еткерә лә. Бындай әҫәрҙе үҙең сафлыҡҡа төрөнмәй, һөйөү илендә кинәнес кисермәй тороп яҙып та булмай. Ул геройҙарым менән бергә, тимәк, мин дә бәхетле, мин дә мөхәббәтле.

Минеңсә, бәхет тә, мөхәббәт тә тынлыҡты, баҫалҡылыҡты ярата. Шул саҡ уның ғүмере оҙон, ләззәтле булыусан.

Яңы пьесамда бер геройым: «Минең һөйөү – аҡһаҡ алаша», – тип белдерә. «Ҡалай йәмһеҙ сағыштырыу», – тиҙәр барыһы ла. Ул былай тип яуаплай: «Аҡһаҡ булһа ла, ул бара, йәшәй әле. Ә һеҙҙең «яратам!» тип кешнәгән саптарығыҙҙың һөлдәһе күптән шкафта тора!» Эйе, мөхәббәттә күҙ буяп йәшәргә ярамай. Ярамай!

– Пьеса тигәс, һорайым әле, сәхнәгә сығарғанда һеҙҙең әҫәрҙәрегеҙ менән режиссерҙар һаҡ эшләйме, әллә, кәңәшләшеп тә тормайынса, нисек теләйҙәр, шулай ҡыҫҡартып, хатта төп мәғәнәһен үҙгәртеп тә ебәрәләрме?

– Режиссерҙар менән эшләү оло бәхет ул. Ни тиклем ижади фекерләгән, һәр деталдән образ тапҡан оҫталар улар. Рөстәм Хәкимов, Айҙар Зарипов, Зиннур Сөләймәнов, Байрас Ибраһимовтар менән эшләгәндә, уларҙың иҫ киткес  талантлы, үҙ эштәренең оҫтаһы икәненә инандым да, һоҡландым да.

Ғәҙәттә, мин әҫәремә бер нисә заманса мәсьәләне һалырға тырышам. Режиссер һинең әҫәреңдә ниндәй нөктәгә баҫа бит, ниндәй проблеманы алға сығара – шунан да тора. Мәҫәлән, «Люксембургҡа барып ҡайтҡансы»ла өйләнмәгәндәр, эскеселәр, мөхәббәт һәм хыянат темаһы, ваҡыт ҡәҙерен белмәү, ерҙе һаҡлау мәсьәләләре... Айҙар, ерҙе һаҡлауға һәм бер-береңә булған мөхәббәт тыуған ергә булған һөйөүгә лә мөнәсәбәтле тигәнгә нығыраҡ иғтибар биреп, өҫтәп яҙҙырҙы. Ә Байрас Надимович, йәштәр темаһына яҡыныраҡ булһын өсөн, рок, харрор стилендә шиғырҙар өҫтәтте. Ә тексты үҙгәрткәндәре юҡ. Үҙгәртергә лә мөмкиндәр, тик автор менән бергәлектә. Сөнки минең әҙәби әҫәрҙән улар сәхнә әҫәре әүәләйҙәр бит. Ә уның үҙ ҡанундары.

– Театрҙар һуңғы йылдарҙа классик драма, пьесаларҙы ҡуя һалып бармаған кеүек тойола миңә. Режиссерҙар прозаны, хатта шиғырҙы ла сәхнәгә ҡуйырлыҡ итеп яраҡлаштыра хәҙер. Был драманың айырым жанр булараҡ юҡҡа сығыуына килтермәҫме?

– Юҡ. Театр сәнғәте, башҡорт әҙәбиәтенән айырмалы рәүештә, алда бара, заман менән бергә атлай. Тәжрибәләрҙән ҡурҡмай, тамашасыға ғына оҡшарға тырышып эшләмәй. Форма, стиль йәһәтенән дә бик ҡыйыу. Мин режиссерҙар менән ярайһы уҡ йыш аралашам. Һәм уларҙың интеллектуаль кимәленә, донъя, Рәсәй театр, драматургия донъяһында иркен йөҙөүҙәренә берсә һоҡланам, берсә көнләшәм. Бәғзе яҙыусылар әҙ уҡый, һәр яңылыҡты ҡурҡып ҡабул итә. Шуға күрә театрҙарға прозамы, башҡаһымы килеп инеүгә аптырарға түгел, киреһенсә, ниндәй яңылыҡ (уңышһыҙ ҙа булырға мөмкин, тик яңылыҡ), һоҡланыр йә һүгер өсөн ниндәй тәгәрмәс уйлап таптылар икән тип һөйөнөргә, аңларға ынтылырға кәрәк. Нимәлер эшләү, бер урында тапаныуға ҡарағанда, шәберәк түгелме?

Халыҡҡа, эйе, һаман да «Ғәлиәбаныу»ҙар, «Бәхет хаҡы» яҡын булырға мөмкин. Ләкин заман менән бергә атлаған, милләтенең киләсәген хәстәрләгән театр халыҡты, тамашасыны уйландырырға, төрлө ысулдарын табып һыҙландырырға, тетрәндерергә, көлкө аша фекер йомғағын да йотторорға тейеш. Ғәлиәбаныуҙы Хәлил дә, Исмәғил дә яратҡан. Тик ҡыҙ Хәлилде генә һөйгән. Исмәғил көнләшеп Хәлилде атып үлтергән... Хәҙер бындай сюжет һәр телесериалда, һәр гәзит биттәрендә – «Тормош юлдары ҡатмарлы» рубрикаларында. «Пусть говорят» телетапшырыуын хәтерләткән тамашалар үҫешкә, уйланыуға алып килмәй, киреһенсә, халыҡтың зиһенен ағыулай ғына. Шуға күрә театрҙар эҙләнә лә. Драматургтар ҙа уларҙан артта ҡалырға тейеш түгел, киреһенсә, алда барырға бурыслы. Ә уйлаһаң, театрҙар, Европаламы ул, Америкала булһынмы, яҙыусылар һалған соҡор-саҡырлы юлдан ышаныр-ышанмаҫ ҡына барып, яңы офоҡтарға, оло асыштарға барып сыҡҡандар. Һин әйткән классик драмалар юғалмаҫ былай ҙа, йәшәйәсәк, улар – театрҙың да, кино сәнғәтенең дә, башҡа тамашаларҙың да нигеҙе. Тик шул драма эсендә «тараҡан ботон һындырырлыҡ» тәжрибәләр үткәрергә ҡурҡмаҫҡа кәрәк. Ул саҡта Ғәлиәбаныу Исмәғилдең үҙен... аңланың инде, ботаҡҡа аҫып ҡуясаҡ.

– Яҙыусылар – улар бик нескә, хисле һәм күп осраҡта сиктән сиккә хәрәкәт итеүсе халыҡ. Һәр ваҡыт бер төрлөрәк кешеләр менән аралашыу уларҙы сикләмәйме икән? Был әҫәрҙәрҙә лә сағылыш тапмаймы?

– Өләсәйем: «Арыу, белемле кешеләр менән аралашырға тырыш, белемең, мәртәбәң артыр. Тик ипле бул, һөймәлегең юғалмаҫ», – тип өйрәтә торғайны. Дөрөҫ, алдынғы ҡарашлы мөхит оло шәхесте булдыра. Яҙыусылыҡ эше кем менән аралашыуыңа, ниндәй әҫәрҙәр уҡыуыңа бик бәйле. Замандың, мөхиттең иҫ киткес әһәмиәте ҙур.

Азамат Юлдашбаев, Әхмәр Үтәбай, Таһир Ишкинин, Салауат Әбүзәр, Илһам Йәндәүләтов һәм башҡа арҙаҡлы шәхестәр менән аралашҡан һайын, фекерләү кимәлем артҡанын тоям.

Һуңғы йылдарҙа Рауил Бикбаев менән бик тә аралашып йәшәү бәхете яҙҙы миңә. Осрашыуҙарҙа булһынмы, табында ултырайыҡмы, саф һауала әңгәмәләшеп йөрөйөкмө – һәр саҡ милләт хәстәре, халыҡтың киләсәге, әҙәбиәт, рухиәт кимәле хаҡындағы уйҙар ғына беҙҙе биләне. Уның ихлас атайҙарса хәстәрен дә күрҙем, был тормошҡа булған ҡарашым бөйөк шағир менән аралашып киңәйҙе лә, ваҡ-төйәктән, көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынып, башҡа юҫыҡтан – юғарынан фекерләргә саҡырҙы. Ул ваҡланып, башҡа кеше тураһында һис кәмһетер һүҙ әйтмәне.

Cәйәсәт, иҡтисад булһынмы, мәҙәниәт өлкәһенә ҡағылһынмы, яҙыусы һәр процесты, зиһен, тормош тәжрибәһе иләге аша үткәреп, кәрәкле һәм аңлы һығымталарға килергә тейеш тә. Әлбиттә, ул, яңынан ҡабатлайым, әгәр яҙыусылыҡ эшен хобби тип түгел, тормош рәүеше итеп ҡабул ҡылһа. Яҙыусы ижады һәм фекерҙәре менән заманының һәм милләттең Намыҫы бейеклегенә күтәрелгәндә генә ил улы, халыҡ яҙыусыһы исемен йөрөтә ала. Яҙыусының төп бурысы ла шунда. Үҙеңдең мөхитең дә башҡаларҙы күтәрһен ул, тип әйтмәксемен.


Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

"Тамаша" журналынан.

Бөгөн Бөтә донъя яҙыусылар көнө.
Бөгөн Бөтә донъя яҙыусылар көнө.
Автор:
Читайте нас