+28 °С
Облачно
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
1 Марта 2022, 06:00

Башҡорт ғаиләһе көнө менән!

"Иң мөһиме: бер-береңә терәк, таяныс булып, аңлашып йәшәү кәрәк" - 

Башҡорт ғаиләһе көнө менән!Башҡорт ғаиләһе көнө менән!
Башҡорт ғаиләһе көнө менән!

-  Ең һыҙғанып эшләй башлаған осор ғына. Ошо йәшемдә булған ҡаҙаныштарым, ғаиләм менән бик тә ҡәнәғәтмен. Һөйөклө кәләшем, ижадташым Зиләгә рәхмәтлемен. Бөтә концерттарҙы ойоштороуҙа ярҙамы ҙур, хатта сәхнә костюмдарының дизайнеры ла ул. Үҙ көсөбеҙ менән тырышып йәшәйбеҙ һәм ижад итәбеҙ. Бер кемдең дә өлөшөнә теймәйбеҙ. Бөгөн ошоноһо  мөһимдер.

- Әле ниндәй йырҙар өҫтөндә эшләйһегеҙ?

- Беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итергә теләгән кешеләр күп кенә йырҙар тәҡдим итәләр, хатта социаль селтәрҙәр аша ла ебәрәләр, концерт ваҡытында киләләр. Ләкин үҙебеҙҙең репертуарға йырҙарҙы һайлап ҡына алабыҙ. Берҙән,  йырҙарҙы яҙҙырыу байтаҡ сығымдар талап итә. Икенсенән, һәр йырҙы сәхнәгә сығарып булмай. Ул заман, тамашасылар зауығына тура килергә, башҡарыусының да күңеленә ятырға тейеш. Йырҙың һүҙе, көйө мөһим беҙҙең өсөн.

- Һуңғы йылдарҙа ниндәй композиторҙар менән ижади бәйләнештәһегеҙ?

- Популяр композитор Мөҙәрис ағай Ғизетдиновтың йырҙарын яратып башҡарабыҙ. Уларҙы Башҡортостандың һәм Татарстандың иң сағыу йондоҙҙары ғына йырлай. Беҙҙә шул бәхеткә ирештек. Үҙемә килгәндә,  Яр Саллы ҡалаһында йәшәгән данлыҡлы, легендар композитор Ильзиз ағай  Закировтың йырҙарын йырлайым. Уның "Кәркәле тауҙары", "Әсәйем доғалары", "Ҡышҡы сейә" тигән йырҙары - халыҡ йырҙарына әйләнеп бөттө. Авторҙар араһынан үҙебеҙ өсөн Зарема Әйүпованы астыҡ.  Шулай уҡ Гөлүзә Буранбаеваның йырҙары бар репертуарҙа. Беҙ эҙләнеү өҫтөндә. Айырыуса аранжировкаларҙы заманса эшләтергә тырышабыҙ.

 -Бөгөнгө эстрадалағы тенденцияларҙы күҙәтеп бараһығыҙмы? Беҙҙең башҡорт-татар йырҙары ла ситтән күп йәлеп итә башланы. Рэп та һөйләп ебәрәләр, ырғыу, һикереү күренештәре лә, башҡа йүнәлештәр ҙә бар. Шуның фонында моданан ҡалыуҙан ҡурҡмайһығыҙмы?

- Рэп- минең ижадымда ла бар. Хатта "МС Баш", Заһит Ҡунафин менән "Йәшлек-шоу-2006" бәйгеһендә бергә ҡушылып рэп һөйләнек. Яңыраҡ бер егет тағы ла рэп һөйләргә саҡырҙы. Уға ризалыҡ бирҙем, ошо арала  ул үҙенсәлекле йырҙы яҙҙырасаҡбыҙ. Эксперименттар яратам, яңыраҡ Мәскәү ҡалаһынан йәнһүрәткә тауыш яҙҙырыу тәҡдиме килеп төштө. Унда мин башҡортсаға әйләндереп атай ролен яҙҙырасаҡмын. Бындай тәжрибәм бар. Ләкин төп башҡарыу оҫталығым- ул халыҡ йырҙары менән бәйле. Халҡыбыҙ моңонан айырылмаҫҡа тырышам. Баянға, гармунға ҡушылып, һуҙып йырларға яратам, ошо хаҡта тамашасыларымдың да  изге теләктәрен ишетеп торам. Заман артынан ҡыумайым, үҙемдең зауығыма, булмышыма тура килмәгән йүнәлештәр һайлап кеше көлдөрөп йөрөргә йыйынмайым. Һәр кемдең үҙ юлы. Йәштәр төрлө өлкәлә эшләй ул, әммә һуңғы бер-ике йылда хиттар юҡ кимәлендә. Быны башҡа белгестәр ҙә әйтә. Һәр бер йәш йондоҙҙоң репертуарынан үҙем өсөн йә йырын, йә көйөн билдәләйем, күңелгә ятҡандары бар, тик барыһы ла түгел. Мәҫәлән, Радик Юлъяҡшин, Зәйнетдиндың уңышлы проекттарын атап үтер инем.

     Гөлнур Ишбулатова ҡорған әңгәмәнән өҙөк.

Автор:
Читайте нас