Тауышы иҫ киткес моңло малайҙы бала һәм үҫмер сағында уҡ, күптәр, йырлауын һорап ялҡыталар икән.
- Ҡаҡшаттығыҙ ҙа! -ти ул, - йырла ла йырла, йырла ла йырла! Бүре кеүек олоп йөрөү минең һөнәр түгел!
Егет ҡорона ултырғас ҡына аңлай ул, үҙенең ниндәй көслө һәләт менән бүләкләнгәнен, һәм ҡыуанып, кинәнеп йырлай башлай.
Армияға барғас, йәш һалдаттарҙы теҙеп ҡуйып, көн дә иртән Рәсәй гимнын йырлаталар. Күптәр теләр-теләмәҫ кенә мөңгөрләй. Вокал бүлеген тамамлап ҡына килгәс ни, Әлфирҙең күкрәк тултырып йырлағыһы килеп кенә тора! Тамағындағы бөтә тауыш ярыларын ҡыуандырып, гимнды һуҙып ебәргән һалдаттың тауышы, моңо барыһын да әсир итә.
- Отставить!- тип йырҙы туҡтата сержант. -Кем шундай матур тауыш менән йырлай, өс аҙым алға!
Әлфир шөрләп төшә, әммә алға сыға.
- Ҡара сәле,- ти сержант, - үҙе бәләкәс кенә, ә ниндәй ҙур, көслө тауышты һыйҙырып йөрөтә!
- Милләтең кем?
- Башҡорт!
- Әйҙә, йырла!
Аптырап тормай йәш һалдат, йөрәктәрҙе елкендереп, ҡолаҡтарҙы ҡыуандырып, барыһының да ихтирамын һәм хөрмәтен яулап, рәхәтләнеп йырлап ебәрә.
Берҙән-бер башҡорт егете булыуға ҡарамаҫтан, туған телендәге йырҙарҙы гитараға ҡушып та йырлап күрһәтеүҙе матур шөғөл итеп ала ул.
- Башҡорт теле ниндәй матур, моңло икән... - тиҙәр сит милләт егеттәре.
Халыҡ йырҙарын яратып башҡарыусы, үҙендә актерлыҡ һәләтен дә асып, камиллаштырыусы егет, Башҡорт йыры-2020" телевизион конкурсының еңеүсеһе, Сибай концерт-театр берекмәһенең талантлы, моңло йәш йырсыһы Әлфир Заманов тураһында "Тамаша" журналында уҡырһығыҙ.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА