Башланғыс мәктәптән һуң, өс саҡрым алыҫлыҡтағы ергә йөрөп уҡыныҡ. Музыка класы асылғас, күп балалар шунда уҡырға барҙылар. Ныҡышмалылығым арҡаһында мин генә баян класын тамамланым. Олоғайғас көйҙәр яҙа башлауым ошо музыка мәктәбендә уҡыуыма бәйлелер.
Мәктәпте тамамлағас, Ырымбурҙа педагогия институтында белем алдым. Тормошҡа сығып, ике ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Улар бәләкәй ваҡытта балалар баҡсаһында ла эшләргә тура килде. Баҡсаны ябып, насар күргән балалар өсөн мәктәп астылар. Тәүҙә уҡытыусы, һуңынан завуч булып шул мәктәптә эшләнем. Ошо осорҙа ситтән тороп Санкт-Петербургтағы А.И.Герцен исемендәге педагогия университетын тамамланым. 2005 йылда Мәскәүгә күсеп килдем.
«Мәскәү күҙ йәшенә ышанмай» тигәндәй, баш ҡала ҡоласын йәйеп ҡаршы алманы. Һаулығым ҡаҡшап китеү сәбәпле, бик етди операция үткәрергә тура килде. Хоҙайымдың, яҡын кешеләремдең ярҙамы менән аяҡҡа баҫтым. Һауыҡҡас, шәхси структурала эшләй башланым. Бер нисә йылдан ҡыҙымдың башына бәлә килеп, ныҡ ҡына ауырып алды. Аллаға шөкөр, ҡыҙым да һауыҡты, тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләйҙәр.
Тыуған яҡтарын, телебеҙҙе һағынып, күңел йылыһы эҙләп табышҡан яҡташтар менән 2015 йылда 185-се китапхана базаһында «Сәсән» атамалы ижади ойошма астыҡ. Уның маҡсаты булып башҡорт халҡының күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең ижады менән таныштырыу торҙо. Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим, Рәми Ғариповтың ижадына арналған кисәләр үткәреүҙән башланды эшебеҙ. Ойошмала тәүҙә унлап ҡына кеше инек. Аҙаҡ күбәйеп киттек. Ижадсыларға ярҙам итеү маҡсаты менән «Урал-концерт» исемле проект булдырҙыҡ. Унда профессиональ йырсылар, музыканттар эшләй башланы. Был проекттың иң беренсе ҡатнашыусыһы Рената Бадамшина булды. Дүрт йыл элек ойошмаға Луиза һәм Арсен Кәримовтар килде. Арсен үҙе ҡурайсы, йырсы, әлеге көндә был проекттың етәксеһе, Луиза – солистка, алып барыусы. Шундай талантлы, аҡыллы, матур пар улар.
Яҙыусы, Рәсәйҙең яҙыусылар союзы ағзаһы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Родион Рәхимов беҙҙең менән ижад итә. Йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Шәмсиә апай Нагаева беренсе көндәрҙән алып ойошмала, күп сараларҙа ҡатнаша. Башҡортостандан татар йырсыһы Гүзәл Хөснөтдинова – автор-башҡарыусы. Көслө музыкант, ҡурайсы, баянсы, Өфө сәнғәт институтын тамамлаған Хәйҙәр Хәбибуллин бөтә күңелен биреп эшләй.
Башҡортостандан, Ырымбур өлкәһенән сыҡҡан яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен туплаған «Сәсән» исемле тарихи-әҙәби альманах сығарҙыҡ. Икенсе китап өҫтөндә эш башланыҡ, материалдар туплайбыҙ. Күбеһенсә был эште яҙыусы, журналист Зилә Шәйхетдинова алып бара.
Шуны әйткем килә, беренсе китаптың исем туйы Өфөлә булды. Был матур сараны үткәреүҙә ярҙам күрһәткәндәре өсөн Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығына, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. «Башҡортостандың 100 йыллығы»на арналған проект әҙерләнек, әле әйтеп үткән тарихи-әҙәби альманахтың презентацияһын үткәрҙек, Башҡортостанда йәшәгән яҡташтарҙы йәлеп итеп «Тыуған ауылыбыҙҙы тергеҙәйек» исемле түңәрәк өҫтәл ойошторҙоҡ. Тыуған яҡтарын онотмаһындар, ҡайтып йөрөһөндәр, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итһендәр ине тигән теләктәр яңғыраны. Ҡайтып емерек өйөн рәтләп китһәләр ҙә, ағас ултыртһалар ҙа, бик ҙур ярҙам булыр ине. «Торатау» конгресс-холын бер көнгә беҙгә биреп ҡуйҙылар. Мәскәүҙән 9 яҙыусы барҙы, Ырымбурҙан 70 кеше, Башҡортостанда йәшәгән яҡташтар ҙа килде. Кисен «Беҙ бергә» тип аталған ҙур концерт үтте. Унда Мәскәү артистары, Ырымбурҙан фольклор коллективы, Өфөнән алып барыусылар ҡатнашты. Сара юғары кимәлдә ойошторолдо, беҙҙең өсөн ҙур үҫеш булды.
– Тағы ниндәй йүнәлештәр бар «Сәсән»дә?
– «Ҡусҡар» проекты тураһында һөйләмәй булмай. Уны Гөлназ Ҡурамшина алып бара – башҡорт кәсептәре оҫтаханаһының хужабикәһе. Тарихсылар менән кәңәшләшеп, күҙ яуын алырлыҡ милли кейемдәр тегә ул. Күптән түгел ҡул оҫтаһының шәхси күргәҙмәһе ойошторолдо – был бөтәбеҙ өсөн дә ҙур шатлыҡ, әлбиттә. Шулай уҡ бик талантлы рәссамыбыҙ бар – Зифа Толомбаева, уның да шәхси күргәҙмәһе булды.
Мәскәү педагогия университеты уҡытыусыһы Алһыу Буш – минең уң ҡулым. Шул тиклем әҙәпле, тәртипле, уҡымышлы тиһәм, беҙҙә шундайҙар ғына йыйылған. Алһыу «Беҙҙең дөйөм йорт» тигән проектты етәкләй. Башҡа милләттәр менән эшләгән йүнәлеште алып бара.
Йырҙар яҙа башлағас, уҡыусым Рената Бадамшинаны осраттым. Беренсе йырымды ла ул башҡарҙы. Иҫ киткес талантлы, егәрле ҡыҙыбыҙ Гнесиндар институтын, аспирантураһын тамамланы. Хәҙер ул «Урал-концерт» проектының солисткаһы.
Ойошманың һәр бер ағзаһы маҡтау, рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ инде ул. Мультиинструменталист, билдәле музыкант, композитор Тәлғәт Хәсәнов оҫта аранжировкалар яҙа. Тормош иптәше Гөлсәсәк Ғәлләмова менән концерттарҙа һәр ваҡыт ҡатнашалар. Сығышы яғынан улар Ҡаҙағстандан. Рәхмәтлемен был ғаиләгә.
Башҡортомдо күтәрәйем тиһәң, башҡа милләт кешеләре менән дуҫ булып, уларға ла үҫергә ярҙам итһәң генә дөйөм эш алға китә, тип уйлайым мин. Был
атай-әсәйемдең тәрбиәһенең бер өлгөһө булып тора. «Мин яратам һине, Рәсәй!» проекты илебеҙҙең төп халыҡтарының этник мәҙәниәтенә булышлыҡ итеү маҡсаты менән барлыҡҡа килде. Мәскәү Милләттәр йортонда рус этник мәҙәниәтен күтәрмәләү маҡсаты менән ҙур концерт ойошторҙоҡ. Үҙебеҙҙең «Урал батыр» эпосын күтәрергә торабыҙ, тувалар, комиҙар менән эш башларға ниәтләйбеҙ. Башҡа халыҡтар менән мәҙәниәтебеҙҙе күтәрһәк, алға китеш булыр тип уйлайым.
– Һеҙҙең ижадҡа килеү юлы, белеүемсә, үҙенсәлекле булған. Нимә һеҙгә этәргес көс бирҙе, илһам килгәнен оҙаҡ көттөгөҙмө?
– Мәскәүгә күсеп килгәс, тормош һынауҙары башланды тип һөйләгәйнем инде. Шул осорҙа шиғырҙар яҙылып китте. Моңһоуланып урамдан китеп барғанда, башыма шиғыр юлдары килә башланы. Быны аңлатып та, аңлап та булмай. Атайым шиғырҙар яҙҙы, уның һәләте бирелгәндер, тип тә уйлайым. Ошо урында мин уның аяныслы яҙмышы хаҡында һөйләп китергә бурыслымын. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, замандаштарының иңенә төшкән ауырлыҡтар, атайымды ла урап үтмәй. 1941 йылдың 21 июнендә уға 18 йәш тула. Педагогия училищеһында уҡып йөрөгән еренән һуғышҡа алына. Ул бик матур яҙа ине, немец телен һәйбәт белгән, шуға күрә уны штабҡа писарь итеп алалар. 1942 йылда частары ҡамауҙа ҡалып, әсирлеккә эләгә. Тотҡондарҙы бөтә Европа буйлап атлатып, Көнбайыш Германияға еткереп, «Дахау» концлагерына ябалар. Шунда осраған изге күңелле кеше, Силәбенән табип атайыма документтар эшләп биреп, уны бер фермерға эшкә ебәрәләр. Ижад утында янған илһамлы күңелде әсирлектең ауыр яҙмышы һындыра алмаған. Форсат табып үҙенең кисергәндәрен ҡуйын дәфтәренә яҙып ҡуйған.
Һауаларҙа бөркөт осҡан саҡта,
Ҡарап торҙом баҫып ҡаяға.
Сит илдәрҙә шулай яңғыҙ башым,
Ғүмерем үтер микән заяға?
Атайым әсирлектә булғанын артыҡ һөйләп барманы. Әммә көндәлектәрен уҡып, уның нимә кисергәндәрен төҫмөрләп була. Еңеүҙең 65 йыллығына арнап сығарылған китаптан өҙөк: «Колонна менән әсирҙәрҙе ҡыуып алып китеп барғанда бик ҡыйын булды. Кем артта ҡала, кем атлай алмай, шуларҙы атып китәләр ине. Әсирҙәрҙең гел эсенә генә аталар ине. Һалдаттар юл буйында, ҡот осҡос ғазапланып, этләнеп үлеп ҡала торғайны... Лагерҙа саҡта бер итальян йырсыһы шундай матур итеп йырланы. Моғайын, профессиональ опера йырсыһы булғандыр. Үҙебеҙҙең башҡорт халыҡ йырҙары үҙәктәрҙе өҙгән кеүек, бик моңло итеп йырланы. Шунда бер һаҡсы уны йырлап торған
сағында атып үлтерҙе. Был вәхшилек бөтөн әсирҙәрҙең йөрәген ташҡа әйләндерҙе, уларҙың нәфрәтен көсәйтте генә».
1945 йылдың яҙында атайым Мөхәммәт исемле татар егете менән әсирлектән ҡаса. Уларҙы поляк ҡыҙҙары ҡотҡарған, ашарға биреп, кейем-һалым табып, йәшерен ерҙә тотҡандар.Ҡыҙҙар аша фронт хәлдәрен белеп торғандар.
НКВД «иләге» аша үткәреп, реабилитациялап, атайымды тағы йыл ярымға Германияла хеҙмәт итергә ҡалдыралар. Хеҙмәте бөткәс, элекке командиры штабҡа кире саҡыра атайымды, әммә ул тыуған яғына ашҡынып ҡайтып китә. Ул Бөйөк Ватан һуғышының 2-се дәрәжә ордены менән наградланған.
Башҡортлоҡ, теленә һөйөү атайымда һәр ваҡыт булды. Әммә ул милләтсе булманы. Балаларына ла шундай тәрбиә бирҙе. «Милләттә эш тормай, кешенең үҙенән тора», – ти ине. Әле һаман күҙ алдымда: буш ваҡытында ҡулынан китап, гәзит-журнал төшмәне. Күп уҡыны, күп яҙҙы.
Ете балаға ғүмер бирҙеләр беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ. Һуғыштан һуң ветфельдшерлыҡҡа уҡып сыҡҡан атайым, егәрле әсәйем арҡаһында донъябыҙ етеш булды. Баҡсабыҙҙа ниндәй генә еләк-емеш үҫтермәне әсәйебеҙ. Уны ауылда «Мичуриндың ейәнсәре» тип йөрөтә торғайнылар. Ә ул бәйләгән шәлдәр, һуҡҡан балаҫтар – күҙ яуын алырлыҡ ине. Бына шундай ғаиләлә тыуып үҫтем мин.
Шул күңелде йылытып тора: атайым үҙе иҫән саҡта халҡына әйтер һүҙен – шиғырҙарын «Ағиҙел» журналы, «Йәшлек» гәзите баҫтырып сығарҙы. «Юлдаш» радиоһынан да яңғыраны әҫәрҙәре. Шуның өсөн мин бик рәхмәтлемен башҡорттарыма.
Шатлығы менән бергә ҡайғыһын да күп күрергә тура килде. Биш ағайымды юғалттым. Апайым менән икәү генә ҡалдыҡ. Тормоштағы терәгем, таянысым, кәңәшсем, яҡын кешем – апайым Гөлсара Агеева бик күп йылдар инде Өфөнөң 21-се дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Ул минән алты йәшкә өлкәнерәк, мине күтәреп йөрөп үҫтерҙе. Балаларымды үҫтергәндә лә ҙур ярҙам күрһәтте. Ауыр саҡтарымда ла, шатлыҡлы минуттарҙа ла беҙ һәр ваҡыт бергә. Мең рәхмәт һиңә, апай.
– Ижад емештәрегеҙ хаҡында һөйләп китһәгеҙ ине, Әлфиә ханым.
– Рус мәктәбендә уҡығас, рус телендә яҙған шиғырҙарым күберәк. Ә бына йырҙарым фәҡәт башҡорт телендә яҙыла. Һүҙ таба алмағанда, көй менән хистәремде еткерәм, тип әйтергә мөмкин. Күпселек шиғырҙарым тыуған яҡ темаһына арналған. 2011 йылда легендалар ижад итә башланым. Ауырыған саҡта ауылыбыҙҙың Әүлиә тауына, Сораныма ярҙам һорап мөрәжәғәт итеп
яттым. Улар мине ишетте, көс бирҙе, һауыҡтырҙы. Теләктәрем ҡабул булды. Рәхмәт һүҙемде әйтеп, Әүлиә тураһында яҙҙым. Күләмле генә яҙма килеп сыҡты. Һуңынан «Ҡаһым түрә», «Ҡом-тау хаҡында легенда» тигән яҙмалар барлыҡҡа килде. Шулай итеп, «Тыуған яҡ легендалары» тигән әҫәрҙәр циклы тыуҙы. Тарих фәндәре кандидаты, фольклорсы, этнограф Фәниә Әхнәф ҡыҙы Шәкүрова тарихи факттарҙы дөрөҫ сағылдырыуҙа ҙур ярҙам күрһәтте. Уға оло рәхмәтемде еткергем килә. Әйткәндәй, беҙ ойошторған саралар тарихи күҙлектән ҡарағанда дөрөҫ булһын өсөн Фәниә Әхнәф ҡыҙы менән кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Йырҙарға килгәндә, иң беренсе йырым «Моңһоуланам» тип аталды. Өфөлә үткән «Иҙел» конкурсында был йырҙы Рената Бадамшина башҡарып, беренсе урынды яулап ҡайттыҡ. Шул йырым менән ижади тормошом башланды, тип әйтә алам. Мостай Кәримдең «Юламан» шиғырына йыр яҙылды, Кәтибә Кинйәбулатованың «Яҙмышыма» исемле шиғырын көйгә һалдым, атайымдың шиғырҙарына яҙылғандары ла бар. Илһам килгәндә, шулай ижадҡа сумам. Үҙем дә аңлата алмайым әҫәрҙәрҙең нисек тыуыуын, бер кем дә аңлата алмайҙыр...
– Керчь исемле атҡа арнап яҙған йырығыҙ Интернет селтәрен геү килтергәйне...
– Был ат тураһында уҡығайным элек. Яугир аттың яҙмышына бер кем дә битараф түгелдер. Һуғыш тураһында яҙылған әҫәрем юҡ ине. Аттың ауылға ҡайтҡанын, ауылды урап сабып йөрөүен тыныс ҡына уҡып булмай, күҙгә йәш төйөлә. Бер-ике аҙна уйланып йөрөй торғас, был йыр, ниһайәт, килеп сыҡты. 2021 йылдың майында Беренсе каналдың «Мөғжизәләр яланы»на саҡырғайнылар. Еңеү көнөнә арналған ине был тапшырыу. Шунда Арсен Кәримов башҡарыуында «Керчь» йыры беренсе тапҡыр яңғыраны. Уны оҡшаттылар, күтәреп алдылар. Был ҙур ҡыуаныс, әлбиттә. Әлеге ваҡытта яугир атҡа һәйкәл ҡуйыу буйынса Башҡортостандың Миәкә районы Илсеғол ауылында эш алып барыла. Ҡулымдан килгәнсә, мин дә ярҙам итергә тырышам. Ҡайҙа ғына сығыш яһаһам да, һөйләп йөрөйөм ошо хаҡта. Данлыҡлы ат – ул еңеүсе, беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле йән эйәһе, һалдат кеүек Еңеү таңын яҡынлатты.
Ново-Сергеевский районының Яңы Әхмәр ауылы клубында мәҙәни саралар ойоштороусы Лена Итҡолова:
– Әлфиә Агеева тыуған яғында ла ҙур эш башҡара. «Туҡ-Сорандың мәктәптәре, мәҙәниәт усаҡтары ябыла. Әйҙәгеҙ, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлап ҡалайыҡ», – тип «Кесе Ватаныбыҙ Туҡ-Соран» тигән проект асып ебәрҙе. Әлфиә Миңлеғәлләм ҡыҙы 2016 йылдың май айында ҡайтҡанында
беренсе тапҡыр фестиваль үткәрҙек. Ете коллектив ҡатнашты. Уларҙы дәртләндереү, ярҙам итеү маҡсатынан бүләктәр, Маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар тапшырылды.
Әлфиә тағы бер ҡайтҡанында ауылдаштары уға мөрәжәғәт итеп, «Дала сәсәндәре» исемле ойошма барлыҡҡа килде. Ғүмәр ағай Ғайсин, Дауыт ағай Амангилдин, Ҡотдос ағай Вәхитов кеүек көслө сәсәндәр, яңы яҙа башлағандар был ойошмала. Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуған яҡтарында сәсәндәр ойошмаһы эшләр, тыуған еребеҙҙе данлар, тип ышанабыҙ.
Әлфиә кеше булараҡ та, бик матур, уйҙары, эшләгән эштәре лә хайран ҡалырлыҡ. Ҡайҙан килә уға шундай көс, илһам, тырышлыҡ, тип уйлап ҡуяһың. Уның кеүек тыуған ере, тыуған теле өсөн янып-көйөп йөрөгән кешеләр күберәк булһын ине. Шундай эшмәкәр, егәрле, ҡайнар йөрәкле яҡташыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Эштәрендә, тормошонда уңыштар, уға, ғаиләһенә сәләмәтлек теләйем.
Тәғзиә ЮЛЫБАЕВА