+9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
15 Февраль 2022, 11:11

Күренекле яҙыусы, халҡыбыҙҙың изге әүлиәләре тормошон бәйән иткән матур-матур китаптары менән уҡыусының ихтирам үә һөйөүен яулаған

әҙибәбеҙ Лира Әхмәт ҡыҙы Яҡшыбаеваны ғүмер байрамы - 75 йәшлек юбилейы менән тәбрикләйбеҙ. Лира Әхмәт ҡыҙына ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле оҙон ғүмер, ижад ҡыуаныстары теләйбеҙ! Әүлиә Мөжәүир хәҙрәткә мәҙхиә Ике шаршаулы драма - 

Күренекле яҙыусы, халҡыбыҙҙың изге әүлиәләре тормошон бәйән иткән матур-матур китаптары менән уҡыусының ихтирам үә һөйөүен яулаған
Күренекле яҙыусы, халҡыбыҙҙың изге әүлиәләре тормошон бәйән иткән матур-матур китаптары менән уҡыусының ихтирам үә һөйөүен яулаған

Ҡатнашалар:

Мөжәүир хәҙрәт – башта 21 йәш, аҙаҡ 60 йәштәр тирәһендә. Әүлиә булып таныла. Аҙаҡтан 90-ды үткән ҡарт

Сөмбөлә – 18 йәштәр тирәһендә, Мөжәүирҙең беренсе мөхәббәте

Гөлйемеш – 40 йәштәр тирәһендә, Мөжәүир хәҙрәттең икенсе ҡатыны

Комсомолецтар

Оморҙаҡ – 17 йәштәрҙә, комсомолец. Аҙаҡ 95 йәшлек һуғыш ветераны (дуҫ)

Ярлыҡап – 24–25 йәштәҙәр, комсомолец.

Саҙрый – 23–24 йәштәрҙә (не нашим, не вашим)

Ғәббәс – башта 22–23 йәштәрҙә, аҙаҡ 60–70 тирәһендә (дошман)

Искәндәр – Оморҙаҡтың ейәне, ун-ун ике йәштәрҙә.

Ҡатындар – хәҙрәткә күренергә килеүселәр

Ирҙәр – хәҙрәткә күренергә килеүселәр

Шафиҡ – Оморҙаҡтың атаһы

Мәрфуға – Мөжәүирҙең еңгәһе

Раҡыя – Мөжәүирҙең еңгәһе

Обком секретары тауышы

Райком секретары

Әбей – ҡаралырға килгән

Автор

Милиционер

Төрмә башлығы

Стражник

Инеш

Сәхнә асылғанда Иманай тауында Мөжәүир хәҙрәт аҙан әйтә:

«Аллаһу әкбәр, Аллаһу әкбәр, Аллаһу әкбәр; Әшһәдү әннә иләһә иллаллаһ, Әшһәдү әннә иләһә иллаллаһ; Әшһәдү әннә Мухаммәдән Рәсүлуллаһ. Хәййә ғаләс-саләһ. Хәййә ғаләс-саләһ; Хәййә ғаләл-фәләҡ, Хәййә ғаләл-фәләҡ; Аллаһу әкбәр, Аллаһу әкбәр. Лә иләһә иллаллаһ».

Алғы планда миҙалдар таҡҡан туҡһан дүрт-туҡһан биш йәштәрҙәге һуғыш ветераны Оморҙаҡ ҡарт һәм уның ейәне Искәндәр.

Оморҙаҡ. Улым, ҡара әле, анау тауҙар артында шөһрәтле әүлиә йәшәне.

Искәндәр. Әүлиә? Ә исеме нисек?

Оморҙаҡ. Мөжәүир хәҙрәт атлы ине. Беҙҙең яҡтарҙа уны ололоҡлап Олатай тип йөрөттөләр.

Искәндәр. Мин әүлиәләрҙе ғәрәп илдәрендә генә булалыр тигәйнем.

Оморҙаҡ. Эй, улым, бер нәмә лә белмәйһең икән дәбаһа. Беҙҙең еребеҙгә бик күп әүлиәләр килеп киткән. Ишеткәнең бармы Әүлиә шишмәһе, Әүлиә тауы тигәнде? Беҙҙә күп улар. Ә Манһыр әүлиәһе Мөжәүир хәҙрәт менән йәш саҡтарҙа бергә йөрөнөм. Уның хикмәттәрен үҙ күҙем менән күрҙем.

Искәндәр. Ысынмы, олатай? Һөйлә әле!

Оморҙаҡ. Үҙ заманының Аллаһтан илаһи ҡөҙрәт бирелгән иң дәрәжәле кешеһе булды ул. Совет заманында ла диненә хыянат итмәне.

Искәндәр. Олатай, үҫкәс мин дә хәҙрәт булырға теләйем. Мәсеткә йөрөп сүрәләр ятлайым, намаҙға баҫам, Аллаһ бирһә.

Оморҙаҡ. Фатихамды бирәм, балам. Әйткәндәрең Аллаһтың амин тигән сағына тап килһен. (Оморҙаҡ өндәшмәй уйланып ултыра.) Ә бит ул минән биш-алты йәшкә генә оло булды. Йәш саҡта мин Мөжәүир хәҙрәттең әүлиә булыуын аңламаным. Заманы ла шулайыраҡ ине. (Үҙенән-үҙе оялғандай уңайһыҙланып ултыра.) Ғәббәс тигән бер йүнһеҙ әҙәмдең хөсөтөнә бирелеп, әүлиә өҫтөнән яҙылған доносҡа ҡултамғамды ҡуйҙым. Уны төрмәгә ултырттылар. Аҙаҡ минең күңелемдең боҙоҡ түгеллеген, ҡылған хаталарым аңһыҙлыҡтан булыуын аңланы ул.

Искәндәр. Олатай, тағы һөйлә әле Мөжәүир әүлиә хаҡында! Минең барыһын да белгем килә.

Оморҙаҡ. Тыңла, әләйһәң, улым.

Тауҙар йөрәген ярып сыҡҡандай аһәңле йыр ишетелә.

 

Беренсе шаршау

Сәхнә асыла. Сәскәле туғай. Ҡоштар һайрай. Бесән сабып арыған Мөжәүир салғы сүкей. Ҡайҙандыр ҡурай моңо ишетелә. Донъя нурға, бәхеткә сумғандай.

Беренсе күренеш

Мөжәүир (бесән сабып йөрөгән еренән туҡтап, бер нисә бөртөк еләк өҙөп ҡаба). Эх, тәмлелеге! Быйыл еләк түшәлеп ята, хатта сабыуы йәл. Эйе, Аллаһтың ҡөҙрәте киң, бирәм тиһә, алҡындырғансы бирә лә ҡуя. (Тағы еләк өҙөп ҡаба. Шул саҡ еләк йыя-йыя сәхнәгә Сөмбөлә килеп сыға. Аяҡ тауышын ишетеп егет ҡыҙ килгән яҡҡа боролоп ҡарай.) Сеү! Туҡта! Кем ул унда? Собханалла, машалла! Әллә Сөмбөлә инде?

Сөмбөлә. Ағай, ошонда еләк йыйыусы ҡыҙҙар күренмәнеме? Ни арала әллә ҡайҙа китте лә юғалдылар.

Мөжәүир. Юҡ, күрмәнем. Бында еләк ҡыҙыл сәкмәндәй түшәлеп ята. Кил, йый! Сабынлыҡ тулы еләк. Дәмин ағайың ни эш бөтөрә? Уның менән Ғабдулла Сәйедиҙә һигеҙ йыл буйы бергә уҡығайныҡ.

Сөмбөлә. Ә-ә-ә, таныным, һин бит Мөжәүир ағай. Беҙгә килгәнең дә бар. Ағайым һине гел иҫләй. Бигерәк тә, Рәмиевтарҙың алтын приискыһында эшләгәндә шахта емерелеүен алдан әйтеп, старателдәрҙе үлемдән алып ҡалыуың хаҡында хайран ҡалып һөйләй.

Мөжәүир. Булғайны шул ундай хәлдәр.

Сөмбөлә. Шахта емерелеүен һиңә ен ҡыҙҙары әйткән, шулаймы? Ен ҡыҙҙары матурмы?

Мөжәүир. Күҙҙәре уттай яна, еҙ төҫлө сәстәре ат ялы һымаҡ ялбырап тора. Беҙҙең ҡыҙҙарға етеү ҡайҙа уларға?

Сөмбөлә. Улай икән. Ағайым һине теләһә, ямғыр яуҙыра ала, теләһә, ҡайнап, ҡабарып килгән болотто яуҙырмай, кире бороп ебәрә, ти ине. Шул ысынмы?

Мөжәүир. Булды ундай хәлдәр. Ҡоролоҡ йылы ине. Иманай битләүендә һарыҡ көтөп йөрөйөм. Меҫкендәргә өҙөп ҡабырлыҡ үлән ҡалмай ҡыуарып кипте. Бер көндө күктә бейәләйҙәй генә бер болот остоғон күреп ҡалдым да саҡыра башланым. Бер аҙҙан ямғыр яуа башланы, силәкләп ҡойҙо ла ҡуйҙы.

Сөмбөлә. Ағайым да шулай тип һөйләгәйне. Мин ышанмағайным. Ысын икән дәһә.

Мөжәүир. Ул саҡты хәтерләү ҡыҙыҡ миңә. Нәҡ шул көндө мине көтөү көтөп йөрөгән еремдән саҡыртып алдылар. Мине юллап Зәйнулла ишан килгән. Троицк мәҙрәсәһенә уҡырға алып китергә итә. Йыраҡ тип бармай ҡалдым. Аҙаҡ Муллаҡай мәҙрәсәһендә, Ғабдулла Сәйедиҙә уҡыным.

Сөмбөлә. Ғабдулла Сәйеди хаҡында ағайым күп һөйләне. Ул күктәге йондоҙҙарҙы өйрәнгән икән.

Мөжәүир. Эйе, гел Бохаралағы Олоғбек обсерваторияһы хаҡында һөйләй торғайны. Унда күк есемдәрен өйрәнгәндәр. Әйткәндәй, исемеңдең мәғәнәһен беләһеңме? Хәлфәбеҙ күктә Сөмбөлә тигән йондоҙ бар, ул байлыҡ, муллыҡты һынландыра, тип һөйләй торғайны.

Сөмбөлә. Әйтәм, йыл да сәскән игенебеҙ уңа. Мин Сөмбөлә булғанға икән дәһә. (Ҡыҙ рәхәтләнеп көлә.) Ә Мөжәүир исеме ни аңлата?

Мөжәүир. Бер ҡыҙға ғажиз булып ғашиҡ тотҡан егет тигәнде.

Сөмбөлә. Ҡыҙыҡ, ә кемгә ғашиҡ ул егет? Сер булмаһа әйт. (Көлә.)

Мөжәүир усына еләк йыя.

Мөжәүир. Еләк ҡайһы ҡулымда? Белһәң, әйтәм.

Сөмбөлә. Белмәһәм?

Мөжәүир. Отолһаң, мине үбәһең. (Ҡулдарын арҡаһына йәшерә.) Йә әйт.

Сөмбөлә. Ошо ҡулыңда.

Ҡыҙ күрһәткән ҡулда еләк булмай сыға.

Мөжәүир. Отолдоң, отолдоң. Мине үбергә тейешһең.

Ҡыҙ ҡаса, егет уны баҫтырып тотоп ала ла ҡосағына ҡармай.

Мөжәүир. Отолдоң, ҡасып ҡотола алмаҫһың.

Сөмбөлә. Ни эшләтерһең?

 

Мөжәүир ҡапыл ҡыҙҙы ҡыҫып ҡосаҡлап ала ла усындағы еләкте берәмләп ҡыҙҙың ауыҙына ҡаптыра.

 

Мөжәүир. Тәмлеме?

Сөмбөлә. Эйе.

Ҡыҙ ҡосаҡтан ысҡынырға итә, ә егет ебәрмәй.

Мөжәүир. Мин бит һине күптән яратам.

Сөмбөлә. Әлләсе, белмәйем. Яратыу нисек була икән ул?

Мөжәүир. Бына ошолай була.

 

Ҡыҙҙы үбеп ала. Шул саҡ «Сөмбөлә-ә-ә!» тип ҡыҙҙы эҙләп саҡырған тауыш ишетелә.

 

Сөмбөлә. Мөжәүир ағай, ебәр, унда мине ҡыҙҙар юғалтҡан.

Мөжәүир. Туҡтап тор әле. Һине Мерәҫ ауылының бер байы өсөнсө бисәлеккә һората, ти, шул ысынмы?

Сөмбөлә. Ҡайҙан ишеттең?

Мөжәүир. Ишеттем инде. Ә һин ризамы?

Сөмбөлә. Атайым әйтә, ошо йомала әйттерергә килергә тейештәр, ти. Улар килешеп, һөйләшеп бөткән. Мерәҫ байы мәһәргә бер өйөр йылҡы вәғәҙә иткән. Малға ҡыҙығып, мине ике бисәле, биш-алты балалы иргә бирергә булдылар. (Ҡыҙ илай.) Башымды берәй яҡҡа алып сығып китәйемме, йә булмаһа, берәй ҡаянан һикереп үләйемме? (Илай.)

Мөжәүир. Сөмбөлә, ни һөйләйһең!?

Сөмбөлә. Ни эшләргә лә белмәйем.

Мөжәүир. Мин һине берәүгә лә бирмәйем. Беҙ бергә булырбыҙ, йәнем. Инде нисәмә йылдар йөрәк түремдә йыр булып йәшәйһең. Ғүмерем буйы берҙән-берем булырһың.

Тағы тауыш. Сөмбөлә-ә-ә!!

 

Ҡыҙ сығып йүгерә.

 

Сөмбөлә. Хуш, Мөжәүир!

Артынан ҡысҡырып ҡала.

Мөжәүир. Ышан миңә, Сөмбөлә.

Икенсе күренеш

Ике йыл тирәһе үтеп киткән. Шул уҡ урын. Бесән күбәләйҙәр.

Мөжәүир. Йә кәләш, ашың да бешеп киләлер, егеттәрҙе саҡырайыммы?

Сөмбөлә. Бераҙ сабыр итегеҙ, оҙаҡламай әҙер булыр.

Мөжәүир. Ярай, ярай. Егеттәр, әйҙәгеҙ!

Сөмбөлә. Һин тылсымлы булғас, кәрәмәттәр күрһәтә алғас, беҙ бик бай йәшәрбеҙме?

Мөжәүир. Байлыҡ ни ул бер айлыҡ, ярлылыҡ ҡына мәңгелек.

Сөмбөлә. Тимәк, беҙ бер ваҡытта ла бай булмайбыҙ, эйеме?

Мөжәүир. Минең иң ҙур байлығым – һин, Сөмбөлә! Бик бай булырбыҙ, сибәрем. Зәңгәр күк, Ирәндек тауҙары, йылғалар, күлдәр, емеш-еләкле туғайҙар, ҡайынлы урмандар, Урғаҙа йылғаһы – бөтәһе лә беҙҙеке булыр, иншалла!

Сөмбөлә. Һин ҡыҙыҡ кеше, Мөжәүир! Минең дә иң ҙур байлығым һин булырһың.

Оморҙаҡ, Саҙрый инә.

Сөмбөлә. Аш-һыу әҙер, үҙегеҙ ултырып ашағыҙ. Урғаҙа буйына төшөп һыу инеп киләйем әле. Мине юғалтмағыҙ, оҙаҡ йөрөмәм.

Ял иткән арала һөйләшәләр.

Саҙрый. Сөмбөләнән уңдың, Мөжәүир, үҙе уңған, үҙе сибәр. Мерәҫ байы өйләнәм тигән ерҙән һалдырып алдың бит, әйтәгүр.

Оморҙаҡ. Әйттерергә килгән байҙың ҡаршыһына бүре өйөрөн сығарып, ҡотон алдың. Ҡыҙ ҡайғыһы китте, байғоштоң.

Саҙрый. Әйтмә лә, һөйгәне хаҡына ир-егет ниҙәр генә эшләмәҫ.

Оморҙаҡ. Бына беҙ һинең менән шулай итә алыр инекме? Юҡ һәм юҡ. Мөжәүирҙең илаһи көсө бар шул.

Саҙрый. Мерәҫ байы бик үсләшә, ти. Кешенән өлөш ашатҡаным юҡ, барыбер мин уларҙы йәшәтмәйем, тип пыр туҙа, ти.

Оморҙаҡ. Мин дә ишеттем. Абай бул, Мөжәүир, берәй хаслыҡ ҡылып ҡуймаһын ул. Ишеткәнең бармы, Мөжәүир ағай, тиҙҙән донъя үҙгәрә, ти. Батшаны ҡолаталар, имеш, илгә ярлы-ябаға хужа була. Рәмиевтарҙың байлығын тартып алып, ярлыларға тараталар, үҙҙәрен илдән ҡыуалар, ти. Приискылар, завод, фабрикалар эшселәр ҡулына күсә икән. Һин ошоларға ышанаһыңмы?

Саҙрый. Анау активист Ғәббәс тә шулай тип һөйләп торғайны. Муллаларҙы әйләнеп ҡайтмаҫтай яҡҡа һөргөнгә ебәрәләр, байҙарҙы ла илдән ҡыуалар, тине. Имеш, дин – кешеләрҙең аңын томалаусы әфиун. Аллаһ юҡ, Ул булһа, берәйһе уны күргән булыр ине, тиҙәр.

Оморҙаҡ. Һин ошоға ышанаһыңмы? Эриалисиә (революция) тигәне нимә һуң ул?

Саҙрый. Мин дә барыһын да аңлап етмәйем. Мал да, ҡатындар ҙа уртаҡ була икән, тип һөйләйҙәр. Эй, ҡыҙыҡ булыр ине.

Оморҙаҡ. Ҡолаҡҡа яҡмаҫты һөйләмә әле.

Мөжәүир. Ә мин илдә бола булырын һиҙәм. Ауыр заман килә. Төрлө йоғошло ауырыуҙар таралыр, аслыҡ булыр, күп ҡан ҡойолор.

Саҙрый. Әй, ҡурҡытма әле. Иртәгәһен ишәк ҡайғыртҡан.

 

Шул саҡ Мөжәүирҙең күңелен хәүеф солғап ала. Урынынан тороп китә лә аяҡһып йөрөй башлай. Бер нисә ҡат «Сөмбөлә!» тип ҡатынын саҡыра.

Саҙрый. Борсолма юҡҡа. Урғаҙа буйы тыныс. Был тирәгә айыу, бүре килмәй.

Мөжәүир тағы нығыраҡ тынғыһыҙлана.

Мөжәүир. Сөмбөлә ниңә оҙаҡланы?

Саҙрый. Эй Аллам, ерле юҡҡа хафалана, хәүефләнә, һыу буйы тулы еләклек. Йөрөйҙөр шунда еләк йыйып. Ҡайҙа китһен ул?

Мөжәүир. Йөрәгемә ут ҡапты. Сөмбөләмә ниҙер булды, ахырыһы.

Мөжәүир «Сөмбөлә-ә-ә!» тип кәләшен саҡырып сығып йүгерә.

Саҙрый. Имеш, йөрәгемә ут ҡапты, күңелем һиҙә... Килештерә. Мөжәүиргә бер ҡараһаң, төплө аҡыллы, икенсе ҡараһаң, хәс тә диуана.

Оморҙаҡ. Кеше менән булышырға тиһәң, һине ҡуш.

 

Кәләшенең үле кәүҙәһен күтәреп Мөжәүир инә. Әлегә бер ни аңламаған Саҙрый уны ғәҙәтенсә көлөп ҡаршы ала.

Саҙрый. Ана, Мөжәүир кәләшен яратҡас, күтәреп кенә йөрөтә.

Оморҙаҡ Мөжәүирҙең эргәһенә килә.

Оморҙаҡ. Сөмбөләгә берәй нимә булғанмы әллә?

Мөжәүир. Быуып үлтергәндәр.

Саҙрый. Кит, булмаҫ! Кешене нисек үлтерергә мөмкин!

Оморҙаҡ. Мин дә ышанмайым.

 

Икеһе лә Сөмбөләне килеп ҡарай.

 

Оморҙаҡ. Тәне йылы, яңы ғына үлтергәндәр. Мөжәүирҙең һиҙенеүе дөрөҫ булған.

Саҙрый. Ҡайһы ҡәбәхәттең эше булды был?

Оморҙаҡ. Бая эргәлә бер һыбайлы йөрөгәйне бит. Мерәҫ байының көтөүсеһенә оҡшатҡайным. Әллә шуның эше булдымы?

Оморҙаҡ, Саҙрый сығалар.

Мөжәүир. Күңелем һиҙҙе. Күҙемдән осоп барҙы. Эргәмдән бер аҙым ебәргем килмәгәйне. Һөйөклөмдө һаҡлап ҡала алманым. Һүндерҙеләр яҡты йондоҙомдо.

Мөжәүир ауыр ҡайғынан һығылып төшә. Кәләшен ҡосаҡлаған көйө бер килке өнһөҙ тора.

Мөжәүир. Сөмбөләм, Сөмбөләм. (Бөгөлөп төшә.)

Автор. Аҡҡан һыуҙай йылдар бер-бер артлы үтә торҙо. Сөмбөләһен онота алмай йөрөп ятҡанда 38 йәшлек Мөжәүирҙе империалистик һуғышҡа алып киттеләр. Үлемесле һуғышта ул йәшәү ҡәҙерен белеп ҡайтты. Күп тә үтмәй Өммөгөлсөм тигән ҡыҙға өйләнде. Ғаиләлә бер-бер артлы дүрт бала тыуҙы. Ул арала илдә граждандар һуғышы башланып китте. Аллаһтың барлығын, берлеген танымау, әҙәм балаһының аҙыуы, туған менән туғандың ҡан ҡойошоуы эҙһеҙ үтмәне: ҡылынған гонаһтарға яза булып илгә йот килде.1921 йыл йәй буйы бер тамсы ямғыр яуманы, үләндәр яҙ башынан шиңеп ҡороно. Кешеләр аслыҡтан, йоғошло ауырыуҙарҙан себендәй ҡырылды. Бишенсе балаға әсә булырға йыйынған Өммөгөлсөм, балаһын тыуҙыра алмай, тулғаҡтан вафат булып ҡуйҙы. Әҙәм балаһына ҡайғы һынау өсөн ебәрелә. Мөжәүир Аллаһ ебәргән һынауҙарҙы сабырлыҡ менән үтте. Көнө эш менән үтһә, төнөн иленә именлек теләп, зекерҙә ултырҙы.

Өсөнсө күренеш

Мөжәүирҙең өйө. Еңгәләре Мөжәүирҙе көтөп ултыра.

Мәрфуға. Урғаҙа буйында ҡаралырға килеүсе кешеләр йыйылып киткән. Бая ғына өйөндә ине, ҡайҙа йөрөй икән Мөжәүир?

Раҡыя. Кәримәләрҙең ҡыҙы ауырый, ти ине, моғайын, шундалыр.

Мәрфуға. Улайһа көтәйек. Мөжәүирҙе әйтәм, үлгән артынан үлеп булмай, йәше иллегә етте, һаман яңғыҙы. Уны өйләндереү кәрәк. Килен алып ҡайтырлыҡ бына тигән йорто бар, балалары үҫеп етте, туғандарын башлы-күҙле итте. Инде арыу ғына ҡатын табырға кәрәк.

Раҡыя. Эйе шул, Сөмбөләһе үлгәс ун йыл йөрөнө. Өммөгөлсөмө үлеүгә лә әллә күпме ваҡыт үтеп китте. Ир кешегә яңғыҙ йөрөү килешмәй.

Мәрфуға. Ағаһы менән беҙ ҙә шулай тибеҙ. Тик балаларға әсәй булырлыҡ ҡатын булһын.

Раҡыя. Мөжәүиргә барырға теләүселәр күп ул, тик үҙе ыжлап бирмәй.

Мәрфуға. Уға ҡарап тормайбыҙ. Ҡыҙҙы үҙебеҙ тотторабыҙ. Ана, Сәлимәнең ата-әсәһе бөгөн алам тиһә, бөгөндән ҡыҙын бирергә риза.

Раҡыя. Кит, шул кейәү сыҡмаған тәртешкә аяҡ, иләк бит, һәпрәне, ата ялҡауҙы.

Мәрфуға. Әлләсе, ҡарап тороуға ярарлыҡ һымаҡ.

Раҡыя. Минең алтын ашыҡ кеүек ҡәйнешемә үҙе кеүек нурлы йөҙлө ҡыҙ кәрәк. Хәлимә һылыуҙы димләһәк тә булыр. Эшкә уңған, булдыҡлы.

Мәрфуға. Һылыулыҡ менән һыу буйлап булмай. Ул ҡыҙҙы бик уҫал тип ишеттем. Әсәһен рәнйетә, ти. Мөжәүирҙең балаларын үҙ итмәҫ. Утыҙға еткәнсе кейәү сыҡмай ултыра, юҡҡа тиһеңме әллә? Бармай. Ана, Алмабикә лә Мөжәүир ҡәйнеш менән ҡыҙыҡһына ине.

Раҡыя. Кит шуны. Һүҙ рәте белмәй, бер нәмә әйтһәң, аңшая ла тора.

Мәрфуға. Һинең менән миңә бер кем дә ярамаҫ. Әләйһәң, ана, Абдрахман ауылында Гөлйемеш тигән ҡыҙ бар. Төҫ тиһәң, төҫө, һын тиһәң, һыны бар. Сәстәре бөгәренә төшөп тора. Үҙе аҡыллы, уңған. Мөжәүиргә тап-таман.

Раҡыя. Уныһын активист Ғәббәс һоратҡан, тиҙәр.

Мәрфуға. Һоратһа ни, бармаған бит әле. Ундай ҡыҙға кемдең күҙе төшмәҫ. Тик ике бисәнән ҡалған, дүрт балалы тол иргә барырмы икән был сая ҡыҙ?

Раҡыя. Әллә. Ғәббәстең Гөлйемеш тип һушы китә, ти.

Мәрфуға. Яратҡас, ниңә һаман өйләнмәй? Күп булһа, ҡыҙ риза түгелдер.

Раҡыя. Эйе, ҡыҙ ҡарыша, ти, шул. Күңелемә ятмай тигән. Әллә берәй һөйгәне бармы икән?

Мәрфуға. Ул һайлансыҡ ҡыҙ Мөжәүиргә ҡарармы икән?

Раҡыя. Башта Мөжәүирҙең үҙе менән һөйләшәйек, шунан димләрбеҙ.

 

Нәҡ шул саҡта Мөжәүир ҡайтып инә.

Мөжәүир. Ә-ә-ә, еңгәйҙәрем мине көтөп ултыра. Ниңә самауыр ҡуйманығыҙ, сәй эсеп алыр инек.

Раҡыя. Сәй ҡайғыһы юҡ әле бында. Ҡәйнешкәйем, яңғыҙ йөрөүең етте, һиңә кәләш димләргә булдыҡ.

Мәрфуға. Эйе шул, яңғыҙлыҡ бер Аллаһҡа килешһен. Әҙәм балаһына парлы булып йәшәү фарыз. Һиңә өйләнергә ваҡыт, ҡәйнеш.

Раҡыя. Абдрахманда Гөлйемеш тигән бер уңған ҡыҙ бар. Шуны димләйек тигәйнек. Нисек ҡарайһың?

Мөжәүир. Ә-ә-ә, Гөлйемешме? Беләм уны, арыу ҡыҙ. Уға үҙем дә күҙ һалғылап ҡуям. Миңә ҡарамаҫ шул. Ғәббәс һоратҡан икән: – Йөрөмә, Хөрәсән ялҡауы, – тип ҡыуып сығарған.

Мәрфуға. Дөрөҫ әйткән. Активист булдым тигәс тә бесән сапмаҫҡа, мал аҫрамаҫҡа, гел кантурҙа ултырырға тигәнме? Гөлйемеште һорат, үҙебеҙҙең ҡыҙ. Ағайың да ҡәйнешеңә шул ҡыҙҙы әйтеп ҡара тигәйне.

Раҡыя. Оҙаҡҡа һуҙмайыҡ. Үҙебеҙ яусы булып барабыҙ. Гөрләтеп туй үткәреп ебәрербеҙ.

Мөжәүир. Шулай тиһегеҙме, ярай, мин риза. (Дәртләнеп китә.) Еңгәләрең булғас, ана, шулай булһын ул. Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатһын, баҫҡан ерендә ут сығарһын.

Раҡыя. Беҙ китәйек. Күренергә килеүселәр йыйылып киткән.

Мәрфуға. Бая уҡ сират ине.

Мөжәүир. Күрҙем. Хәҙер ҡарай башлайым.

 

Раҡыя менән Мәрфуға сыға.

Бер әбей инә.

Әбей. Мөжәүир улым, һине бик белә тип әйтәләр. Мине ҡарап ебәр әле. Ауырыйым. Йоҡлай алмайым. Тәнемде ҡысыу ҡапланы. (Әбей «ах та ух» килә.) Бөтә ышанысым һин, Мөжәүир улым. 

Мөжәүир. Ауырырһың шул. Ҡоҙағыйың менән һүҙгә килешеп, киленең менән улыңды сихырлатҡанһың, улар айырылышыр сиккә еткән. Балаларын да йәлләмәгәнһең. Киленеңдең һөтө бөткән, ике айлыҡ балаһы көн-төн илай. Ә һин шуға шатланаһың.

Әбей үҙ алдына һөйләнә.

Әбейиткә ҡарап әйтә). Әстәғәфирулла тәүбә, һыуға ҡарағандай әйтте. Быларҙың барыһын ҡайҙан белде икән ул. Асыу алдан, аҡыл арттан, ти. Хәҙер үҙем дә үкенәм, ни ҡылырға белмәйем. Ояты ни тора.

Мөжәүир. Мин сихырсыларҙы ҡарамайым. Башта сихырыңды ҡайтарт, шул саҡ башың да ауыртмаҫ, тәнеңдең ҡысыуы ла китер.

Әбей. Әйткән һүҙем бар ине: үлһәм, үлермен, ул һәпрә менән улымды йәшәтмәм, тигәйнем.

Мөжәүир. Ниңә үлергә, ти. Ерҙә һәммәбеҙгә лә урын етә. Тәүбәңә ҡайт, барығыҙға ла яҡшы булыр. Юҡһа, шайтанға йәнеңде һатҡанһың. Ауырыуыңа үҙең ғәйепле.

Мөжәүир әбейҙе йәлләй ҙә доға уҡып, өрөп ебәрә. Күҙ менән ҡаш араһында әбейҙең йөҙө яҡтыра. Илап ебәрә.

Әбей. Ни эшләнем мин, алйот.Ҡоҙағыйҙан үс алам тип, балаларымды бәхетһеҙ иттем, инде үҙем ауырыуға һабыштым. Аңһыҙлыҡ менән эшләнгән шул сихырҙы ҡайтарырға ярҙам ит, Мөжәүир хәҙрәт.

Мөжәүир. Ҡайтарыу өсөн улың менән киленеңде өшкөрөргә кәрәк булыр. Аҙағыраҡ барып сығырмын.

Әбей ҡулын йөрәге тапҡырына ҡуйып, башын эйә-эйә сыға.

Рәхмәт, улым, рәхмәт.

Атаһы менән улы инә.

Атай. Улым ҡапыл ғына һөйләшмәй башланы, бер аҙҙан ишетмәне. Докторҙарҙа күп йөрөттөм, беҙ бер ни ҙә эшләтә алмайбыҙ, тиҙәр. Бөтә өмөтөм һеҙҙә, хәҙрәт Олатай, зинһар ярҙам итә күрегеҙ.

Мөжәүир. Күп йылдар элек, йәш сағыңда һин урман эйәһе яратҡан бер тамғалы һомғол ҡайынды ҡырҡҡанһың. Үҙең ҡолап киткәнһең дә байтаҡ иҫәңгерәп ятҡанһың. «Минең ҡәҙерлемде харап иттең. Шауҡымы тыуасаҡ улыңа ҡағылыр», – тигән тауыш ишеткәнһең. Булдымы шундай хәл?

Атай. Булды, булды. Уны нисек белдегеҙ?

Мөжәүир. Белдем. Хәҙер улыңды өшкөрәм. Ул ишетер ҙә, һөйләшер ҙә, Аллаһ бирһә.

Доғалар уҡып өшкөрә. Бетеү бирә.

Мөжәүир. Йә, улым, ишетәһеңме?

Егет. Мин ҡоштар һайраған тауышты ишетәм.

Атай. Һөйләшә лә алаһың?

Егет. Эйе. Тыштағы кешеләр һөйләшкәнде лә ишетәм.

Мөжәүир. Бынан ары ишетерһең, улым. Өйләнерһең, балаларығыҙ булыр. Улар ошондай хәлгә тарымаһын өсөн. Урманға инһәгеҙ, урман хужаһынан иң башта һаулыҡ һорашығыҙ. Ағасын ҡырҡырға рөхсәт һорағыҙ. Кәрәкмәгәнгә сәскәләрҙе өҙмәгеҙ, улар хуш еҫ таратып, Аллаһҡа тәсбих әйтеп ултыра. Юлда ағас, таш ятһа, ситкә алып һалығыҙ, тәбиғәтте яратығыҙ, сауаплы булырһығыҙ.

Атай. Рәхмәт, Олатай.

Дүртенсе күренеш

Урам буйындағы бағанаға ҡыҙыл флаг эленгән. Плакат: «Йәшәһен совет власы». «Дин – халыҡтың әфиуны». Халыҡ йыйылған. Ярлыҡап сығыш яһай.

Ярлыҡап. Илдә буржуйҙарға ҡаршы көрәш башланды. Хөкүмәт башына етәксе итеп, әлегә тиклем байҙарға ҡол булып ғүмер иткән ярлы-ябағаны ултыртасаҡтар. Буржуйҙар заманында мулла-монтағыйҙар ҙа халыҡты алдап, хәйер-саҙаҡа йыйып, рәхәт йәшәне. Тиҙҙән уларға ла көн бөтөр. Байҙарҙың малын тартып алып, ярлыларға бирәбеҙ, иҫкелек ҡалдығы булған мәсеттәрҙе емерәбеҙ, манараларын алып ташлап, клуб яһайбыҙ. Илдә яңы тормош төҙөйбөҙ, яңыса йәшәйбеҙ. Уррра!

Мәрфуға. Әстәғәфирулла тәүбә, был Ярлыҡап нимә һөйләй ул? Әллә тилергәнме?

Оморҙаҡ. Буш хәбәр, ышанмайым. Нисек берәүҙең малын тартып алып, күрәләтә икенсе берәүгә бирһендәр, ти? Ярлы тигәс тә, ярлының да намыҫы бар.

Ярлыҡап. Кем дә кем сәүиткә ҡаршы хәбәр һөйләй, балалары бар тип тормайбыҙ, ыбыр-сыбыр бала-сағаларын тейәп, барыһын бергә һөргөнгә оҙатабыҙ. Мәрфуға еңгә, ҡолағыңа киртеп ҡуй, был һиңә лә ҡағыла.

Мәрфуға. Абау, сәүит тигәне шулай ҡурҡыныс икән дәһә. Аллам һаҡлаһын.

Ярлыҡап. Ә хәҙер ауыл активистары әҙерләгән «Дин –халыҡтың әфиуны» тигән тамаша ҡарағыҙ.

Башына сәллә, өҫтөнә елән кейеп алған Ғәббәс алға сыға.

Ғәббәс. Хәҙрәт бар ерҙә, малым бар, тимә,

Ғазраил бар ерҙә, йәнем бар, тимә.

Хәҙрәт малыңды алырға ашығыр,

Ғазраил йәнеңде алырға ашығыр.

Мәсет –Аллаһ йорто тип, күп тыҡыйҙар,

Унда Аллаһ йәшәүен кем белгән.

«Ҡөрьән»де күктән төшкән китап тиҙәр,

Уның күктән төшөүен кем күргән?

 

Ғәббәс аҙан әйткән булып ҡылана. Тауышы сыйылдап сыға.

Ғәббәс. Аллаһу әкбәр, Аллаһу әкбәр, Аллаһу әкбәр; Мин – мулла. Балаларығыҙҙы мәсеткә алып килегеҙ: өшкөрәм, төкөрәм, енен ҡыуам. Күҙ асып-йомғансы һауыҡтырам. Хи-хи-хи. Ауырыуҙар күп булһын, миңә саҙаҡа яуһын. Тфү, тфү, тфү.

Кешеләр рәхәтләнеп көлә.

Шафиҡ. Кемде әләкләй ул, әллә Мөжәүирҙеме?

Ғәббәс. Аллаһ хаҡына миңә саҙаҡа бирегеҙ. Күберәк бирегеҙ. Шуның һайын байлығығыҙ артыр. Мин – күрәҙәсе. Алдағы тормошоғоҙҙо әйтеп бирәм. Теләһәм – ямғыр, теләһәм ҡар яуҙырам. Гел Аллаһ – бисмиллаһ, тип йөрөгөҙ. Аллаһ тиһәң, мулла ҡыҙын бирә; бисмилла тиһәң бисәһен дә ҡушып бирә.

 

Мөжәүир килеп инеп, бер ситкә барып баҫа ла кәмитсегә текләп ҡарап тора башлай. Ҡапыл Ғәббәскә әллә ни була. Көтмәгәндә енләнгән кешеләй булып йүгереп йөрөй башлай. Йығылып китә. Тәгәрәп китә. Ҡылана. Сисенеп ташлай. Ха-ха-ха, тип тилереп көлә. Тағы арлы-бирле йүгергеләй. Ыштанын да сисергә итә. Шул саҡ эргәһенә Мәрфуға килеп етә.

Мәрфуға. Ғәббәс туғаным, был ни ҡыланыуың? Туҡта, әҙәм көлдөрмә, оят бит. Әйҙә, киттек!

Ғәббәс уны этеп ебәрә.

Ғәббәс. Кит әле, ҡамасаулама! Долой муллалар, долой мәсет. Йәшәһен астар, ҡолдар ярлылар власы! За власть советов как один умрем!

Тағы сисенергә итә. Тағы Мәрфуға тотоп ҡала.

Шул саҡта Мәрфуға Мөжәүир хәҙрәтте күреп ҡала. Эргәһенә килә.

Мәрфуға. Зинһар, ялбарам, Ғәббәсте халыҡ алдында рисуай итмә. Туҡтат ҡыланыуынан! Был бит һинең генә ҡөҙрәтеңдән килә.

Мөжәүир өнһөҙ-тынһыҙ һаман текләп тора. Бер саҡ Ғәббәс аңына килә. Ни эшләнем мин тигәндәй тирә-яғына алан-йолан ҡаранып ала ла шәрә тороуын күреп, халыҡтан уңайһыҙлана. Мөжәүир алдына килеп баҫа. Мөжәүир доға уҡып уға өрә.

Ғәббәс. Минең менән нимә булды ул? (Иҫенә килә алмай тора.) Ниңә мин шәрә торам ул?

Мәрфуға. Киттек, Ғәббәс, киттек! ( Уны һөйрәкләп ситкә алып китә.) Абау, әстәғәфирулла тәүбә, сәүит тигәндәренең башында ошондай кешеләр ултырырмы икән ни?

Шафиҡ. Хәҙрәт, рәхмәт. (Килеп башын эйә.) Һинең хикмәт эйәһе икәнеңде һиҙә инем. Бөгөн быны асыҡ күрҙем.

Барыһы ла Мөжәүиргә ҡыҙыҡһынып ҡарай.

Мөжәүир. Йәмәғәт, бөгөн Ғәббәс менән булған хәлде сит-яттарға таратмайыҡ. Яҡшылыҡтан – яҡшылыҡ, насарлыҡан – насарлыҡ ярала. Мәсеткә килгәндә, Мәсет ул – Аллаһ йорто. Беҙ унда Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылабыҙ. мәсетте мәсхәрәләргә ярамай. Мәсет менән булышмағыҙ. Заманында барыбыҙҙың да олатайҙарыбыҙ бында килеп намаҙ уҡыған, ғибәҙәт ҡылған. Мәсетте емерһәк, ата-олатайҙар рухы риза булмаҫ, рәнйер. Гонаһлы булырбыҙ, ауылыбыҙҙан бәрәкәт китер.

Йә, ҡөҙрәтле, барыһын белеп, күреп тороусы Аллам! Ғәббәс улыбыҙҙың яңылышыуын, уйламай әйткән һүҙҙәрен ғәфү ит. Уны һиҙиәт юлына төшөр, үҙ мәрхәмәтеңдән ташлама. Амин.

 

Хәҙрәт уҡынып доға ҡыла. Барыһы Мөжәүир хәҙрәт эргәһенә килеп ихтирам менән ҡарап, уға рәхмәт әйтә

Барыһы бергә: Рәхмәт, хәҙрәт. Рәхмәт. (Ҡул биреп күрешәләр.)

 

Бишенсе күренеш

Баштағы кеүек аҙан тауышы ишетелә.

«Аллаһу әкбәр, Аллаһу әкбәр, Аллаһу әкбәр; Әшһәдү әннә иләһә иллаллаһ, Әшһәдү әннә иләһә иллаллаһ; Әшһәдү әннә Мухаммәдән Рәсүлуллаһ. Хәййә ғаләс-саләһ. Хәййә ғаләс-саләһ; Хәййә ғаләл-фәләҡ, Хәййә ғаләл-фәләҡ; Аллаһу әкбәр, Аллаһу әкбәр. Лә иләһә иллаллаһ».

Саҙрый. Мөжәүир хәҙрәт һаман үҙенекен ҡуймай, халыҡты дин менән ағыулауын дауам итә. Күренергә сират торалар.

Ғәббәс. Кисә комсомолдар пленумында халыҡты дин менән ағыулап ятыусыларҙы тотоп бирегеҙ, беҙ уларҙы һөргөнгә ебәрәбеҙ, тинеләр.

Саҙрый. Бөтә ил буйлап иҫкелек ҡалдығы булған дингә ҡаршы ҡаты көрәш бара. Ә был тормоштан артта ҡалған әҙәмде ҡайһылайтып аҙан әйтеүҙән туҡтатырға? Инде Манһыр комсомолецтарына ла дингә ҡаршы етди көрәшергә ваҡыт етте.

Оморҙаҡ. Ҡуй, егеттәр, Мөжәүир хәҙрәт менән булышмайыҡ, балалары күп, бер-бер хәл була ҡалһа, уларҙы кем ҡарар?

Ярлыҡап. Эйе шул.

Ғәббәс. Һин комсомолецмы, түгелме? Әсәйеңдең Мөжәүир хәҙрәткә барып йөрөүен беләбеҙ. Уны шуға яҡлашаһыңмы?

Оморҙаҡ. Эйе, алып барҙыҡ, үлемесле хәлдә ине. Хәҙер, ана, йүгереп йөрөй. Беҙҙең яҡта Олатайға бармаған кеше юҡтыр. Әйткәндәй, һинең дә әсәйең күптән бирле ауырый. Тәкәбберлегеңде ҡуйып, әсәйеңде Олатайға күрһәтер инең.

Ғәббәс. Һин нимә? Тоже мне, комсомолец!

Оморҙаҡ. Теге саҡта тилергәнеңдә һине кем ҡотҡарҙы? Оноттоңмо ни?

Ғәббәс. Таптың ҡотҡарыусыны! Ишеттеңме, кисә Мөжәүир хәҙрәт нимә һөйләп торҙо: Гитлер Рәсәйгә баҫып инергә әҙерләнә, һуғыш сығырға тора, беҙҙең ил ҡурҡыныс аҫтында. Баймаҡҡа барып, ошо хаҡта түрәләргә әйтәйек, ти. Башыма тай типмәгән әле үҙ башымды үҙем нәрәтәгә тығырға. СССР менән Германияның бер-береһе менән һуғышмаҫҡа тигән килешеү төҙөүен иҫкелек ҡалдығы беләме ни?

Саҙрый. Ул килешеү яңыраҡ гәзиттә сыҡҡайны. Уны мин дә уҡыным.

Ғәббәс. Эйе, сыҡты. Әйҙәгеҙ, Мөжәүир хәҙрәт халыҡ араһында совет власына ҡаршы хөсөт тарата, тип өҫтөнән ялыу яҙайыҡ. Һеҙ раҫлап ҡул ҡуйырһығыҙ. Манһыр данын һатып йөрөй шунда.

Ярлыҡап. Мин ялыу яҙмайым. Намыҫым ҡушмай. Ул бер туған ағайымды үлемдән алып ҡалды.

Оморҙаҡ. Ҡуй, Мөжәүир хәҙрәт менән булышмайыҡ. Минең дә әсәйемде һауыҡтырҙы. Ундай изге кешегә мин ялыу яҙа алмайым.

Саҙрый. Һуғыш сығырға тора тип ҡотҡо таратыуы дөрөҫ бит инде. Ярар, яҙмаһаң, ҡултамғаңды ғына ҡуй. Уның һуғышҡа әҙерләнергә кәрәк тигәнен үҙ ҡолағың менән ишеттең. Был бит күрәләтә антисоветщина.

Ғәббәс. Мин советтарҙы, ярлы-ябағаны яҡлайым. Мөжәүир инде нисәмә йыл бағымсымын тип, өйөр йыйып, байып ята. Уны фаш итергә кәрәк. Ул саҙаҡа йыйыусы, советтарҙы яманлап хөсөт таратыусы. Ә һеҙ, Ярлыҡап менән Оморҙаҡ, уны яҡлайһығыҙ. Һеҙ комсомолецмы, түгелме? Белә-күрә өндәшмәй йөрөгәнебеҙ өсөн үҙебеҙгә яуап бирергә тура килмәһен әле. Ана, күрше ауылда сәүиткә ҡаршы йөрөгән муллаларҙы тейәп алып киткәндәр. Ә Мөжәүир берәүҙән дә ҡурҡып тормай. Көн дә Иманай тауының башына менеп аҙан әйтә.

Саҙрый. Уныһы шулай.

Ғәббәс. Саҙрый, һин хәҙер ҡайт та ошоларҙың барыһын яҙ. Халыҡтан ҡултамға йыйып, район үҙәгенә алып барып түрәләргә тапшырырбыҙ. Бөтә халыҡ алдында рисуай итеү кәрәк уны. Йөрөмәһен Совет кешеләренең аңын томалап. Егеттәр, һеҙ ҡайта тороғоҙ, Саҙрый менән тағы һөйләшәһе һүҙем бар.

 

Оморҙаҡ, Ярлыҡап сығалар.

Ғәббәс. Миңә Оморҙаҡ менән Ярлыҡаптың Мөжәүир хәҙрәтте яҡлауы оҡшаманы. Комсомолецтарға совет власының дошмандарына ҡарата уяу булырға ҡушалар. Һин был икәүҙе ипләп кенә күҙәтеп йөрө әле. Ялыуға иң беренсе шуларҙан ҡултамға ҡуйҙыр, яраймы. Ошо ине әйтер һүҙем.

Саҙрый. Төшөндөм, Ғәббәс. Төшөндөм, хуш.

 

Саҙрый сығып китә. Ғәббәс бер үҙе ҡала

Ғәббәс. Ул минең йән атып йөрөгән һөйгән ҡыҙымды тартып алды. Инде нисәмә йыл тылсымы менән арбап, уны үҙенең ауыҙына ҡаратып йәшәтә. Их, Гөлйемеш! Йөҙөнән нур сәсеп, оҙон сәстәренә таҡҡан сулпыларын сылтыратып, аяҡ аҫтында ут уйнатып, эргәмдән үтеп китһә, артынан тороп йүгерерҙәй булам. Өйләнеп тә ҡараным, барыбер уны онота алманым. Бөгөн киләм тиһә, Гөлйемеште бөгөн алыр инем, балалары бар тип тормаҫ инем. Мөжәүирҙең башын төрмәгә тыҡҡанда, Гөлйемеште ҡаратып алып булыр. Үҙемә ҡултамға-фәләнде ҡуймаҫҡа. Минең ҡыҫылыш бар икәненде белһә, Гөлйемеш әйләнеп тә ҡарамаҫ.

Алтынсы күренеш

Мөжәүирҙәрҙең өйө. Хәҙрәт тиҫбе тартып ултыра.

Мөжәүир. Аллаһу әкбәр, Аллаһу әкбәр (утыҙ бер ҡат әйтә.) Рәхимле, мәрхәмәтле Аллам, гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡа, аңһыҙҙарҙы, диндән тайпылғандарҙы кисер. Ситтә эсер һыуҙарым, хәстәнән һауыҡтырыр бәндәләрем барҙыр. Шул бурысымды үтәгәс, әйләнеп ҡайтырмын, иншаллаһ.

Түрбашта иртәнге сәй әҙерләп йөрөгән Гөлйемешкә өндәшә.

Гөлйемешкәйем, миңә ҡорот, талҡан, һары май кеүектән берәй аҙналыҡ ризыҡ хәстәрлә.

Гөлйемеш. Ҡайҙа барырға йыйындың?

Мөжәүир. Алыҫ юлға сығам. Йылы кейемдәремде ҡарап бир.

Гөлйемеш. Йылы кейем?

Үҙе һаман ашығып тиҫбеһен тарта. Йә Аллаһу йә Кәбир; Йә аллаһу йә Рәхим; Йә Аллаһу йә Әхәд, Йә Аллаһу йә Самад, Йә Аллаһу йә Сәмиғ, Йә Аллаһу Жал Жәләли үәл Икрам.

Ишек туҡылдаталар.

Гөлйемеш. Кем ул унда? Инегеҙ.

Милиционер инә.

Милиционер. Мин – НКВД-нан. Һин, Мөжәүир Сиражетдиновмы?

Мөжәүир. Эйе.

Милиционер. Һин Совет власына яла яғыуҙа, хөсөт таратыуҙа, законға ҡаршы эштәр башҡарыуҙа ғәйепләнәһең. Һине ҡулға алырға санкция бирелде.

Мөжәүир. Мин әҙер. Йыйынып, төйнәнеп, һеҙҙе көтөп ултырам.

Алдан әҙерләп ҡуйылған көпөһөн, быймаһын кейеп, биштәрен ҡулына ала.

Милиционер. Беҙҙең килерҙе һиңә кем әйтте?

Мөжәүир. Үҙем белдем.

Милиционер. Үҙең белдең? Ниңә ҡасманың?

Мөжәүир. Мин ҡасһам, һеҙгә һүҙ тейер ине, шуны уйланым. Йәнә ҡурҡырлыҡ эшем дә юҡ. Мин ғәйепһеҙ.

Гөлйемеш. Уй Алла, нимә һөйләй ул? Бөтә тирә-яҡ белә, ҡартымдың уйлағаны яҡшылыҡ, эшләгәне изгелек. Уның сәүиткә ҡаршы булғаны юҡ. Ялбарам, алып китмәгеҙ. Мин бер яңғыҙым өй тулы баланы нисек ҡарап үҫтерермен!?

Мөжәүир. Ҡуйсы, Гөлйемеш, тыныслан. Был бит һалдат, ул юғарынан ҡушылған бойороҡто үтәй. (Ҡатынын ҡосаҡлай.) Хуш, Гөлйемешем. Балаларҙы айырмай, һәйбәт көт. Хаҡ Тәғәләм кәм-хур итмәһә, бәндә хурлап эш сығара алмаҫ, иншаллаһ.

 

Милиционер уңайһыҙланып китә.

Милиционер. Олатай, һеҙҙең илаһи ҡөҙрәтегеҙ хаҡында ишетеп, белеп йөрөйбөҙ. Зинһар, беҙгә рәнйемәгеҙ. Беҙ ҡушҡанды ғына үтәйбеҙ.

Гөлйемеш ҡатҡан ҡаҙыҡ һымаҡ ҡымшанмай ҙа тороп ҡала. Милиционер Мөжәүирҙе алып киткәс, намаҙлығына эйелә.

Гөлйемеш. Йә, Раббым. Был ни хәл? Уй, Аллаҡайым, уй Мөжәүирем.

Алтынсы күренеш

Баймаҡ. Милиция бүлмәһе. Допрос бара.

НКВД тәфтишсеһе. Йә, ҡартлас, һине совет власына ҡаршы хөсөт тарата, тиҙәр. Шул дөрөҫмө? Бәлки, танмай, барыһын үҙең һөйләп бирерһең. Гитлер һуғышҡа әҙерләнә, Рәсәйгә баҫып инергә йыйына тиһең икән? Уны ҡайҙан белдең? Әллә Гитлер менән дуҫһыңмы? (Мыҫҡыллы көлә) Ха-ха-ха.

Мөжәүир. Көлмә, улым, көлмә. Көлкө түгел. Төн йоҡоларым ҡасты. Көнө-төнө Гитлерҙең илгә баҫып инергә йыйыныуын Сталинға нисек еткерергә белмәй уйлайым. Был хаҡ. Аллаһ миңә шундай илаһи ҡөҙрәт биргән. Ышанығыҙ миңә, ялбарам. Яуыз Гитлер Рәсәйгә баҫып инһә, илдә күп ҡан ҡойош, үлем, емерелеш буласаҡ. Ул нәфсе ҡолона әйләнгән, шашҡан, беҙҙең илгә генә түгел, бөтә Ер шарына хужа булмаҡсы.

НКВД тәфтишсеһе. Һин, ҡартлас, әллә аҡылдан яҙып бараһыңмы? Нимә һөйләйһең, бер ни аңламайым.

Мөжәүир. Аңламаҫһың, улым, һин аңлай торған түгел бит ул. Мин һөйләгәндәрҙе Сталинға еткерергә ярҙам ит. Ул аңлар. Ҡабатлап әйтәм, Аллаһ хаҡы өсөн мин әйткәндәрҙе Сталинға еткерегеҙ! Үтенәм! Ул быны белергә тейеш. Илебеҙгә үлемесле ҡурҡыныс янай!

НКВД тәфтишсеһе. Хәстрүш! Байғош! (Сарказм менән хахылдап көлә.) Еткерегеҙ, имеш. Көтөп тор, Сталин һинең һымаҡтарҙың хәбәрен тыңларға тора ти ине.

Аяғүрә тороп баҫа. Мөжәүирҙең эргәһенә килеп, бармағы менән янай.

НКВД тәфтишсеһе. Бындай хөсөт таратҡаның өсөн беләһеңме һиңә нимә була? Кәмендә ун йыл төрмә! Үәт!

Мөжәүир. Улым, ни һөйләйһең? Ниндәй хөсөт? Миңә Аллаһ әшкәртте. Ышан миңә. Беҙ бөгөндән һуғышҡа әҙерләнергә тейешбеҙ. Ғәмһеҙ ятһаҡ, таң алдынан ил сиген емереп баҫып инәсәктәр ҙә ҡырып һаласаҡтар. Бик күп кеше һәләк булыр.

НКВД тәфтишсеһе. Был хәбәрең өсөн башың төрмәнән сыҡмаҫын беләһеңме, ҡартлас?

Мөжәүир. Үҙ башымдан бигерәк, мине илебеҙҙең яҙмышы хәүефләндерә.

НКВД тәфтишсеһе. Хәүефләндерә, имеш. (Тағы хахылдап көлә.) Етте, борода! Әҙәм көлдөрмә! Беҙҙә лә баш бар. Дин менән халыҡтың аңын ағыулауың етмәгән, хәҙер һуғыш сыға тип кешеләрҙе ҡаңғыртаһың. Халыҡ араһында ҡотҡо таратып, сыуалыш, ығы-зығы тыуҙырмаҡсыһың, шулаймы? Һиңә управа табылыр. Аңлашылды, һин Совет власы өсөн ҡурҡыныс дошман.

Мөжәүир. Ниндәй ҡотҡо? Ни һөйләйһең, улым?

НКВД тәфтишсеһе. Моғайын, яңғыҙың түгелһеңдер, кемдәр һине хуплай?

Мөжәүир. Аңламайым. Нахаҡ һөйләргә йыйынмайым.

НКВД тәфтишсеһе. Ну, кемдәр ҡаршы беҙгә? Халыҡ дошмандары тип тә атайбыҙ. Әйт, исемләп әйт!?

Мөжәүир. Ниндәй дошман?

НКВД тәфтишсеһе. Йәшермә, беләһең!

Мөжәүир. Ҡуй, улым, гонаһлы булма. Һаташма, бер ниндәй дошман да, ҡотҡо ла юҡ!

НКВД тәфтишсеһе. Молчать! Хватит! Мин һиңә ниндәй улың булайым, алйыған ҡарт! Һинең һымаҡ ер ҡорттарын, Совет власына ҡаршы йөрөгәндәрҙе тотоп, берәмләп барыбер һытып бөтөрәсәкбеҙ.

Мөжәүир. Тәүбәңә кил, мосолманһың даһа.

НКВД тәфтишсеһе. Тәүбәмә? Минме? Хәҙер тәүбәне күрһәтәм мин һиңә. (Пистолет сығарып хәҙрәткә тоҫҡай.) Бына быны күрәһеңме? Шалт и каюк! Шунан икмәк серетеүҙән туҡтайһың, и баста!

Мөжәүир. Ни һөйләйһең, улым? Һин бит әҙәм балаһы. Иблискә әйләнмә! Ҡуй аҡылыңды юйма!

НКВД тәфтишсеһе. Молчать! Надоел! Был ғәйептәрең өсөн һиңә – явный расстрел! Мөжәүир. Иблис икәнһең.

НКВД тәфтишсеһе. Часовой! Тотҡондо алып сығығыҙ, унан күҙ яҙлыҡтырмағыҙ!

 

Часовой Мөжәүирҙе елтерәтеп алып сығып китә.

Етенсе күренеш

Һуғыш башланған. Музыка «Священная война»ны уйнай.

Экран аша күрһәтергә. Кешеләр илаша. Һуғышҡа оҙатыу бара. Экранда Мөжәүир күренә. Ул камера эсендә тиҫбе тартып ултыра.

 

Мөжәүир. Эй, Раббым, Аллаһым, Совет илен афәттәрҙән һаҡла. Яуыз фашисҡа илебеҙҙе баҫып алырға ирек бирмә.

Алҡышланып доға уҡый ҙа, доға уҡый.

Мөжәүир. Аллаһы Тәғәләмде, барлыҡ пәйғәмбәрҙәребеҙ, еребеҙгә килеп киткән әүлиәләребеҙ рухын ярҙамға саҡырам. Ялбарам, ошо ҡанлы һуғышты туҡтатырға ярҙам итегеҙ. Илебеҙгә ҡара көстәргә, иблис ҡотҡоһона бирелгән яуыз дошманға ҡаршы торорҙай көс-ҡөҙрәт бирегеҙ. Амин. (Үҙенә урын таба алмай.) Ә халыҡты түрәләрҙең хаҡ менән нахаҡты айыра белмәүе, тәкәбберлеге, ғәмһеҙлеге харап итә. Ниңә әҙәм балаһы изгеләрҙең хаҡ һүҙенә түгел, нахаҡҡа, алдаҡсыларға, ялағайҙарға тиҙерәк ышана икән?

Мөжәүир тағы ҡулына тиҫбеһен алып, зекергә ултыра. Бер аҙҙан уның эргәһенә төрмә башлығы инә. Был саҡта Мөжәүир хәҙрәткә 67 йәш була.

Төрмә башлығы. Әссәләмәғәләйкүм, хәҙрәт.

Мөжәүир. Вәғәләйкүм әссәләм, түрә.

Төрмә башлығы. Мөжәүир хәҙрәт, һинең илаһи ҡөҙрәтеңде белдек. Һиңә йомош бар ине.

Мөжәүир. Ниндәй йомош, әйт. Күрәм, ауырыҡһынып тораһың. Ҡана ҡулдарыңды бир әле.

Мөжәүир бер аҙ уның ҡулын тотоп, ҡан тамыры буйыса һылап ултыра.

Мөжәүир. Ҡан баҫымың күтәрелгән. Бер нәмәгә ныҡ көйәләнгәнһең. Бер аҙҙан хәлең арыуланыр. Зәхмәтеңде ҡыуып сығарҙым. Эшеңде яратмайһың икән, яйы сыҡһа, икенсе урынға күс.

Төрмә башлығы. Дөрөҫ әйттегеҙ. Бөгөн төнөн йоҡлап булманы, ҡатыным ауырыны. Бик яратып өйләнгәйнем. Балаларыбыҙ ҙа юҡ. Әллә ҡатынымды ҡарап ебәрәһегеҙме?

Мөжәүир. Докторҙарға күрендеме?

Төрмә башлығы. Күп йөрөнө. Нисек ауырыуын белә алмайҙар.

Мөжәүир. Тимәк, хәстә уларҙыҡы түгел. Мин ҡатынығыҙҙы ҡарарға риза. Алып килегеҙ, ҡулдан килгәнсә тырышырмын.

Төрмә башлығы. Юҡ, ул үҙе бында килеп тора алмаҫ. Һеҙгә барып дауаларға тура килер.

Мөжәүир. Мин риза, барырмын.

Ваҡиға фатирҙа бара. Өҫтәл, ултырғыс һ.б.

Часовой. Мөмкинме! (Мөжәүирҙе индерә.)

Төрмә башлығы. Инегеҙ! (Часовойҙы ымлап сығара.) Әйҙүк, түргә уҙығыҙ, хәҙрәт!

Мөжәүир. Әссәләмәғәләйкүм!

Төрмә башлығы. Вәғәләйкүм, хәҙрәт!

Мөжәүир. Ошо ҡатын ауырый... етмәһә, балаға ла уҙа алмай икән. (Өшкөрә һәм дауалай.)

Төрмә башлығы. Эйе.

Мөжәүир. Ҡатыныңдың сире ҡурҡыныс түгел, уны һауыҡтырып була, туғаным. Беҙҙе икебеҙҙе генә ҡалдырығыҙ. (Төрмә башлығы сыға.)

Дауалау дауам итә.

Бәпәй теләйһең икән. Уны ла имләп була. Тик бер юлы ике ауырыуҙы ҡарау кәрәкмәҫ.

Төрмә башлығы инә.

Ҡустым, тағы килермен, Алла бойорһа...

Ҡатын. Рәхмәт, хәҙрәт, изгелегегеҙҙе бер ҡасан да онотмабыҙ.

Төрмә башлығы. Рәхмәт, хәҙрәт. Һеҙҙе оҙатып ҡуйырҙар. Часовой, хәҙрәткә теймәгеҙ. Йөрөһөн үҙ яйына. Ҡасыр булһа, күптән ҡасҡан булыр ине.

Ҡатын. Хәҙрәткә ниндәй рәхмәттәр әйтһәм дә аҙ булыр. Төрмәнән азат итер инең уны һис юғы.

Төрмә башлығы. Мин дә шул турала уйлап йөрөйөм. Ҡапыл эшләнә торған эш түгел шул ул, ҡәҙерлем.

Ҡатын. Тырыштыр инде.

Төрмә башлығы. Дөрөҫ әйтәһең, ошондай затлы кеше төрмәлә әрәм булып ятырға тейеш түгел. Ҡулдан килгәндең барыһын да эшләрмен.

Камераға стражник инә.

Стражник. Хәҙрәт, һиңә килгәндәр.

Оморҙаҡ инә.

Оморҙаҡ. Һаумы, Мөжәүир хәҙрәт, хәлеңде беләйем тип килдем.

Ҡосаҡлашып күрешәләр.

Мөжәүир. Был тарафҡа ниндәй елдәр ташланы?

Оморҙаҡ. Өфөгә приискының алтынын тапшырырға килдек. Һиңә әҙерәк ашамлыҡ алып килдем. Асыҡмайһыңмы?

Мөжәүир. Илдә һуғыш барғанда төрмәлә ултырыусылар ҡайғыһы юҡтыр. Төрмә-төрмә инде. Асыҡҡан саҡтар ҙа була. Рәхмәт күстәнәсеңә.

Оморҙаҡ. Теге саҡ һуғыш сығырға тора, тип әйткәнең, хаҡ булды бит. Алйот кеше кеүек активист Ғәббәс ҡотҡоһона бирелдек. Һине төрмәгә ултыртыштыҡ. Ә хәҙер үлемесле һуғыш бара. Ғәфү ит, дуҫ, алдыңда ныҡ ғәйеплемен.

Мөжәүир. Ҡуйсы әле, илдә яуыз дошман менән һуғыш барғанда ундай ваҡ-төйәкте иҫләп, кенә ҡыуып тормабыҙ инде. Гөлйемешем, балаларым нисек кенә йәшәй икән?

Оморҙаҡ. Илдә сәпсек үлмәй ул. Ғаиләгеҙҙе бергәләп ҡарайбыҙ. Паек биреп торалар.

Мөжәүир. Гөлйемешкә әйтерһең, башта бик ауыр булды. Атырға тип хөкөм сығарҙылар. Аҙаҡ әҙерәк йомшарҙылар, ун йылға хөкөм иттеләр. Ә хәҙер насарлыҡ эшләмәҫемде белделәр. Бындағы түрәләр аҙан әйтеүемә, намаҙ уҡыуыма ҡаршы түгелдәр. Бында төрлө хәлдәр булып тора. Һаҡсылар ауырып китә. Барыһын ҡарап торам. Рәхмәт әйтәләр.

Оморҙаҡ. Һуғыш беҙҙе аҡты ҡаранан айырырға өйрәтте. Теге саҡ комсомолецмын тигән булып, Саҙрый әсәһен һиңә күрһәтмәгәйне бит. Ярлыҡап менән әйтеп ҡараныҡ, тыңламаны. Әсәһе бер ай элек үлеп ҡалды. Хәҙер үҙен ғәфү итә алмай. Мөжәүир хәҙрәткә сәләм әйт, ул изге кеше, тип ҡалды.

Мөжәүир. Аңлағас, рәхмәт.

Оморҙаҡ. Бөтә ауыл, сәләм күндереп, иҫән-һау ҡайтыуыңды теләп ҡалды.

Мөжәүир. Үҙең дә һуғыштан иҫән йөрөп ҡайт.

Оморҙаҡ. Һуғыштан тиһеңме? Һуғыш башланғас та военкоматҡа барған инем, алып китеүҙәрен һорап, Саҙрый менән миңә илгә алтын кәрәк тип бронь бирҙеләр, һуғышҡа бармайбыҙ. Приискыла эшләйбеҙ.

Мөжәүир. Ә мин һинең һуғышҡа барыуыңды күрәм. Бөгөн бында килереңде лә әшкәрттеләр. Ултырып киләсәгеңде күҙ алдынан үткәрҙем. Һиңә бетеү биреп ебәрергә булдым. Унда «Йән һаҡлау» доғаһы яҙылған.

Оморҙаҡ (бетеүҙе ала, ҡарай). Рәхмәт, Мөжәүир.

Мөжәүир. Хызыр Ильяс юлдашың булһын, фәрештәләр ҡанаттарын йәйеп, һине һаҡлап йөрөтһөн. Амин.

Оморҙаҡ сыға.

Мөжәүир тағы зекергә ултыра.

Төрмә башлығы камераға инә.

Төрмә башлығы. Әссәләмәғәләйкүм, хәҙрәт. Иҫәнлек, һаулыҡмы?

Мөжәүир. Вәғәләйкүм әссәләм. Аллаға шөкөр.

Төрмә башлығы. Һеҙҙең өшкөрөүегеҙ ҡатынға килеште, элекке кеүек һыҙланып яфаланмай. Аллаға шөкөр, балаға ла уҙҙы, рәхмәт хәҙрәт.

Мөжәүир. Амин! Балаларығыҙ күп булһын, изгелектәрен күреп, ҡыуанып, тиң-тигеҙ йәшәгеҙ.

Төрмә башлығы. Мөжәүир ағай, беҙ күмәкләп һине төрмәнән срогынан алда сығарыуҙы юлланыҡ. Эшебеҙ барып сыҡты, документтар әҙер. Ҙур рәхмәт, әүлиә, беҙҙе осраштырғаның өсөн яҙмышыма рәхмәт.

Мөжәүир. Мин дә рәхмәтлемен һеҙгә.

Төрмә башлығы. Бына ҡатыным аҙыҡ һалғайны, иҫән-һау ҡайтып етегеҙ. Һау булығыҙ!

 

Улар сыға. Мөжәүир яңғыҙы.

Мөжәүир. Эй, Раббым, Аллаһым, Ғәзиздәрҙән-ғәзизем, ялбарыуҙарымды ишеттең, юлыма мәрхәмәтле кешеләрҙе сығарҙың, рәхмәт.         (Намаҙ уҡый. Ауыҙ эсенән уҡый. Намаҙ хәрәкәттәре эшләнә.)

Беренсе шаршау тамам.

 

Икенсе шаршау

Оморҙаҡ. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандың тәүге көндәренән башлап Рәсәй халҡы немец фашистары емереп, ҡыйратып киткән илде, завод, фабрикаларҙы, ауыл хужалығын яңынан тергеҙеү эшенә тотондо. СССР Юғары Советы 1946 йылдың мартында дүртенсе биш йыллыҡтың илдең иҡтисадын ҙур темптар менән тиҙ арала үҫтереү планын ҡабул итте. 1946–1950 йылдар – ошо планды үҙ ваҡытында үтәү өсөн көрәш йылдары булды. Ул Совет халҡынан ҙур ихтыяр көсө, фиҙаҡәрлек, берҙәмлек, тырышлыҡ талап итте. Артабанғы биш йыллыҡтар ҙа уңышлы үтәлә барҙы. Совет иле ҙур темп менән үҫте, алға барҙы.

Мөжәүир хәҙрәт миңә төрмәлә осрашҡанда бетеү бирҙе. Йән һаҡлау доғаһы, юғалтма, утты, һыуҙы кисеп һау ҡайтырһың, Алла бирһә, тине. Фашистар биш пленныйҙы һайлап алды ла төрәнле һабанға егеп, миналанған яланды һөрөргә ҡушты. Барыһы ла минаға эләгеп шартлап бөттө, бер мин тере ҡалдым. Баҫыуҙы һөрөп барып сыҡҡас, атырға иткәйнеләр, бер ҡарт ҡына немец һалдаты, ярар, теймәйек, был тамуҡты үткәс, әйҙә, йәшәһен, тине. Мөжәүир хәҙрәт биреп ебәргән бетеү бәрәкәтенәлер, Аллаһ мине һаҡланы.

Үҙенең тиңһеҙ бағымсылыҡ һәләте менән халыҡ араһында ҙур абруй ҡаҙана, уны ихтирам менән Мөжәүир әүлиә, Олатай тип йөрөтә башлайҙар. Хөкүмәттең биш йыллыҡ пландарын ваҡытында үтәүҙә уның аҡыллы кәңәштәре халҡыбыҙға ныҡ ярҙам итә. Үҙенең көслө бағымсы булыуы, кешелеклелеге, алдан барыһын белеп, күреп тороуы менән Башҡортостанда ғына түгел, бөтә Рәсәй илендә танылыу яулай.

 

Беренсе күренеш

Урғаҙа буйы. Гөлйемеш бер үҙе.

Гөлйемеш. Урғаҙа буйҙарына килеп ялбарам, Раббым Аллам, Мөжәүиремде ҡайтар. Уның һис бер ғәйебе юҡ, күңеле сабыйҙыҡы кеүек саф. Балаларымды етем, үҙебеҙҙе Саҡ менән Суҡ итмә.

Йырлай.

Урғаҙа ла буйлап йөҙөп килә

Аҡ сабаҡҡай менән күк бәрҙе.

Хайран ғына ҡалам был донъяға,

Һемәйтә бит донъя күптәрҙе.

Ирәндеккәй тауы бигерәк бейек,

Менер инем дә бит – баҫҡыс юҡ.

Йөрәккәйем әллә ниңә ярһый,

Асып ҡарар инем – асҡыс юҡ.

Гөлйемеш. Береһенән-береһе бәләкәй балаларыбыҙ хаҡына хибеслектән азат ит иремде. Еңгәмә әйтеп димләтеп, үҙем яратып барҙым бит мин уға. Ун биш йыл ғүмер итеүебеҙ ун биш көндәй ҙә булманы, энә осондай насарлығын күрмәнем. Кешене түгел, себенде лә рәнйетмәне. Эй, Раббым, Аллам, яманға үлем юҡ, яҡшыға йөрөм юҡмы ни был донъяла?

Аҡһай-аҡһай Ғәббәс инә.

Ғәббәс. Ә-ә-ә, Гөлйемеш, бына һин ҡайҙа! Ни хәл, ҡәҙерлем? Яңғыҙыңа ҡыйын түгелме?

Гөлйемеш. Мин яңғыҙ түгел, балаларым бар.

Ғәббәс. Ә мин көн дә һине уйлайым. Балаларының тамағын нисек туйҙыра икән, тим.

Гөлйемеш. Рәхмәт, Ғәббәс ағай, үлтермәһә, ауырлыҡ кешене сыныҡтыра ғына, тигәнде ишеткәнең бармы? Аллаһы ярҙамы менән асыҡҡаныбыҙ юҡ.

Ғәббәс. Ә мин һине һаман яратам. Егет саҡта артыңдан үлә яҙып йөрөүемде беләһең бит. (Гөлйемеште ҡосаҡларға итә.)

Гөлйемеш. Нишләүең был, Ғәббәс ағай? Ҡуйсы әле, үткән эштән төш яҡшы тигәндәй.

Ғәббәс. Мөжәүирҙе ун йылға хөкөм иткәндәр, ти, ун йылда кем бар, кем юҡ. Әллә ҡайта, әллә юҡ. Мин әйтәм, яҙмыштарҙы ҡушып, бергә йәшәп ҡарайыҡмы? Балаларыңа атай булырмын.

Гөлйемеш. Нимә һөйләйһең һин? Ир балаһы, ир һөймәҫ, ти. Юҡ, булмаҫты һөйләмә, Ғәббәс ағай.

Ғәббәс. Кил әле яныма, һөйөклөм! (Ҡосаҡларға ынтыла.)

Гөлйемеш. Кит бынан, яҡын килмә! Теймә миңә! (Этеп ебәрә, Ғәббәс ҡолай, тора ла Гөлйемешкә йәбешә.)

Эй, кешеләр, ярҙам итегеҙ!

Ғәббәс. Шым! Ҡысҡырма! (Тауышҡа Оморҙаҡтың атаһы Шафиҡ инә.)

Шафиҡ. Ниндәй тауыш, ниндәй ыҙғыш-талаш тип килә ятам. Бәй, Ғәббәс! Был ни ҡыланыуың? Ирҙәр һуғышҡа китеп бөткәс, ҡатындарға хужа булып алдыңмы?

Гөлйемеш. Бынау Ғәббәс саҡ йәбешмәне. Һоратып ялҡытты. Ирең төрмәлә, әллә ҡайта, әллә юҡ, тип теңкәгә тейҙе.

Ғәббәс. Ирең киткәне бирле миңә түшәк булып йөрөнөң дә, хәҙер килеп яҡшаҡлы булаһыңмы? Алдан ҡыуанмай тор, Гөлйемеш.

Гөлйемеш. Нахаҡ! Минең тәнемә харам ҡул тағылғаны юҡ. Аллам белеп тора. (Илай.) Ялғанды һөйләйһең дәһа. Был тиклем үк тимәгән инем.

Шафиҡ. Борсолма, Гөлйемеш. Ғәббәскә ышана буламмы? Уның әҙәм әшәкеһе икәнен беләм бит мин, тыныслан!

Ғәббәс. Белмәйһегеҙ әле мине. Күрмәгәнегеҙҙе күрһәтәм! Минең менән булышмағыҙ. Юғиһә... юғиһә. Гөлйемеш барыбер минеке буласаҡһың, бына күрерһең!

Шафиҡ. Һуғышҡа бармаҫ өсөн үҙ аяғыңа үҙең балта менән саптың бит ә? Хәҙер инвалидмын тип сатанлап тораһың? Ниңә?

Ғәббәс. Быны һиңә кем әйтте?

Шафиҡ. Әллә дөрөҫ түгелме, ә? Тик һинең яу ҡырында ла файҙаңдан зыяның күберәк булыр ине. Йөрөй бир әйҙә, бер бәндә икәнһең. Тик кешеләргә яла яҡма, яуызлыҡ ҡылма. Кит бынан! Әйҙә, Гөлйемеш килен, ҡайтайыҡ.

Сығырға була. Шул саҡ Мөжәүир килеп инә.

Мөжәүир. Һаумы, Гөлйемеш!

Гөлйемеш. Мөжәүирем, был һинме? Ҡайттыңмы йәнем! (Иренә ташлана, ҡосаҡлап ала.)

Мөжәүир. Гөлйемеш! (Ҡосаҡлай.) Шафиҡ ағай! Иҫәнлек-һаулыҡмы! (Күрешәләр.) Ғәббәскә ни булған, ниңә ерҙә ята?

Шафиҡ. Аллаға шөкөр. Иҫән-һау ҡайтыуың өсөн шатмын.

Ғәббәс. Һине 10 йылға ултыртҡандар тип һөйләгәйнеләр, нисек 4 йылда ҡайттың? Төрмәлә берәүһен сихырлап, күҙен бәйләп, алдан сыҡҡанһыңдыр әле. Мин һине, төрмә ҡомағы, барыбер аҡылға ултыртасаҡмын әле.

Мөжәүир. Нимә һөйләйһең һин?

Ғәббәс. Тфү! Әшәке. Ҡайтып етмәгән, ауылда хөсөт тарата. Ултырып ҡайтҡаның әҙ булдымы? Кире төрмәгә киткең киләме?

Мөжәүир. Кит бынан! Осрашыу шатлығының йәмен ебәреп торма!

Ғәббәс сығып китә.

Гөлйемеш. Мөжәүир, әйҙә ҡайта һалайыҡ. Балаларыбыҙҙы ҡыуандырайыҡ. Ниндәй шатлыҡ! Иҫән ҡайтыуыңды белдем, төштәремдә күрҙем. Рәхмәт, Раббыма.

Мөжәүир. Әйҙә, Гөлйемешем. Шафиҡ ағай, Оморҙаҡтан хат киләме, именме?

Шафиҡ. Аллаға шөкөр, иҫән-һау...

Һөйләнә-һөйләнә сығалар.

Музыка.

 

Икенсе күренеш

Мөжәүир хәҙрәттең өйө. Ауылса йыйыштырылған. Урындыҡҡа ҡаралты өйөп ҡуйылған. Балаҫ түшәлгән. Түшәк өҫтөндә урындыҡта Мөжәүир хәҙрәт тиҫбе тартып ултыра.

Райком секретары инә.

Райком секретары. Һаумыһығыҙ! Мөмкинме?

Мөжәүир. Әйҙүк, әйҙүк!

Райком секретары. Әссәләмәғәләйкүм, хәҙрәт!

Мөжәүир. Вәғәләйкүм әссәләм!

Райком секретары. Хәлдәрегеҙҙе белеп сығайым тигәйнем.

Мөжәүир. Әлхәмдүллилә, шөкөр. Әйҙүк, түрҙән уҙығыҙ. Ниндәй яңылыҡтар бар?

Райком секретары. Ямғыр яумай бит әле. Май аҙағында ғына ҡар ҡатыш ямғыр һибәләп үтте лә, ер ямғыр төҫөн күрмәне. Баҫыуҙар шаҡмаҡланып ята. Ни эшләргә, тип һеҙгә кәңәшкә килдем олатай.

Мөжәүир. Йондоҙҙарға, ай торошона ҡарап, быйыл 1965 йылдың ҡоро килере күренә. Башҡаса ямғыр яумаҫ. Ҡырҙа иген төп йәйеп, ҡыуаҡланып китә алмаҫ, бесән аҙ булыр. Минең күҙаллау шулай.

Райком секретары. Ниҙәр генә эшләйек икән һуң?

Мөжәүир. Урман араһындағы үләндәрҙе соҡоп сапһындар, йылҡы малы тибендә йөрөр, бирешмәҫ. Һыйыр малын һаҡлап ҡалабыҙ. Ферма һайын меңәр баш эре мөгөҙлө мал. Һарыҡтар ҙа күп. Нисек тә бесән эшләп ҡалырға тырышығыҙ. Халыҡты ҡырға алып сығып, япраҡ бәйләгеҙ. Ашлыҡ уңмаҫын белдегеҙ, иң яҡшыһы, баҫыуҙағы игенде бесәнгә сабығыҙ.

Былтырҙан ҡалған игенде самалап халыҡҡа таратып бирегеҙ. Иҫәп-хисап яҡшы алып барылһын. Улым, халыҡҡа үҙеңдең ғәҙеллегең менән үрнәк күрһәт. Бындай ауыр саҡта, һин талапсан, ҡаты ҡуллы атай һымаҡ булырға тейешһең.

Райком секретары. Яҡшы аҡыл. Йылъяҙма алып барыусы ҡарттар ҙа шулай, ти.

Мөжәүир. Аллаһ бирһә, малығыҙҙы иҫән-һау ҡышлатып сығарырһығыҙ. Ә киләһе йыл бик уңышлы килмәксе. Ямғырҙар ваҡытында яуыр, ырҙында иген тау-тау булып ятыр. Ит планын арттырып үтәрһегеҙ. Район ныҡ алға сығыр. Республикала абруйығыҙ артыр. Икенсе йыл һеҙҙең урамда ҙур байрам буласаҡ. Хәҙер түҙегеҙ, түҙгәнгә – түш.

Райком секретары. Рәхмәт, Олатай. Һеҙҙең һәр әйткәнегеҙ алдыбыҙға килә. Мин колхоз, совхоз етәкселәре менән кәңәшләшермен, һеҙҙең әйткәндәр хаҡында агрономдар менән бергәләп уйлашырбыҙ. Иҫән һау булығыҙ. (Сыға.)

 

Өсөнсө күренеш

Ғәббәс. Эй, кешеләр, нимә ҡарап ятаһығыҙ, баҫыуҙарҙа игенде бесәнгә сабалар. Икмәкһеҙ ҡалабыҙ бит.

Саҙрый. Мөжәүир хәҙрәт, быйыл ҡоролоҡ була, бесән әҙерләп ҡалығыҙ, тип әйткән.

Ғәббәс. Ул әйтер, ҡартласҡа ике донъя, бер мөрйә, уға иген булды ни ҙә, булманы ни. Хәйер-саҙаҡа арты менән инеп тора.

Оморҙаҡ. Мөжәүир хәҙрәт бушты һөйләмәҫ. Мин уның һәр әйткәненә ышанам.

Ярлыҡап. Ғәббәс, ниңә һин гел Мөжәүир хәҙрәткә ҡаҙалаһың? Беҙгә уның бер зыяны ла тейгәне юҡ таһа.

Ғәббәс. Һеҙ совет власы яҡлымы, түгелме? Илгә кем хужа – коммунистар, комсомолецтар. Ә һеҙ һөрһөгән дин әһелен яҡлап ҡыялаһығыҙ. Ишеттем әле, беҙҙең райком секретарының олатаһы мулла булған ти бит, шуға ул Мөжәүирҙең һүҙен һөйләй. Обкомға яҙырға, бөтә гәзит, журналдарҙы тултырырға, ул ҡартласты райкомы менән бергә төрмәгә ултыртырға кәрәк. Әйҙә, килеп күрһендәр. Һин Саҙрый туған, совхоздың партком секретары булараҡ, был хәлде баҫырып ҡалдыра алмайһың. Бөгөн үк Обкомға шылтырат. Бер-бер хәл була ҡалһа, кемде яуапҡа тарттыралар, знамо, партком секретарын.

Саҙрый. Уныһы шулай. Мөжәүир хәҙрәт ҡушыуы буйынса эшләгән райком секретары беҙгә ни бысағыма кәрәк?! Әйҙә, бөтә халыҡ белһен. Мәскәүҙә уҡып ҡайттым тигәс тә бында килеп әллә кем булмаһын, килмешәк, молокосос.

 

Дүртенсе күренеш

Райком секретары кабинеты. Обкомдан шылтыраталар.

Обком секеретары. Һеҙҙең районда ниндәй самодеятельность ул? Кем рөхсәте менән ашлыҡҡа тигән игенде бесәнгә сабаһығыҙ? Ниндәй баш-баштаҡлыҡ?

Райком секретары. Быйыл йәй ямғырһыҙ булды. Иген булмаҫы билдәле ине, бойҙай емгә тулышманы, хатта төп йәймәне. Исмаһам, малды ҡыш сығарайыҡ тип, бесәнгә саптыҡ.

Обком секеретары. Кем ул Мөжәүир хәҙрәт? Хөкүмәттең дингә ҡарашын белә тороп, ни эшләп ул беҙҙең эштәргә ҡыҫыла? Бында ялыуҙа, райком секретары хәҙрәттең дуҫы, ул ни тиһә, райком шуны үтәй, тигәндәр. Шулаймы?

Райком секретары. Ниндәй ғәйбәт ул тағы? Кем яҙған?

Обком секеретары. Йылайыр совхозының партком секретары. Унда тағы бер нисә ҡултамға бар. Районға комиссия, гәзиттәрҙән хәбәрселәр ебәрәбеҙ. Партияның өлкә комитеты бюроһында яуап бирергә әҙерләнегеҙ.

Райком секретары. Эш улай ҙурға киткәс, метеорологтарҙы ла, ғалимдарҙы ла саҡыртырға кәрәк. 

Обком секретары. Мин ҡаршы түгел.

Бишенсе күренеш

Һуғыш бөткән. Мөжәүирҙең өйө.Ул урындыҡта ултыра. Бер ҡулында Ҡөрьән китабы, икенсе ҡулында тиҫбеһе. Стенала төрлө-төрлө ҡамсылар элеүле тора.

Мөжәүир. Әбей, йыраҡтан килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алырға әҙерлән. Мунса яҡтыр. Ҙур еҙ самауыр ҡайнап ултырһын, мул итеп аш һал.

Гөлемеш. Ярай, ҡартым.

Мөжәүир. Ана, килеп тә еттеләр.

Атай һәм әсәй, йәғни ир менән ҡатын һуҡыр ҡыҙын етәкләгән, улар рус милләтенән.

Әсәй кеше. Доченька, Настенька, приехали.

Атай кеше. Здравствуйте! Һаумыһығыҙ!

Мөжәүир. Әйҙүк, әйҙүк, мин һеҙҙе баянан бирле көтәм!

Атай. Көтәһегеҙ? Беҙ килеүебеҙ тураһында алдан хәбәр итмәгәйнек шикелле.

Мөжәүир. Ҡыҙым, һин дә үт, кил әле бында. Исемең кем?

Настя. Анастасия!

Мөжәүир. Матур исем!

Атай кеше. Беҙ Мәскәүҙән килдек. Көтмәгәндә ҡыҙыбыҙҙың ике күҙе бер юлы һуҡырайҙы. Докторҙарға күп йөрөттөк, дауалары килешмәне. Бөтә өмөт һиндә, целитель, ошоһонда ҡыҙым һауыҡһа, бер нәмә йәл түгел. Тик ошо баланың күҙ нурын ҡайтар.

Мөжәүир. Һин скрипкала уйнайһыңмы?

Настя. Эйе!

Мөжәүир. Настя ябай ғына скрипкасы түгел. Собханалла, машалла. Был бала моң эйәһе. Аллаһтан уға илаһи талант бирелгән. Ҡыҙығыҙға бик ҡаты күҙле кешенең һоғо тейгән.

Бар әле ҡыҙым, тышҡа сыҡ та, утынлыҡтан бер ҡосаҡ утын индер.

Әсәй кеше. Она не сможет! Простите, ради бога! Она ведь совсем ничего не видит.

Мөжәүир. Борсолмағыҙ. Бар балам, бар, ҡурҡма, әйткәнде үтә. (Ҡыҙ сыға.)

Атай кеше. Ҡыҙымдың уйнауына һоҡланмаған кеше булманы. Ғәфү итегеҙ, скрипкала уйнауын әйтмәгәйнек, ҡайҙан белдегеҙ?

Мөжәүир. Һеҙ юлда уҡ килгәндә, миңә барыһы ла мәғлүм булды.

Утын күтәргән Настенька инә лә ҡысҡырып ебәрә

Настя. Атай, әсәй, мин күрәм, Папа, Мама, я вижу, вижу!

Атай кеше. Ысынмы, Настенька? Ысынлап күрәһеңме?

Настя. Күрәм, атай, ысынлап күрәм, Әсәй. Дедушка в белом. Ведь он мне помог!

Әсәй кеше. Һеҙ – Аллаһ!

Мөжәүир. Улай тимәгеҙ, ярамай. Әҙәми затты Аллаһы Тәғәләгә тиңләү ҙур гонаһ. Ярамай. Мин бары Әүлиә. Күрәҙәсе, тиһәң дә була. Ауырыуҙарҙы һауыҡтырыу ҡеүәһенә эйәмен.

Атай кеше. Ниҙәр генә биреп ризалатайыҡ, әйт Святой Старец?

Машина кәрәкме? Аҡсамы? Әйт кенә?

Мөжәүир. Бер нәмә лә кәрәкмәй. Аллаһы Тәғәлә мине ергә табип итеп тәғәйенләп ебәргән. Барыһы ла Аллаһ хаҡына эшләнә. Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара, ихлас әйткән рәхмәттән дә оло сауап юҡ.

Әсәй кеше. Һеҙ, ысынлап та, изге кеше. Рәхмәт.

Атай кеше. Спасибо, Святой Старец!

Мөжәүир. Абыстайҙың самауыры ҡайнап ултыра, барығыҙ, утяҡҡысҡа инеп тамаҡ ялғап алығыҙ. Үҙегеҙ беләһегеҙ, сират бит. Кешеләр көтә. Бына әле лә берәү ашыға, тик эсергә яратҡан әҙәм икән. Ағас төбөнә шешәһен йәшерҙе, йәнәһе Хәҙрәтте алдап була. Шилма! Әйҙәгеҙ шул әҙәм килеп еткәнсе табынға ултырығыҙ! (Тегеләр сыға.)

Ир. Хәҙрәт өйҙәме?

Мөжәүир. Сыбыртҡыһы сөйҙәме? Нимә, ҡатының ташлап ҡайтып киттеме?

Ир. Әйе! Шул бисәне алып ҡайтырға миңә ярҙам итегеҙ. Тоҙ булһа ла өшкөрөгөҙ. Башмағымды бирәм хәйеренә.

Мөжәүир. Кәрәкмәй бер нәмә лә! Эсмә! Эскән иргә ниндәй ҡатын сыҙаһын. Йәнә ҡулыңды тый. Бар, ана, ағас төбөнә йәшереп киткән шешәңде барып алып, эсендәгеһен түк, шунан башҡаса ул шайтан эсемлеге яғына әйләнеп тә ҡарама. Ҡатының да кире ҡайтыр, тормошоң да яйға һалыныр. Бисәңдән уңғанһың, ҡәҙерен бел.

Ир. Ярай, Хәҙрәт! Рәхмәт, аңланым! (Сыға.)

Үлмәҫбикә инә.

Мөжәүир. Әйҙә, ҡыҙым, түрҙән уҙ. Һине кисәнән бирле көтәм.

Үлмәҫбикә. Ата-олатайҙар рухына саҙаҡа бирәйем тигәйнем.

 

Үлмәҫбикә кеҫәһенән алып хәҙрәттең алдына бер төргәк аҡса һала.

Мөжәүир. Беләм. Бында бер һыйырҙың аҡсаһы. Миңә ул ғына етмәй. Ниңә башмағыңды ла, быҙауыңды ла һатманың? Шул таман булыр ине.

Үлмәҫбикә (аптырай). Әлләсе, уйлап еткермәгәнменсе.

 

Шул саҡ Үлмәҫбикәнең кеҫәһенән иҙәнгә тинлектәр сылтырап ҡойолоп китә.

Үлмәҫбикә. Атаҡ-атаҡ, пинжәгемдең кеҫәһе тишек түгел ине ләһә. Тинлектәрем дә юҡ ине, ҡайҙан төштө былар?

Мөжәүир. Ана шул тинлектәрҙе йыйып ал да миңә килтереп бир. Шул етер. Саҙаҡа күп булмай ул. Был аҡсаңды кире һалып ал. Балаларыңа тотон.

Үлмәҫбикә (ҡаушап ҡала). Мин бит ихлас йөрәктән. Һеҙгә ихтирамым көслө.

Мөжәүир. Беләм, беләм, күреп торам.

 

Үлмәҫбикә ҡаушап ҡала. Ояла-ояла аҡсаны кире кеҫәһенә һала.

Мөжәүир. Пинжәгең бигерәк матур икән. Әллә үҙең тектеңме?

Үлмәҫбикә. Эйе, мин тегенсе.

Мөжәүир. Миңә лә матур итеп түбәтәй тегеп бир әле. Ҡыҙым текте тип ҡәҙерләп кенә кейермен.

Үлмәҫбикә. Булдырабыҙ уны.

Мөжәүир. Икенсе килгәндә улыңды алып кил. Машина менән уйнарға ярата икән, уйынсыҡ машина алып ҡуйырмын.

Үлмәҫбикә. Хушығыҙ, Олатай. Донъяла һеҙҙең һымаҡ башҡа кеше юҡтыр. Тағы килермен әле.

Мөжәүир. Иҫән бул, ҡыҙым. Килеп йөрө.

Мөжәүир тауҙарға ҡарап уйланып тора.

Мөжәүир. Бәндә йыһандың хужаһы Аллаһ икәнен онотоп, йыш ҡына «мин» тип күкрәк ҡаға, тәкәбберләнә. Ишек алдындағы егерме сутый ерҙе йүнләп тәрбиәләй алмаған башыбыҙ менән әллә кем булабыҙ. Ана бит, Аллаһы Тәғәлә бөтә туғайҙарҙы еләк-емеш менән тултырған. Ишек алдында әҙәм балаһы бер түтәл сәскәһен йүнләп үҫтерә алмай. Ә Аллаһ бөтә ялан, болондарҙы гөл-сәскәгә күмгән. Йәнә, Аллаһтан башҡа кем тәбиғәт миҙгелдәрен алыштыра алыр? Башында турғай суҡып алырлыҡ аҡылы булған кеше Аллаһҡа тел тейгеҙмәҫ.

Алтынсы күренеш

Мөжәүир хәҙрәттең өйө. Элеккесә йыһазландырылған. Өҫтәлдә самауыр сыжлап ултыра.

Мөжәүир. Абыстайҙан самауыр ҡайнаттырып, бына-бына килә тип, һине көтөп ултырам, улым.

Райком секретары. Рәхмәт, Олатай. Ә мин шатлығымды уртаҡлашырға килдем. Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре көнөндә Йылайыр совхозына Ленин ордены тапшырҙылар.

Мөжәүир. Бик хуп. Ә үҙеңә?

Райком секретары. Мине лә Ленин ордены менән бүләкләнеләр. Бөтә әйткәндәрең алдыбыҙға килде. Шул шатлыҡтан ауылығыҙға движок ҡуябыҙ. Әйҙә, яҡтыла ултырығыҙ.

Мөжәүир. Ғәббәс тағы ялыу яҙмаҫмы? (Көлә.)

Райком секретары. Бүренән ҡурҡҡан урманға бармаҫ, ти.Тик уны хәҙер ныҡ ауырый тиҙәр, ялыу яҙыу ҡайғыһы киткәндер.

Мөжәүир. Ишеттем. Килһә, ҡарап ебәрер инем, һауығып та китер ине.

Райком секретары. Килмәҫ, уңайһыҙланыр.

Мөжәүир. Бәндәселек менән әҙәм балаһы яңылыша. Мин ундайҙарҙы ғәфү итәм. Һинең дә, улым, юлыңда ундайҙар осрар, барыһын да ғәфү итеп өйрән. Аллаһу Ғәфүр, Аллаһ ғәфү иткәндәрҙе ярата. Үпкә һаҡлап, кешегә яуызлыҡ уйлап, эсеңә эрен йыйып, үҙеңде үҙең ауырыуға дусар итмә. Ғәббәскә килгәндә, яйын табып, үҙем барып сығырмын.

Райком секретары. Аҡыл эйәһе һин, Олатай. Хәлемдән килһә, көндәр буйы эргәңдә һөйләшеп ултырыр инем, беләһең бит, район ҙур, эш күп.

Мөжәүир. Улым, иҫән-һау йөрө. Был урында оҙаҡ ултырмаҫһың, тиҙҙән үрләтерҙәр. Һинең был төбәктә эшләгән изге эштәрең халыҡ хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр.

Райком секретары. Һау бул, Олатай.

Райком секретары сыға.

Етенсе күренеш

Мөжәүир хәҙрәт ҡартайған. Туҡһан бер йәштәр тирәһе, бесән сапҡан ерендә йөрөп ята.

Мөжәүир. Урғаҙам, Аллаһ биргән хазинам, мәңге шулай сылтырап ағып ят. Доғамдың көсө һине һаҡлаһын. Сейәлектәрем дә емешкә тулышҡан. Мул уңыш бирергә йыйына. Баланлыҡтарым менән дә хушлаштым. Быйыл емештәреңде тиреп ала алмам, бәхил булығыҙ, тинем. Урғаҙа буйы талдары башын эйеп бойоҡҡан. Борсолмағыҙ, Аллаһ мине хур итмәҫ, унда миңә Зәйнулла ишан менән Ғабдулла Сәйеди янында урын әҙерләнгән.

«Томан» йыры ишетелә.

 

Иртә лә генә томан, кис тә томан,

Был томанҡайҙарға ни булған.

Ирәндеккә менеп ҡарарһығыҙ,

Ғәзиздәрем, инде мин булмам.

 

Мөжәүир хәҙрәт ултыра.

 

Мөжәүир. Гөлйемешкәйем, кил әле, ултыр әле яныма. Ун баланы ҡарап үҫтерҙең. Рәхмәт, ҡәҙерлем. Мине бәхетле иттең. Ә һиңә минең менән йәшәү еңел булмағандыр. Гел кеше булды. Икәүләп кенә ултырып сәй эскән дә булманы бит. Әммә һин зарланманың. Һәр ваҡыт килгән кешеләргә яҡты йөҙлө булды. Яраттың мине, аңланың, ҡәҙер иттең, терәгем булдың. Сауаптары Аллаһтан ҡайтһын. Бәхилләшәйек.

Гөлйемеш. Ни һөйләйһең һин, әүлиәм? Һинһеҙ нисек йәшәрмен?

Мөжәүир. Миңә доға ҡыл. Көн дә «Йәсин» уҡы. Үҙеңә еңеллек килер.

Күктә йәйғор хасил була, унда тәхет. Унда Мөжәүир хәҙрәтте саҡыралар.

Мөжәүир. Халҡыма әйтер һүҙем бар. Аллаһ миңә оҙон ғүмер, илаһи ҡөҙрәт бирҙе. Дәһрилек заманында Аллаһҡа инаныу ҡаҡшаны. Бөгөн юғарынан бирелгән ҡөҙрәтемде ҡалдырыр кешем дә юҡ. Әммә киләсәктә минең изге эшемде дауам иттереүсе иманлы, аңлы заттар булыр, иншаллаһ. Йәнә, әйтер һүҙем, кешелек донъяһын бар иткән Аллаһы Тәғәләбеҙгә инанып йәшәгеҙ. Донъяға аҡыл күҙе менән ҡарағыҙ. Әҙәм балаһы саҡ ҡына уңышына ла маһайыусан. Аллаһтың биргәне менән сағыштырһаҡ, беҙҙең ғәмәлдәр нимә генә. Шуға рәхмәтле булып өйрәнегеҙ. Бирелгән ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, хәлдән килгән тиклем изгелек ҡылып йәшәргә кәрәк. Аллаһ яралтҡан барлыҡ хазиналарға һаҡсыл булығыҙ. Ер шарын әҙәп, тәүфиҡ, мәрхәмәт, иман һаҡлар.

Йәйғор тәхеткә ултырып Мөжәүир әүлиәнең йәне оса. Тәне ятып ҡала Эргәһенән ул изгелек ҡылған рәхмәтле кешеләр уҙа.

 

ШАРШАУ

 

Автор:
Читайте нас: