Мөхәббәт тураһында һүҙ сығыуға Фидан Сафа улы илле ике йыл ҡуйынында ғына түгел, уйында, хыялында, йөрәгенең иң түрендә йөрөткән хәләле – Фәриҙә ханым янына күсеберәк ултырҙы. Күпме тормош михнәттәре, яҙмыш һынауы, ғәйбәт һүҙҙәр, ауыр сирҙәр һәм ... баш әйләнерлек ижади уңыш һәм дан һынамаған уларҙы, әммә бер-береһенә мөхәббәт, ихтирам һүрелмәгән, уларҙы был һынауҙар ҡаҡшамаҫ пар иткән.
Нисек танышып-ҡауышыуҙары тураһында һүҙ сыҡҡас, икеһе лә көлөп ебәрҙе башта. Аҙаҡ бер-береһен төҙәтә-дөрөҫләй йәшлектәренә ҡайттылар. Йырҙарҙа йырланған йәмле Ағиҙел буйында, Дүртөйлө районының Яңы Уртай ауылында тыуа Фидан. Атаһы Сафа ағай һәйбәт кенә гармунсы була. Шуға ла бәләкәйҙән Фидан атаһы уйнағанға бик ҡыҙығып йөрөй торған була. Мәктәпкә барғансы инде үҙе лә оҫта гармунсы булып өлгөрә. «Алты йәштә ҡулға гармун алдым, ун алтыла йөрөнөм ҡыҙ атып» тигән шиғыр юлдары уның тураһында кеүек. Ҡыҙ атып, тигәндән... Был хаҡта үҙе бына нисек хәтерләй:
– Туғыҙ йәшем тулған ваҡытта мин инде ауыл йәштәрен киске уйындарҙа теттереп йырлата ла, бейетә лә инем. Егеттәр, ҡыҙҙар мин уйнаған көйгә йырлайҙар, бейейҙәр ҙә муйыллы туғайҙарға таралышалар ине. Бер үҙем ултырып ҡалам да гармунымды ҡосаҡлап, илай-илай өйгә ҡайтып китә инем...
Мәктәптә уҡығанда ла гармунынан айырылмай Фидан. Бәлки, шуға ла уның уҡытыусыһы: «Фидан, уҡыуға бигерәк иғтибар итмәйһең, бер һөнәр ҙә ала алмаһаң, тамағыңды нисек туйҙырырһың һуң?» – тип ғәрләндереп тә ҡарай. Ә гармунсы-йырсының яуабы билдәле: йырлап булһа ла.
Маҡсатлы кешегә яйы сығып тора бит ул. Элек һәләтле үҫмерҙәрҙе ауылдарға килеп һайлап йөрөйҙәр ине. Фидандар ауылына ла килә артистар. Етенсе класта уҡып йөрөгән сағы. Уҡыусыларҙы мәк баҫыуына сүп утарға сығарғандар. Шунда оло ағаһы Рәиф йүгереп килә лә: «Артислыҡҡа кеше йыялар, бар, йырлап күрһәт!» – тип кәңәш итә. «Раушаниям, бәғерем» йырынан башлай Фидан сығышын һәм һайлау турын үтә. Оҙаҡ та үтмәй Өфөгә сәнғәт училищеһына имтихан бирергә саҡыралар. Унда ла Фидан үҙен бик етди тота, һәм театр бүлегенә ҡабул ителә.
Бына ошонда осрата ла инде ул Фәриҙәһен. Студент егеттәр дөйөм ятаҡта ашарға әҙерләүҙе сиратҡа һалған булалар. Сират Фиданға етә. Картуф ҡыҙҙырырға була ул. Ҡараһа, табалары юҡ икән. «Хәҙер», – тип сығып китә лә, «Таптым!» – тип бүлмәгә атылып килеп керә. Тик был ҡиәфәте уның таба тапҡанға шатланыуҙыҡы булмай. Егеттәр йәшәгән икенсе ҡаттағы бүлмәләрҙән тапмағас, ҡыҙҙар ҡатына төшә Фидан.
– Бер бүлмәнең ишеген төртһәм, ҙур, матур күҙле, яғымлы ҡарашлы бер ҡыҙ иҙән йыуа. Нимәгә кергәнемде оноттом башта. Ышанаһығыҙмы, бер күреүҙә ғашиҡ булдым. Картуф ҡыҙҙырҙым да, егеттәргә тиҙерәк ашап бөтөрөргә ҡуштым. Табаны керетергә кәрәк, йәнәһе. Алдан уҡ: «Үҙем керетәм», – тип киҫәтеп ҡуйҙым. Икенсегә кергәндә, ҡыҙҙы киноға саҡырҙым.
Һүҙгә Фәриҙә ханым ҡушыла:
– Юҡ, таныш түгел егеттәр менән киноға йөрөмәйем, тинем мин.
– Ысынлап та, һынап йөрөнөм, берәүҙе лә үҙенә яҡын ебәрмәй, кистәрен сығып йөрөмәй, гел уҡый ҙа уҡый. Бер аҙ ваҡыт үткәс, тағы киноға саҡырҙым, – тип бүлдерә хәләлен Фидан.
– Шул ҡәҙәр ялҡыттың, ҡотолор өсөн генә барам һинең менән, тип ризалаштым, – тип хәтирәләрен барлай Фәриҙә ханым. – Ысынлап та, бер аҙ тынысландың бит.
– Һинең күңелеңде яулауымды аңлап, тынысландым мин, – тип ҡәнәғәт йылмая Фидан Сафа улы, әйтерһең дә, яңы ғына Фәриҙә менән беренсе осрашыуҙан ҡайтҡан.
Шул көндән башлап улар бер-береһенә яҡыная. Осрашып йөрөргә лә күндерә ҡыҙҙы егет.
– Осрашыуҙарға мине һағынып килеүен һиҙә инем, тимәк, үҙемдең яныуым менән унда ла мөхәббәт уты ҡабыҙғанмын.
Өсөнсө курста уҡығанда Фәриҙәнең Туймазыла йәшәгән апаларына ҡунаҡҡа ҡайта йәштәр. Фидан шунда үҙен нисек тә Фәриҙәнең туғандарына яҡшы яҡтан күрһәткеһе килә. «Шәп егет», – тиһендәр, Фәриҙә башҡаға ҡарарлыҡ булмаһын, йәнәһе. «Ҡулыма гармун алып йырлап ебәргәйнем, иҫтәре китте. Бик матур пар булырһығыҙ, тип фатиха биргәндәй оҙатып ҡалдылар», – тип хәтерләй хәҙер Фидан Ғафаров.
Дүрт йыл дуҫлашып, серләшеп йөрөй улар шулай. Бергәләп Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә тәғәйенләнәләр. Инде икеһенең дә эш урыны, тимәк, киләсәктәре асыҡланғас, Фидан тәҡдим яһай. 1964 йыл була был. Фәриҙәнең ҡыҙ фамилияһы – Йәғәфәрова. Шуны әйткән һайын, Фидан: «Я – Гафарова, тиһеңме? Эйе, һин – Гафарова», – тип шаяртҡан була. Ғафароваға әйләнеп, Фәриҙә илле ике йыл Фидандың һәм яҡындарының уң ҡулы, кәңәшсеһе, фекерҙәше.
– Фидан Ғафаров тураһында ҡатын-ҡыҙҙар менән бәйле күп ғәйбәт йөрөй халыҡ телендә. Фәриҙә ханым, улар һеҙгә лә ишетелгәндер бит?
– Фәриҙәнең холҡонда бик матур бер сифаты бар: ул – бик сабыр кеше, – һорауыма тәүҙә Фидан Сафа улы яуап бирергә ашыҡты. – Әллә ниндәй имеш-мимештәр ишетһә лә, ҡайтып кереүгә йөҙөмә йәбешмәне, йәберләмәне, дуҫтарына сығып һөйләмәне, эштә ошаҡлашманы. Иң мөһиме – араға кеше һүҙе үткәрмәүе.
Сабыр ғына тыңлап ултырған Фәриҙә ханым иренең һүҙҙәрен дауам итеп:
– Бер саҡ Яңы йылды ҡаршыларға табын әҙерләп йөрөйөм. Телефоныбыҙ шылтырай. «Фидан бер сибәр ханым менән яҡында ғына кафела күңел асып ултыра, ә һин өҙөлөп, ҡабаланып аш-һыу әҙерләйһеңме?» – ти таныш түгел тауыш. Ул көндә Фидан менән Нурия Яңы йыл тапшырыуы алып баралар ине. Тәнәфес ваҡытында тамаҡ ялғап алырға сыҡҡан булғандар икән. Һуңынан ғәйбәткә һүҙ ҡалдырмау өсөн өйгә ҡайтып ашай торған булдылар. Ғөмүмән, Нурия менән Фиданды өйләндереп ҡуйыусылар ҙа булды. Мин бит үҙем дә театрҙа эшләгән кеше. Кемдең кемлеген беләм. Ҡайһы саҡта иланым да, әммә Фиданға ла, кешегә лә һиҙҙермәнем. Шундай сибәр, буй-һынына ҡарап һоҡланырлыҡ, ә мөхәббәт йырҙарын йырлағанда илатырлыҡ ирегеҙ булһа, өҫтәүенә, ул айҙар буйы гастролдәрҙә йөрөһә, уны яратыуҙарын ҡыҙҙар аҙым һайын белдереп, күптәре хатта спектаклдән һуң көтөп тороп, артынан эйәрһә, һеҙ нишләр инегеҙ? Көнләшерлек тә бит, әммә мин көнләшмәнем, был үтә торған нәмә, тип үҙемде һәр саҡ тынысландырҙым. Фидандың мине яратҡанын да беләм бит мин... Былай ҙа тынғыһыҙ, борсоулы эшендә көнләшеүҙәрем менән мәшәҡәт тыуҙырһам, бәлки, йәшәйешебеҙҙең көйө китер, бер-беребеҙҙе яратыу ысынлап та, юғалыр ине.
Эйе, ғаилә ныҡлығын, мөхәббәт усағын нәҡ бына Фәриҙә кеүек аҡыллы ҡатындар һаҡлайҙыр. Шуға ла Фидан Ғафаров бөтә булмышы менән ижад эшенә сума. Тамашасыларҙа тәүге шау-шыу тыуҙырған роле – Лек Вәлиев ҡуйған «Тиле йәшлек» (И. Абдуллин) спектаклендәге Зөлҡәрнәй. Уйлаһаң, ғәжәп бит: нисәлер сәғәт эсендә кешенең тулы бер ғүмерен, холоҡ-фиғелен тамашасыға еткерергә тейеш бит артист. Ауылдаштарын дәртләндереп, йырҙар сығарып йөрөүсе шаян, күңелсәк, үткер Зөлҡәрнәй ролен башҡарыу өсөн Фидандан сәхнә техникаһын виртуоздарса белеү талап ителә. Актерға бер үк ваҡытта йырларға ла, гармунда уйнарға ла, еңел һәм матур итеп бейергә лә, диалогтарҙы ауылса зирәк һәм оҫта алып барырға ла кәрәк. Фидан барыһын да булдыра. Уның һәр хәрәкәте, бер аҙ ҡыланып атлауҙары, кем менән һөйләшеүенә ҡарап, тауышының йә итәғәтле, йә яғымлы, йә иһә буйһоноусан яңғырауы – барыһы ла тамашасы күңелен биләй. Ә айырылмаҫ серҙәше булған гармунда уйнап, киң йыһанға һыймаҫ шатлығын да, даръялар кеүек тәрән ҡайғыһын да йырға һалғанда алдағы рәттә ултырған тамашасының күҙҙәре тирәһендә ҡулъяулыҡ күренеп ҡала... Герой кисергән хистән тамаҡҡа моң төйөрө тығыла. Артист беҙҙе Зөлҡәрнәйе менән ана шулай бынан күп йылдар элек сәнғәттең серле донъяһына алып кереп аҙаштырҙы ла, әле булһа унан сығырға юлды күрһәткәне юҡ. «Тапшырылмаған хаттар»ҙағы Искәндәр, «Ғәлиәбаныу»ҙағы Хәлил, «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар»ҙағы Мәрәһим, «Ғәлиә»ләге Заһир, «Зәңгәр шәл»дәге Булат образдары ла шундайҙарҙан. Тамашасыны ғына илһамландырып ҡалмай был ролдәре менән Фидан, үҙенә лә билдәлелек килә. Мәрәһим роле өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. Һуңынан Башҡортостандың халыҡ артисы, күп тә үтмәй, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы исемен бирәләр.
Артистың сәхнә ғүмере умырзаяға оҡшаш. Яҙҙы һағынып көткән кешеләр күңеленә, ҡарлы-боҙло ерҙе тишеп сығып, ҡабатланмаҫ наҙ биргән беренсе сәскә артынан ергә шаулап яҙ, йәй килә, умырзаяны аллы-гөллө башҡа сәскәләр алмаштыра. Фидан Ғафаровтың да үҙ урынын ышанып бирер кешеләре бар.
Айгөл АҠМАЛОВАНЫҢ әңгәмәһенән өҙөк.