+17 °С
Облачно
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
12 Февраля 2022, 05:14

Ижад – уның булмышы

Мәсетле районының һоҡланғыс шәхесе, тыуған еренә, иленә, теленә ғашиҡ булған һәләтле артист, оҫта ҡумыҙсы, баянсы, йырсы Энгельс Ғәлиәкбәровҡа, ниһайәт, 2021 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде. Энгельс Ғәлиәкбәров 1963 йылда Мәсетле районының матур урынында, тулы һыулы Әй йылғаһы бормаланып аҡҡан хозур тәбиғәтле ерҙә – Һабанаҡ ауылында тыуған. Бала сағынан уҡ ул йыр-моңға ғашиҡ шәхестәр мөхитендә үҫә: ата-әсәһе йыр-моңға әүәҫ була, гармунда уйнай. Шуға ла ул кескәй сағынан ижадҡа ынтыла. Радиопостановкалар тыңларға ла ярата, уларҙың һәр сығарылышын түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Мәктәпте тамамлағандан һуң, уның алдында һайлау мәсьәләһе баҫа: педагогия институтына барырғамы, әллә сәнғәткәме? Әммә ижадҡа һөйөү көслөрәк булып сыға һәм ул 1980 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультеты режиссура бүлеге студенты булып китә. Ул йылдарҙа режиссерҙар факультетының художество етәксеһе булып РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡорт дәүләт драма театры режиссеры Лек Вәлиев эшләй. Бер йылдан яҡташыбыҙ армияға алына, ә унан һуң инде уҡыуын актерҙар бүлегендә дауам итә һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың һәм Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рифҡәт Исрафилов курсында ошо һөнәрҙең нескәлектәрен үҙләштерә. Энгельс Дарвин улына Сибай драма театрына йүнәлтмә бирәләр. Әммә йәш егетте тыуған Мәсетле ерҙәре, урмандары, хозур Әйе, алсаҡ халҡы үҙенә тарта. Һәм ул уҡыу йортоноң ректоры, данлыҡлы композитор, профессор Заһир Исмәғилевҡа үтенесе менән мөрәжәғәт итә -

«Ҡайтһын да тыуған районын күтәрһен әйҙә!» – ти ул йәш белгестең мөрәжәғәтенә яуап итеп.

Тыуған районына әйләнеп ҡайтҡан егет Мәсетле районында мәҙәниәт бүлегендәге беренсе юғары белемгә эйә белгес була. Ул район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе, тап шул осорҙа ойошторола башлаған күсмә агиткультбригадаларҙың өлкән методисы, Әләгәҙ һәм Һабанаҡ ауыл клубтары директоры, «Ҡарағай» шифаханаһында мәҙәни саралар ойоштороусы булып эшләй. Район киновидеостудияһына ла нигеҙ һала. Хәҙерге көндә ул «Урал» тип атала, һәм Башҡортостандың төнъяҡ-көнсығышында берҙән-бер телестудия булып ҡала. Тыуған халҡына, еренә булған оло һөйөүе Энгельс Ғәлиәкбәровтың һәр эшендә әйҙәүсе көс булып тора.

Оҙаҡ йылдар Һабанаҡ ауылы мәктәбендә һәм балалар баҡсаһында музыка уҡытыусыһы булып эшләй. Уның тәрбиәләнеүселәре ҡумыҙ һәм ҡурайҙа уйнау серҙәренә, йырларға өйрәнә, төбәк-ара, республика һәм район конкурстарында призлы урындар яулай.

Уҡытыусы үҙенең бурысы итеп бала күңелдәрендә матурлыҡты күрә белеү, ысын дуҫлыҡты, тыуған төйәгеңде һәм ауылыңды ҡәҙерләү кеүек хистәр тәрбиәләүҙе күрә. Энгельс Дарвин улы уҡыусыла һәләтте күрә белә һәм уны үҫтереүгә бар көсөн һала. Уның дәрестәрен күптәр айырыуса йылылыҡ менән иҫкә ала.

Клуб директоры вазифаһында матур кисәләр, мауыҡтырғыс һәм фәһемле саралар уҙғара, түңәрәктәр ойоштора тынғыһыҙ йөрәкле уҙаман. Ауыл йәштәрен сәнғәткә һәм мәҙәниәткә ылыҡтыра, төрлө музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтә. (Мәҡәләне тулы килеш журналыбыҙҙың февраль һанында уҡый алаһығыҙ).

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА

Ижад – уның булмышы
Ижад – уның булмышы
Автор:
Читайте нас