

Башҡорт кейемдәрен реконструкциялау оҫтаһы Илдар ҒАТАУЛЛИН:
- Ул төрки телле халыҡтар өсөн уртаҡ, бер тамырҙан. Бары тик ирҙәр костюмындағы биҙәктәрҙең мәғәнәһен, үҙенсәлектәрен генә аңламай инем ул ваҡытҡа. Өфө дәүләт сәнғәт институтында дизайнерға уҡып йөрөй инем, диплом эшемдән тыш, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүесен дә тәҡдим иттем. Антиквариат магазиндарында ятҡан биҙәүестәрҙе һатып алып, ысын көмөш тәңкәләр менән яға эшләнем. Ғөмүмән, мин бер кем дә эшләмәгән эшкә тотонорға яратам. Милләттәр араһындағы үҙенсәлектәрҙе юйырға ынтылған совет заманында күп нәмә ысынлап та юҡҡа сыҡҡан. Хатта костюм тегеүсе оҫталар ҙа һәр халыҡтың мәҙәниәтендә булған үҙенсәлектәрҙе онотоп, барыһын да ябайлаштырған. Мәҫәлән, ирҙәр күлдәге башҡа милләттәрҙекенә оҡшап бөткән. Бөгөнгө милли кейем тегеү оҫталары ла эҙләнмәй, өйрәнмәй, ошо ябайлаштырырға тырышыу ҡалыбынан ҡотола алмай. Мин иһә сәхнә кейеме, бутафориянан китеп, ысын традицион кейем йүнәлешендә эшләйем.
- Кейем һәм биҙәүестәрҙе өйрәнә башлағанда тәү сығанаҡ тип нимәне иҫәпләйһегеҙ?
- Тәүге ирҙәр костюмын Руденконың "Башкиры" тигән китабы буйынса тектем. Әгәр ҙә кемдер костюм тегеү менән шөғөлләнә икән, тәүҙә мәғлүмәтте китаптарҙан алһын. Тик китаптарҙы ла табыуы ауыр бөгөн. Магазиндарҙа 5 меңгә лә милли кейем тураһында китап табып булмай, хаҡына ҡарамай һатып алыр инек. Ауылдарҙа Шитованың, Камалиеваның китаптары ла китапханала ғына, ҡулдан-ҡулға йөрөтөргә мәжбүрҙәр. Ниңә ул китаптар ҡабаттан сығарылмай, нисек ошо көнгә төштөк, тип аптырайым, милли кейем һәм биҙәүестәр буйынса бар ғилемде юғалтабыҙ бит.
Кейемдәрҙе музейҙарҙағы өлгөләрҙән дә өйрәнергә була. Әммә музейҙарҙа, мәҫәлән, күсереп алып ҡына тегерлек ирҙәр кейеме юҡ. Унда башлыса совет осорондағы театр реквизиттары һаҡлана. Китаптарҙа һүрәтләнмәгән мәғлүмәт, уйланып йөрөй торғас, үҙе килә. Шуны ла әйтергә кәрәк: хеҙмәттәрҙә хаталар ҙа күп. Мәҫәлән, ҡайһы бер хеҙмәттәрҙәге кейемдең түбәнге донъяны һүрәтләгән ерҙәрен уҡығанда, миндә шик уяна. Борон түбәнге донъяны кейемдә һүрәтләмәҫтәр, киреһенсә, унан һаҡланырға тырышырҙар ине. Кейем дә, ундағы бөтөн биҙәк тә тап шул яуыз көстәрҙән һаҡлаусы булған. Шулай ҙа хәҙер, әйтә торғас, ҡашмауҙы дөрөҫ кейә башланылар. Сәстәр ябыҡ, йөҙ асыҡ, муйынды ҡаплаусы һаҡал, һағылдырыҡ бар. Селтәр-һаҡалдар элек аҫта һәленеп тора ине, уны өҫкәрәк тартып таға башланылар. Йәғни, ҡатын-ҡыҙ башланғысын һаҡлаусы әйберҙәрҙе дөрөҫ кейә башланылар.
- Бөгөн беҙҙең тағы ла ниндәй биҙәүестәребеҙ, кейемдәребеҙ тергеҙеүҙе көтә?
- Мин көмөш тәңкәләр зыңлауын ишетергә теләйем. Милли костюмдың үҙгәреүен Ф. Ғәскәров ансамбле миҫалында ҡараһаҡ, бейеүҙә көслө музыка ҡулланылмаған, ҡурай, ҡумыҙ тауышы ишетелер-ишелмәҫ кенә булған. Боронғо бейеүҙәрҙәге бөтөн хәрәкәттәр костюм тауышланһын өсөн башҡарылған. Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар бейеүендә бейеүселәрҙең баштарын һелкетеүе ҡыҙыҡ тойола, ысынында иһә, улар ошо рәүешле тауыш сығарған. Көмөш зыңы юғалды, ә совет, рәсәй тәңкәләре, ҡытай фольгаһының тауышы юҡ. Көмөш сыңы бик моңло, балалар илаһа, биҙәүестәрҙе уларға биргәндәр ҙә ҡуйғандар. Боронғо кейемдәрҙе көмөш тәңкәләр менән тергеҙергә, көйгә ҡушылып сыңлауын ишетергә теләр инем.
Ләйсән НАФИҠОВА, әңгәмәнән өҙөк. "Киске Өфө".