

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сибай сәнғәт колледжы ҡарамағындағы Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Асия ҒӘЙНУЛЛИНА менән әңгәмә.
- Милли кейемдәребеҙҙе тергеҙеү эшенә тотонорға нимә этәргес булды?
- Элек ниндәйҙер конкурстамы, башҡа берәй сараламы сығыш яһарға булһа, милли кейемдәрҙе клубтарҙан, мәҙәниәт һарайҙарынан ала инек бит инде. Мин дә урындағы музейҙан селтәр һорап тора инем. Бер юлы һүтелеп торған урындарын рәтләп тегеп бирәм. Икенсе юлы селтәрҙең икенсеһен бирәләр, уның да һүтелгән ерҙәрен матурлап алып киләм. Бер барғанымда музейҙың йүнәттерә торған селтәрҙәре бөткән дә, экспонаттарҙы бирергә ярамай, тинеләр ҙә ҡуйҙылар. Шунан селтәрҙе үҙем эшләп алырға дәртләндем. Ҡартәсәйем мәрхүмә менән эшләй торғайныҡ ул башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәрен. Тәҙрәләге пәрҙәләрҙе тартабыҙ, ишекте эләбеҙ ҙә, урындыҡҡа ултырып, ҡәртәсәйем селтәргә мәрйендәр теҙә. Мин урамдағы тауыштарға ҡолаҡ һалып, энәгә еп һаплап биреп ултырам. Килеп, селтәрҙәрҙе алып китмәһендәр, тигән ҡурҡыу ҡалғайны бит өләсәйҙәребеҙ быуынында. Әйткәндәй, ҡартәсәйемдең аслыҡ ваҡыттарында ла һаҡлап ҡалған селтәрен Өфөнән бер ғалим, күрһәтәм, тип кенә алып китте лә, кире ҡайтарманы. Шул селтәрҙе хәтеремә төшөрөп, шуға оҡшатып эшләп алдым үҙемдең селтәрҙе. Ошонан һуң мауығып киттем был һөнәр менән...
- Хәҙерге көндә башҡорт традицион милли кейеме, биҙәүестәр, тәү сиратта, дизайн продукты. Уларҙың матурлығынан бигерәк, фәлсәфәүи мәғәнәһе ҡиммәтерәк, әммә быны үҙен оҫта тип иҫәпләүселәргә нисек аңлатырға?
- Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәренә килгәндә, һәр биҙәктә халыҡтың донъяға фәлсәфәүи ҡарашы ята. Ҡартәсәйем үҙе эшләп ултыра, үҙе һөйләй: "Көн нуры эшләйбеҙ, көн нуры..." - ти. Баламын әле, көндөң нурһыҙы ла буламы икән, тип уйлайым эстән генә. Өҫкә лә, аҫҡа ла ҡарап торған ярымтүңәрәк биҙәктәрҙе шулай атай ине ҡәртәсәй. "Көн нуры осона орлоҡ ҡуябыҙ", - ти. Шул зиһенгә һалынғайны. Бынан бер нисә йыл элек Фәндәр академияһы һүҙлек сығарғайны, ҡараһам, көн нуры - ҡатын-ҡыҙ нуры, ай нуры - ир нуры, тип яҙылған. Ҡояш нурынан тыш, ерҙәге орлоҡ та шытым бирмәй. Ир-егет нуры, ҡәртәсәйем әйтмешләй, орлоҡ. Ай нуры һуҙылып төшөп, йәшәүгә, тереклеккә башланғыс бирә. Бына ошонда ғына ла күпме мәғәнә һалынған һәм беҙҙең ҡартәсәйҙәр ошондай кимәлдә аңлы һәм ғилемле булған. Ҡул эшенең энергияһы ла башҡа. Мин селтәр йә һаҡал эшләйем дә, ҙур эш эшләгәндәй, уға һоҡланып, яратып, һыйпап ултырам. Студенттарым да хәҙер шуға өйрәнеп бөткән. Матур килеп сыҡты бит, тип һыйпап ултыралар. Һыйпаһаң, һоҡланһаң, ыңғай энергия әйбергә лә күсә.
Ләйсән НАФИҠОВА, "Киске Өфө" гәзите, мәҡәләнән өҙөк.