Нәғим Нурғәлин – рәссам күңелле актер. Йыһандың, йәшәйешебеҙҙең холоҡ-ҡылығын, төҫ-биҙәктәрен, сайралыу-бөтөнәйеүен йөрәге аша үткәреп, асыҡ картина тыуҙырыу оҫталығы бар унда. Тамаша залынан ҡараһаң, уның ролдәре тап уныңса ғына булырға тейешлегендә лә шик юҡ. Ара-тирә генә йә һүҙҙәрен онотоп, йә хәрәкәттәрҙә яңылышып китһен ине... Бындай тайпылыуҙар булмай ҡалмағандыр, әммә тамашасы уларҙы һиҙемләмәй ҙә. Киреһенсә, бындай осраҡта Нәғим ағай рәхәтләнеп үҙ белдеге менән сәхнәне йәнләндереүсән. Ә һүҙҙәрен онота яҙып ҡуйған партнерҙарын ул: «Һин шулай тиһеңме?» йәки «Бәлки шулай тип әйтергә уйлап тораһыңдыр?» – тип күтәреп, ярҙам итеп ебәрә. Әсәһенән, Наилә Муса ҡыҙынан бирелгән уға бындай һәләт. Шиғри күңелле, шаян һүҙле, ихлас шаяртҡан һәм кинәнеп көлдөрә белгән кеше тип хәтерләй уны балалары. Хатта һөйләшкәндә лә шиғри һүҙҙәр менән һөйләшә ине, тиҙәр. Балаларының барыһына ла хас был һыҙат. Әбйәлил районының Ташбулат ауылында йәшәй Нурғәлиндәрҙең татыу, алты ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләүсе ғаиләһе. Аталары – колхозсы, әсәләре йорт ҡотона нур өҫтәүсе уңған хужабикә була. Балаларҙың һәр ҡайһыһы йә гармунда, йә ҡурайҙа, йә баянда, йә мандолинала уйнай. Ә Нәғим ағай – спектаклдәр ҡуйырға ярата. Бесән сапҡанда ла, утын бысҡанда-ярғанда ла эш – үҙенә генә аңлайышлы тамашаға әүерелә. Ә мәктәптә дәрестә, сәхнәлә бейегәндә уҡыусы-Нәғим баяғы үрҙә әйтелгән кеше менән тәбиғәт араһындағы бөтөнлөктө һүрәтләй. Уның һүҙ селтәре Башҡортостан тәбиғәте кеүек икһеҙ-сикһеҙ һәм мул, һутлы, киң. Ундай телдең бәҫен бүтәндәргә еткерә белеү өсөн дә ниндәйерәк оҫталыҡ кәрәк. Әммә ул бер ваҡытта ла артист булып китермен, тип уйламай...
Армия сафына китер алдынан, Нәғим Зәйләғи улы ауыл клубында бер үҙе сәғәттән ашыу концерт та ҡуйған, тиҙәр. Булмаҫ тимә, әллә кемдәрҙе бер үҙенә генә ҡаратып ултыртыр һәләте бала сағынан уның! Ә әрме хеҙмәтендә саҡта хорҙа йырлай, солист була.
Колхозда эшләп йөрөгәндә, осраҡлы рәүештә генә гәзиттә иғлан күреп ҡалып, сәнғәт институтына уҡырға килгән сағында Нәғим ағай инде ғаиләле, балалы була. Осраҡлыҡтың ҡапыл ғына килеп сығыуына уның ҡатыны ла аптырай...
Дуҫтар, дауамын журналыбыҙҙың февраль һанында уҡырһығыҙ. 11 февралгә журнал өйҙәрегеҙгә килеп етер.
Автор: Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА