+13 °С
Облачно
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
29 Января 2022, 16:50

Башҡорт шағиры, драматург һәм журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат ӘБҮЗӘРОВтың юбилейы

Талантлы шағир, драматург, яҙыусы Салауат Әбүзәрҙе ғүмер байрамы - 55 йәше менән ихлас тәбрикләйбеҙ! Әҙәбиәтебеҙҙе үҫтереүгә күп көс һалған шәхескә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, яңынан-яңы ижади бейеклектәр теләйбеҙ! Салауат ӘБҮЗӘР Байраҡ аҫтында... Ҡатнашалар: Әүхәт. Сара. Тимерйән. Барый. Зилә. Стив.   Беренсе бүлек Иҫке генә ауыл өйө. Әүхәт ихатала нимәлер эшләй, бер аҙҙан баҫҡыс һөйәп, өй башына Башҡортостан байрағын ҡаҙап ҡуя. Һоҡланғандай, ҡарап тора. Өйҙән Сара сыға.

Башҡорт шағиры, драматург һәм журналист,  Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре  һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат ӘБҮЗӘРОВтың юбилейыБашҡорт шағиры, драматург һәм журналист,  Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре  һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат ӘБҮЗӘРОВтың юбилейы
Башҡорт шағиры, драматург һәм журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат ӘБҮЗӘРОВтың юбилейы

Әүхәт. Ҡарале, ҡарсыҡ! Нисегерәк, ә?!.

Сара. Әү?!.

Әүхәт (байраҡҡа ымлап). Ана!..

Сара. Әстә... Нимә ул, ә?!.

Әүхәт. Күҙең сыҡҡанмы, флаг бит...

Сара. Атаҡ-атаҡ...

Әүхәт. Ҡара!.. Нисегерәк елберҙәй, ә!

Сара. Кит, әҙәм аптыратып! Бала-саға ише ҡыланмаһаң инде. Алып ҡуй әҙәм күҙенә салынмаҫ борон.

Әүхәт. Торһон! Ҡара, нисегерәк елберҙәй, ә!.. Ҡош ҡанатымы ни!..

Сара. Ишелергә торған өйөңдө осороп алып китһә, булыр һиңә ҡош ҡанаты... Ал, тим, әҙәм көлдөрмә!

Әүхәт. Кем көлһөн!?. Флагтан көләме ни кеше!?.

Сара. Үҙебеҙҙекеләр көлмәҫ. Кемлегеңде бөтә ауыл белә. Ана, теге Әмириктән киләсәк ҡунаҡ күреп ҡалһа, был тауыҡ кетәгенә кем флаг ҡаҙап ҡуйҙы икән, тип бот сабып көлөр. Әҙәм мәсхәрәһе!..

Әүхәт. Нисауа, ҡарсыҡ, Кремль башына ла флаг ҡаҙап ҡуйғандар, бер ҙә көлмәйҙәр.

Сара. Кит, ошоно!.. Һине еңеп буламы!.. (Ҡул һелтәп, өйгә инә.)

Флагка ҡарап, Тимерйән килеп инә.

Нимәгәлер эләгеп, йығыла яҙа.

Тимерйән. Инәнең башы!.. (Бер аҙ флагка ҡарап тора.) Әй, һиңә әйтәм, Әүхәт ағай, был нимә ул, ә?!.

Әүхәт. Атаҡ, күрмәйһеңме ни, флаг бит!

Тимерйән. Флаг икәнен беләм, атаң башы! Нишләп унда тора, тим?

Әүхәт. Бәй, ҡустым, флагтың урыны шунда инде ул. Бүтән ҡайҙа ҡуяһың уны?!.

Тимерйән. Тфү, ахмаҡ икәнһең, Әүхәт ағай. (Сәғәтенә ҡарай.) Ярай әле, үтеп барышлай күреп ҡалдым. Һинең менән тел сарлап торорға ваҡыт юҡ. Давай, тиҙ генә алып ҡуй флагыңды!

Әүхәт. Бәй, ҡустым, нишләп алайым ти мин уны. Торһон!..

Тимерйән. Ни-мә?!.

Әүхәт. Торһон!.. Урыны шунда!..

Тимерйән. Ҡарале, һин нимә?!. Әллә былайыраҡмы?!. Бына-бына ауылға Американан кеше килергә тора, ә һин емерелеп барған өйөңә флаг ҡаҙап ҡуйғанһың. Биттән көлөргә булдыңмы!?. Алып ҡуй, давай!..

Әүхәт. Һуң, Тимерйән ҡустым. Ҡунаҡ килгәнгә мендереп ҡуйҙым бит мин уны. (Ғорурлыҡ менән.) Күрһен!.. Ана, нисек елберҙәй, ә! Бөркөт ҡанат ҡағамы ни!.. Әйткәндәй, ул Әмирик кешеһе бында нимәһен юғалтҡан икән һуң?

Тимерйән. Бик ҙур бизнесмен, тиҙәр, уны... Хәйер, һинең ни эшең бар унда? Әйткәнде тыңла һин. Ауылға инеү менән, мин бында, тигәндәй, әллә ҡайҙан һөрән һалып тора бит. Өйөң йүнле булһа, бер хәл... Әйткәс, ал да ҡуй һин уны. Бик кәрәк икән, теге киткәс ҡу­йырһың. Килештекме?..

Әүхәт. Юҡ, ҡустым, алмайым, тигәс, алмайым.

Тимерйән. Ах, атаң башы икәнһең!.. Ал, тим бит мин һиңә! Тиҙ бул!.. Юғиһә!..

Әүхәт. Алмайым. (Тимерйәндең ҡорһағына ҡарап.) Шәп булғас, үҙең менеп ал.

Тимерйән. Һин нимә ирешеп тораһың? Закон юҡмы һиңә?!.

Ҡыҙмаса Барый инә.

Барый. Әссәләмәғәләйкүм, йәмәғәт! (Әүхәткә ҡулын һуҙып.) Башта оло кеше менән күрешәйек. Һау ғынамы, Әүхәт ағай, мал-тыуар, ҡош-ҡорт имен-аманмы?

Әүхәт. Шөкөр, ҡустым, шөкөр!

Барый (Тимерйәнгә ҡул һуҙып). Һау йөрөүме, Тимерйән әфәнде?

Тимерйән (күрешмәй). Кит әле бынан! Һин генә ҡалғайның!..

Барый. Әллә үпкәләттемме, Тимерйән әфәнде?

Тимерйән. Һыпырт тим бит мин һиңә. Йөрөмә бында күҙ көйөгө булып.

Барый. Ярай, ярай, киттем... һыпырттым... (Сығырға бара.)

Тимерйән (нимәлер иҫенә төшөп). Әй, кем... Барый!..

Барый. Әү!

Тимерйән. Туҡтап тор әле.

Барый. Туҡтаным, Тимерйән әфәнде.

Тимерйән. Кил әле бында. Кил!

Барый. Йә, килдем.

Тимерйән. Ҡарале, һиндә бер йомош бар ине бит әле, Барый.

Барый. Йомош?!. Миндә?!.

Тимерйән. Һиндә, Барый, һиндә.

Барый. Әйтеп кенә өлгөр, Тимерйән әфәнде. Мин ни, эт һейгәнсе...

Тимерйән. Анау флагты күрәһеңме?

Барый. Аллаға шөкөр, күҙҙән яҙмағанмын...

Тимерйән. Шуны алып ҡуйырға кәрәк. Аңланыңмы?

Барый. Алырға, тиһеңме?.. Бәй, уны ни... хәҙер... Тик...

Тимерйән. Нимә тик?..

Барый. Мөгәрисе булалыр бит, Тимерйән әфәнде.

Тимерйән. Ай, атаң башы! Ҡыл ҡыбырлатһаң да ялап ҡалырға тырышаһың... Булыр!..

Барый өйгә табан бара, туҡтап елкәһен ҡашып тора.

Йә, нимәңде ҡарап тораһың?

Барый. Юҡ, мин алмайым уны.

Тимерйән. Ни-мә?..

Барый. Мин ул флагты алмайым, тим. Бәләһенән баш-аяҡ...

Тимерйән. Һин нимә?.. Ниндәй бәлә һөйләйһең, дүрәк?!

Барый (Әүхәткә ымлап). Уға ышанһаң, йә судлашып йөрөр.

Тимерйән. Ниндәй суд тағы?..

Барый. Һуң, Башҡортостан флагын йолҡоп ташланы, тип тотор ҙа судҡа бирер. Ултыр аҙаҡ төрмәлә. Юҡ, Тимерйән әфәнде, минән булмай был эш... Башҡа дүрәккә ҡуш.

Тимерйән. Тфү, ахмаҡ!.. (Йомшара төшөп.) Ҡуй, Әүхәт ағай, бәхәсләшеп тормайыҡ. Әйткәс, ал да ҡуй һин уны. Нимәгә кәрәк ул һиңә?

Әүхәт. Күрһен буржуй!..

Тимерйән. Ярар, Әүхәт ағай. Былайтайыҡ, алып ҡуйһаң шул флагты, үҙеңә ярты ултыртам.

Барый. Ярты?!.

Әүхәт. Эйе, һинең яртыңды эсеп, аҙаҡ йөҙ ҡоҫторорһоң...

Тимерйән. Ну, эт икәнһең!.. (Пауза.) Һин, Әүхәт ағай, аҙаҡҡыңды ла уйла, йәме! Ҡара уны, аҙаҡ эшһеҙ ҡалыуың бар.

Әүхәт. Эшһеҙ?!. Атаҡ, ал эшеңде үҙеңә. Мин көсләп көтөүгә эйәреп йөрөйөмдөр шул. Ал, әйҙә!.. Бөгөндән үҙең сыҡ!.. Кәпийкә өсөн йөрөйөм шунда. Бармайым бүльше!..

Тимерйән. Туҡта, енләнмәй тор, Әүхәт ағай! Мин бит былай ғына әйтәм...

Барый. Дөрөҫ әйтә Әүхәт ағай. Ана, ғүмер буйы шул мал артынан йөрөп, йүнле өй ҙә һалып керә алманы. Теге саҡта, эш хаҡы, тип, уға бер ҡорсаңғы башмаҡ биргәйнегеҙ. Мандый алманы, бахыр, ятып үлде...

Тимерйән. Утҡа кәрәсин һибеп торма әле. Һинең эшең булмаһын, йәме!

 

Өйҙән Сара сыға.

 

Сара. Атаҡ, ниндәй тауыш, тиһәм, ҡунаҡтар бар имеш. Аһ, Әүхәт, нишләп урамда тотаһың кешене? Бәрәкәт, әйҙә, үтегеҙ, самауырым шыжлап ҡына ултыра.

Тимерйән. Сәйләп ултырыр ваҡыт юҡ, еңгә. Бына, иреңде әйтәм, бер ҙә баш бирмәй бит әле. Йүнһеҙ ат шикелле сығынлап тик тора. Флагыңды алып ҡуй, тип тораһың, ыжлап та бирмәй.

Сара. Эй, Алла!.. Ул флагы менән башымды ҡатырҙы бустыйға. Менмә өй башына, ҡы­йыҡ ишелеп төшөр, тип тораһың, ә ул бар тип белде, ти. И-и, уны!.. Бер ҡыҙышһа, алдынан алырмын тимә. Үҙ һүҙле инде ул. Көтөүенә баш булып өйрәнгән...

Тимерйән (Әүхәткә). Ну, һине!..

 

Енләнеп Зилә инә.

 

Зилә (Барыйға). Һин нимә тип бында темеҫкенеп йөрөйһөң, ә?! Күҙ яҙҙырыр хәл юҡ, ҡойроғон тотормон тимә, сыға ла ҡаса, сыға ла ҡаса. Битһеҙ!..

Тимерйән. Кәрәген бир һин уның, Зилә. Йөрөмәһен күҙ көйөгө булып.

Барый. Туҡтале, бисәкәй, бында бик мөһим мәсьәлә хәл ителә.

Зилә. Өйөң тулы мәсьәлә. Әйҙә, атла, тим, мин һиңә.

Барый. Һуң, туҡтап тор әле, бисәкәй!

Зилә. Атлауыңды бел! (Елтерәтеп сығырға алып бара.)

Барый. Туҡта инде, бисәкәй!

 

Шул саҡ ҡапҡа алдында машина пипелдәгән

тауыш ишетелә. Бөтәһе лә шымып, ҡатып ҡала.

 

Тимерйән. Ну, Әүхәт ағай, харап иттең былай булғас!..

 

Тимерйән сығырға уҡтала.

Ҡаршыһына Стив тап була.

 

Стив. Һау ду ю ду!..

Тимерйән (ҡаушап). Һау, һау!.. Мин Тимержан булам. Глава... Ауылдың хозяины... Нисек кенә килеп еттегеҙ? Беҙ һеҙҙе тегендә… ауылдың арғы осондағы өйҙә көтә инек… Өҫтәл дә әҙерләп ҡуйғанбыҙ…

Стив (уның һүҙҙәрен аңламай, тирә-яғына ҡаранып). Корошо!.. Очен корошо!..

Барый (килеп ҡул һуҙа). Здрасте, господин әфәнде! Мин Барый булам. Бисәкәй, асыу­ланған саҡта, Бәрей ти ҙә ҡуя.

Тимерйән. Кит әле, буталып йөрөмә!..

Стив (күрешеп). Бар... Бар...

Барый. Эйе, эйе, Барый... Ба-рый...

Тимерйән. Бутама әле кеше башын.

Стив. Ба-ри... Корошо... Айм – Стив.

Барый. Был – Зилә. Минең яртым. Йәғни пол литрым була.

Стив. Зила!.. (Күрешә.) Стив.

Әүхәт (ҡул һуҙып). Авкат. Потомственный скотник. Быныһы минең страх... Әй, старуха.

Сара. Сара тиҙәр мине.

Әүхәт. Әйҙә, рәхим ит, Эстиф! Добру бажалуй!..

Стив. Сәнкью!.. Спасиба!

Тимерйән. Туҡтағыҙ әле!.. Һеҙ нимә!.. Уны бит Ғәле ағайҙың йортонда өҫтәл әҙерләп көтәләр.

Әүхәт. Килгән ҡунаҡты бороп сығарыу ғәҙәте юҡ беҙҙә, Тимерйән ҡустым. Праходи, Эстиф! Будь как дома!.. Ҡарсыҡ, нимәңде ҡарап тораһың, өҫтәл әҙерлә.

Зилә. Беҙ ҡайтайыҡ инде. Әйҙә, Барый.

Әүхәт. Стоп!.. Берәү ҙә ҡайтмай. Зилә килен, бар, ана Сара апайыңа булыш. Тиҙ генә өҫтәл әҙерләгеҙ!

Барый. Эйе шул, Әүхәт ағай. Ҡәҙерле ҡунаҡты ташлап ҡасыу – ярамаған эш. Бар, бисәкәй, ярҙам ит. Түлке, бик ашығып, Сара еңгәнең сиреген ватып ҡуйма!..

Әүхәт. Айда, айда, Эстиф! Урыҫ әйтмеш­ләй, моя дом – твоя дом... Прахади, әйҙә!.. Хәҙер өҫтәл әҙерләйбеҙ...

 

Әүхәт менән Барый өҫтәл, ултырғыстар ҡуя,

Сара менән Зилә һауыт-һаба ташый.

Стив ҡыҙыҡһынып ихатаны ҡараштыра.

 

Тимерйән (үҙ алдына). Ну, был Әүхәтте!.. Господин Стив, мы вас ждали в другом доме. Может, туда...

Стив (иғтибар итмәй, тирә яғына ҡарап).What beauty!.. As it is good!..

Тимерйән. Ә?!. Аңламаным, что вы сказали, господин Стив?

Cтив. Какая красата!.. Как корошо!..

Әүхәт. Рәхим итегеҙ, өҫтәл әҙер!.. Дабру бажалуй, господин!..

Барый. Эйе шул, ултырышайыҡ. Баш та ауыртып тора...

Стив. О-о!.. Сәнкью!.. Сәнкью!.. Спасибо!..

 

Ултыралар. Сара кәршүк менән

картуф килтереп ултырта.

 

Әүхәт. Бына, Эстиф, бәрәңгенән ауыҙ ит. Шәп ризыҡ ул бәрәңге! Үҙегеҙҙеке кеүек күреп аша, Эстиф. Американан килтергәндәр уны беҙгә. Бик яратабыҙ беҙ уны. Шуға әбей иртән дә, төш тә, кис тә гел бәрәңге бешерә... Бик йыбанып китһә, әрсеп тә тормай...

Стив. О, Potato!.. Картушка!..

Барый. Әүхәт ағай, ҡоролай тамаҡҡа тормаҫмы һуң?.. Шыуҙырып ебәрергә юҡмы шунда берәй нәмәң?

Зилә. Тик кенә ултыр!..

Әүхәт. Онотоп торам... Әбей, бар әле теге әсегәнеңде сығар.

Тимерйән. Кәрәкмәҫ уныһы. Беҙ оҙаҡҡа түгел.

Барый. Как кәрәкмәй?!. Ҡунаҡты буш ебәрәме ни кеше... Шулай бит, Әүхәт ағай.

Әүхәт. Бар, әбей, сығар.

Сара. Хәҙер, бабай, хәҙер. (Өйгә инә.)

Әүхәт. Бына, эсвижей ҡаймаҡ. Йә, йә, үрелегеҙ!..

Барый. Ҡабаландырма, Әүхәт ағай, Хоҙайҙың көнө оҙон ул...

Зилә. Шым ултыр тим мин һиңә!

Сара (сирек тотоп өйҙән сыға). Бына, бабай. Ҡара уны, әҙәм аптыратып, үҙең эсеп ултырма.

Барый. Ипләп, еңгә, төшөрөп ебәрә күрмә. Ҡайҙа, үҙем ҡояйым. (Стакандарға бал ҡоя.)

Әүхәт. Йәгеҙ, һеҙҙең һаулыҡҡа!..

Стив. That it?.. Што это?..

Барый. Был бал, йәғни виски була, господин. Виски!..

Стив. Виски?!.

Әүхәт. Әбейҙең производствоһы. Үҙенең завуды бар...

Барый. Ауылда Сара еңгә һымаҡ ҡойған кеше юҡ ул. Уның балын эсеп туйғыһыҙ була. Эсвижей ҡомалаҡтан ғына ҡоя бит ул. Тоттоҡ. (Эсеп ҡуя.)

Стив (уның эскәнен ҡарап тора ла, уға оҡшатып эсеп ебәрә). Һо-о-о!.. Корошо-о-о!..

Барый. Әйтәм бит, Сара еңгә ҡоя белә ул!... Уға тиңдәр яҡын тирәлә юҡ.

Зилә. Һин тик кенә ултыра алаһыңмы, юҡмы!?.

Тимерйән. Ҡунаҡ алдында сама беләйек, йәмәғәт. Ярай, бәрәңгегеҙ өсөн рәхмәт... Кеше көлдөрмәйек... Күрше ауылдан килгән ҡунаҡ түгел... Американан!.. Господин Стив, нам пора...

Әүхәт. Туҡтап тор әле, Тимерйән ҡустым. Ултырғандай ҙа булманыҡ. Ҡарале, Эстиф дуҫ, бына һин беләһеңме, мин бит ғүмер буйы калхуз фермаһынан ҡайта белмәнем. Эйе, фермала үтте ғүмер...

Стив. Фирма?!. Корошо – фирма!..

Барый. Хорошо һиңә, атаң башы...

Әүхәт. Вот!.. Шунда ғүмер үтә. Кеше менән һөйләшеп ултырғы ла килә. Ултырайыҡ әле, Эстиф! Посидим малы...

Стив. Yes, yes!..

Сара. Бабай, ул һине аңламай бит...

Әүхәт. Ҡуй әле, ҡарсыҡ, кеше һөйләшкәндә ҡыҫылма... Бына шулай, Эстиф. Әйҙә, күтәрәйек әле. (Сәкәштереп эсә.)

Стив. Yes, yes!.. (Эсә.)

Барый. Есть!.. (Эсеп ҡуя.)

Зилә. Етер һиңә!..

Әүхәт (хисләнеп). Ҡарсыҡ, бар, килтер әле ҡурайҙы.

Сара. Кит, ҡунаҡты бимазалап ни. Килешмәгәнде.

Әүхәт. Бар, бар, ҡарсыҡ, килтер. Күңел тулып китте.

 

Сара ҡурай килтереп бирә.

 

Тимерйән (сәғәтенә ҡарап). Ҡуй әле, Әүхәт ағай, ҡурай уйнап ултырыр саҡмы!?

Барый. Йә, Әүхәт ағай, һыҙҙырт әле «Әпипә»не. (Бейергә уҡталып.) Булмаһа, бер һелкенеп алайыҡ.

Зилә. Тик кенә ултыр әле!..

 

Әүхәт уйнай. Сара көйгә ҡушылып йырлап ебәрә.

 

Сара (йырлай).

Иңдәремә һалып көйәнтәмде

Үткән саҡта йылға буйынан,

Мөлдөрәмә тулып һағышымдан

Ҡайындарға барып һыйынам.

 

Йөрәгемә тамыр йәйеп үҫкән

Ҡайындары тыуған яғымдың.

Ергенәмдең сихри гүзәллеге,

Ғүмер буйы һиңә табындым.

 

Ғүмерҙәрем бөткәс, ҡуйыныңа

Ауһам ине, тыуған яҡҡайым.

Ултыртһындар ине баш осома,

Мөхәббәтем төҫө – аҡ ҡайын.

Стив (ҡул сабып). О-о-о!.. Good!.. Карашо музика!...

Барый. Һай, афарин, еңгә! (Күкрәген ыуып.) Бына, ошо ер аҡтарылып сыҡҡандай булды. Йәгеҙ, йыр хөрмәтенә!.. Тот, Стив!..

Стив. Давай, Авкат. Играй. Я музика любит!.. Такой  музика не слышал. Играй, Авкат.

 

Әүхәт бейеү көйөн уйнай.

Зилә бейергә төшөп китә.

 

Барый (бейеү бөткәс). Һай, үҙемдең бисә!.. Стив, ҡарале, был минең бисә!.. Һай, маладис!..

Стив. Good!.. Карашо!.. (Әүхәттең ҡурайын өрөп ҡарай.) No!.. Музика нет!.. Как играй?..

Әүхәт. Эстиф дуҫ, уның сере ҡурайҙа түгел. (Күкрәгенә төртөп.) Бына, бында ул...

Тимерйән. Етте, йәмәғәт. Слишком шашып киттегеҙ. Ҡунаҡтың эше күп. Баҫыуҙы ҡарайһы бар... Господин Стив, нас ждут...

Барый (Стивты ҡосаҡлап). Килеп шәп иттең, Стив. Посидим ещё!.. Тағы ҡасан ултырабыҙ әле...

Стив. Yes! Yes!..

Әүхәт. Туҡтап тор, ҡабаланма, Тимерйән ҡустым. Ҡунаҡты һыйлағандай ҙа булманыҡ бит әле. Хәҙер һарыҡ һуябыҙ.

Сара. Аһ, бабай, бер бөртөк һарығыңды...

Әүхәт. Шаулама, ҡарсыҡ, баш һау булһа, мал табыла ул. Әмириктән көн дә ҡунаҡ килеп тормай.

Барый. Дөрөҫ әйтә Әүхәт ағай. Һуябыҙ һарыҡты. Бына минең бер һарыҡ та юҡ, ыжлап та бирмәйем.

Әүхәт. Эстиф, һин подажди, йәме. Мы барашку (муйынын һыҙып күрһәтә) кых!..

Барый. Киттек.

Әүхәт. Тимерйән ҡустым, әйҙә, һин дә ярҙамлашырһың.

Тимерйән. Мин һарыҡ һуя белмәйем.

Әүхәт. Әйҙә, әйҙә, ботонан булһа ла тотоп торорһоң. Ә һин, ҡарсыҡ, ҡаҙаныңды ҡуя тор. Беҙ хәҙер.

 

Әүхәт, Барый, Тимерйән сығалар.

Сара һауыт-һаба тотоп, өйгә инә.

 

Стив. Зила!..

Зилә. Әү, господин.

Стив. Зила очен красивый.

Зилә. И-и, господин, эскән иргә бөтә ҡатындар ҙа матур булып күренә ул...

Стив. Што говорит, Зила?..

Зилә. Әй, былай ғына әйтәм.

Стив. Зила красивый! Очен красивый!..

Зилә. Оялтмағыҙ әле, господин. Миңә улай әйткәндәре юҡ…

Стив. Такой красивый деревня жит не надо. Надо Америка жит.

Зилә. Я не поняла, господин…

Стив. Зила, пойдет Америка!..

Зилә. Америка?!.

Стив. Yеs!.. Америка жит карашо!.. Нью-Йор!.. Лас-Вегас!.. Чикого!.. Сан-Франциско!..

Зилә. Бәй, бәй, унда миңә нимә ҡалған?..

Стив. Айм не понемат... Што говорит Зила?

Зилә. Что я потеряла в Америке?!.

Стив. О!.. Зила, богат будет. Доллар много будет. Вилла, океан!..

Зилә. Ой, ғүмеремдә океан күргәнем юҡ минең...

Стив. Yеs, yеs!.. Океан!.. Кароший ресторан, красивый одежда!..

Зилә. Ой!.. Ҡыҙыҡ!.. (Хискә бирелеп.) Анау рекламалағы бисәләр кеүек, ялтлап торған машинала ауылыңа ҡайтып төш ине ул. Күҙҙәре шар булыр ине, ә!? Эх, Барый күрһә, нишләр ине икән?!. Ошолайтып (атлап күрһәтә) тыҡ-тыҡ баҫып ҡына, эргәһенән үтеп китер инем! (Хистәренән арынып.) Ой!..

Стив (һоҡланып). Good!.. Good!..

Зилә (осаһын һыпырып ала). Әллә артыма ҡарап тора инде, оятһыҙ!..

Стив. Зила Америка пойдёт, а?..

Зилә. Әлләсе… Орҙом-бәрҙем сығып китергә, Америка күрше ауыл түгел бит. Не знай, господин… Не знай…

Стив. Карашо!.. Зила думать… Завтра сказать… Yes!..

Зилә. Есть!..

 

Һарыҡ түшкәһе күтәргән

Барый, Тимерйән, Әүхәт инә.

 

Зилә. Абау, әллә һуйып та ҡуйғандар инде.

Барый. Нимә инде ул беҙҙең кеүек өс иргә бер һарыҡ. Үгеҙе булһа, уны ла һуйып ырғытыр инек әле.

Стив. Һо-о!.. Барашка!.. Шашлыҡ!..

Әүхәт. Барый ҡустым, бар, Сара апайыңа индереп бир. Мул итеп аш һалһын.

Барый. Мә, бисәкәй, (түшкәне Зиләнең елкәһенә һалып) аш әҙерләгеҙ.

Стив. Што ты!.. Што ты!.. Тяжило... Жинщина... Sam the woman!

Барый. Нисауа, минең бисәкәй ат һымаҡ бит ул. Магазиндан бер тоҡ ондо ла елкәһенә һалып апҡайта...

 

Зилә өйгә инә.

 

Әүхәт. Әйҙә, Эстиф, садис, аш әҙер булғансы, ултыра торайыҡ.

Барый. Шулай шул. Тамаҡ та кибеп китте.

Стив (аҡса сығара). Вот, Авкат!..

Әүхәт. Был нимә ул, господин Стив? Шту это?

Стив. Динга!.. Доллар!..

Әүхәт. Ниндәй доллар тағы?..

Тимерйән. Һарыҡ өсөн бирәлер. Ал да ҡуй, эсеңде тишмәҫ…

Әүхәт. Һин нимә!?.

Тимерйән. Һе, аҡсанан туйғанһың икән...

Әүхәт. Һый өсөн хаҡ алып ултырырға, мине кем тип беләһең!?.

Стив. Што говорит Авкат?

Барый. Господин Стиф әфәнде, ҡана, үҙемә генә бир ҙә ҡуй. (Стивтың ҡулынан аҡсаны алып, әйләндереп-әйләндереп ҡарай.) На (кире бирә). Не надо. Бындай аҡсаны бер ҡарсыҡ та принимать итмәйәсәк беҙҙә. Комбикорма булһа, бер хәл.

Стив. Я от души , Авкат!..

Әүхәт. Душа, тиһеңме!?. Душаға хаҡ ҡуйғандарын күргән юҡ ине әле. Эх, Эстиф, душаның хаҡы юҡ ул!.. (Әүхәттең кәйефе үҙгәрә.)

Тимерйән. Господин Стив, не беспокойтесь! Такой он у нас...

Барый. Ҡуйығыҙ әле, юҡҡа иҫегеҙ киткән икән. Әйҙә, ултырышайыҡ...

Әүхәт. Тимерйән ҡустым, баянан бирле һорарға теләй  инем. Әйт әле, нимәгә килгән ул бында?

Тимерйән. Нимәгә  тип... Ана, үҙенән һора.

Әүхәт. Скажи, Эстиф, зачем пришол сюда, ә?

Стив. Aйm?!. Я?!.

Әүхәт. Һин кәнишне.

Стив. А-а... Aйm?!. Земля покупай. Это земля. Курорт пастроит.

Әүхәт. Ә-ә.. Бына нисек икән!.. Бына нисек!..

 

Ут һүнә.

 

 

Икенсе бүлек

 

Ихатала Әүхәт. Тимерйән инә.

 

Тимерйән. Һаумы, Әүхәт ағай.

Әүхәт. Һаумы...

Тимерйән. Торҙомо теге?

Әүхәт. Йоҡлай... Нимәгә кәрәк булды ул һиңә?

Тимерйән. Баҫыуҙы күрһәтәйем тигәйнем...

Әүхәт. Улай икән... Тиҙерәк һатып ебә­рергә самалайһыңмы?!.

Тимерйән. Ҡуй әле, Әүхәт ағай, как будто мин һатам ерҙе. Мин ҡушылғанды ғына башҡарам. Ул ҡарарға килгән, мин күрһәтәм – шул ғына. (Юғарыға күрһәтеп.) Тегенән ҡушалар, мин бәләкәй кеше.

Әүхәт. Эх, ҡустым, кешенең ҙуры, бәләкәйе булмай ул. Меҫкене генә була...

Тимерйән. Һуң, тегенән бойорғас, нимә эшләргә миңә?

Әүхәт. Тегенән имеш... Бында бит улар түгел, һин йәшәйһең. Үҙ башың юҡмы ни!?.

Тимерйән. Әйтеүе рәхәт ул, Әүхәт ағай. Һуң үҙең уйлап ҡара, нисәмә йыл хужаһыҙ, эшкәртелмәй ята ерҙәр. Сүп үләненән башҡа бер нәмә үҫмәй бит унда.

Әүхәт. Йөрәктәр сүпле булғанға  шулай ул, ҡустым. Йөрәктәрҙе сүп баҫҡан...

Тимерйән. Әйтеүе анһат ул. Төптәнерәк уйламайһың һин, Әүхәт ағай. Бына ул ерҙе алһа, кешеләрен килтерер. Эшкәртер. Һиңә насар буламы шул?

Әүхәт. Ситтәр талар өсөн генә килә... Ә бына һин шуны әйт: ниңә еребеҙҙе үҙ кешеләребеҙҙән эшкәрттермәйһең?

Тимерйән. Кемдән?.. Ха-ха-ха... Анау, эскесе Барыйҙанмы?

Әүхәт. Ниңә, Барый ҙа – әҙәм балаһы. Ҡулынан килмәгән эш юҡ. Ҡара, ауылдағы бөтә йортҡа уның ҡулы тейгән. Һиңә лә мейес сығарып бирҙе шикелле...

Тимерйән. Сығарһа... Әҙ һыйламаным... Бер феләк балдың ҡурын да һығып ҡуйҙы.

Әүхәт. Бына шул шу...

 

Өйҙән Стив сыға.

 

Стив. Good morning!

Тимерйән. Гуд мокиң, господин Стив. А я вас жду.

Стив. Good! Корошо!.. Земля смотрит.

Тимерйән. Да, господин Стив, идемте. Әүхәт ағай, әллә һин дә бараһыңмы? Мин ул яҡтарҙы бик белеп бөтмәйем.

Әүхәт. Ярай. Әйҙә, йөрөп ҡайтайыҡ. (Сығалар.)

 

Бер аҙҙан биҙәнгән, матур кейенгән Зилә инә.

 

Зилә (йән-яҡҡа ҡарап). Стивчик!.. Әй, Стивчик, һин ҡайҙа?

 

Өйҙән Сара сығып, ҡарап тора.

 

Стивчик, тим. Мин килдем. (Һиҫкәнеп.) Сара апай!.. Ә, ни... Теге Америка ҡунағын әйтәм, бындамы ул?

Cара. Ҡайҙалыр сығып киткәйнеләр. Хәҙер ҡайтырҙар, моғайын. Бәй, туғаным, һин ниңә сумаҙан тотоп алғанһың ул?

Зилә. Китәм мин, Сара апай?

Cара. Китәһең? Ҡайҙа?

Зилә. Америкаға...

Сара. Әстәғәфирулла!.. (Үҙ алдына.) Башы менән бер-бер хәл булдымы икән әллә бының?!. (Зиләгә.) Әмириккә тиһеңме?..

Зилә. Эйе, Сара апай, Америкаға.

Сара. Бәй, бәй, нисек инде?..

Зилә. Шулай, апай. Стив алып китә мине.

Сара. Эстиф?!.

Зилә. Кисә һөйләшеп ҡуйҙыҡ. Бындай сибәрлегең менән һин Америкала ғына йәшәргә тейешһең, ти.

Сара. Әстәғәфирулла тәүбә!.. Ә Барый?..

Зилә. Барый ҡала... Уны эйәртмәйбеҙ... Бына шулай, Сара апай.

Сара. Һуң, нимә эшләмәксе булаһың һин Әмириктә?

Зилә. Океанда һыу инәм... Пляжда ҡыҙынам... Завтрак, обед, ужин – ресторанда...

Сара. Харап икән... Ә беҙ бына ғүмер буйы ошо еребеҙҙә бил бөктөк. Завтрагы ла, обеды ла, ужины ла сөгөлдөр баҫыуында булды. Шунда уҡ ҡыҙындыҡ. Бер ҙә зарланманыҡ, туғанҡайым. Башҡа ерҙең хәжәте булманы. Вәт!.. Ә һин Әмириккә китәм имеш... Бар, артың ҡысыһа, миңә тимәгәйе, аръяғына кит!..

Зилә. Аһ, ниңә улай тиһең, Сара апай?

Cара. Әйтәм шул, әйтмәҫкә әллә!.. Матур тормошто ситтән эҙләмәй аҡылы бар кеше, үҙ ояһын матурлай. Ана, сылтырап ятҡан килен шишмәһен бер ниндәй океанға, баҡсамда үҫкән бәрәңгемде бер ниндәй ҡаласҡа алыштырмайым мин.

Зилә. Эйе, шул, Сара апай. Уларһыҙ мин нисек йәшәрмен икән тегендә?

Cара. Йәшәрһең, Әмирегең булғас!..

Зилә. Эй, Сара апай, үҙемдең дә киткем килмәй ҙә бит... Нишләйем һуң?.. Анау Барыйы ла эсеп тик йөрөй. Кешесә йәшәп булманы инде...

Сара. Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә – бисә ул...

 

Барый инә.

 

Барый. Һауғынамы, Сара апай!

Сара. Аллаға шөкөр әле, Барый.

Барый (Зиләгә һынап ҡарай). Был сибәркәй кемегеҙ була, Сара апай?

Cара. Абау, әллә үҙ бисәңде танымайһың инде?!

Барый. Үҙ бисәңде?!. Кит әле, минең шундай сибәр бисәм бармы?

Cара. Бар ине... Хәҙер юҡ инде...

Барый. Нисек юҡ?.. Зилә бит был!.. Ысынлап та, Зилә!.. Минең кәләш!

Сара. Нишләп һинең кәләш булһын ти ул. Һинеке түгел хәҙер!..

Барый. Нисек минеке түгел?!. Законный мисәт һуғылған никах ҡығыҙыбыҙ бар.

Сара. Һинеке түгел шул! Күп эсеп йөрөп, ҡолаҡ ҡаҡтың инде бисәңдән, үәт!..

Барый. Нимә һөйләй ул, Зилә? (Cумаҙанды күреп.) Был нимә ул?

Cара. Күрмәйһеңме ни, сумаҙан бит! Китә Зилә. Тю-тю!..

Барый. Туҡтағыҙ әле!.. Ҡайҙа китә?..

Сара. Әмириккә!..

Барый. Ә?!. Америкаға?!. Ха-ха!.. Һин нимә һөйләйһең, Сара апай. Америкаға түгел, күрше ауылға минһеҙ йөрөмәй бит ул.

Сара. Ярай, бисәңдән ҡолаҡ ҡаҡҡас, белерһең әле...

Барый. Зилә, нимә һөйләй ул?

Зилә. Сара апай дөрөҫ әйтә, китәм мин...

Барый. Китәһең?.. Ҡайҙа?..

Зилә. Әйтеп торабыҙ бит – Америкаға!

Барый. Һин?!. Шаяртаһығыҙмы?..

Зилә. Китәм!.. Стив менән китәм, белдеңме!..

Барый. Бына нисек!.. Стив менән?!.

Зилә. Шулай. Етерлек түҙҙем. Минең дә кешесә йәшәгем килә.

Барый. Һин... Һин үҙ аҡылыңдамы, ә?!. Шуның менәнме?..

Зилә. Шуның менән!..

Барый. Ах, ҡәбәхәт!.. Әйтәм, һинән күҙен алмай ултырҙы!.. Ух, эт!.. Үлтерәм мин уны!.. Үлтерәм!.. Ҡайҙа ул?..

 

Стив, Әүхәт, Тимерйән инә.

 

Тимерйән. Нимә енләнәһең, Барый?

Барый. Ә-ә, килдеңме, ҡәбәхәт!?. Мин һине хәҙер!.. (Стивҡа барып йәбешә.)

Тимерйән. Туҡта!.. Нимә ҡыланыуың был!?. Туҡта тим һиңә!..

Барый. Үлтерәм мин уны!.. Үлтерәм!..

Стив. Што это?.. Не понимат!..

Тимерйән. Нимә, белая горячкаң башландымы әллә!?.

Барый. Ошо ҡулдарым менән быуып үлтерәм мин уны. Сыйылдатып быуам!.. Тотмағыҙ мине!.. Ебәрегеҙ!..

Тимерйән. Етер, тим, мин һиңә. Туҡта!..

Әүхәт. Атаҡ, атаҡ!.. Нимә булды, Барый ҡустым?..

Барый. Нишләп ул кеше бисәһенә бәйләнә, ә? Нишләп ул минең законный бисәне Америкаға алып ҡасмаҡсы була?

Әүхәт. Туҡта, тыныслан, ҡустым.

Барый. Тынысланырһың!.. Күрәләтә бисәһеҙ ҡалдырырға торһондар ҙа... Ух, эт!.. Америкаһында бисәләргә ҡырғын төшкәнме әллә!..

Тимерйән. Эх, Барый, Барый!.. Күрше тауығы – ҡаҙҙай, бисәһе ҡыҙҙай була ти бит ул... Ха-ха-ха...

Барый. Бирермен мин уға ҡыҙҙы!..

Әүхәт. Йә, йә тыныслан!.. Берәү ҙә алып китмәҫ бисәңде. Тыныслан!.. Башыңды йүнәтеп алаһыңмы әллә, ҡустым?

Барый. Юҡ, эсмәйем, Әүхәт ағай. Бынан һуң эсеү юҡ. Күрәләтә бисәһеҙ ҡала яҙҙым.

Сара. Күп эсһә, бисәһен түгел, башын да юғалта кеше...

Барый. Зилә!..

Зилә. Әү!

Барый. Әйҙә, ҡайтайыҡ.

Зилә (сумаҙанын ала). Эсмәйһеңме һуң, Барый?

Барый. Бөттө, бисәкәй, бөттө! Точка! (Унан сумаҙанды ала.) Ҡана, үҙем тотам.

Зилә Барыйҙы ҡултыҡлап, сығалар.

 

Стив. Я не понимат. Почему он злой?

Тимерйән. Белая горячка.

Стив. А-а, горячка!?. Понимат, понимат...

Тимерйән. Әүхәт ағай, бая уҡ һорамаҡсы инем. Теге беҙ йөрөгән аҡланда ниндәй таш өйөмө тора ине ул?

Әүхәт. Ҡәбер ул, Тимерйән ҡустым.

Тимерйән. Ҡәбер? Кемдеке?

Әүхәт (уйланып тора). Һинең олатайыңдың ҡәбере.

Тимерйән. Нисек?

Әүхәт. Шулай, Тимерйән ҡустым. Һин бала сағыңдан ситтә йөрөп шул, белмәйһеңдер. Эйе, олатайың Бикмырҙаның ҡәбере ул. Колхоз төҙөгән саҡта шул аҡланда кулактар ҡулынан харап булған. Бик һәйбәт кеше ине, тип һөйләй торғайны ололар. Бына шулай ул, Тимерйән ҡустым, ер йөҙөнән түгел, ир йөҙөнә баҫып йөрөйбөҙ!..

Тимерйән. Дә-ә-ә!.. Белмәгәйнем!..

Әүхәт. Күп нәмәне белмәйһең әле һин, ҡус­тым. Йә, ярай, ҡунаҡты зарыҡтырмайыҡ. Ашыңды ултырт, ҡарсыҡ.

Сара. Хәҙер, бабай, хәҙер. (Өҫтәл әҙерләй.)

Тимерйән. Садитесь, Стив.

Стив. Сәнкью!.. Спасибо!.. I Ieave!.. Я уезжай!..

Әүхәт. Ты что, Эстиф! Беҙҙә ҡунаҡты һыйламайынса оҙатыу ғәҙәте юҡ. Садис, давай, садис!..

Сара. Бына. (Өҫтәлгә бер туҫтаҡ ит ултырта.) Ашағыҙ!.. Эсвижей ит. Барашка. Хәҙер һурпаһын килтерәм.

Стив. Кушат?.. Так можно кушат мясо?!.

Әүхәт. Нисауа, Эстиф, беҙҙең халыҡ шулай өйрәнгән. Булһа – бүреләй, булмаһа – сүреләй. Әйҙә, әйҙә, тартынма!..

Тимерйән. Господин Стив, как Вам земля?..

Стив. Земля?!. Good земле!.. Очен карашо!.. Good!.. (Тороп йөрөй.) Я не покупай земля!..

Тимерйән. Как же так?.. Господин Стив!..

Стив. No!.. No!.. Я не покупай!.. Такой земля не купиш!.. Я понял. Это земля Авката. Авкат – кароший человек. Сара – кароший! Зила – кароший!.. Бари – кароший! Я не купит земле!.. Я уезжай!.. I Ieave!.. (Пауза.) Авкат, играть курай! Pleаse!.. Пожалуста...

Әүхәт. Ҡурай уйнарға?!. Ҡарсыҡ, килтер әле ҡурайҙы.

 

Сара ҡурай килтерә.

 

Тыңла, Стив, халҡыбыҙҙың бар хәсрәт-ғазаптары, бәхет-шатлыҡтары һеңгән был моңға. «Урал» тип атайҙар уны.

 

Әүхәт «Урал» көйөн уйнай.

Уйнап бөткәс, уны Стив ҡосаҡлап ала.

 

Стив. Ҫәнкью!.. Ҫәнкью, Авкат!.. Большой спасибо!.. Я, Авкат, гости приглашать Вас. Америка приглашать!.. Авкат едит Америка?

Әүхәт. Барам, Эстиф дуҫ, как же бармаҫҡа!.. Бына мал-тыуарҙы бер төрлө итеп алайыҡ та, юл төшөү менән барып ҡайтырмын.

Стив. Сара едит Америка?..

Әүхәт. Ҡалдырырһың уны. Америкаға түгел, күршегә инһәң дә арттан ҡалмай... Да, да, едит!..

Стив. Карашо!.. Я ждать вас! Очен ждать!..

 

Зилә менән Барый килеп инә.

 

Тимерйән. Һин нимә, Барый, әллә тағы?..

Барый (уға иғтибар итмәй). Ғәфү ит, господин Стив. Извени, мин дүрәкте! Бына, попращаться пришли.

Стив. Извени?!. Yes!.. Ты тоже извени, Бари!..

Зилә. Мине лә извените, Стив! Америкаға бармаҫҡа булдым, бик күргем дә килеп тормай әле.

Барый. Прощай, Стив!..

Стив. Good bye!.. Досвединие, Бари, Зила!..

Досвидание Авкат, Сара!.. Good bye!..

 

Стив сыға. Бөтәһе лә уның артынан ҡарап ҡалалар. Бер аҙҙан Әүхәт өйгә баҫҡыс һөйәй.

 

Тимерйән. Нимә эшләмәксе булаһың, Әүхәт ағай?

Әүхәт. Флагты алып ҡуям. Ҡунаҡ китте бит.

Тимерйән. Ҡуй, теймә, Әүхәт ағай. Торһон!..

 

Шаршау.

 

Автор:
Читайте нас