-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
9 Ғинуар 2022, 12:31

Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Хәсән УСМАНОВты тыуған көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ

Был йырсының башҡорт эстрадаһында үҙ юлы, үҙенсәлекле репертуары бар. Ләкин күптәр белмәйҙер ҙә, ул тәү һөнәре буйынса -

Хәсән Усманов: Беҙҙең маҡсат- ижадты һүндермәҫкә

Үҙенә - 45, ижадына- 20 йыл. Был йырсының башҡорт эстрадаһында үҙ юлы, үҙенсәлекле репертуары бар. Ләкин күптәр белмәйҙер ҙә, ул тәү һөнәре буйынса - төҙөүсе. Бөгөнгө шарттарҙа ижадсы эшһеҙ ҡалмаясаҡ. Йырламаһа, ул мотлаҡ төҙәсәк, ҡорасаҡ, сәйәсәт, иҡтисад менән ҡыҙыҡһынасаҡ. Ҡыҫҡаһы, бөгөнгө тормош яңыса йәшәргә өйрәтте, ти - "Тамаша" журналының ҡунағы, яратҡан йырсыбыҙ Хәсән Усманов.

- Хәсән һеҙҙе журнал биттәрендә сәләмләйбеҙ. Ижади ғаилә булараҡ күптән дәүләт структураларынан киткән артистар һеҙ.  Ошондай билдәһеҙлек заманында үҙаллы йөҙөргә тура килә. Был осорҙо нисек үткәрәһегеҙ, нимә менән шөғөлләнәһегеҙ?

- Ниндәй генә замандар булмаһын, беҙҙең маҡсат- артист һөнәренә тап төшөрмәҫкә, ижадты һүндермәҫкә. Әле элек ҡул теймәгән, ижад ителмәй ҡалған репертуар өҫтөндә эшләйбеҙ. йырҙар яҙҙырабыҙ, сәхнә кейемдәре яңыртабыҙ. Ҡабаттан тамашасыларыбыҙ менән осрашҡанда, улар беҙҙе өр-яңы амплуала күрер тип ышанабыҙ. Шулай уҡ социаль селтәрҙәр аша аралашабыҙ.Пандемиялар үтеп китер, барыһы ла яйланыр тип уйлайым. Илебеҙ тарихында ундай ҡара таптар, әллә нисә йылдарға һуҙылған, кешене ҡырған сирҙәр булған. Бөгөнгө заман мөмкинлектәре бөтөнләй икенсе, мин өмөтләнеп йәшәйем.

-Шулай ҙа һөнәрҙәрен ҡайтанан ҡараған, икенсе өлкәгә күскән ижадсыларҙы беләм. Көнгә ышаныс юҡ. Һеҙ шәхсән алдағы йылдарға нимәне үҙгәртергә теләр инегеҙ?

- Ысынлап та эшһеҙ ҡалған артистар бар. Ундайҙарҙы мин дә беләм. Хәҙер бөтә ерҙә пирамидалар йәнә башын ҡалҡытты. Унда киткән артистар бар, беҙҙе лә саҡырылар. Ләкин бындай юл беҙҙе ҡыҙыҡһындырмай. Пирамидаға барып, кешене өгөтләп, артыңдан эйәртеп йөрөүҙән тыш, әгәр ул берәй көн селпәрәмә килһә, шул кешеләрҙең күҙенә нисек ҡарарға һуң?

Мин һуңғы йылдарҙа акция, инвестициялар өлкәһе менән ҡыҙыҡһына башланым. Унда ирекле аҡса һалыу, төрлө акциялар алыу эше күпкә ҡыҙыҡлыраҡ. Бынан тыш, был өлкә белемеңде арттырыуға этәргес бирә. Иҡтисад, сәйәсәт менән ҡыҙыҡһына башлайһың. Мәҫәлән, Америкалағы һайлауҙар арҡаһында биржалағы акцияларҙың хаҡы төштө. Шуны күҙәтеп барҙым. Әлегә ошо системаны ныҡлап өйрәнәм һәм белем туплайым. Балта оҫталығына килгәндә, ҡара эштән  дә ҡурҡмайым, ҡулым эш белә. Өйҙәге барлыҡ эштәрҙе лә үҙем башҡарам. Сөйөн дә ҡатам, таҡтаһын да йышам, ташын да һалам.

Пандемия беҙҙе күп нимәгә өйрәтте. Тәү сиратта һаҡсыллы  ҡараш булдырҙы. Беҙ бөгөн кәрәкмәгән сығымдарҙы сикләнек,  туҡланыуҙан тыш, һәр нәмәлә экономия. Иң мөһиме бер- береңә терәк- таяныс булып,  аңлашып йәшәү кәрәк.

-Хәсән, быйыл һеҙҙең - юбилейлы йыл. Моғайын да ижади пландар менән йәшәгәнһегеҙҙер?

- Ысынлап та быйыл миңә 45 йәш тулып үҙҙы, ижадыма -20 йыл. Бөтә афишалар һәм билеттар баҫтырылғайны, киң мәғлүмәт сараларында рекламалар ҙа киткәйне. Ижадыма ниндәйҙер бер йомғаҡ яһармын тип йыйынғайным. Төбәктәр буйлап өр- яңы программа менән сығырға ниәтем бар ине. Әлегә планлаштырып булмай. Ләкин юбилейлы концерт миҙгеленә әҙерләнәм, яңыларын да, ошоға тиклем эшләнеп бөтмәгән йырҙарымды ла барлайым.

45 йәш - ир-егеттең көслө сағы. Ең һыҙғанып эшләй башлаған осор ғына. Ошо йәшемдә булған ҡаҙаныштарым, ғаиләм менән бик тә ҡәнәғәтмен. Һөйөклө кәләшем, ижадташым Зиләгә рәхмәтлемен. Бөтә концерттарҙы ойоштороуҙа ярҙамы ҙур, хатта сәхнә костюмдарының дизайнеры ла ул. Үҙ көсөбеҙ менән тырышып йәшәйбеҙ һәм ижад итәбеҙ. Бер кемдең дә өлөшөнә теймәйбеҙ. Бөгөн ошоноһо  мөһимдер.

-Әле ниндәй йырҙар өҫтөндә эшләйһегеҙ?

-Беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итергә теләгән кешеләр күп кенә йырҙар тәҡдим итәләр, хатта социаль селтәрҙәр аша ла ебәрәләр, концерт ваҡытында киләләр. Ләкин үҙебеҙҙең репертуарға йырҙарҙы һайлап ҡына алабыҙ. Берҙән,  йырҙарҙы яҙҙырыу байтаҡ сығымдар талап итә. Икенсенән, һәр йырҙы сәхнәгә сығарып булмай. Ул заман, тамашасылар зауығына тура килергә, башҡарыусының да күңеленә ятырға тейеш. Йырҙың һүҙе, көйө мөһим беҙҙең өсөн.

- Һуңғы йылдарҙа ниндәй композиторҙар менән ижади бәйләнештәһегеҙ?

- Популяр композитор Мөҙәрис ағай Ғизетдиновтың йырҙарын яратып башҡарабыҙ. Уларҙы Башҡортостандың һәм Татарстандың иң сағыу йондоҙҙары ғына йырлай. Беҙҙә шул бәхеткә ирештек. Үҙемә килгәндә,  Яр Саллы ҡалаһында йәшәгән данлыҡлы, легендар композитор Ильзиз ағай  Закировтың йырҙарын йырлайым. Уның "Кәркәле тауҙары", "Әсәйем доғалары", "Ҡышҡы сейә" тигән йырҙары - халыҡ йырҙарына әйләнеп бөттө. Авторҙар араһынан үҙебеҙ өсөн Зарема Әйүпованы астыҡ.  Шулай уҡ Гөлүзә Буранбаеваның йырҙары бар репертуарҙа. Беҙ эҙләнеү өҫтөндә. Айырыуса аранжировкаларҙы заманса эшләтергә тырышабыҙ.

-Бөгөнгө эстрадалағы тенденцияларҙы күҙәтеп бараһығыҙмы? Беҙҙең башҡорт-татар йырҙары ла ситтән күп йәлеп итә башланы. Рэп та һөйләп ебәрәләр, ырғыу, һикереү күренештәре лә, башҡа йүнәлештәр ҙә бар. Шуның фонында моданан ҡалыуҙан ҡурҡмайһығыҙмы?

- Рэп- минең ижадымда ла бар. Хатта "МС Баш", Заһит Ҡунафин менән "Йәшлек-шоу-2006" бәйгеһендә бергә ҡушылып рэп һөйләнек. Яңыраҡ бер егет тағы ла рэп һөйләргә саҡырҙы. Уға ризалыҡ бирҙем, ошо арала  ул үҙенсәлекле йырҙы яҙҙырасаҡбыҙ. Эксперименттар яратам, яңыраҡ Мәскәү ҡалаһынан йәнһүрәткә тауыш яҙҙырыу тәҡдиме килеп төштө. Унда мин башҡортсаға әйләндереп атай ролен яҙҙырасаҡмын. Бындай тәжрибәм бар. Ләкин төп башҡарыу оҫталығым- ул халыҡ йырҙары менән бәйле. Халҡыбыҙ моңонан айырылмаҫҡа тырышам. Баянға, гармунға ҡушылып, һуҙып йырларға яратам, ошо хаҡта тамашасыларымдың да  изге теләктәрен ишетеп торам. Заман артынан ҡыумайым, үҙемдең зауығыма, булмышыма тура килмәгән йүнәлештәр һайлап кеше көлдөрөп йөрөргә йыйынмайым. Һәр кемдең үҙ юлы. Йәштәр төрлө өлкәлә эшләй ул, әммә һуңғы бер-ике йылда хиттар юҡ кимәлендә. Быны башҡа белгестәр ҙә әйтә. Һәр бер йәш йондоҙҙоң репертуарынан үҙем өсөн йә йырын, йә көйөн билдәләйем, күңелгә ятҡандары бар, тик барыһы ла түгел. Мәҫәлән, Радик Юлъяҡшин, Зәйнетдиндың уңышлы проекттарын атап үтер инем.

-Репертуар һайлағанда, ниндәй тамашасыны күҙ уңында тотаһығыҙ?

-Беҙҙең тамашасы 30 йәштән алып оло йәштәгеләргә тиклем(көлә). Күҙәткәнем бар,  күп кенә үҫмерҙәр башта рэп, хип-хоп тыңлайҙар ҙа, һуңынан беҙҙең йырҙарға күсәләр. Кешенең олоғая килә, зауығы ла үҙгәрә бара. Халыҡ моңона яҡынаялар.

- Беҙҙең артистар бер заман күрше республикаға барып йыр яҙҙырып ҡайта башланы. Унда көслө продюсерлыҡ үҙәге бар, йырҙарҙың ротацияһы яҡшы ҡуйылған тигән фекерҙәрҙе ишетергә тура килә....

-Татарстанда "Барс- медиа" көслө продюсерлыҡ үҙәге бар. Әммә ул осһоҙло хеҙмәт түгел. Артистар байтаҡ сығымдар түгеп, килешеүҙәр төҙөй. Ләкин йырҙы ҡайҙа ғына яҙҙырма, әгәр ул хитҡа әйләнмәй икән, ундай аҡсалар түгеүҙең файҙаһы бармы икән? Күршенең тауығы ла ҙурыраҡ тиҙәрме әле.  Йырҙың уңышына өс фактор йоғонто яһай: һүҙе, моңо, аранжировка. Мин иһә үҙемә үҙем продюсер. Ротацияға зарланмайым. Ҡайһы бер шарттарҙы бартер менән дә һөйләшәбеҙ. Башҡортостанда  продюсерлыҡ үҙәген асырға уйлайҙар ул.  Был дөрөҫ юл тип уйлайым. Шулай уҡ артистар берлеген төҙөү- минең хыялым. Бөгөн яҙыусылар, журналистар, театр эшмәкәрҙәре союздары бар. Ни өсөн  эстрада артистарын яҡлаусы, һаҡлаусы, ярҙам итеүсе бер ойошма ла юҡ икән? Киләсәктә шул продюсерлыҡ үҙәге ҡарамағында ошондай берлек барлыҡҡа килһә, яҡшы булыр ине.

-Пандемия бөткәс тәү сиратта башҡарған эшегеҙ?

-Мин ижад кешеһе булараҡ, тәү сиратта концерт менән сығыр инем. Шул тиклем тамашасыларыбыҙҙы һағындыҡ. Беҙ, артистар ситлеккә бикләнгән ҡошсоҡ кеүек. Яратҡан тамашасыларыбыҙ менән бер күрешеп аралашыу өсөн тилмереп йөрөгән мәл. Хәҙер бөтә аралашыуҙар виртуаль донъяға күсеп бара. Мин элекке замандарҙа тыуған кеше, ижадсы булараҡ та бының менән риза түгелмен. Артист һәм тамашасы араһында "тере" бәйләнеш булырға тейеш тип иҫәпләйем. Онлайн-концерттарҙы ла өнәп етмәйем. Әле төбәктәрҙән тамашасылар: "Ҡасан киләһегеҙ? Һағындыҡ,"- тигәнерәк һағынышлы сәләмдәрен ебәрә. Был беҙҙең күңелдәргә май булып ята. Беҙ ҙә ул осрашыуҙарҙы көтөп ала алмайбыҙ.

-Журнал уҡыусыларына теләктәр?

- Тәү сиратта - һаулыҡ теләр инем. Төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Матбуғаттан, сәнғәттән, мәҙәниәттән айырылмағыҙ. Беҙ һеҙҙе һағындыҡ. Осрашҡанға тиклем...

Гөлнур Ишбулатова.

Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Хәсән УСМАНОВты тыуған көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ!  Ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ
Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Хәсән УСМАНОВты тыуған көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ
Автор:
Читайте нас