+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
23 Декабрь 2021, 17:00

БИҘӘК ТҮГЕЛ, БЕҘҘӘ ”АҪА” ТИҘӘР:

.

БИҘӘК ТҮГЕЛ, БЕҘҘӘ ”АҪА” ТИҘӘР:
БИҘӘК ТҮГЕЛ, БЕҘҘӘ ”АҪА” ТИҘӘР:
     Балаҫ һуғыу – башҡорт халҡының борон-борондан килгән һөнәрҙәренең береһе. һарыҡ йөнө, кәзә мамығы һәм ҡылы, дөйә йөнө, ат ҡойроғо, шулай уҡ киндер менән кесерткән – һәр төрлө еп итеп эшкәртерлек тәбиғи материал ҡулланылған. Иләнгән ептәр ябай ғына һуғыу станогы урынында аҫалы балаҫ, буй балаҫ, сепрәк балаҫ, турпыша, көйөҙ, септә, япма, сергетыш булып йорт ҡаралдыһына әйләнгән. Ҡулдан һуғылған йөн балаҫтарҙың иң затлыһы һәм ҡатмарлыһы – аҫалы балаҫ борон-борондан матурлыҡ һәм байлыҡ, уңғанлыҡ һәм мәҙәнилек күрһәткесе.
 
     Төрлө геометрик фигуралар менән биҙәп, йөндән һуғылған балаҫтарҙы мин тәү башлап Дәүләкән районы Боранғол ауылында бынан ҡырҡ йыл әүәл – 1977 йылда күрҙем. Өфөләге 1-се мәктәп-интернатта бергә уҡыған дуҫ ҡыҙым Рәмилә Ҡорбанғәлиева мине үҙҙәренә Беренсе май байрамына ҡунаҡҡа алып ҡайтты. Дим туғайҙары, Асылыкүл, Шарламалы Боранғол тауҙары менән бергә мине был төбәккә ғүмерлеккә мөкиббән ғашиҡ иткән ғәжәйеп асышым – аҫалы балаҫтар булды. Рәмиләнең ҡарт нәнәйе уларҙы һәр балаһына, ейәненә арнап үҙе һуҡҡан. Аллы-гөллө балаҫтар ҡупшы итеп таҫланып һике башында түшәмгә хәтле өйөлөп тора. Мин уларҙы күҙем менән генә, йәшереп кенә һананым. Ҡатлап-тәңкләп һалынған балаҫтар егерменән ашыу... Бынса хазина миңә хандарҙың, батшаларҙың байлығынан да артыҡ күренде.
     Башҡортостан телевидениеһында эшләй башлағас, 1980 йылда, Әлшәй районы Ҡармыш ауылына командировкаға барырға тура килде. Яңы 1981 йылды нисек ҡаршылау – бала-сағаның шыршы байрамы тураһында телевизион һүрәтләмә эшләйем. Яҡты матур мәктәп коридоры осондағы майҙансыҡта ҡупшы ғына биҙәлгән шыршы тора. Башланғыс синыф уҡыусылары шиғыр, йыр-бейеү әҙерләгән. Шыршының алдына иҙәнгә сағыу йөн балаҫ түшәлгән. Мин уның аҫалы балаҫ тип аталғанын белмәй инем әле, ҡалай ҙа күркәм биҙәкле балаҫ, тип хайран ҡалып ҡарап торам. Теге балалар уның өҫтөнә баҫып сығыш яһай башлағайны, ах иттем – шундай матурлыҡты нисек аяҡ менән тапамаҡ кәрәк, тием... “Ниндәй балаҫ был, кемдеке?” – тигән һорауыма яуап: “Беҙнең яҡта балаҫ ҫуғыусы апайлар күп. Беҙ быны фәлән оҫтанан алып торҙоҡ”. Ҡыҫҡаһы, мин баяғы балаҫ хужаһының өйөнә киттем. Ишек асып ингәс тә түрҙә торған һуғыу станогы, унан һуҙылып аҫылынып төшөп торған аллыJгөллө биҙәкле балаҫ күҙгә бәрелде. “Был ниндәй биҙәк?” – тигән һорауымды шундуҡ төҙәтте оҫта: “Аҫалы балаҫ был. Туғаным, биҙәк түгел, беҙҙә “аҫа” тип әйтәләр. Балаҫны аҫалап ҫуғабыҙ, тибеҙ. Ҫарыҡ йөнөн иләйбеҙ, кәрәк төҫкә буяйбыҙ ҙа балаҫ ҫуғабыҙ. Шуның менән балалар уҡытабыҙ, донъя бөтәйтәбеҙ. Аҫа – ул билдәле, таныулы, уны күсереп ҫуғабыҙ, үҙгәртергә ярамай. Аҫалау анҫат түгел, ҫанайһың да ҫанайһың, әммә бик күңелле, яратҡан шөғөл ул беҙҙең яҡларҙа... ” Бына шулай булды аҫалар менән минең тәүге осрашыу. Шунан бирле минең өсөн бөтә аҫалар Дим, Өршәк, Өйәҙе буйы телендә – мең ырыуы башҡорттарының ифрат моңло һәм яғымлы диалектында һөйләшә кеүек тойола.
 
       Сәрүәр СУРИНА.
Автор:
Читайте нас: