Сараның маҡсаты — башҡорт халҡының милли, мәҙәни, рухи ҡиммәттәрен һаҡлау, йәштәрҙә ватансыллыҡ тойғоларын тәрбиәләү. Уйын Өфө үҙәгендәге “Радость есть” кафеһында үтте, барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптар теүәл үтәлде.
Уйында ун команда көс һынашты. Ҡайһы бер йәштәр сара тураһында фекере менән уртаҡлашты.
Башҡорт дәүләт университеты командаһы ағзаһы, икенсе курс студенты Нурия Ғилмуллина: “Беҙ командабыҙ менән был уйынға әүҙем әҙерләндек, мәғлүмәт тупланыҡ, китаптар уҡыныҡ. Был, минеңсә, бик яҡшы проект, йәштәрҙе берләштерә, таныштыра. Әһәмиәте лә ҙур, сөнки ҡараштар даирәһе киңәйә, милли тарих һәм мәҙәниәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу көсәйә. Әлбиттә, бындай сараларҙы йышыраҡ үткәреп торорға кәрәк”, – тип белдерҙе.
Башҡорт дәүләт педагогия университеты командаһы ла сараға әүҙем әҙерләнгән. “Беҙ был уйында ҡатнашыр өсөн Башҡортостан тарихын уҡыныҡ, тыуған еребеҙ тураһында төрлө ҡыҙыҡлы факттар таптыҡ. Уларҙы уйында ла ҡулландыҡ. Был сара һис шикһеҙ башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә ярҙам итә”, – тип белдерҙе Сынғыҙ Ғәлимов, университет студенты.
Бәйге алты раундтан торҙо: “Разминка”, “Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә”, Башҡорт теленән руссаға тәржемә ит”, “Башҡорт әҙәбиәте өлгөләре”, “Унан-бынан”, “Алтын ҡумта”. Уйын барышында башҡорт йәштәренең Башҡортостандың тарихын, мәҙәниәтен, билдәле шәхестәрен, әҙәбиәтен ниндәй кимәлдә белеүе асыҡланды. Камиллаштыраһы урындар ҙа бар. Был турала Өфө ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, “Киске Өфө” гәзите мөхәррире Гөлфиә Янбаева түбәндәгеләрҙе белдерҙе: “Йәштәргә яңынан башҡорт классик әҙәбиәтен уҡып сығарға кәңәш итер инем. Классика – туған телебеҙҙең матур өлгөһө. Был әҫәрҙәрҙә башҡорт халҡының тарихы, көн-итмеше, уйҙары, йолалары сағылған. Ошо йәһәттән һеҙ белемле, аңлы булырға тейешһегеҙ. Беҙ, әлбиттә, был уйындарҙы артабан дауам итергә тырышасаҡбыҙ”, - тине Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы.
Уйында һәр команда бик әүҙем ҡатнашты, көсөргәнешле ярышта уның еңеүселәре билдәләнде. Өсөнсө урынға “Әбйәлил йәштәре” командаһы сыҡты, икенсе урын “ХХ централ” командаһына бирелде, ә еңеүсе тип “Юлдаш” радиоһы командаһы билдәләнде.
“Юлдаш” радиоһы алып барыусыһы Нурзилә Усманова фекере менән бүлеште: “Бөгөн беҙ, “Юлдаш” радиоһы хеҙмәткәрҙәре, был сараны яҡтыртырға килергә тейеш инек. Әммә бер төркөм “Юлдаш” хеҙмәткәрҙәре – йәштәр йыйылғас, нисек әле беҙ был саранан ситтә ҡалабыҙ тигән уй килде һәм беҙ ҙә ҡатнашырға булдыҡ. Еңеүебеҙҙе көтмәй инек. Әлбиттә, беҙ сәмләндек, уйланыҡ, тырыштыҡ. “Юлдаш” радиоһының мәғлүмәт таратыусы каналы булараҡ, әгәр беҙ еңелһәк, яуаптарҙы белмәһәк, беҙгә бик уңайһыҙ булыр ине. Шуның өсөн беҙ бик шатбыҙ һәм артабан да шундай саралар үтеп торһон, тигән теләктә ҡалабыҙ”.
Сара аҙағында командалар грамоталар һәм бүләктәр менән билдәләнде, еңеүсе командаға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының күсмә кубогы тапшырылды.