0 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
7 Декабрь 2021, 18:05

"ТУҒАН ТЕЛ ҒАИЛӘНӘН БАШЛАНА"

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ярҙамында бик шәп проект тормошҡа ашырылды. Авторҙары -

"ТУҒАН ТЕЛ ҒАИЛӘНӘН БАШЛАНА"
"ТУҒАН ТЕЛ ҒАИЛӘНӘН БАШЛАНА"

Мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә бирелгән Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты сиктәрендә бер төркөм ижадсылар ҡыҫҡа видеояҙмалар өҫтөндә эшләне. Проект Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ярҙамында тормошҡа ашырылды. Авторҙары – Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев, “Сируси”, “Кластан тыш дәрес”, “Өс хат” исемле киң танылған фильмдар режиссеры Руслан Юлтаев һәм театрҙың әҙәбиәт бүлегенең баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динара Ҡәйүмова. Видеояҙмаларҙа актерҙар Миңзәлә Хәйруллина, Илсур Байымов, Хөрмәтулла Үтәшев, Артур Ҡунаҡбаев, Руслан Ғәлимов, Милена Сираева, Зиләрә Юлтаева, Алһыу Бәхтиева, Ирада Ҡадырова, Айнур Ғәбитов, Лилиә Сәғитова, Илүзә Итекәйева, актер балалары – Гүзәлиә Ғәлимова, Әмир Ишаев, Айлина Ҡәйүмова һәм шағирә Лариса Абдуллина ҡатнашты.

Һүҙ – ҡатнашыусыларға:

Алһыу Бәхтиева, Башҡортостандың халыҡ артисы: “Беҙҙең быуын кешеләре башҡорт телен тәрәндән өйрәнеп үҫтек, мәктәптә лә дәрестәр башҡорт телендә барҙы. Әлеге мәлдә туған телебеҙ һаҡлап алып ҡалыуға мохтаж, сөнки балаларыбыҙ аралашмай туған телебеҙҙә. Ата-әсәһе башҡорттар булһалар ҙа, әммә балалары телде белмәйҙәр. Шуға күрә өйҙә нисек һөйләшәһең, балаңа ла шул күсә. Әйтәйек, аяҡ кейеме кейгәндә, ҡул йыуғанда, сәй эскән ваҡытта “Ҡулыңды йыу”, “Урыныңды йыйыштыр”, “Әйҙә, киттек”, “Ашайһыңмы-эсәһеңме” – тип балаға өндәшһәң, ошо көндәлек аралашыу баланың күңеленә орлоҡ һала. Шулай уҡ, мәҫәлән, башҡортса йырҙарҙы, телевизорҙан үҙ телебеҙҙә барған тапшырыуҙарҙы тыңлағылары киләме-юҡмы, барыбер ҙә өйҙә башҡортса тапшырыуҙар булырға тейеш. Театрҙа башҡортса спектаклдәргә йөрөтөргә кәрәк, ғөмүмән, башҡорт мәҙәни мөхите булған сараларға ҡатнаштырырға тырышырға кәрәк. Бөтә тәрбиәнең башы – ғаиләлә. Өй эсендә әгәр ҙә беҙ башҡортса  һөйләшәбеҙ икән – тимәк, барыбер бала үҙ телен үҙләштерәсәк”.

Зиләрә Юлтаева: “Был социаль видеояҙмалар мәҙәниәт министрлығы менән берлектә, туған  телде һаҡлау, уны пропогандалау, балаларыбыҙға телебеҙгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатынан сығып төшөрөлә.  Был проекттарҙағы видеояҙмалар араһында шәхсән минең менән булған хәл дә бар, "маршрутка" тип атала ул. Әлеге ваҡытта эшләгән эшебеҙҙе бик кәрәкле һәм  мөһим эш тип һанайым, замандаштарыбыҙ, киләһе быуын да беҙгә ҡарап фәһем алһын һәм, әлбиттә, беҙҙең ошо идеяларҙы дауам итеүселәр табылыр, тип ышанам. Теле, мәҙәниәте, үҙ ҡарашы, характеры, ғөрөф-ғәҙәттәре, тарихҡа барып тоташҡан, төплө тамыры булмаған халыҡ милләт була алмай. Шуға ла беҙ көслө халыҡҡа хас ошо һыҙаттарҙы һаҡлап, яҡлап, балаларҙа ла һөйөү уятып, туған телде һаҡлау өсөн бар көсөбөҙҙө һалырға тейешбеҙ. Үҙ мәлендә күпме ҡан түгелгән, күпме көс сарыф ителгән азатлыҡ өсөн, беҙҙең яҡты киләсәк булһын өсөн. Шуға ошо, ата-бабаларыбыҙ мираҫын - туған телебеҙҙе - Ер йөҙөнән юҡ итеү хата булыр. Беҙҙең телебеҙ шул тиклем матур, йыр кеүек, ундай тел башҡа бер ерҙә лә юҡ, ҡәҙерен беләйек.

Милена Сираева: “Балаларыбыҙ туған телен белергә тейеш. Үҫкәс,  улар Мәскәүгәме, сит илдәргәме уҡырға барырҙар, уларҙан: “Кем һин, ниндәй милләттән, туған телеңде беләһеңме” – тип һораһалар, ә улар туған телен белмәһәләр, шул саҡта ҡайһылай оят буласаҡ. Балалар араһында башҡорт телендә һөйләшеү модаға инһен ине, шундай моңло, бай беҙҙең телебеҙ. Ә беҙ, ата-әсәләр, мөмкин тиклем уларға өлгө күрһәтергә тейешбеҙ, баланың теле үҙенең туған телендә асылырға тейеш. Шул ваҡытта ғына уға башҡа телдәрҙе өйрәнеүе еңел буласаҡ, аҡыллыраҡ, бер башҡа юғарыраҡ булып үҫә. Ә телде өйрәнеү ғаиләнән башлана”.

“Туған тел ғаиләнән башлана” видеояҙмалары яҡын арала телевидениела һәм социаль селтәрҙәрҙә урын аласаҡ.

Автор:
Читайте нас