

Мин белгән, уҡымайса ла төплө аҡыл, мәрхәмәтле ҙур йөрәк йөрөткән һирәк кенә кешеләрҙең береһе ул Нәсимә апай. Ул башҡарған эштәр, ул ойошторған байрамдар һәм ҙур күләмле сараларҙы мин дипломлы белгестәрҙә лә бик һирәк күрәм.
Әбеш ауылы мәҙәниәт йорто директоры булып 25 йылға яҡын эшләү дәүерендә бихисап күп матур, тәрбиәүи, әһәмиәтле саралар үткәрҙе Нәсимә Ғөбәйҙулла ҡыҙы. Кешеләрҙе тыңлата, ойоштора белеү һәләте көслө булған етәксенең үтенесен кире ҡаҡҡан кеше бик һирәк. Ауыл мәҙәниәт йорто тау башында ултырыуға ҡарамаҫтан, байрамдарға әҙерлек ваҡытында йәше-ҡарты, яҙын-көҙөн һыу кисеп, ҡыш ҡар йырып Нәсимә Ғөбәйҙулла ҡыҙы көткән мәҙәниәт йортона репетицияға ағылалар. Ярай, беҙ йәшерәк быуын, дәрт-дарман ташып тора, ә оло инәйҙәр, бабайҙарҙы ниндәй көс ул тау башына йөрөтәлер, хайран булам. Күҙенә операция яһатып ҡайтҡан Әминева Гөлнур инәй, кешенән ҡалмайым тип, ыжғыр буранда күҙенә ҙур мотоциклистар күҙлеге кейеп булһа ла килеп сыҡҡан ине. Бына шундай ылыҡтырыу, тартыу көсөнә эйә мәҙәниәт усағы ул эшләгән осорҙа. Урам-ара, нәҫел-ара, ауыл-ара ярыштар һәм бәйгеләр, ауыл биләмәһендәге бөтә ойошмалар йәлеп ителгән бар халыҡты туплаған байрамдарҙы бик күп үткәрә. Хеҙмәт кешеләрен ололау, оҙаҡ йәшәгән ғаилә парҙарын ҡотлау кеүек тәрбиәүи әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур булған, йөрәктең иң нескә ҡылдарын сыңлатҡан байрамдар өсөн Нәсимә апайға бик рәхмәтле Әбештәр.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА