+10 °С
Дождь
Еңеүгә - 80 йыл
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
24 Ноября 2021, 06:07

"Тамаша"ның 6-сы - декабрь һанын баҫмаға әҙерләйбеҙ

Журналға яҙылырға онотмағыҙ, дуҫтар "Тамаша"ға яҙылыу хаҡы ни бары 353 һум ғынаӘлегә, ҡыҙыҡлы мәҡәләнән өҙөк -

«Ижад – ул иң юғары хеҙмәт,

илаһилыҡ, нескә күңеллеләр, тәрән хислеләр даирәһе»

Скрипка хатта тын торғанда ла ниндәйҙер илаһи ауаз бирә... Ә хисле йөрәк һәм тилбер, оҫта ҡулдарҙа ул уйнай, йырлай, һөйләй, илай ҙа, – ти бөгөнгө әңгәмәсем, был илаһи музыка ҡоралы менән биш йәшенән үк дуҫлашҡан виртуоз скрипкасы Илшат Мөслимов. Скрипкасы – ифрат яуаплы, ҡатмарлы һөнәр. Көй ҡоралдарының батшаһы тиҙәр уны. Һирәктәр генә йөрьәт итә алырлыҡ көй сығанағын ауыҙлыҡлар өсөн батыр йөрәк, затлы холоҡ, оһоллоҡ, ырыҫлылыҡ, сабырлыҡ ҡиммәттәре кәрәктер. Бәлки шуғалыр ҙа музыкант менән әңгәмә барышында мин асыҡларға теләгән һорауҙар бик күп ине:

Илшат, скрипкасы булыуы ауырмы? Ғөмүмән, скрипкасы ул профессиямы (һөнәрме) әллә башҡа төрлө аңлатма бирер инеңме? Күңел биреп эшләгән эштең ауырлығы тойолмай. Ғөмүмән, бер ваҡытта ла ауыр тип ҡул ҡаушырырға, төшөнкөлөккә бирелергә ярамай. Скрипка – һөнәрем генә булыуҙан тыш, минең миссиям, асылым, был донъяла тәғәйенләнешем, күңел торошом, тәбиғи булмышым...

Һөнәреңдең һәр кем күрә, аңлай алмаған ниндәй нескәлектәре бар?

– Музыка – үҙе бер донъя, ғаләм. Уны мин ожмах менән тиңләйем. Хистәр, эмоциялар ожмахы... Музыка телен һәр кеше үҙенсә аңлай, үҙенсә ҡабул итә. Һәр бер һөнәрҙең дә үҙенсәлеге булған кеүек, минең һөнәремде лә кешеләр үҙҙәренең аң торошо, тойоу нескәлеге, рухи әҙерлегенә ҡарап ҡабул итәлер... Яратҡаны ла, аңлай алмағаны ла барҙыр. Ижад – ул иң юғары хеҙмәт, илаһилыҡ, нескә күңеллеләр, тәрән хислеләр даирәһе.

Һиндә был музыка ҡоралына һөйөү ҡайҙан килә? Скрипкасы булырға кем йүнәлтте? – тип һорауыма Илшат балаларса хәйләһеҙ, бер ҡатлылыҡ менән яуаплап, киң йылмайып:

– Скрипканы шунда уҡ яраттым тип әйтә алмайым, мин бит ултырып сыҙай торған бала түгел инем, шуға ла уға өйрәнеп китеүе анһат ҡына булманы. Ә шулай ҙа, миңә дөрөҫ йүнәлеш биреүсе инәйемә, шуҡ ҡылыҡтарыма ҡарамай, төплө белем биреүсе уҡытыусыларыма рәхмәтлемен.

Шаянлығы, шуҡлығы күҙҙәренән ташып түгелеп торған 5 йәшлек кескәй Илшатты әсәһе Розалия апай Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбенә етәкләп алып килә. Тәүге барғандарында, бәлки, һуңлап килгәнгәлер, уларға аныҡ ҡына яуап бирмәйҙәр. Балалар һаны тулған, мәктәпкә эләгеү мөмкинлеге бик самалы тигән һүҙҙәр менән кире боралар. Күңелһеҙ генә сығып барған әсәй менән кескәй улдың юлында шул мәл оло ғына, сал сәсле ир кеше осрай. Осрай ғына түгел, туҡтатып хәл-әхүәлдәрен һораша, унан инде Илшаттың ҡулдарын усына алып: «Һеҙ дөрөҫ тойомлағанһығыҙ, бер ниндәй ҙә икеләнеү булыуы мөмкин түгел! Был баланың нескә оҙон бармаҡтары уның тыумыштан скрипкасы икәнлеге хаҡында һөйләй, мотлаҡ бында уҡырға тейешһегеҙ!» –ти. Бына шулай итеп моң иленә илтеүсе тәүге аҙымдар, тырышлыҡ менән һуҡмаҡ һалыуҙан башлана. Ә инде 7 йәше тулып, дөйөм мәктәптә уҡый башлағас (Өфө, Тукай урамы, 14-се мәктәп) уның һәләте икенсе юҫыҡта асылыу мөмкинлеге тыуа. Баҡтиһәң, математик фекерләүе көслө булып сыға үҫмерҙең. Яңы фатир алып, икенсе мәктәпкә күсеү ихтыяжы килеп тыуғас, математика уҡытыусыһы Илшатты алып китмәүҙәрен үтенеп һорай: «Ул бит буласаҡ гениаль математик! Зинһар, мәктәптән алмағыҙ! Уның кеүек отҡор, математик һәләтле балалар һирәк!» – тигән баһа бирә. Бына шундай һәләтле балаға төрлө юлдар ҙа асыҡ була, әммә ғаиләһе Илшатты музыка буйынса үҫтерергә ҡарар итә.

Бала саҡ – ҡолон саҡ, уҡытыусылары Илшаттың шуҡлыҡтарын әле лә хәтерләй. Уҡыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары әйтеүенсә:

– Илшат мәктәптә саҡта – мәктәп ҡурҡыныс аҫтында! Уның артынан күҙ эйәрмәй! Мәктәптең икенсе ҡатындағы асыҡ тәҙрәнән сығып, тәҙрә төбөндә үҫеп ултырған ағас буйлап шыуып төшөп, беҙ аһ-уһ иткәнсе ул ишектән килеп инеп, бер ни булмағандай парта артында ултыра!

Шуҡлығы Илшатты өлкән кластарҙа уҡығанда ла ташламай. Ташып торған энергияны файҙаланыу, йүгәнләү кәрәк бит – ул футбол менән шөғөлләнә башлай. Сәғәттәр буйына бер урында тороп скрипкала уйнау нескәлектәрен өйрәнеү өсөн күпме ихтыяр көсө, үҙ-үҙең өҫтөңдә эшләү кәрәк. Хәрәкәт талап иткән йәш организмды, тыйыуға буйһонмаған темпераментты ҡәнәғәтләндергән футбол ныҡышмал скрипкасы өсөн хобби ғына түгел, ә күпкә мөһимерәк шөғөлгә әйләнә. Бик шәп футболист ул, баш ҡалабыҙҙың спорт данын арттырып көслө футбол командалары составында уйнай. «Скрипкасы булмаһам, фәҡәт футболсы булыр инем», – ти виртуоз скрипкасы. Илшаттан профессиональ футболсы ла сығыр ине, әлбиттә, әммә нәҫелдән-нәҫелгә тапшырыла килгән мираҫ – ижадҡа һөйөү, тәрән фекерләй белеү, интеллектуаль гендарҙың көслөлөгө, моңдо күңел һалып тоя белеү, үҙ-үҙен үҫтерергә ынтылған кешеләргә генә хас күңел торошо уны сәнғәт юлынан әйҙәй. 8-се класта уҡыған сағында ул скрипка буйынса беренсе ҙур уңыштарға, республика конкурсы дипломына лайыҡ була.

Миләүшә ҠЫҘРАСОВА.

Ҡыҙыҡлы мәҡәләне тулы килеш декабрь һанында уҡырһығыҙ.

"Тамаша"ның 6-сы - декабрь һанын баҫмаға әҙерләйбеҙ
"Тамаша"ның 6-сы - декабрь һанын баҫмаға әҙерләйбеҙ
Автор:
Читайте нас