Йырҙарымда ҡыуаныс табам
Башҡорт халыҡ йырҙары, романстар, башҡорт, татар, рус, сит ил композиторҙарының ариялары, эстрада йырҙары, таҡмаҡтар – ошоларҙың барыһын да оҫта, уңышлы башҡарыусы йырсылар бик һирәк. Сәйҙә Ильясова – шундайҙарҙан. Ә бит, уның тәүге һөнәре уҡытыусы-биолог. Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында тәрбиәсе булып эшләп йөрөгәндә ижадташ дуҫы Роберт Юлдашев уға сәнғәт институтына йырсыға уҡырға барырға кәңәш итә. Моң донъяһында солғанып үҫкән ҡыҙ был кәңәште юғарынан килгән билдә итепме, документтарын институтҡа тапшырырға була һәм барлыҡ һынауҙарҙы ла уңышлы үтә. Уҡытыусыһы – бала сағында йырҙарын ҡабатлап йырлаған Флүрә Килдейәрова була. 1997 йылда институтты тамамлап, Башҡорт дәүләт филармонияһында эш башлай. Бөгөнгө көндә Сәйҙә Ғәли ҡыҙы билдәле йырсы ғына түгел, ҡыҙыҡлы, эстәлекле тамашалар әҙерләгән һәләтле режиссер ҙа, сит өлкәләрҙә оҫталыҡ дәрестәре алып барған уҡытыусы ла, ә репертуарында уның биш йөҙҙән ашыу йыр иҫәпләнә.
Мәҡәләне тулы килеш 6-сы, декабрь һанында уҡырһығыҙ, дуҫтар. "Тамаша"ға яҙылыу хаҡы ни бары 353 һум ғына.