Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театры артисы Әлфирә Ғәлләмова хозур тәбиғәтле Бөрйән районында Рәшиҙә менән Хәләф Ғәлләмовтар ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә. Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерҙар бүлеген тамамлаған труппа яңы асылған Милли йәштәр театры өсөн махсуслаша, шуға күрә ҡулдарына диплом алған ҡыҙ һәм егеттәрҙең күбеһе Өфөлә хеҙмәт юлын башлай. Улар араһында Әлфирә лә була, әммә 1992 йылда ғаилә сәбәптәре арҡаһында Сибай театрына эшкә килә.
Бала саҡтан бейегән, төрлө спектаклдәрҙә уйнаған Әлфирә тиңдәштәре кеүек артист булырға хыялланмай. Әсәһе яғынан уҡытыусылар династияһы уға йоғонто яһаһа ла, оҙаҡ йылдар райкомда эшләгән атаһы ҡыҙының табип булыуын теләй. Әммә тормошта осраҡлы хәлдәр – көтмәгәндә һинең яҙмышыңа эҙен һалырлыҡ хәл-ваҡиға йә иһә осрашыу була. Әлфирә Хәләф ҡыҙы ла, һис уйламағанда бер таныш ҡыҙыҡайға эйәреп, документтарын сәнғәт институтына тапшыра.
– Имтихандарға бөтөнләй әҙер түгелмен, хатта этюдтың нимә икәнен дә белмәйем. Уҡырға теләүселәр бик күп, бер урынға 15-әр кеше дәғүә итә. Аҡса янсығын юғалтҡан кеше образын һынландырырға ҡуштылар. Үҙемсә эшләп күрһәткән булдым. Аҙаҡ исемлектә исем-фамилиямды күреп аптыраным, башҡалар ҡыуана, ә мин – юҡ. Иң ҡыйыны – мине эйәртеп килтергән танышым үтә алманы, уның күҙенә лә тура ҡарай алманым… – ти әңгәмәсем.
Бөгөн студент йылдарын бик һағынып телгә ала ул. Уҡытыусылары Ғабдулла Ғиләжев, Тамара Хоҙайбирҙина, Ирина Филиппова, Александр Дыба, Олег Ханов кеүек арҙаҡлы шәхестәрҙән һабаҡ алыу бәхетенә эйә була. Әле лә мең рәхмәтле уларға. Икенсенән, Әлфирә Ғәлләмова уҡыған төркөм көслө, берҙәм булыуы менән студент йылдарында уҡ айырылып тора. Ошо дуҫлыҡ әле лә дауам итә: һабаҡташтары менән әле булһа аралашып, бер-береһенең ижадтарын күҙәтеп, үҙ баһаларын, фекерҙәрен әйтеп баралар. Ул Башҡортостандың халыҡ артистары Фирҙәт Ғәлиев, Иҙрис Кәлимуллин, Илсур Хәбиров, Зифа Дәүләтбаева, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Земфира Хөсәйенова, Альберт Шәйхетдинов менән бер курста уҡыған, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғаяз Алтыншин менән бер класта белем алған.
Халыҡсан Сибай театрында Әлфирә Ғәлләмованың тәүге роле режиссер Дамир Ғәлимов сәхнәләштергән “Һөйәһеңме-һөймәйһеңме?” (Ф. Бүләков) әҫәрендә йәш Фатима була. Артабан Гөлшат Әхмәтҡужинаның “Абыстай” драмаһында – Мария-Мәйсәрә, Әминә Яхинаның “Ҡайырылмаһын ҡанаттар!” драмаһында – Нәзирә, Таңсулпан Ғарипованың “Китмәгеҙ, торналар!”ында Бибизада ҡарсыҡ һәм башҡа тиҫтәләрсә образды бар күңелен һалып башҡара. Геройымдың һәр роле тамашасы күңеленә барып етә, сөнки унда яһалмалылыҡ юҡ, ул образдарына күңелен һалып сәхнәгә сығара.
Һуңғы йылдарҙа Әлфирә Ғәлләмова Азат Нәҙерғолов сәхнәләштергән “Тере тупраҡ” (Ишмулла Дилмөхәмәтов) драмаһында – Ҡуйһылыу, Ярослав Пулиновичтың “Һағыштарым тулы ғазаптарым”да – Изабелла Тулякова, Шәүрә Шәкүрованың “Зәңгәр томандар артында” Алла Аркадьевна образдарын сәхнәгә сығарып, үҙен киң амплуалы артистка булараҡ яңынан асты. Шуныһы үкенесле, Сибай театры былтыр бик оло юғалтыу кисерҙе, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Марс Итбаев менән Арсен Шәйхисламовты юғалтты. Икеһе лә Әлфирә Ғәлләмованың сәхнәлә уйнаған партнерҙары ине, шуға күрә улар ижад иткән бер нисә спектакль сәхнәгә сыға алмай туҡтап ҡалды. “Шул тиклем үкенесле һәм ҡыйын. Бынамын тигән егеттәр, аҫыл ир-азаматтар, ышаныслы партнерҙарым, сәхнәләш дуҫтарым китте. Әле булһа ышана алмайым уларҙың юҡлығына”, – ти әңгәмәсем.
Нисек кенә ауыр булмаһын, сәхнә кешеһе тамашасыһы алдына баҫырға тейеш. Әлфирә Ғәлләмованың да төп асылы үҙен үҙе тоҡандырып, балҡытып йәшәй алыуында. Ниндәй генә ауырлыҡ осраһа ла, ул үҙендә ниндәйҙер көс-ҡөҙрәт таба. Ул бер хәҡиҡәтте яҡшы аңлай: ауырлыҡтарҙы үткәрә алыу аҙаҡ татлы, балҡышлы бәхет килтерә. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлфирә Ғәлләмова тормошта ла балҡып йәшәй, яҡындарына йылылыҡ һәм нур өләшә, тамашасыларына һөйөү тарата.
Кәримә УСМАНОВА