Ләйсән КӘРИМОВА: “ИҢ ТӘҮГЕ ТАМАШАСЫЛАРЫМ – БАЛАЛАРЫМ, ИҢ ТОҒРО ФАНАТЫМ – ИРЕМ”
Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актрисаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ләйсән КӘРИМОВА үҙенең матур юбилейын билдәләй. Ошо матур сәбәп айҡанлы актрисаға бер-нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
- Ләйсән Ғәбделбарый ҡыҙы, яңылышмаһам, һеҙ театр донъяһындағы хеҙмәт юлығыҙҙы тап әлеге театрҙа башланығыҙ.
- Эйе. 18 йәшлек кенә ябай ауыл ҡыҙы, һис уйламағанда, профессиональ театрға аяҡ баҫтым. Был театрға мин ул саҡта осраҡлы ғына килеп эләккәйнем. Стәрлетамаҡта ойошторолоп ятҡан башҡорт драма театрына режиссер ярҙамсыһы кәрәк икәнлеген ишетеү менән, ике лә уйлап тормай, театрға йүгерҙем. Театрҙың баш режиссеры Гөлдәр Мозафар ҡыҙы ҡаҙаҡ драматургы Дулат Исабековтың “Көтөр кешем бар минең” тип аталған әҫәре буйынса тәүге спектаклде әҙерләй ине. Тәүге ролемде ошонда уйнаным. Бер генә ролде уйнаным да Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға индем. Уҡып бөткәс, Салауат театрына эшкә саҡырҙылар. Унда йәш артистар етешмәй, хатта отпускыға китә алмай эшләйбеҙ. Ошо йылдарҙа өс тиҫтәгә яҡын образ ижад иттем. Күбеһенсә, трагик, драматик ролдәрҙе бирәләр ине. Шулай итеп, ун ете йыл Салауат театрында эшләргә тура килде.
- Белеүемсә, һеҙ Стәрлетамаҡ театрына 2010-сы йылдарҙа килдегеҙ. Һәм үҙегеҙҙе төрлө амплуала уйнаған киң диапазонлы актриса итеп таныттығыҙ. Быны һеҙҙең башҡарған ролдәргә ҡарап әйтергә була. Һеҙ башҡарған комедия ролдәрен ҡарап һын ҡатырлыҡ! Мәҫәлән, Наил Ғәйетбайҙың Азат Йыһаншин сәхнәләштергән “Күңелле йәшәйбеҙ”ендәге Гөлсирә ролен алайыҡ. 1-се актта нәзәкәтле, наҙлы ҡатын спектаклдең 2-се актында шул уҡ Гөлсирә ир кеше - министр булып кейенә. Йәнәһе, уның Гөлсирә икәнен танымаһындар, ә йәнә бер персонаж итеп күрһәтергә теләй. Ошо образ бик уңышлы килеп сыҡты. Ҡойоп ҡуйған “министр” килде лә сыҡты!
- Башта килештереп булмай ҙа ҡуя, талапсан режиссер Азат Надир улы шундай шарт ҡуйҙы: үҙеңә тапшырылған ролде еренә еткерергә тейешһең. Артист бит ул образды эштә генә ижад итмәй. Шуға ла уны бала һымаҡ күрәһең (тыуҙыраһың). Ул бала һиндә етешеп килеп тыуырға тейеш Һәр ваҡыт тәүге тамашасыларым – балаларым булды. Был образды ижад иткәндә лә шулай. Иремдең костюмын кейеп уйнаным (көлә).
- Шулай ҙа иң яратып уйнаған ролдәрегеҙ ҙә барҙыр?
- Флорид Бүләковтың “Таштуғай” пьесаһы буйынса Вәзих Сәйфуллин ҡуйған спектаклдә төп ролде –
телһеҙ ҡыҙ бала Әлиәне уйнаным. Иң тәүге һәм яратҡан ролем бик уңышлы килеп сыҡты. Әйткәндәй, Вәзих Кашаф улы Мәскәүҙә уҡыған, атаҡлы режиссер Г.А.Товстоноговтың уҡыусыһы. Талантлы режиссерҙар ҡулына эләгеүем менән бәхетлемен. Әлеге йәштәргә лә шуны теләйем – һәйбәт режиссерҙар ҡулына эләкһендәр. Сәхнәләге яҙмышың да режиссерҙан тора, ә сәхнәгә яңы ғына аяҡ баҫҡан йәштәр өсөн ул бик мөһим.
- Баязит Бикбайҙың “Ҡоҙаса”һында күмәк сәхнәлә булыуға ҡарамаҫтан, бәләкәй генә ролде лә сағыу итеп күрһәтә белеүегеҙ һоҡландыра. Ләйсән Кәримова тыуҙырған образ ҡыҙ-ҡырҡын араһында нәзәкәтлелеге, килешлелеге менән әллә ҡайҙан айырылып тора...
Был – минең мииссиям. Ролем бәләкәйме ул, ҙурмы – еренә еткереп уйнарға тейешмен. Бәләкәй генә ролде лә ҙур итеп ҡабул итә белергә кәрәк. Режиссер йүнәлеш бирә, ә ҡалғанын инде үҙең эшләйһең. Спартак Ильясовтың “Биғылый” повесы буйынса Айрат Абушахманов ҡуйған спектаклдә өс ролде башҡарам: һалдаттарҙы немец теленә өйрәтеүсе немец теле уҡытыусыһы; икенсе ролем – канцлагерға эләккән ҡатын; өсөнсө ролем – урыҫ ҡатыны Фекла.
Ғөмүмән, актер булыу өсөн бик күп уҡырға, эҙләнергә кәрәк. Әйткәндәй, йәнә бер һөнәрем артты: бына икенсе йыл инде сәнғәт колледжы студенттарын сәхнә теленән уҡытам.
Салауат театрында эшләгәндә Илдар Вәлиевтың күп спектаклдәрендә уйнарға тура килде. Яратып уйнаған сағыу ролдәремдең береһе – Гарсиа Лорканың “Ах, Сапатера, Сапатера”һындағы Сапатера ролен тамашасы бик йылы ҡабул итте.
Айҙар Зарипов ҡуйған “ХХI быуат чумаһы”нда наркомандың әсәһен уйнаным. Һәр ролде йөрәк аша үткәрмәй тороп, тамашасы йөрәгенә үтеп булмай.
Дауамын "Тамаша" журналының 6-сы, декабрь һанында уҡырһығыҙ, дуҫтар.