+3 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
30 Сентябрь 2021, 14:15

Актерҙың яҙмышы – режиссер ҡулында:

Әгәр мөмкинлегең булһа, Гөлфиә Рафиҡова режиссерҙан йылына нисә роль уйнарға һорар ине икән - 

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлфиә Рафиҡова: 

– Артистар бер ваҡытта ла «ҡуй», тимәйҙәр инде. Күпме роль бирһәләр ҙә уйнарҙар… Әлеге булған тәжрибәмә таянып, моғайын, йылына төплө генә бер роль һәм дә бер-ике бәләкәй ролдә, йә иһә күмәк сәхнәләрҙә сыҡһам – миңә шул етер ине, тип уйлайым. Сөнки яңы роль сығарыу ҙур хеҙмәт, тырышлыҡ талап итә, артистарҙың физик һәм эмоциональ яҡтан да мөмкинлектәрен иҫәпкә алырға кәрәк. Яңы ролдәр сығарыуҙан тыш ағымдағы репертуарҙа барған спектаклдәрҙә лә уйнайбыҙ бит.

Актерҙың яҙмышы – режиссер ҡулында:
Актерҙың яҙмышы – режиссер ҡулында:
Автор:
Читайте нас: