«Әсәйем», «Атайыма йыр», «Әсәйҙәргә ауыр һүҙ әйтмәгеҙ», «Атай йорто», «Минең әсәй гөл ярата ине», «Кисер мине, әсәй, ғәфү ит», «Мәңгелек мөхәббәт» кеүек йырҙары – ижадының сағыу биттәре. Уларҙан хатта айырым бер йыйынтыҡ төҙөрлөк. Тамашасыларҙы һиҫкендереп ебәреү, уйландырыу, мәңгелек хәҡиҡәттәрҙе иҫкә төшөрөү көсөнә эйә бит йырҙар.
1982 йылдың ҡара көҙөндә Рим Хәсәнов ижадташ дуҫы, яҙыусы Рәсих Ханнанов менән һөйләшеп, хәтирәләргә бирелеп ултыра. Ике ай элек кенә Рим Мәхмүтовичтың әсәһе, ҡапыл ауырып, гүр эйәһе булған, ҡайғыһының баҫылып өлгөрмәгән сағы.
- Минең әсәй гөл ярата ине, - тип хәтер ебен һүтә башлай Рим ағай.
…Йәмле йәй көндәрендә тәүге йәйғорҙоң бөтә төҫтәрен балҡытып, ҡуйы йәшеллеккә күмелгән өй эргәһендә шау сәскәле гөл баҡсаһы иҫенә төшә. Наҙлы йомшаҡ бәрхәт гөлдәре, көләс йөҙлө астралар, таждар араһынан ялтыраған ҡояшты хәтерләткән эре-эре баҡса ромашкалары…
Бәләкәй генә Рим сәскәләргә йүгереп инеп юғала ла, гөлдәрҙең хуш еҫле туҙаны танауын ҡытыҡлауға рәхәтләнә. Көн кисләп бара. Ҡояш, һуңғы нурҙарын ергә йәлләмәй һирпеп, сәскәләр менән иртәнгә тиклем хушлашҡандай, уларҙы һаҡ ҡына һыйпап үтә. Урамға ла, баҡсаға ла оҙон күләгәләр ята.
Өй алдында әсәһе күренә. Ул малайын эҙләп саҡыра башлай. Ә Римдең сәскәләр араһынан һис тә сыҡҡыһы килмәй, әсәһен ипләп кенә күҙәтеп ултыра. Ниндәй уңған, һылыу, көләс йөҙлө уның әсәһе! Арыу-талыу белмәй, һәр эште йырлап башҡара. Был һоҡланғыс гөлбостан эсендә үҙе бер нәфис сәскә кеүек. Исеме лә ҡайһылай килешеп, ҡыңғырауҙай сыңлап тора – Гөлзөһрә!
Әсәһе менән атаһы баҡсалағы эскәмйәгә сығып ултыра. Атаһының ҡулында скрипканың нәзәкәтле муйыны ялтырап ҡала. Нескә ҡылдарға һыҙғыстың һаҡ ҡына ҡағылыуы була – тирә-яҡҡа сихри моң тарала. Һыҙылып ҡына сыҡҡан көйгә әсәһенең шишмәләй саф тауышы ҡушыла.
Һандуғастар ҡунып ҡайҙа һайрай?
Сарман буйҙарында тирәктә.
Һиңә булған йәшлек мөхәббәтем
Үрелеп сәскә ата йөрәктә.
Сәскәләр араһында ултырған Рим, донъяһын онотоп, йотлоғоп тыңлай был йырҙы. Гөл баҡсаһының гүзәллеге, әсәһе башҡарған йыр – барыһы ла бергә ҡушылып, ғәжәп камиллыҡ тыуҙыра. Бала саҡта ғына булған донъя бөтөнлөгө тойғоһо! Илаһи сәнғәт тураһында хыял бәләкәс йөрәккә шул саҡта моңло һандуғас булып килеп ҡунғандыр ахыры.
Гөлзөһрә Ҡыҙыл Ярҙағы мәҙрәсәлә уҡып, динсел булып үҫә. Тормошҡа сыҡҡас, ғүмерен ғаиләһенә, балаларына бағышлай. Ҡыҙҙары Роза, Хәҙисә, улы Римгә лә биш йәшенән үк Ҡөрьәнде уҡып, ғәрәп яҙыуын, доғалар өйрәтә. Әсәһе көйләгән мөнәжәттәр бала күңеленә ғүмерлеккә һеңеп ҡала. Шул уҡ ваҡытта замандың аяуһыҙлығын һис иҫенән сығармаған әсә: «Балам, белгәнеңде кешеләргә һөйләй күрмә», - тип киҫәтеп ҡуйыр булған.
Әсәһе һөйләгән тарих-риүәйәттәр йылдар үткәс улы ижад иткән музыкаль әҫәрҙәргә нигеҙ була. Мәҫәлән, ҡасандыр әсәһе таныштырған «Сибай» йыры – башҡорт симфоник поэмаһына һалына, һәм был әҫәр Мәскәүҙә башҡарылып, мәшһүр Рәсәй композиторы Родион Щедриндың юғары баһаһына лайыҡ була.
- Әсәйемдең мөнәжәттәр башҡарыуы, гөл баҡсаһыда скрипка, мандолинаға ҡушылып йырлауы әлегеләй күҙ алдымда...
...Римдең һөйләүе ыңғайына Рәсих Ханнанов ҡулына ҡәләм алып, яҙа башлай.
Минең әсәй гөл ярата ине,
Матур ине уның күңеле...
Бер аҙнанан Рим Хәсәнов шағирға буласаҡ йыр өсөн көй эскиздары тотоп килә. Шулай итеп, ике ижадсы илһамланып ижад итә. Әсәһен яңы ғына юғалтҡан композиторҙың яраһы әле уңалмаған булһа ла, йыр ҡайғылы түгел, әсәһенең сырайы кеүек яҡты, көйө уның тауышы кеүек яғымлы килеп сыға.
Әсәһенең яҡты иҫтәлегенә арналған был йырҙы Рим ағай бер аҙҙан атаһына йырлап ишеттәре.
- Атай тыңланы ла шундуҡ сығып китте. Ул күңел йомшаҡлығын күрһәтеп бармай торғайны шул...
... Ә йыр, күптән халыҡ һөйөүен яулап, йәшәүен дауам итә.
Минең әсәй гөл ярата ине,
Изге ине уның күңеле.
Беҙҙең йөрәктәргә күсеп ҡалды
Сәскә атыр өсөн һәр гөлө.
Шағир Рәсих Ханнановтың тәү ҡарашҡа ябай күренгән шиғри юлдарында ҙур мәғәнә ята. Был йырҙы уның әсәһенә лә, донъялағы бөтә әсәләргә лә бағышлау тип ҡабул итергә мөмкин.
Ләйлә Аралбаева, 2004 йыл.