"Бер нәмә лә, бер кемгә лә, бер ҡасан да тигеҙ бирелмәй. Ә үҙем хаҡында шуны ғына әйтә алам - иҫ белгәндән башлап әлегә тиклем, донъяны нисек ҡабул иткәнмен, шуларҙан алынған хис-тойғо һәм фекер төйнәлмәһен генә сағылдырам. Нисек бармын - шулаймын, был нәҫелдән күрәһең!"
Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров менән асыҡ әңгәмә.
- Һайлаған һөнәрегеҙ һеҙҙең өсөн нимә ул?
- Тәүҙә шуны әйтергә кәрәк - был һөнәргә лә мин аңлы рәүештә килдем! Бала сағымдан уҡ самолетта сикһеҙ киңлектәрҙә тәү тапҡыр осҡан кешеләй талпыныу, күңелдә гелән ниндәйҙер туҡтауһыҙ елкенеү йөрөнө. Ҡыйыуһыҙлығым, оялсанлығым кәртә булыуына ҡарамаҫтан ошо эске көс, мине кәрәк яҡҡа үҙе йүнәлткәндәй ине! Ул саҡтағы әленән-әле тыуып торған етди ҡаршылыҡтарҙы үтеү мөмкин дә булмаҫ инее, юғиһә. Ғәжәп серле ине минең өсөн ул ваҡытта сәнғәт донъяһы! Тегенән-бынан "ҡулға төшөргән" буклеттар, гәзит мәҡәләләрен йыйып, мөғжизәле һөнәр эйәләренең фотоларына һоҡланып ҡарап ултыра инем. Радиопостановкалар тыңларға, ауылға гастролгә килгән барлыҡ тамашаларҙы мөмкин тиклем күреп ҡалырға тырышһам да, һыуһыным ҡанманы, мин яҡынайған һайын театр ҙа үҙенә нығыраҡ тартты. Әле килеп шулай уйлайым, был талпыныу киләсәктән - яҙмышым тарафынан ебәрелгән "юллама" булған, шулай булмаһа, театр булмышыма, һөнәрем - бурысыма әйләнмәҫ ине. Ышанып тапшырылған "юллама" өсөн рәхмәтлемен!
- Илһамды үҙең тыуҙырып буламы? Илһам килмәгән, кәйеф төшкән мәлдәрҙән нисек сығаһығыҙ?
- "Илһам килде лә, бик күп эштәр эшләп ташланыҡ әле"- тигән, ти бер ҡатын. Илһам аңлауымса, күңел азатлығы һәм урғып торған хис-тойғолар менән фекер ҡатнашмаһы. Ул даими берәмек түгел, бәхет кеүек үк ваҡытлы һәм үҙаллы, шуға уны теләгән саҡта ғына үрелеп алып булмай. Әлбиттә, бер һөнәр оҫтаһы ла "илһам килеүен" көтөп ултырмай, тик унһыҙ ижад хисаплы, ҡай саҡ ғазаплы эшкә әйләнә. Уны тыуҙырып булмай, күңел торошон кәрәкле кимәлгә еткереп, ҡабул итергә шарттар ғына эшләп була. Ул кешегә ҡайҙандыр үҙе килә һәм юл күрһәтә, хатта идара итә башлай. Пафослы әйткәндә, илһам - кешелекте рухи баҫҡыста юғарыраҡ күтәрер өсөн ебәрелгән илаһи көс. Тап ошондай әҫәрҙәр: сәнғәттә, фәндә, йә башҡа өлкә лә булһынмы, аҙаҡ "классика" тип аталып, кешелеккә хеҙмәт итергә, ерҙә ҡала. Әммә уның икенсе яғы ла бар - илһам ҡорал кеүек, кем ҡулында булһа, шул мәнфәғәткә хеҙмәт итә. Бәлки башҡалар икенсе төрлө фекерҙәлер... белмәйем! Кеше тормошо аҡлы - ҡаралы юлдарҙан ғибарәт, юл полицайының таяғылай. Уның ағын да, ҡараһын да ырғып ҡына үтеп китеп булмай. Кәйеф төшкән саҡтарҙа үҙемде шуға инандырырға тырышам.
- Артистарҙы "художник" тип тә әйтәләр. Ә һеҙҙең тәүге һөнәр рәссәм. Махсус уҡығанһығыҙ. Рәссәм булғанһығыҙ, бөгөнгө көндә танылған артист булған кеүек, рәссәм дә булып танылыр инегеҙме? Рәссәм булараҡ ни тиклем уңышлы булыр инегеҙ?
- Әйтеүе ауыр. Ижад кешеһенә үҙен танытыу өҫтөндә эшләү кәрәкме? Бәхәсле һорау, бәлки! Беҙ уҡығанда шундай әйтем бар ине: "Сәнғәттә үҙеңде түгел - үҙеңдә сәнғәтте ярат!". Дөрөҫ әйтем! Юғиһә үҙ-үҙеңә бөйөк булып, ҙур-ҙур исемдәр тағып, урын биләп, танылып та, ысынында иһә эшләгән эшең бары "үҙеңде күрһәтер өсөн", ә ижади мөмкинлектәренең шикле, әһәмиәте самалы булһа!? Шөкөр, миңә ысын таланттар араһында эшләү бәхете тейҙе, әммә уҙемдең сәнғәттә биләгән урыным бер ваҡытта ла ҡыҙыҡһындырманы. Опера театры менән "өйҙәш" йәшәгән йылдарҙа Леонид Леонардович Аҡманов беҙгә административ етәкселек эшенә килгәйне (хәҙер мәрхум, урыны йәннәттә булһын). Бер мәл миңә:" Ильдар, теперь мало быть талантливым, нужно быть администратором своего таланта..."- тигәйне. (аҙаҡ ул "ҡанатлы фраза"ға әйләнде). Артабан ул миңә ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр әйтте, тик бының өсөн холҡомда булмаған һыҙаттар кәрәк ине. Үҙеңде-үҙең күтәрә, күрһәтә белеүселәр заманы килде. "Сәнғәттә үҙеңде яратырға" беҙ әҙер булмай сыҡтыҡ. "Ниңә үҙеңде популярлаштырыу өсөн бер ни ҙә эшләмәйһең?",- тип туранан-тура һораусылар ҙа булды. Ижад менән шөғөлләнгәндә был хаҡта уйламайһың, бары мөмкин тиклем теүәлерәк, яҡшыраҡ эшләргә генә ынтылаһың. Беҙҙе шулай уҡыттылар. Халыҡҡа оҡшарға тырышыу профессиональ актерҙың бурысы түгел, әлбиттә, ул - һәммәһенең дә күңел түрендә ята. Был тәбиғи, был булырға тейеш! Тик ижадта "оҡшарға, ярарға тырышыу" приоритетҡа әйләнһә, бындай актер иртәме-һуңмы үҙенең йөҙөн юғалта, бер ҡалыпҡа һалына. Бынан тиҫтә йылдар элек, бүләк эҙләп Октябрь проспектында урынлашҡан рәссәмдарҙың һатыу-күргәҙмәһенә килеп индем. Б. Домашниковтан башлап яңы башлаған рәссәмдарҙың да картиналары ҡуйылғайны. Төрлөһө бар инее, әлбиттә. Әммә һатыр өсөн генә эшләнгән "матур" һүрәттәргә ҡарап күңелем кителеп сығып киттем. Нишләйһең бит, уларға ла нисектер йәшәргә кәрәк. Ә ғөмүмән әйткәндә, профессиональ сәнғәткә кемгәлер ярарға тырышып "йәшәп ҡалыусы" флюгерҙар түгел, шәхестәр кәрәк. Ә “рәссәм булып ҡалһағыҙ...” тигәнгә шуны ғына әйтә алам - Рәссәм булып ҡалһам да насармы-яҡшымы шул уҡ "һаҡалым" минең менән булыр ине, оҫтаханала ултырып ҡына һыя алмаҫ инем кеүек...кем белә инде!?
- Тағы ла бер һәләт бар Һеҙҙә - сәғәттәр һәм ҡатмарлы механизмдар йүнәтәһегеҙ. Тәү тапҡыр ниндәй механизм йүнәттегеҙ? Ниндәй ҡыҙыҡлы хәлдәр булғаны бар?
- Был шөғөлдәр атайымдан килгәндер. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа уға төрлө механизмдар, гармундар һ.б. ҡорамалдар йүнәтеп биреүен һораусылар күп булған. Әле бәләкәйрәк сағымда уның "алтын запас"ында ятҡан бензонасосын һүтеп ҡарап, кире йыя алмағайным. Атайым бының өсөн "рәхмәтен" әйткәндер инде хәтерләмәйем, шулай ҙа шуҡлыҡтарымды әллә ни тыйманы, патефон, радионың эсен аҡтарып йырсыларын эҙләнем, "сәпит"тәрҙе һүтеп йыйыу, башҡа техниканың да "сирҙәре" менән көрәшергә, өйҙәге стена сәғәтен дә бергәләп "ҡарап ебәререгә" тура килде. Ауылда йыл әйләнәһәнә туҡтамаған эштән ялҡып киткәнгәлер инде, 5-6 синыфтарҙа инем шикелле, бәрәңге сығара тоған комбайн уйлап таптым бер саҡ. Чертежын өйҙәге "инвестор"ҙарға күрһәткәс, эшемде маҡтап-маҡтап, ҡулыма көрәк тотторҙолар һәм минең "техник прогресс" туҡтап торҙо. Аҙаҡ армиянан һуң (театрҙа эшләй инем инде) 87-се йылдарҙа Өфөләге сәғәт оҫтаханаһында эшләгән Мирғәсим исемле Кугәрсен районы егете менән дуҫлашып киттек. Ул мине сәғәттәргә профессиональ күҙлектән ҡарарға өйрәтте, механизмдың күп серҙәрен асты. Ҡыҙыҡ хәл тигәндән, ҡыҙыҡ микән: 2019-сы йылдың сентябрь айында беҙ Рәсәй театрҙары донъяһында хаҡлы рәүештә дан ҡаҙанған (А. Абушахманов ҡуйылышында Г. Яхина әҫәре) "Зөләйха күҙҙәрен аса" спектакле менән Вампилов фестиваленә Иркутск ҡалаһына барҙыҡ. Тығыҙ график араһында Крайҙы өйрәнеү музейына индем. Шунда быға тиклем күрелмәгән ғәжәйеп бер "өҫтәл сәғәте" янында туҡтаным. ("Чудо-часы") Ундағы хеҙмәткәр ханымдан рөхсәт һорап, был "мөғжизәнең" артына, механизмдарына күҙ һалдым. Быны кемдер эшләтергә тырышып ҡараған билдәләрҙе шәйләп мин: "Ә был мөғжизә йөрөймө?"- тип һорай ҡуйҙым. "Уны йөрөтөргә тырышып ҡаранылар, тик хәҙер мастер юҡ. - тигәс. - Мин тотоноп ҡарар инем"- тинем, ҡыҙығып китеп. Музей хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ директорға шылтыратырға булдылар. Минең ҡайҙан килеүемде, юлдың йыраҡлығын белгәс кенә туҡтап ҡалдылар. Шулай ҙа яныма бер егет килеп ҡыҙыҡһынып китте. Ә сәғәт, ысынлап та, уникаль ине. Поляк, һәүәҫкәр механик Яков Гольдфаден, 1890 йылдарҙа ижад иткән был мөғжизә 20 быуат башында Рәсәйҙә, авторы тарафынан тамаша һымаҡ күрһәтелеп йөрөтөлгән. Хәҙер тиҫтәләгән йылдар эшләмәй. 2010 йылда поляк оҫталары ла ҡыҙыҡһынған, тик аҙаҡ яуап булмаған, әле лә оҫта эҙләйҙәр. Был ҡоролманың юғалған механизмдарын, детальдарын яһап эшләтеп ебәреү өсөн креатив оҫталар, рәссәм-реставраторҙар кәрәк. Минең "ҡул ҡысый" әлбиттә, был уникаль эштә ҡатнашыу биҡ ҡыҙыҡлы булыр ине.
- Кеше менән тәбиғәт берлеген нисек күҙаллайһығыҙ? Тыуған яҡ тәбиғәте кешенең холҡона һәм яҙмышына тәьҫир итә аламы?
- Был хаҡта махсус уйланғаным юҡ әлбиттә. Кеше тәбиғәт тыуҙырған биологик төр һәм уның менталитетын йәшәгән урыны, ер-һыуы, сәйәси һәм сәнәғәт торошо билдәләй. Ә уның яҙмышына төп йоғонтоно эске ынтылышы, холҡо, уй-фекере яһай. Әлбиттә "юл ыңғайы" сәбәптәр ҙә күп. Беҙ - үҙ-үҙебеҙ, бер-беребеҙ, тәбиғәт менән гармонияла булғанда ғына күңел һиллегенә килә алабыҙ.
- Халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәре, теле мәҡәл әйтемдәре баланың рухи үҫешенә нисек тәьҫир итә?
- Әлбиттә халыҡтың быуаттар буйы йыйылған аҡылы - ғөрөф-ғәҙәттәреме, мәҡәл-әйтемдәреме балаға ғына түгел өлкәндәргә лә фәһемле. Әммә кешеләр, тәү сиратта балаларын йәшәү өсөн көрәшергә өйрәтә. Сөнки башҡа сара юҡ. Теләйһеңме теләмәйһеңме, иртәме-һуңмы ул мотлаҡ ниндәйҙер бәрелешкә дусар. Яр-Саллы ҡалаһынан бер һалдат егеттең фәжиғәһе иҫкә төштө. Үҙенең кешелек дәрәжәһен тапауҙарының сигенә еткәс ул хеҙмәттәштәрен атырға мәжбүр булған. Атаһы, хәҙер инде рәшәткә артында тикшеренеү камераһындағы улын күрергә килгәс, егеттең беренсе һорауы:"Отец, ты про армию гнал да, гнал?!" була. (гнал-"алданың" мәғәнәһендә) Сөнки атаһы, армия-егеттәр өсөн тормош мәктәбе, ул ғорурлыҡ һ.б. рухында тәрбиәләп үҫтергән булған. Рухи тәрбиә минеңсә йыйылған аҡылдарҙы һуҡырҙарса, һис шикһеҙ ҡулланыу түгел, ә уға ҡарата дөрөҫ мөнәсәбәт тәрбиәләүҙә. Кешенең тәбиғәте йәки холҡо менән берлектә генә ғөрөфтәр, әйтемдәр һ.б. кешенең үҙенә ыңғай хеҙмәт итә башлай.
- Йондоҙнәмә, ырым кеүек нәмәләргә ышанаһығыҙмы? Үҙегеҙҙең тормошоғоҙҙа, яҡындарығыҙ, таныштарығыҙ араһында ошо төшөнсәләргә бәйле ҡыҙыҡлы хәлдәр булғаны бармы?
- Был бик боронғо фән. Әлеге ваҡытта беҙ ишеткән күргән йондоҙҙарың кәңәштәре уйын, алдашыуға оҡшаған. Шаярып әйткәндә - "алдау-шоу", үҙең дә һиҙмәй шуға ышанырға, яйлашырға тырышаһың. Әлбиттә зодиак билдәләрендә ниндәйҙер дөйөм оҡшашлыҡ бар кеүек һәм беҙгә шулай уңайлы. Ырымға ышанып бармайым. Ә бына ҡайһы төштәргә һәм "яҙмыш билдәләре"нә ышанам. Беҙ кешеләр, уны уҡый белмәйбеҙ, әммә тойомлайбыҙ. "Шулай булырын белдем бит, тик әһәмиәт бирмәнем" тигәнде күп ишетәнебеҙ бар. Донъяла бер-береһенә йоғонтоһоҙ бер нимә лә юҡ, ғәләм һәм кеше айырылғыһыҙ тығыҙ бәйләнештә торалар. Күңелһеҙ, әммә ғәжәп бер ваҡиға. 2019 йылдың 18 феврале ине. Яратҡан артисыбыҙ, хөрмәтле аҡһаҡалыбыҙ Заһир ағай Вәлитовты Өфөнән Күгәрсен районына һуңғы юлға"оҙата" барҙым. Юл буйына аяҡтан йыҡмалы көслө буран булды, ауылында ла буранлап тора ине. Зыяратҡа килгәйнек, ғәжәп, асылмаҫтай булып ҡапланған күк йөҙө салт аяҙ, ҡояш балҡый, елдең әҫәре лә юҡ. Ерләү эштәрен атҡарып ауылдан сығып барғанда, мин машина эсендә "ҡарағыҙ әле" тип хатта ҡысҡырып уҡ ебәрҙем, күк йөҙө тоташ ҡапланған, юлда тағы ла һепертмә буран ине. Ошоға оҡшаш хәлдәр төрлөсә уйлата, Эмото Масаруҙың фәнни-популяр әҫәре лә фанилыҡҡа башҡасараҡ ҡарарға мәжбүр итте. Донъя ҡоролошо хаҡында беҙ бөтөнләй бер нимә лә белмәйбеҙ әле.
- Ниндәйҙер ижад төрөнә тартылыуҙың ҡандан, нәҫелдән килеүен таныйһығыҙмы? Үҙегеҙҙең ынтылыш-һәләттәрегегеҙҙең тамыр сығанаҡтары хаҡында уйлап ҡарағанығыҙ бармы?
- Донъя күләмендә алғанда ҡан-нәҫелдән килгән генийҙар, таланттар хаҡында миҫалдар етерлек: И.С. Бах, М. Джексон, М. Магомаев күп улар. Шуныһы ҡыҙыҡлы Леонардо да Винчиҙың атаһы 25 йәшлек адвокат, әсәһе 15 йәшлек үтә ярлы, етем крәҫтиән ҡыҙ (сығышы хаҡында төрлө ҡыҙыҡлы фараздар бар). Уларҙың ижади һәләттәре хаҡында мәғлүмәт юҡ. Әммә осраҡлы яҡынлаҡтан тыуған бала - гений! Был тәбиғәттең сере. "Бөйөк тәбиғәт" йәшәйештең барлыҡ өлкәләрендә лә кәрәкле, ҡуллана алырлыҡ һәләттәр бирә. Уларҙы ваҡытында танып, аҫыл таш ҡырлағандай, дөрөҫ форма биргәндә, кеше үҙенең тормоштағы тейешле урынын биләй, һәр хәлдә мин әлегә шундай фекерҙәмен. Ә бына алтын ҡоршауға ҡомташ ҡуйып, затлы итергә маташыу үҫеште тотҡарлай. Минең "Бөйөк тәбиғәт" тип нимәне күҙ уңында тотоуым аңлашылалыр. Бер нәмә лә, бер кемгә лә, бер ҡасан да тигеҙ бирелмәй. Ә үҙем хаҡында шуны ғына әйтә алам - иҫ белгәндән башлап әлегә тиклем, донъяны нисек ҡабул иткәнмен, шуларҙан алынған хис-тойғо һәм фекер төйнәлмәһен генә сағылдырам. Нисек бармын - шулаймын, был нәҫелдән күрәһең!
- Сәнғәт әһелдәренә ҡарата тәүге тәъҫораттарығыҙ үҙгәрҙеме, уларға ҡарата мөнәсәбәтегеҙ, тигәндәй...?
- Төрлөсә булды әлбиттә. Уларҙы бер ҡасан да ғәҙәти кешеләр итеп ҡабул итә алманым, хәҙер инде "бер ҡаҙанда" кәмендә дүрт тиҫтә йыл ҡайнайбыҙ. Нисек кенә булмаһын, улар күңел иерархияһында кешелек сифаттарына ҡарап үҙ урынын ала. Яҡындан белгәнгә тиклем, күңел уларҙың ижадына тәьҫирләнеп, улар хаҡында матур иллюзия төҙөй, үҙенсәлекле, ыңғай психологик портретын яҙа. Аҙаҡ, тығыҙ аралаша башлағас, ошо иллюзия менән реаль кешенең аң кимәле, холҡо тап килмәһә күңелдә ҡыйын тойғо тыуа. Әҙәм балалары фәрештә түгел, шулай ҙа кеше хаҡында яҡшы уйлау, күңелдә матур иллюзия йөрөтөү барыбер рәхәтерәк. Миңә осрағандарына мөнәсәбәтем үҙгәрһә лә, күпселеге яҡшы яҡҡа булды, ҡайһылары һоҡландырҙы хатта.
-Тәүлектең ҡайһы сәғәте, ниндәй миҙгел ижад итергә айырыуса ынтылыш бирә?
- Кем белһен инде уны. Тәбиғәттең һәр миҙгелелә якын, Пушкин булмаһам да, көҙгә мөнәсәбәтем айырыуса кеүек. Ижадҡа ынтылыш бөтөнләй башҡа донъя, ул күңел торошо. Ҡабынырлыҡ осҡон булһа, дөрләп тоҡаныуҙары тәбиғәттең миҙгеленә лә, сәғәтенә лә ҡарамай.
- Ижади процесс һәр кемдең - үҙенсә. Һеҙҙеке башҡаларҙыҡынан нимәһе менән айырыла?
- Кем нисек, мин нәтижәгә ашыҡмайым. Ижади процессты ҡалыпҡа һалып булмай. Төрлө режиссерҙың төрлөсә талаптары, төрлөсә алымдары, тигәндәй. Һәр роль "аҡ ҡағыҙ"ҙан башлана. "Сығам да эшләйем" принципы профессиональ сәнғәттә даими уңыш килтереүсе формула түгеллеген күптәр аңлай. Әммә "Ул сығыр ҙа эшләр ул, бына һиңә тырышырға кәрәк",- тип туранан- тура актерҙаға әйтелгән осраҡтарҙы элегерәк ишеткәләнем. Мин быға ҡаршымын! Үҙемә килгәндә, әҫәрҙең фәлсәфәһен, мәғәнәһен билдәләп, дөйөмлөктән аныҡлаштырыу, аҙаҡ ентекләштереү ысулы минең өсөн ҡулайлы юл. Рәссәмлыҡҡа уҡығанда ла шулай өйрәттеләр. Был дөрөҫтөр тип һанайым. Башҡа сәнғәт төрҙәрендә лә шул уҡ алым ҡулланыла. Әйтәйек, композитор музыкаль тексһыҙ, гармонияһыҙ, тота килеп мелизм, штрих һ.б. деталдәр менән булышып, йыр-көй ижад итергә тырышһа, ә шағир еткерәһе фекерен әйтһе урынға, оригиналь һөйләм төҙөп, матур һүҙҙәр теҙмәһенән рифма һалып ултырһа, бик сәйер күренеш булыр ине. Актер аңы репетициялар мәлендә күп уйланыуҙар, бәхәс, эҙләнеүҙәр, фәлсәфәүи йомғаҡлауҙар аша үтә. Был беҙҙең аҙыҡ, шуға эшебеҙгә даими мохтажлыҡ кисерәбеҙ. Бер ыңғай шуны ла әйтәйем, төрлө сәбәптәр менән оҙаҡ ролһеҙ йөрөгән мәлдәрҙе артист айырыуса ауыр кисерә. Көсөң дә, дәртең дә булғанда, егелеп эшләр мәлдә иң ҡәҙерле төшөнсә – ваҡыт - әрәмгә китә. Нәтижәһе - төшөнкөлөк, үҙеңә ышанысыңды юғалтыу, ситләшеү һәм һаулығың ҡаҡшау. Бындай миҫалдар башҡа өлкәләрҙә лә, профессиональ спортта ла тулып ята.
- Ғаиләм - ҡәлғәм, тиҙәр, һеҙҙең өсөн дә был һүҙҙәр ошондай мәғәнәгә эйәме? Улдарығыҙҙың бәхетен беренсе сиратта нимәлә күрәһең?
- Ғаиләһенең ҡәлғә булыуын, аҡылға теүәл һәр кем дә теләйҙер, әлбиттә. Ҡәлғәнең ныҡлығы уны хәстәрләүселәренән ғибәрәт. Береһе - үҙенең "уставын" икенсеһенең танауы алдында һелтәй башлаһа, ғаиләнең ҡәлғәлеге хаҡында һүҙ алып барыуҙың мәғәнәһе ҡалмай. "Бөйөк тәбиғәт" доъяны гармониялы яратҡан. Ниңәлер беҙ, кешеләр, мөнәсәбәттәрҙә гармонияға килә алмайбыҙ. Динебеҙ был хакта инде бәндәләргә мең ярым йылға яҡын, еткерергә тырыша, ай-һай, тиребеҙ ҡалын булып сыҡты, амбицияларыбыҙҙы, нәфсебеҙҙе, үҙебеҙҙе еңә алмайбыҙ. Тағы ла шул - күпселек бер-береһенән нимә менән булһа ла өҫтөн булыуҙан ниндәйҙер ҡәнәғәтләнеү таба. Ғаилә биләмендә лә был холоҡ ҡәлғәне нығыта тип әйтеп булмай. Быуын һайын ҡоролошон үҙгәртеп, һәр саҡ "йоҡа боҙҙа" баҫып торған илебеҙҙә, балаларға дөрөҫ йүнәлеш биреүе еңел түгел. Әлбиттә, өйҙә егеттәр менән был хаҡта фекер алышабыҙ. Илдә мораль һәм рухи баһалар үҙгәреп, социаль ҡатламдар араһында упҡын барыҡҡа килде. Бер туҡтауһыҙ компромисс һәм яраҡлашыу, хатта "барство һәм лакейство" күренештәре күҙгә салына. Ғаилә - әлеге дәүләттебеҙҙең бәләкәй моделе кеүек булһа, бындай ҡәлғәнең ныҡлығына шигем ҙур. Атты ҡайһы ҡапҡаға бәйләргә? Малайҙарымдан "флюгер" сыҡмаҫын беләм, кем булһалар ҙа кәрәкле булып, хыялдарын мөмкин тиклем тормошҡа ашырып, яуызлыҡҡа ҡаршы торорҙай аҡылдары булып, оҙон, сәләмәт, файҙалы ғүмер йәшәһендәр ине. Тормошта үҙ-үҙеңде, үҙ ишеңде табып ныҡлы ҡәлғә төҙөү еңел эш түгел.
- Кешеләрҙең уңыштарына ҡара янған, көнсөл, дуҫтарына хыянат иткән ижадсы башҡаларҙы ышандырырлыҡ, матурлыҡҡа, изгелеккә, илһөйәрлеккә саҡырған талантлы образдар ижад итә аламы? Актерҙың образдары артистың үҙенән һәйбәтерәк булыуы мөмкинме?
- Нисек теүәлерәк әйтергә... талантты айырым бер сифат итеп ҡарарға кәрәк. Ул кешенең тыуған еренә, холҡона, тәрбиәһенә, милләтенә ҡарап бирелмәй. Ул яңы йыл шыршыһындай, төрлө маҡтаулы исемдәр, лауреат һәм "дәрәжә күтәреүсе" башҡа уйынсыҡтарҙың күпләп эленеп ҡуйыуына ла ҡарамай. Ул кешегә бирелһә - бирелә. Ә бына уның тормошҡа, кешеләргә мөнәсәбәте, холҡо был икенсе сифат. Хәҙер ошо сифаттарҙы бер кәүҙәгә урынлаштырып фекер итәһе генә ҡала - нисек кенә яҡшы булып күренергә тырышма, эске донъяң барыбер сәхнәлә сағыла. Ә икенсе һорауға, "мөмкин" тип яуаплар инем. Сөнки образ-(әгәр ул табылһа) талапсан, көслө субъект, ул хатта ижадсының үҙен дә ихтыярына буйһондора ала. Йыраҡ китергә түгел, Т.Миңнуллиндың "Ай булмаһа, йондоҙ бар" пьесаһы тап шул хаҡта. Көслө образдар актерҙың үҙенең холоҡ фиғеленә һәм реаль тормошона ла тәьҫир итә. Тамашасы беҙҙән, ғөмүмән интелегенциянан, бер һүҙ менән әйткәндә юғары IQ күргеләре килә. Был яңылыҡ түгел, Рәсәйҙә ҡасандыр булып юғалған сифаттар.
- Бөгөнгө башҡорт театрында тәнҡит ниндәй кимәлдә? Ғөмүмән нимә ул театр тәнҡите? Шәп тәнҡитселәр тип кемдәрҙе миҫалға килтереп була?
- Шаярып әйткәндә, тәнҡитселәрҙе тәнҡитләп, тәнҡитләнәһем килмәй...улар теҙелешеп ултырып белдекле йөҙ менән спектакль хаҡында үҙҙәренең объектив һәм субъектив ҡараштарын, тәьҫораттарын ҡатмарлы фразаларға төрөп, бик оҙаҡ нимәлер һөйләүсе ағай-апайҙар булып хәтерҙә ҡалдылар. Едти әйткәндә, сығыштары ҡай саҡ ҡыҙыҡлы булһа ла, мәҡәләләре быға тиклем дә ҡәҙер-хөрмәт күргән эшмәкәрҙәрҙең хөкүмәт биргән исемдәрен ҡабатлап, лекало буйынса язылған кеуек. Ә бына артистарҙың үҙҙәре сығарған китаптары күпкә ҡыҙыҡлы, унда театрҙың йәнле үткәнен күреп була. Шулай ҙа фәһемле фекерҙәре менән әҫәрҙәрҙе нескә ҡыл өҫтөндә баланста тотоусы үткер ҡарашлы, компромисһыҙ тәнҡитселәр булыуы шатландыра.
- Дуҫтарығыҙҙың хыянатын кисергәнегеҙ булдымы? Уларҙы ғәфү итә алаһығыҙмы?
- Дуҫтарым араһында төрлө йәштәге, төрлө милләтле, төрлө һөнәр кешеләре бар, Хоҙай-тәғәләгә шөкөр береһенең дә хыянатын кисерергә тура килмәне. Улар минең күңелем көҙгөһө кеүек, үҙемдең ысынбарлығымды улар сағылышында күрәм. Шуныһы йәл, үҙҙәренең булмыштары менән тормошомдоң йәмен, мәғәнәһен арттырған, үткән йәшелегемдең ҡәҙерле ҡомартҡыһылай булған дуҫтарымдың һирәкләп "тарала" башлауҙары үҙәкте өҙә. Училище йылдарында дуҫлашып йөрөгән моңло Әлфис Ҡыямов, күңел байлығының, киңлегенең сиге булмаған Хисмәтулла Дәүләтов, Казанда Ғ.Камал театрынан Коля Юкачев, Мансур Ибраһимовтар күңелдең ҙур бер өлөшөндә бушлыҡ хасил итеп мәңгелектә ҡалдылар. Уларһыҙ мин кәмеп ҡалғандай булдым. Ә ғөмүмән алғанда ғүмер юлыма килеп ҡушылып мин осҡанда ла, ҡолаған да ла эскерһеҙ, ихлас булып ҡалған матур кешеләрем байтаҡ. Ысын дуҫтарса! Ә хыянатсылар булған булһа ла, күптән ҡубып төшөп бөтөрҙәр ине. Ундайҙар минең кисереүгә мохтаж түгел, Хоҙай-тәғәлә кисерһен!
- Тормош дәфтәренең ҡайһы бер биттәрен алып ташлағы килгән саҡтар булғалаймы? Яҙмышҡа ышанаһығыҙмы?
- Бер кеше:" Мине хаталарым өсөн ғәфү итегеҙ, мин әле донъяла тәүге тапҡар ғына йәшәйем"- тигән ти. Тормош юлын үткәндә хаталанмаған, үкенмәгән кеше - ғөмүмән булмай! Диндә "тәүбә" тигән төшөнсә бар. Минеңсә "тәүбәгә килеү" әйттем дә ҡотолдом, йә булмаһа "я больше не буду" түгел. Был үҙеңдең эске "МИН"-еңдә, аң-холҡоңда үҙгәрештәр кисереп, рухилыҡта бер баҫҡыс юғарыраҡ күтәрелеү процессы. Бәлки шуғалыр "тәүбә итеү" мосолман динендә айырыуса хупланыла! Тормош дәфтәремә ни тиклем, бәхетле юлдар яҙырға тырышһам да, биттәрен йолҡоп алып, үртәп көлгә ҡалдырырҙайҙары ла етерлек. Яңылыш - яҙыҡтарың өсөн генә түгел, еңеүҙәрең, шатлыҡ, уңыштарың, бәхетең өсөн дә түләргә турә килә, хатта башҡаларҙың хатаһы, йә еңеүе өсөндә! Ғүмер - "черновикһыҙ" - имтихан! Әммә йәшәлгән йәшеңә, ҡылғандарыңа, ҡарамай, тормош дәфтәреңдең "яңы битен" асҡан һайын, яҙмышҡа ышанмай тороп, өмөт һәм бәхет хаҡында яңы юл башлап булмайҙыр! Иң мөһиме, хәҙер мөмкин тиклем хатаһыҙ яҙырға.
- Үҙегеҙгә һәм коллегаларығыҙға теләктәрегеҙ?
-Үҙемә теләгем шул: тормошом кителмәй-кәмемәй, тәнемдә сәләмәт - ғәйрәтем, башымда уйларлыҡ һәләтем, күңелем осорлоҡ киңлегенән айырылмай, тормош дәфтәремдең биттәренә әле оҙаҡ йылдар бәхетле юлдар яҙырға насип ҡылһын ине Хоҙай-тәғәлә. Ә коллегаларыма, тамашасыларыма: йүгерә алғанда - йүгерергә; атлай алғанда - атларға; ауырығанда, арығанда - ултырып торорға, тик юлда ултырып ҡалырға яҙмаһын тип теләйем, сөнки кеше ғүмерендә "старт" берәү генә, фальшстарт юҡ! Һуңғы ваҡытта мине белгән-күргәндәр иғтибар иткәндәрҙер - күлдәгемдә һәр ваҡыт бәләкәй генә самолет значогы йөрөй (Пулково аэропортындағы Дияна исемле һылыуҙың осраҡлы, ихлас бүләге ине ул. Рәхмәт уға!) Ул самолет - аллегория. Алыҫта ҡалған, уйнап туймаған бала сағымдың, осоп ҡына үткән гармунлы - йырлы, хисле дыуамал йәшлегем ҡанаттары кеүек. Киләсәктә лә ғүмер булып тынғыһыҙ күңел ҡанаттарында гиҙәһе киңлектәрем күп булһын ине. Йәшәлгән йылдар ғына мине бала саҡ хыялдарының аяҙ күктәренән айыра алмаҫ, күрәһең!
- Илдар Ибраһим улы, ихлас әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Ең һыҙғанып эшләргә, дәртләнеп йәшәргә яҙһын!
(Әңгәмә "Тамаша" журналында 2020 йылдың 5-се һанында баҫылды)
Динара ҠӘЙҮМОВА