+3 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
22 Сентябрь 2021, 19:33

Халҡыбыҙҙың моңло, яратҡан йырсыһы Әлфиә Юлсурина:

"Бөтә тормошом шул - 

Халыҡ уны ябайлығы, ихласлығы, киң күңеллеге өсөн дә үҙ итә. "Миндә бер генә тамсы ла көнләшеү юҡ, – ти йырсы, – Бер ҡасан да, бер кемдән дә көнләшмәйем. Бының өсөн Хоҙайға һәм атай-әсәйемә рәхмәтлемен. Талантлы кешеләрҙе бик хөрмәт итәм, был йырсының тауышы шәп, тип бер ҡасан да көнләшеп ултырғаным юҡ, ҡыуанам ғына. Матур итеп кейенеп йөрөгән кешеләрҙе яратам, уларға ҡарап һоҡланам. Минең дошмандарым да юҡ. Әгәр ҙә кемдер миңә оҡшамай икән, уның менән аралашмайым да ҡуям. Уларға ҡарап, көйәләнеп йөрөмәйем. Янымда тик миңә оҡшаған, үҙем яратҡан кешеләр генә. Тамашасыларымды яратам, йырларға яратам – бөтә тормошом шул”.

Халҡыбыҙҙың моңло, яратҡан йырсыһы Әлфиә Юлсурина:
Халҡыбыҙҙың моңло, яратҡан йырсыһы Әлфиә Юлсурина:
Автор:
Читайте нас: