+12 °С
Облачно
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
5 Сентября 2021, 09:05

Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитов:

"Мине ҡулдарҙы артыҡ өҫкә күтәреүҙә, был хәрәкәттең башҡортса булмауында ғәйепләгәндәре булды. Бейеүҙәрҙә ҡулдарҙы күтәрәм икән, мин бының менән халҡымдың рухын күтәргем килә. Ысынлап та, аҫҡа һәленеп төшкән ҡул менән халҡыңды күтәреп буламы икән?"

Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитов:Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитов:
Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитов:

Башҡортстандың халыҡ артисы Риф Ғәбитов:

- Ир-ат бейеүе тәьҫирлерәк, быныһы ир-егеттең тәбиғәте менән бәйле. Ул таяныс, һаҡсы, яугир, шуға образдары ла сағыуыраҡ. Ҡатын-ҡыҙҙың йәмғиәттәге роле бәләкәй түгел, тап улар геройҙарҙы, яугирҙарҙы тәрбиәләй, әммә күҙгә күренеп бармайҙар. Был күренеш бөтөн милләт бейеүҙәрендә лә шулай. Чечендарҙы ғына алып ҡарайыҡ, сәхнәлә уларҙың егеттәре ут сәсеп тора, ҡатын-ҡыҙҙары, баштарын текә тотоп, һалмаҡ ҡына йөрөй. Айсбергтың һыу аҫтындағы өлөшө ул ҡатын-ҡыҙ, ул ир-егетте күтәреп тора, әммә үҙе быны күрһәтергә маташып, артыҡ сәбәләнмәй. Унан һуң, сәхнәлә лә, тормошта ла ҡатын-ҡыҙға киҫкен хәрәкәттәр килешмәй, физик яҡтан Хоҙай уны шулай яралтҡан.
Ир-егеттәр бейеүенә килгәндә, мине ҡулдарҙы артыҡ өҫкә күтәреүҙә, был хәрәкәттең башҡортса булмауында ла ғәйепләгәндәре булды. Бейеүҙәрҙә ҡулдарҙы күтәрәм икән, мин бының менән халҡымдың рухын күтәргем килә. Ысынлап та, аҫҡа һәленеп төшкән ҡул менән халҡыңды күтәреп буламы икән? Ана, кавказдар, бер ҙә өҫкә күтәрелгән ҡулдарын линейка менән сантиметрлап үлсәп тормай. Уларҙың халыҡтары элек бер ҡасан да аяҡ бармағы осонда бейемәгән. Был хәрәкәт халыҡ араһында осраған ул, матур булғаны өсөн балетмейстерҙар уны киң ҡулланылышҡа индереп ебәргән. Хәҙер, әрмәндәрҙән тыш, бөтөн Кавказ халыҡтары ҡуллана был алымды. Бөгөн чечендар менән грузиндар был алымдың авторлығы мәсьәләһендә бәхәс алып бара. Тау халыҡтарында элек ҡулды күтәреп бейеү ҙә булмаған. Был алым халыҡтың рухын күтәреү ихтыяжынан килеп сыҡҡан. Ҡулды күтәрәм, тимәк, өҫкәрәк, юғарыраҡ ынтылам, ҡул артынан күкрәк, бөтөн кәүҙә күтәрелә.

             Ләйсән НАФИҠОВА

Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитов:
Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитов:
Автор:
Читайте нас