+12 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
2 Сентября 2021, 12:00

1 сентябрҙән илдә "Пушкин картаһы" программаһы эшләй башланы.

Был федераль проектҡа Башҡортостанда әлеге көндә 21 мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһы ҡушылды. Тулыраҡ сайтта -

1 сентябрҙән  илдә "Пушкин картаһы" программаһы эшләй башланы.1 сентябрҙән  илдә "Пушкин картаһы" программаһы эшләй башланы.
1 сентябрҙән илдә "Пушкин картаһы" программаһы эшләй башланы.

Бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үткән йәнле һөйләшеүҙә Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова:
- Бөтәбеҙҙең дә дөйөм миссияһы - йәштәрҙе мәҙәниәткә, сәнғәткә ылыҡтырыу, - тине. – Белеүегеҙсә, 1 сентябрҙән илдә "Пушкин картаһы" программаһы эшләй башланы. "Госуслуги.Культура" порталы аша электрон карта алып, 14 йәштән 22 йәшкә тиклемге йәштәр мәҙәни сараларға йөрөй аласаҡ. 2021 йылдың дүрт айына картаға 3 мең аҡса һалынасаҡ. Был федераль проектҡа Башҡортостанда әлеге көндә 21 мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһы ҡушылды. Программаны эшләтеп ебәреү өсөн июль, август айҙарында бик ҙур эш эшләнде. Техник яҡтан да, проектты өйрәнеү буйынса ла.
Беҙҙең маҡсат – ошо проект тураһында мәғлүмәт биреү, йәштәрҙе сәнғәткә ылыҡтырыу. Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк – был электрон карта менән республиканың ғына түгел, ә илдең музей-театрҙары, концерт залдары, филармониялары һәм китапханалары, шулай уҡ шәхси мәҙәни учреждениеларына билет алырға мөмкин. Шуны ла белергә кәрәк – йыл аҙағында карталағы тотонолмаған аҡса янасаҡ, ғинуар айында 5 меңгә тулыланасаҡ.
Һөйләшеүҙә ҡатнашҡан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының генераль директоры Ильмар Әлмөхәмәтов “Пушкин картаһының” йәштәр өсөн ҙур ярҙам икәнен әйтеп үтте.
- Ҡасандыр бер театрҙа администратор булып эшләгәндә бигерәк тә йәштәргә билет һатыуы бик ҡыйын ине, - тине ул. – Ә “Пушкин картаһы” менән йәш кеше үҙенең ялын үҙе ойоштороп, ата-әсәһенән аҡса һорамай, ҡайҙа теләй, шунда барырға мөмкинлеге буласаҡ. Проектҡа 14 йәштән 22 йәшкә тиклем категорияны керетеп бик яҡшы эшләгәндәр, тип уйлайым. Сөнки был йәштә улар күп нәмәне аңлаған кеше булараҡ үҫешеп етә. Мәҙәниәт һәм сәнғәт усаҡтарына мотивация ла буласаҡ, йәштәр өсөн ижад итергә, был да бик мөһим.
“Пушкин картаһы”ның йәш быуынды тәрбиәләүҙәге роле, әлбиттә, бик ҙур буласаҡ, бик мөһим эш башланып тора. Уңыштар юлдаш булһын был эшебеҙҙә.

Автор:Тагзиа Хабирова
Читайте нас