-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
1 Сентябрь 2021, 20:00

Башҡортостандың халыҡ артисы Нәғим НУРҒӘЛИН:

Сәхнәнән ҡолап төшөп, тамаша залында ла ятҡаным булды. -

Башҡортостандың халыҡ артисы Нәғим НУРҒӘЛИН:
Башҡортостандың халыҡ артисы Нәғим НУРҒӘЛИН:

Ҡыҙыҡлы хәлдәр күп инде ул. Шуларҙың береһе. Бер ауылда “Аҡ ҡалфаҡ” спектаклен ҡуябыҙ. Һуңғы сәхнә. Шаһтимер (Илсур Хәбиров) мине “үлтерергә” тейеш була. Ул килеп арттан бысаҡ ҡаҙай, мин, әлбиттә, “үләм” һәм дә уттың һүнгәнен көтөп ятам. Ут һүнә. Сәхнәлә дөм-ҡараңғы. Мин ике ҡулды алға һуҙып грим бүлмәһенә табан барам һәм ниндәйҙер ергә ҡолап төшәм. Грим бүлмәһенең ишек алдына барып төшкәнмендер, тип, шым ғына ятам. Бер ваҡыт сәхнәгә ут бирелә һәм бар халыҡ көлә башлай. Баҡтиһәң, мин сәхнәнән ҡолап төшөп тамаша залында ятам икән. Шулай итеп тамашасыларҙың һәм сәхнәләге дуҫтарымдың көлөүе аҫтында сәхнәгә менеп баш эйергә тура килде.

Автор:
Читайте нас